«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ, ӘММӘ КҮҘӘТЕҮ АҪТЫНДА
+  - 


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вирус инфекцияһы хәүефен һәм таралыуын кәметеү саралары тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы һәм республикала юғары әҙерлек режимын индерҙе.

Юғары әҙерлек режимы ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу хәүефе янаған осраҡта индерелә. Уның сиктәрендә штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй, тирә-яҡ мөхит торошон контролдә тотоу көсәйтелә, республикаға килгән кешеләрҙә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләренең булыу-булмауы тикшерелә, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыуын иҫкәртеү буйынса оператив саралар күрелә. Билдәләнеүенсә, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары юҡ. Әлеге ваҡытта республикала 48 кеше, шул иҫәптән 8 бала, коронавирусҡа шикләнеп, стационарға һалынған. Барыһының да хәле тотороҡло, дауалау Рәсәй һәм сит ил белгестәренең тәҡдимдәренә ярашлы алып барыла. Тикшереүҙәр үткәрелә, күҙәтеү һәм дауалау бокс бүлексәләрендә ғәмәлгә ашырыла.
Хөкүмәттә коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса оператив штаб ултырышы барышында Радий Хәбиров 250-нән ашыу кеше һәм сит ил вәкилдәре ҡатнашҡан мәҙәни, спорт, эшлекле сараларҙы үткәрмәҫкә йәки күсерергә ҡушты. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, әле театрҙар һәр спектаклгә 200-ләп кенә билет һата, Опера һәм балет театры, Башҡорт дәүләт филармонияһы, "Башҡортостан" дәүләт концерт залы онлайн-трансляцияға күсә..."
Шулай уҡ республика етәксеһе Мәғариф министрлығына юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына белем биреү процесын дистанцион режимға күсерергә, уҡыусыларҙың яҙғы каникулын 6 апрелгә тиклем оҙайтырға һәм һәм шулай уҡ педагогик коллективтарҙы дистанцион уҡытыу варианттарына әҙерләргә ҡушты. Республика мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, яҙғы каникулдан һуң Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәре дистанцион уҡытыуға күсәсәк. Уҡыусылар ял иткәндә, уҡытыусылар электрон ҡорамалды файҙаланыу буйынса квалификацияны күтәреү курстарын үтергә тейеш. "Ата-әсәләре һәм законлы вәкилдәре баланы өйҙә ҡалдырыу мөмкинлеге булмаған уҡыусылар өсөн мәктәптәрҙә 15 кешенән артмаған махсус төркөмдәр ойошторола", - тине мәғариф министры. Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, уҡыусылар программанан артта ҡалмай, шуға күрә бер кем дә программаны йәйгә оҙайтырға йыйынмай. Республикала балалар баҡсалары карантинға ябылмай. Ләкин ата-әсәләр өсөн сикләүҙәр индерелә: оҙатып килгәндәрҙе мәктәпкәсә белем биреү бинаһына индермәйҙәр, баланы инә торған ерҙә тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ һәр сабыйҙың температураһын тикшерәләр. Балалар баҡсаларында көн һайын дезинфекция үткәрәләр. 19 марттан Башҡортостан Мәғариф министрлығының коронавирус инфекцияһы буйынса хәлде асыҡлау өсөн "ҡыҙыу бәйләнеш"е асылды. Телефон: +7 (347) 292-11-52. Ул эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.
Республикала йәшәүселәргә вирустың таралыуы теркәлгән сит илдәргә һәм Рәсәй төбәктәренә, кеше күп йөрөгән урындарға бармаҫҡа, предприятие-ойошмалар етәкселәренә эш урындарында дезинфекция ойошторорға кәңәш ителде. Сит илдәрҙән ҡайтҡан кешеләрҙе башҡалар менән тығыҙ бәйләнешкә индермәү буйынса шарттар булдырыу, ундай кешеләрҙә аҙ ғына сир билдәләре беленеү менән тиҙ арала коронавирус инфекцияһына тест үткәреү бурысы ҡуйылды. Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса республика штабының "ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны: +7 (347) 286-58-27. Ҡыҙыу бәйләнешкә республикала йәшәүселәрҙән иң йыш бирелгән һорау - ваҡлап һатыу селтәрҙәрендә һәм аптекаларҙа шәхси һаҡланыу саралары - битлектәрҙең булмауына ялыуҙар. Әлеге ваҡытта битлектәрҙе сит илдән индереү тыйылған, үҙебеҙҙә етештереү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла һәм тиҙҙән улар дарыуханаларға сығарыласаҡ. Өфөлә "Ағиҙел" башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһында ла марлянан күп тапҡыр ҡулланыла торған медицина битлектәрен тегеү башланды. Бында көн һайын 3000 битлек етештерелә. Улар бөгөндән өс данаһы 70 һум менән дәүләт дарыуханаларына һатыуға сығарыла. Ә инде коронавирусҡа нисек һәм ҡайҙа анализ тапшырыу тураһындағы ҡарарҙы табип ҡабул итә. Бындай йүнәлтмә коронавирус менән сирләүсе эргәһендә булған йәки уны тәрбиәләгән кешеләргә, сир таралған төбәктәрҙән ҡайтыусыларға йәки килеүселәргә бирелә.
Шулай уҡ республика Башлығы халыҡ араһында коронавирусҡа бәйле ығы-зығы, юҡ-бар хәбәр таралыуын, магазиндарҙан аҙыҡ-түлекте күпләп һатып алыуҙарҙы ла тәнҡитләне. Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостанда аҙыҡ-түлек бар һәм тағы ла кәмендә ярты йылға етерлек. Ҡыҫҡаһы, республикала коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе янау сәбәпле бөтә һаҡлыҡ саралары тормошҡа ашырыла. "Өфө" аэропорты бик күп халыҡ-ара рейстарҙы туҡтатты. Республика судтарында граждандарҙан эштәр интернет-ҡабул итеүҙәр аша ғына атҡарыла, һәм башҡалар.

Һеҙҙең иғтибарға тағы шундай хәбәрҙәр:

- Хөкүмәт президиумының сираттағы ултырышында Башҡортостан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров коронавирустың таралыуына бәйле Өфөлә Фольклориаданы уҙғармау йәки күсереү ихтималлығын хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, сараны үткәрмәү йәки күсереү тураһында һорау рәсми рәүештә асыҡ ҡала. Аныҡ ҡарар май айында Мексикалағы ултырышта ҡабул ителә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем республикала VI Бөтә донъя Фольклориадаһы үтергә тейеш.
- Рәсәйҙә коронавирустың таралыуына бәйле Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу этабы күсерелә. Был хаҡта РФ Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова белдерҙе. 2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханы өс этапта үтергә тейеш ине. Беренсе, ваҡытынан алда биреү этабы - 20 марттан 13 апрелгә, төп осор - 25 майҙан 29 июнгә, ә өҫтәмә осор 4 сентябрҙән 22-һенә тиклем тип билдәләнгәйне.
- 17 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан менән сиктәш өс төбәктә йәшәүселәрҙә коронавирус инфекцияһы табылды. Татарстанда һәм Свердловск өлкәһендә - бер, Пермь крайында - ике. Республиканың көнбайыш сиге янында урынлашҡан Һамар өлкәһендә 5 кеше ауырый. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 17 мартҡа коронавирус йоҡтороуҙың 114 осрағы асыҡланды, шул иҫәптән 21-е - һуңғы тәүлектә. Күпселек осраҡтар Мәскәүгә тура килә (55). Илдә вирустан һәләк булыусылар әлегә юҡ, 5 кеше һауығып сыҡты. Әлеге ваҡытта коронавирус пандемияһы үҙәге Көнбайыш Европаға тура килә. Италияла эпидемиологик хәл бик ҡатмарлы, унда 31,5 мең кеше сирле, ә үлгәндәр һаны - 2,5 меңдән ашыу. Уҙған йылдың декабрь аҙағында коронавирус тарала башлаған Ҡытайҙа һуңғы көндәрҙә зарарланыу осраҡтары теркәлмәй тиерлек.
- Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан шундай кәңәш: ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндән һуң ҡулды мотлаҡ йыуырға. Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡулаҡсаны файҙаланырға ярамай тигән ҡәтғи тәҡдим индермәй, ләкин теоретик яҡтан ҡарағанда, ҡулаҡсаның да вирустар йоҡтороу каналы булыуы ихтимал. Вирус ҡағыҙҙа ла, пластикта ла күпмелер ваҡыт әүҙем булып ҡала. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәтенә ярашлы, коронавирус ҡағыҙҙа - өс-дүрт көн, пластик картала туғыҙ көнгә тиклем йәшәй.
Әйткәндәй, коронавирус тәү ҡарашҡа ябай киҫкен респиратор вирус инфекцияһы (ОРВИ) кеүек билдәләргә эйә: юғары температура, тамаҡ ауырта, танау тона, тән һыҙлай, ҡоро йүтәл барлыҡҡа килә, конъюнктивит күҙәтелә, ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡоҫторорға, эс китергә мөмкин. Был ауырыу осрағында битлектәргә генә ышанырға ярамай, ә белгестәр кәңәш итеүенсә, ҡулдарҙы йышыраҡ һабынлап йыуырға, бинаны даими елләтергә, танау ҡыуышлығын һабынлы йәки физиологик иретмә менән йыуып торорға, иммунитетты нығытыусы саралар ҡулланырға кәрәк.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.20 | Ҡаралған: 467

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru