«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҘУР ЙЫЛҒАЛАР ШИШМӘНӘН БАШЛАНА
+  - 


БДУ-ның Сибай институты уҡытыусыһы - биология фәндәре докторы, профессор, академик Сәфәрғәли Искәндәр улы Йәнтүринды беҙ абруйлы ғалим итеп кенә түгел, киң ҡарашлы йәмәғәт эшмәкәре, ғәҙел, тура һүҙле илһөйәр һәм телһөйәр шәхестәребеҙҙең береһе булараҡ та беләбеҙ. Шуныһын айырып әйтергә кәрәк: ул "Киске Өфө" гәзитенең күптәнге тоғро дуҫы. Өфөгә килгәнендә Сәфәрғәли Искәндәр улы мотлаҡ беҙҙең редакцияға инеп сығырға ла форсат таба. Ә журналист халҡы бындай фекерле, һәр яңылыҡҡа үҙ ҡарашы булған мәғлүмәт эйәһе менән осрашыуға һәр саҡ шат. Шуға ла ғалим менән аралашыу минуттарын гәзит мәнфәғәтендә файҙаланып ҡалырға ашығабыҙ. Был юлы ла хөрмәтле уҙаманға һорауҙарыбыҙ әҙер ине инде.

Һеҙ күп йылдар Көньяҡ Уралда тирә-яҡ мөхиттең техноген бысраныуы проблемаларын өйрәндегеҙ. Ошо йәһәттән төбәктең бөгөнгө торошон нисек баһалайһығыҙ?

- Бынан бер нисә йыл элек кенә Урал аръяғы төбәктәрендә тау-руда сәнәғәте предприятиеларының етештереү ҡеүәттәре кәмеү менән бәйле, тирә-яҡ мөхиттең бысраныу кимәле лә кәмей төштө, тип әйтергә булыр ине лә, бөгөн, үкенескә, ана шул процесс тағы көсәйеү алдында тора. Яңынан-яңы карьерҙар асыу (Басай, Түбә һ.б.) яҡшыға алып килмәйәсәк, әлбиттә. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең байлыҡ беҙҙең бәләгә әүерелә бара. Сибай ҡалаһы, Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ райондары биләмәһендәге тиҫтәләгән ана шундай карьерҙарҙың беҙ белмәгән-күрмәгән, ситтә йәшәүсе хужалары зарарлы производство ҡалдыҡтарын таҙартыу ҡоролмалары ҡуябыҙ, юл төҙөйбөҙ тигән кеүек буш вәғәҙә биреүҙән ары китә алмайҙар. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы карьерындағы янғынды һүндереү буйынса күрелгән сараларҙан һуң (карьерға һыу тултырыу, елләтеүсе гигант вентиляторҙар урынлаштырыу һ.б.) 2018 йылға ҡарағанда ҡалала экологик хәл күпкә үҙгәрҙе һәм бөгөнгө көнгә һауаны бысратыусы зарарлы матдәләрҙең ПДК-һы нормаға ярашлы; ул тикшерелеп тора һәм даими контролдә тотола. Яңыраҡ ҡына атмосфераның бысраныу кимәлен билдәләүсе мониторинг системаһы эшләй башланы. Ул һауаға зарарлы матдәләр бүленеп сығыуҙы тикшерә һәм был хаҡта халыҡты оператив иҫкәртә ала. Баҡыр колчеданы, тимер рудаһы карьерҙарындағы эштән туҡтаған һәм ғәмәлдән сыҡҡан рудниктар зонаһында тупраҡты тикшереү уның бысраныу кимәле рөхсәт ителгән нормаға яҡын булыуын күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта Күлйортау, Түбә, Миндәк карьерҙарына яҡын тупраҡта үҫкән үҫемлектәрҙең тимер йоғонтоһона дусар ителеүе күҙәтелә. Башҡа урындарҙа үҫемлектәрҙең һабаҡ өлөшөнә химик анализ уларҙағы элементтарҙың уртаса кимәленең бер аҙ кәмеүен дәлилләне. Колхоз-совхоз осоронда иҫәпһеҙ күп мал тояҡтары аҫтында тапалып, юҡҡа сыға барған ҡайһы бер үҫемлектәрҙең бөгөн яңынан терелә башлауын күреү ҙә ҡыуаныслы хәл. Тик шулай ҙа әлеге мәлдә күңелде иң борсоғаны - урмандарҙа ҡайындарҙың ҡороуы. Уның сәбәптәре төрлө булыуы мөмкин: тупраҡта дым етешмәү, ниндәйҙер йоғошло ағас сирҙәре йә бәшмәк сире. Урман хужалыҡтары ҡырҡылған йә ҡороған ағастар урынына яңыларын ултыртып, урманды тергеҙеү эшенә элекке кеүек яуаплы ҡарамай. Санитар ҡырҡыу, файҙаланылған диләнкәләрҙе таҙартыу эштәре лә онотолдо. Иғтибар итәһегеҙҙер: оло юл буйҙарындағы асыҡлыҡтарҙы, хәҙер инде эшкәртелмәй башлаған ташландыҡ баҫыу-ҡырҙарҙы күпләп ҡарағай, ҡайын ағастарының йәш үҫентеләре баҫып ала башланы. Ер хәтере үҙенекен итә: тәбиғәт шулай итеп үҙ-үҙен тергеҙә һәм һаҡлай. Был ыңғай күренеш, юғиһә урмандарҙы ҡырағайҙарса ҡырыу йылғаларҙың ҡороуына ла килтерҙе, сөнки тәбиғәттә осраҡлылыҡ юҡ, бер сәбәп эҙемтә булып, икенсеһенә бәйләнеп килә.

Йылғаларҙы бик урынлы телгә алдығыҙ. Таҙамы уларҙың һыуы был төбәктәрҙә?

- Ошоға тиклем минең фәнни тикшеренеүҙәр объекты нигеҙҙә ҡатмарлы геохимик шарттарҙа үҫкән үҫемлектәр һәм улар тамыр ебәргән тупраҡ ҡатламының экологик торошона бәйле булһа, һуңғы ваҡыт, эколог булараҡ, мине тәбиғи һыу сығанаҡтары: йылға-шишмәләребеҙ, күлдәребеҙ ҡыҙыҡһындыра. Иң тәүҙә шулай ҙа Сибайҙағы эсәр һыу сифаты хаҡында әйтеп китеү урынлы булыр: мин һыу һатып алғаным юҡ. Ҡалалағы эсәр һыу сифаты тейешле санитар нормаларға тап килә, тип яуаплылыҡ менән әйтә алам, сөнки унан даими рәүештә анализға өлгөләр алынып, тикшерелеп тора. Ә инде эсеү өсөн ҡулланылмаған һыу сығанаҡтары - мин бында нигеҙҙә Сибай, Баймаҡ тирәһендәге Таналыҡ, Күлйортау, Ҡарағайлы кеүек йылғаларҙы күҙҙә тотам - ошо өлкәләге экологик хәлдәргә ярашлы, сөнки, беренсенән, тау байыҡтырыу комбинаттары эшмәкәрлеге һәм шуның һөҙөмтәһендә тупланған руда ҡалдыҡтарынан бысранһа, урындағы мөхиткә кешелек факторының да ярайһы ғына ҡағылышы бар. Предприятиелар үҙ эшмәкәрлеге зыянын таҙартыу ҡоролмалары ярҙамында кәметергә, һәр төрлө контроль органдары талаптарына яуап бирергә тырышһа, "кешелек факторын" йәғни беҙҙең үҙебеҙҙең тарафтан тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды ауыҙлыҡлар әмәл юҡ: йәшәгән урындарыбыҙ сүп-сар полигондарына әүерелә, тәбиғәт байлыҡтары тәләфләнә, кем ни теләй, шуны эшләй. Шуға ла, күрәһең, күңел кеше аяғынан һил, әлегә имен-аман, үҙ көйөнә селтерәп аҡҡан көмөш һыулы шишмәләребеҙгә тартыла. Мәҫәлән, Учалы районындағы Әүлиә шишмәһе һыуын алып ҡарайыҡ. Уның хаждан алып ҡайтылған изге һыуҙан бер айырмаһы ла юҡ. Ирәндектән ағып төшкән ана шундай өс шишмәнең һыуын алып ҡайтып тикшертеп ҡараным: алтынға бәрәбәр! Бына шуларҙы һаҡлап алып ҡалыу, таҙартып, ҡарап тороу беҙҙең бурыс, юғиһә, уларға ла "хужалар" табылыр, ҡыҙығыусылар барлығын ишетеп торабыҙ. Ә бындай эреле-ваҡлы шишмәләр беҙҙең Урал аръяғы райондарында бик күп: Учалыла, Белоретта, Баймаҡта, Әбйәлилдә... Әйткәндәй, Силәбелә шешәләргә тултырылып, һатыуға сығарылыусы ниндәйҙер "Ирәндек һыуы" менән сауҙа итеүҙәре хаҡында ла ишетеп беләм. Ситтән килеп, беҙҙең ресурстарға хужа булып, байығырға маташыусылар күбәйеп китмәһен өсөн, үҙ ер-һыуҙарыбыҙға үҙебеҙ хужа булайыҡ, тимәксемен.
Дөрөҫ, ҡайһы бер урындарҙа беҙҙәге һыуға йод ҡытлығы хас. Уның ҡарауы, Хәйбулла районында йодҡа бай шифалы сығанаҡ барлығы билдәле. Йә булмаһа, Талҡаҫ күлен алып ҡарайыҡ. Менделеев таблицаһындағы бик күп химик элементтарға бай шифалы сығанаҡтарыбыҙҙың береһе. Унда шифахана асып, ваҡытында бик дөрөҫ эшләнеләр. Ә батҡағының файҙалы сифаттары буйынса тирә-йүндә тиңе юҡ! Тик бына уны файҙаланыуҙа ныҡлы контроль булдырырға кәрәк, тип уйлайым. Бер осор, хәтерләйһегеҙҙер, моғайын, Башҡортостан интеллигенцияһының "Мәккәһе"нә әүерелгәйне бит Талҡаҫ. Үкенескә, ул быуын ҡартайҙы, ә йәштәрҙең күңеле ситкә, Төркиәгә тартыла. Ә бында, киреһенсә, ситтән килә башланылар. Беҙҙең ғәҙәт шулай инде ул: аяҡ аҫтындағының ҡәҙерен белмәйбеҙ... Ә бындағы уникаль сәләмәтлекте нығытыу учреждениеһы уны артабан үҫтереүгә, һәр яҡлап ярҙамға мохтаж. Бының өсөн дәүләт хәстәрлеге лә, хәлле бағыусылар һәм инвесторҙар ҙа бик кәрәк.

Сәләмәтлекте нығытыу, тигәндән, һуңғы йылдарҙа Баймаҡ халҡы асфальт заводы һөрөмөн һулап йәшәргә мәжбүр, тип зарланалар.

- Ҡала биләмәһендәге был завод, район үҙәгендә төҙөлөштөң артабан үҫә барыуы сәбәпле, тора-бара ҡала уртаһында уҡ тороп ҡалды. Бөгөн, ысынлап та, шәхси секторҙа асфальт заводы һөрөмөн һулап йәшәйҙәр: урамға сығырлыҡ та түгел, хатта ябыҡ тәҙрәләрҙән дә өйгә үтеп инә. Шунан, яман шеш сирҙәре арта бара, тип аптырайҙар. Мөрәжәғәт итеүселәр булғас, бер нисә тапҡыр сығыш яһап та ҡараным. Йәмәғәтселек күтәреп алмағас, мәсьәләгә иғтибар итеүсе лә юҡ. Миңә сит илдәрҙә йыш булырға тура килә. Күрәм: унда ла ҡала эсендә ниндәйҙер заводтар бар, ләкин бер грамм саң, зарарлы бүлендек сығармай, сөнки унда тирә-яҡ мөхит мәнфәғәте тәүге урында - культура, менталитет шундай; ә беҙҙә иң беренсе сиратта матди килем, кеҫә файҙаһы ҡайғыртыла. Бындай законһыҙлыҡ күренештәре менән көрәштең бер генә тәьҫирле юлы бар: ғәйеплеләрҙе матди яуаплылыҡҡа тарттырыу, йәғни суд ҡарары аша тирә-яҡ мөхитте бысратыусы предприятиеның эшен туҡтатыу йә штраф түләтеү.
Шулай итеп, махсус әҙерләнеп, алдан килешелмәһә лә, ғалимдың һәр саҡ әйтер һүҙе, дәлилдәре бар, сөнки ул ғилми күҙлектән генә түгел, ә ошо ерҙә йәшәп, беҙ эскән һыуҙы һыулап, беҙ һулаған һауаны һулаған ябай ер кешеһе булараҡ та фекер итә: "Әлеге "кеше аяғы баҫмаған" ер - ул, асылда, күңел түрендә һаҡланған саф, мөғжизәле, әкиәти шишмәләр иле бит. Инде шишмәләребеҙҙе - асылыбыҙҙы һаҡлап ҡалайыҡ берүк, сығанаҡтар көмөштәй сафлығын юғалтмаҫҡа тейеш, сөнки ҙур йылғалар шишмәнән башлана", - тип тамамланы һүҙен арҙаҡлы ғалим...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.03.20 | Ҡаралған: 403

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru