«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨСӨБӨҘ – БЕРҘӘМЛЕКТӘ
+  - 


25 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡына барыбыҙҙы ла борсоған мәсьәлә - донъяла коронавирус эпидемияһына бәйле хәл-торош, уға ҡаршы тороу саралары тураһында мөрәжәғәт итте.

Владимир Владимирович тәүҙә илде һаҡлауҙың алғы сафтарында торған табиптарға, фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына, дауахана, поликлиника, фельдшер-акушер пункттары, тиҙ ярҙам хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә, ғалимдарыбыҙға рәхмәтен белдерҙе һәм граждандарҙы табиптарҙың һәм власть органдарының күрһәтмәләренә иғтибарлы булырға саҡырҙы. Бигерәк тә был халыҡтың тиҙ бирешкән нескә төркөмдәренә: оло йәштәгеләргә һәм хроник сирҙәр менән яфаланыусыларға ҡағыла, тип билдәләне Президент. Артабан ул ошо ауыр хәл-торош шарттарында күрелергә тейешле сараларҙы барланы.

- Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса алдан 22 апрель тип билдәләнгән Дөйөм Рәсәй тауыш биреү датаһын һуңғараҡ ваҡытҡа күсереү кәрәк тип иҫәпләйем. Төбәктәрҙә, дөйөм илдә хәл-тороштоң нисек булырына ҡарап һәм профессиональ фекергә, табиптарҙың, белгестәрҙең күрһәтмәләренә таянып, тауыш биреүҙең яңы датаһын билдәләү тураһында ҡарар ҡабул итербеҙ.

- Алдағы аҙнаны эш хаҡтары һаҡланған ял аҙнаһы тип иғлан итәм. Йәғни ял көндәре шәмбенән - 28 марттан алып йәкшәмбегә - 5 апрелгә тиклем һуҙыласаҡ. Әлбиттә, йәшәүҙе тәьмин иткән структуралар, шул иҫәптән медицина учреждениелары, дарыуханалар, магазиндар, банк, финанс иҫәп-хисабын тәьмин иткән учреждениелар, транспорт, шулай уҡ барлыҡ кимәлдәге власть органдары эшен дауам итәсәк.

- Беҙгә граждандарҙың социаль яҡланыуын, уларҙың килемен һәм эш урынын һаҡлау, шулай уҡ миллионлаған кеше йәлеп ителгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн өҫтәмә аҙымдар кәрәк. Был йәһәттән тәү сиратта түбәндәге саралар тормошҡа ашырыласаҡ.

Беренсе. Граждандарға тейешле барлыҡ социаль түләүҙәр һәм льготалар алдағы алты айҙа бер ниндәй өҫтәмә белешмәләр һәм инстанциялар буйынса йөрөүҙәрһеҙ автоматик рәүештә оҙайтылырға тейеш. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ветерандарға һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә 75 һәм 50 мең һум күләмендәге түләүҙәр ғәҙәттәгенән алда, май байрамдарына тиклем, апрелдә үк таратылырға тейеш.
Икенсе. Алдағы өс айҙа, апрелдән башлап, әсәлек капиталына хоҡуғы булған барлыҡ ғаиләләргә өс йәшкә тиклем һәр балаға ай һайын өҫтәмә рәүештә бишәр мең һум түләргә тәҡдим итәм. Ярҙамдың яңы сараһы, атап әйткәндә өс йәштән ете йәшкә тиклем балаларға түләүҙәргә килгәндә, барлыҡ ғаиләләр был түләүҙәрҙе июлдә түгел, ә бер ай алдан, йәғни июндән алһын өсөн Хөкүмәткә барлыҡ ойоштороу сараларын тиҙләтеүҙе йөкмәтәм.
Өсөнсө. Больничныйҙа булған йәки эшен юғалтҡандарға норма билдәләргә тәҡдим итәм: эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса түләүҙәр айына бер минималь хеҙмәт хаҡынан (МРОТ) да кәм булмаған сумманан сығып иҫәпләнергә тейеш. Хәҙер ҡайһы бер категория граждандарҙан тыш, эшһеҙлек буйынса иң юғары пособие айына 8 мең һум менән сикләнә. Уның күләмен минималь хеҙмәт хаҡы күләменәсә, йәғни 12130 һумғаса арттырырға тәҡдим итәм.
Дүртенсе. Ҡулланыусылар һәм ипотека кредиттары буйынса каникулдар булдырыуҙы тәҡдим итәм. Рәсәй банкына шәхси эшҡыуарҙар өсөн дә кредиттарҙы пролонгациялауҙың шуға оҡшаш механизмдарын ҡарауын һорайым.
Бишенсе. Бәләкәй, урта бизнес, микропредприятиелар, бигерәк тә хеҙмәтләндереү өлкәһенә тотороҡло эш менән тәьмин итергә, тимәк, хеҙмәткәрҙәрен һаҡлап алып ҡалырға ярҙамлашырға кәрәк. Дәүләт был мәсьәләне хәл итеүҙә бизнесҡа ярҙам итәсәк. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компанияларына алдағы ярты йылда НДС-тан башҡа барлыҡ һалымдар буйынса кисектереү бирергә. Ә микропредприятиеларға, бындай кисектереүҙән тыш, социаль фондтарға страховка иғәнәләрен түләү буйынса кисектереү бирергә. Банк кредиттарына килгәндә, бында ла ауыр хәлдә ҡалған бәләкәй һәм урта бизнес компаниялары, микропредприятиелар шулай уҡ алты айға кредиттар буйынса кисектереү алырға тейеш. Ауыр хәлдә ҡалған предприятиеларҙы банкротлыҡтан һаҡларға кәрәк. Шул сәбәпле кредиторҙарға компанияларының банкротлығы һәм уларҙан бурыстарын, штрафтарҙы түләүҙәрен талап итеү буйынса алты айға мораторий индереүҙе тәҡдим итәм.
Алтынсы. Хәҙер беҙ граждандарҙың, бигерәк тә бәләкәй һәм урта предприятиеларҙа мәшғүл булыусыларҙың килеме кәмемәһен өсөн барыһын да эшләргә бурыслы. Уларҙың страховка иғәнәләрен ике тапҡырға - 30 проценттан 15 процентҡа кәметергә тәҡдим итәм. Әгәр эш хаҡы МРОТ күләмендә йәки кәмерәк икән, ставка элеккесә, 30 процент күләмендә ҡала.

Тағы ике сара хаҡында айырым әйтәм.

Беренсеһе.
Рәсәйҙән сит илгә, оффшор юрисдикцияһына киткән барлыҡ килемгә тейешле һалым һалынырға тейеш. Хәҙер шундай средстволарҙың өстән ике өлөшөнә бары тик 2 процент һалым һалына. Шул уҡ ваҡытта хатта бәләкәй эш хаҡына эшләп йөрөүселәр йән башына 13 процент һалым түләй. Был, йомшаҡ итеп әйткәндә, ғәҙел түгел. Шуға күрә килемен дивиденд рәүешендә сит илдәге иҫәбенә күсереүселәр өсөн һалым ставкаһын 15 процентҡа күтәреүҙе тәҡдим итәм. Әлбиттә, был ҡайһы бер илдәр менән ике тапҡыр һалым һалыуҙан ҡасыу тураһындағы килешеүҙе төҙәтеүҙе талап итә. Хөкүмәттән был эште ойоштороуын һорайым. Әгәр сит ил партнерҙары беҙҙең тәҡдимде ҡабул итмәһә, Рәсәй был килешеүҙәрҙән бер яҡлы сығасаҡ.
Икенсе. Донъяның күп илдәрендә граждандарҙың банктарҙағы аҡсаларына һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарына өҫтәлгән килемгә һалым һалына, беҙҙә - юҡ. Банк вкладтары һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙары күләме 1 миллион һумдан ашҡан граждандарҙың килеменә 13 процент һалым билдәләүҙе тәҡдим итәм. Йәғни, вклад үҙе түгел, ә унан килгән процент килеменә генә һалым һалырға. Был сара вкладсыларҙың бер процентына ғына ҡағыласаҡ.

Тағы шуны өҫтәйем: билдәләнгән ике сараны тормошҡа ашырыуҙан бюджетҡа ингән барлыҡ өҫтәмә килемде балалары булған ғаиләләргә, эшһеҙ ҡалыусыларға, больничныйҙа булыусыларға ярҙам итеүҙе финанслауға маҡсатлы йүнәлтергә тәҡдим итәм. Әгәр беҙ берҙәм булһаҡ, ағымдағы хәл-тороштоң ауырлығын аңлаһаҡ, әгәр дәүләт, йәмғиәт, граждандар бер йүнәлештә барһа, һәр ҡайһыбыҙ хәленән килгәнде эшләһә, ҡабул ителгән барлыҡ саралар һәм тағы ла ҡабул ителәсәктәре, эшләйәсәк, һөҙөмтәләрен бирәсәк.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.20 | Ҡаралған: 393

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru