«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХОҘАЙ КИҪӘТЕҮЕЛЕР БЫЛ
+  - 


Тарихтың 2020 йылы ғилми телдә COVID-19 тигән атама алған өр-яңы хәүеф сығанағы менән башланып китте. Ҡәҙимге телебеҙҙә ул коронавирус тип йөрөтөлгән микроскопик, йәғни күҙгә күренмәҫ бер ярымбиологик заттың кеше организмына үтеп инеп, кинәт үрсей башлауы һәм шуның һөҙөмтәһендә уны ауыр сирҙәрҙең береһе булған пневмония сиренә дусар итеүе менән бәйле. Иҫ китмәле бит: ниндәйҙер бер вирус бар кешелек донъяһын тетрәтә!

Бөгөн уйлы-хисле кеше ошо хәтәр хәүефле сиргә сәбәп биреүсе вирустың ҡайҙан һәм нисек бар булыуы хаҡында уйланмай ҡалмайҙыр ул. Ошо хаҡта микробиология фәнендә ниҙәр билдәле икән?
Ғалимдар билдәләүенсә, вирус тип аталған микроскопик тәбиғәт агенттарын хатта айырым тере заттар иҫәбенә лә индереп булмай икән, сөнки улар төрлө организмдарҙың (бактерияларҙың, үҫемлектәрҙең, барса хайуандарҙың һәм кешеләрҙең) тере күҙәнәктәрендә генә йәшәй һәм үҙҙәренә хас ДНК, йә иһә РНК һәм күҙәнәк аҡһымынан яңы вирустарҙы реконструкциялай ала. Шуның өсөн вирустарҙы микроскопик паразиттарға тиңләп тә була. Әлбиттә, вирустарҙың ошондай эшмәкәрлеге арҡаһында организмдың улар "эйәләшкән" күҙәнәктәре тарҡала, һәләк ителә. Тап шуның өсөн ошо ярым тереклек сифаттарына эйә булған элементар тәбиғи заттарҙы ғалимдар "вирус" тип атаған, латин телендә virus һүҙе ағыу тигәнде белдерә. Вирустар Ер шарында тәүге тере күҙәнәкле организмдар менән бер үк ваҡытта барлыҡҡа килгәндер, тигән ғилми фараз бар. Тимәк, улар ҙа ерҙә барса тереклектең бар булыуы һәм таралыуы, йәғни тормош башланыу процестары менән бәйле хасил булған.
Тәбиғәт, ә дини күҙлектән ҡарағанда, Юғары Аҡыл уларҙы ниндәй маҡсат менән барлыҡҡа килтергәндер - быныһы беҙгә билдәһеҙ.
Биологтар тарафынан XIX быуат аҙағында иң беренсе булып тәмәке мозаикаһы вирусы барлығы асыҡлана, шул замандан бирле барлығы 6 меңдән ашыу вирус төрҙәре өйрәнелгән. Микробиологтар иҫәпләүенсә, ерҙә вирустарҙың бер нисә йөҙ миллион төрө булыуы мөмкин. Тимәк, әгәр вирустарҙы тормоштоң айырым бер формаһы итеп ҡараһаҡ, улар иң күп һанлы булып сыға. Шуның өсөн беҙгә, кешеләргә, мыжғып торған вирустар донъяһында йәшәүебеҙҙе бер ҡасан да онотмаҫҡа кәрәк. Әлбиттә, тере организмдарҙың вирустарҙың емерткес тәьҫиренә ҡаршы торорлоҡ механизмы ла бар - ул иммун системаһы, тип атала. Шулай булмаһа, кешелек күптән юҡҡа сыҡҡан булыр ине. Тик шуныһы: вирустар ҙа тик ятмай, улар ҙа үҙ конструкцияларын үҙгәртә алыу ҡеүәһенә эйә: ҡәҙимге, кешегә зарар килтерә алырлыҡ көсө булмаған вирустарҙың өр-яңы штамдары хасил булып, әҙәми заттарҙы үлемесле сирҙәргә дусар итә ала.
Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Төптәнерәк фекер йөрөтһәң, күп осраҡтарҙа кешеләр үҙҙәре ғәйепле булып сыға. Күп нәмә кешеләрҙең тәбиғәттән өҫтөн булырға тырышыуында, Ер йөҙөндә тик үҙен генә тәбиғәт батшаһылай итеп тойоп, нәфсеһенә баш була алмай, вәхшиҙәрсә, ҡырағайҙарса тотоуындалыр, тим. Һөҙөмтәлә бына нимә килеп сыға: һин донъябыҙҙа шул уҡ вирустар булыуын иҫәптән сығарып, тәбиғәт ҡанундарын боҙаһың икән, уны һис туҡтауһыҙ ағыулайһың, бысратаһың, шәхси тормошоңда һәр төрлө аҙғынлыҡтан, боҙоҡлоҡтан баш тартмайһың икән - ошо илаһи Тәбиғәт, йәғни Хаҡ Тәғәлә, һине һис шикһеҙ үҙ язаһына дусар итәсәк. Һин һанға һуҡмаған донъя һинең башыңа етәсәк!
Бына байтағыбыҙ уҙған быуаттың икенсе яртыһында донъяға килгән. Шул заманда үҫеп еттек, балиғ булдыҡ, мөхәббәт тоттоҡ, өйләнештек. СССР-ҙа секс юҡ ул, тип тә көлдөргәйнеләр бер заман. Ни эшләп булмаһын, унһыҙ кеше тормошо дауам итмәй бит. Әммә ул енси мөнәсәбәттәр, башлыса, тәбиғәт ҡанундарына ярашлы булды, һәм был тотош илдә закон көсөнә эйә ине. Һәм иғтибар итегеҙ: яҡын киләсәктә СПИД тигән үлемесле сир тараласағы хатта яҙыусы-фантастарҙың да өнөнә түгел, төшөнә лә инерлек булманы. Хәҙер инде бер кемгә лә сер түгелдер: донъябыҙҙа енси аҙғынлыҡтың, бигерәк тә гомосексуализмдың киң таралыуы, наркомандарҙың, әхлаҡ ҡанундарын һанға һуҡмаусыларҙың ишәйеүе кешенең иммун дефициты сирен (СПИД) барлыҡҡа килтерҙе лә инде. Ә тап шул сир вирусы кеше организмына үтеп инеп, уның барса башҡа сирҙәргә ҡаршы тора алыу һәләтен юҡ итә бит! Хоҙай язаһы түгелме ни был? Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: 2018 йылда бар донъяла ВИЧ-инфекция йоҡторған кешеләр һаны 37,9 миллионға етеп, шул уҡ йылда уларҙың 770 меңе вафат булған. СПИД асыҡланғандан бирле иһә ошо арҡала барлығы 32 миллион кеше һәләк булған. 2019 йыл аҙағына Рәсәйҙә ВИЧ-инфекциялы ауырыуҙар һаны 1 миллиондан ашып китте, бер йыл дауамында ғына ла 37 мең кеше үлемгә дусар булды. Ошо ғибрәтле сир кеше ғүмерҙәрен өҙөүен дауам итә, ғалимдар һәм врачтар нисек кенә тырышмаһын, уны тулыһынса еңерлек дарыу әлегә табылмаған. Ошо хаҡта уйланған саҡта Библияла, Ҡөрьән-Кәримдә сағылыш тапҡан иң боронғо легендалар иҫкә төшә. Аллаһы Тәғәлә үҙе яралтҡан тәү быуын әҙәми заттарға үтә лә оҙон ғүмер бирә. Әҙәм һәм Һауа балалары 900 йыл дауамында һау-сәләмәт көйө йәшәй ала. Әммә, Библияла яҙылғанса, әҙәми ҡыҙ заттары үҙҙәрен Илаһ улдары тип атаған ирҙәр менән енси яҡынлыҡ ҡылып, гигант кәүҙәле балалар тыуҙыра башлай. Уларҙан тыуған тоҡомдар Аллаһты танымай, хөрмәт итмәй, уның рухына табынмай башлай. Тап шуның өсөн Хаҡ Тәғәлә кешелектең ошо аҙғынлыҡҡа бирелгән тәү быуынын Туфан һыуына батырып, юҡ итә. Тик Аллаһҡа тоғро ҡалған Нух бәйғәмбәр үҙенең ғаиләһе һәм һәр тере йәндең берәр пары менән гигант бер көймәлә һәләк булыуҙан ҡотолоп ҡала. Бер ыңғайы кешеләргә ерҙә иң күбендә 120 йыл ғына иҫән-һау йәшәй алыу мөмкинлеге бирелә...
Бына ошо боронғо легендалар хәҙерге заман кешеләренә торғаны менән бер әкиәттәй тойолалыр. Тик әкиәт төбөндә лә боронғо бер хәҡиҡәт ятыуын оноторға ярамайҙыр ул. Әле һүҙ барған коронавирустың тап Ҡытайҙа хасил булып, шул территориянан бар донъяға тарала барыуында берәр ғиллә юҡмы икән? Шул уҡ коронавирустар ҙа үтә күп төрлө булып (микробиология фәнендә әлегә уларҙың ни барыһы 38 төрө аныҡланған һәм бер ни тиклем кимәлдә өйрәнелгән), әлегә тиклем шуларҙың 6 төрө генә кеше өсөн зарарлы, тип иҫәпләнә ине. Етенсе төр Ҡытай коронавирусы COVID-19 тип нарыҡланды, ул тиҙ арала донъя буйлап таралып, иҫ китмәле хәүеф тыуҙырып өлгөрҙө. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Минеңсә, кешелек донъяһында бер туҡтауһыҙ булып торған хәл-ваҡиғалар эҙһеҙ юғалмай, улар Ер шарында ғына түгел, тотош Йыһанда резонанс барлыҡҡа килтерә. Ҡылынған яуызлыҡтар йәһәннәм Яманлығы өсөн энергетик аҙыҡ ролен үтәһә, барса кешеләр ҡылған яҡшы ғәмәлдәр космик кимәлдәге Изгелеккә хеҙмәт итәлер ул. Космос ҡанундарынан кешелек азат түгел - изге ғәмәлдәрҙең ҡайтармаһы булған кеүек үк, ҡылынған яуызлыҡтарҙың бар кешелеккә зарар килтерерлек катастрофаларға, шул уҡ яман сирҙәргә килтереүе бар.
Бәлә ни өсөн Ҡытайҙан башланды? Белеүебеҙсә, һуңғы ваҡытта ошо коммунистик, атеистик идеология хөкөм һөргән илдең властары мосолманлыҡтарынан бер нисек тә баш тартмаған миллионлаған уйғыр кешеләрен көсләп "тәрбиә лагерҙарына" алып китә башланы, дини инаныстарынан арындырыу маҡсатында уларға төрлөсә баҫым яһанылар, мыҫҡыл иттеләр, иректәренән мәхрүм иттеләр. Ошо заманса геноцидҡа халыҡ-ара хоҡуҡи ойошмалар ҙа тейешле иғтибар бирмәй килде, Ҡытай властарына ҡарата санкциялар иғлан итмәне. Әммә санкциялар бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан төшөрөлдө: илдә кинәт кенә яңы коронавирус барлыҡҡа килеп, байтаҡ ҡына кешене ауыр сиргә дусар итте. Ҡытай властары бығаса күрелмәгән хафаға төштө, тиҙ арала ошо яман сирҙән һаҡланыу өсөн ашығыс, әйтергә кәрәк, һөҙөмтәле саралар күрҙе. Әммә улар ошо ҡурҡыныс микроскопик дошмандың ни сәбәпле тап Ҡытайҙа пәйҙә булыуының сәбәптәре хаҡында уйландымы икән? Быныһы беҙгә билдәһеҙ.
Әйткәндәй, элегерәк тә ике яңы яман сир шул уҡ Ҡытайҙан таралғайны. 2003 йылда бер яңы вирус SARS, йәғни атипик пневмония сиренә сәбәп булһа, 2013 йылда иһә ҡош киҙеүе бар донъяны шаңҡытты. Ҡайһы бер белгестәр билдәләүенсә, Ҡытай халҡының теләһә ниндәй бөжәктән алып төрлө йылан-фәлән, хатта ярғанаттар менән ризыҡланыуы ла элегерәк тик хайуани заттарҙа ғына була торған коронавирустарҙың кеше организмына күсеп, сир сығанағына әйләнеүенә сәбәп булыуы бар. Бына шул саҡта Библияла ла, Ҡөрьән-Кәримдә лә кешеләрҙең туҡланыуы өсөн яраҡлы һәм рөхсәт ителмәгән хайуандар исемлегенең булыуы иҫкә төшә.
Коронавирус сире донъя буйлап таралып, ҡарт Европаны ла биләп алды. Бығаса бар донъяға өҫтәнерәк, башҡа халыҡтарҙың проблемаларына вайымһыҙыраҡ ҡараған европалылар ҙа айныбыраҡ китеп, ошо хәүефле мәлдә үҙҙәренең йәшәү рәүешенә, йәшәйештең байтаҡ ҡына әхлаҡи ҡанундарына ҡарата булған еңел-елпе ҡараштарынан ваз кисерҙәрме икән? Унда бит хәҙер әҙәм балаһының ирек-азатлыҡтары бер ниндәй ҙә әхлаҡи ҡанундарға һыймай башланы: ул ЛГБТ (лесбиянкалар - гейҙар - бисексуалдар - трансгендерҙар) тиһеңме, ул бер енесле әҙәмдәрҙең законлы (!) никахлашыуы булһынмы, бер енестән икенсе енескә күсеүме - һанай-иҫәпләй башлаһаң, һушың китерлек. Күрәһең, аҙғынлыҡҡа юл шулай һалыналыр ул. Әлбиттә, ошо сир арҡаһында теркәлгән үлем осраҡтары ул тиклем үк ҡот осорғос булманы. Әммә бында тотош донъя иҡтисадына, кеше психикаһына килтерелгән зыянды бер нисек тә иҫәптән сығарып булмай. Ошо хәлде барыбер Күктән төшөрөлгән киҫәтеү итеп ҡабул итергә кәрәктер. Ни өсөн? Хоҙайҙың мәрхәмәте сикһеҙҙер, ул күп осраҡта әҙәм балаларын ғәфү итә, тик бының өсөн тәүбәгә килеп, яуызлыҡтарҙан ваз кисеү фарыз. Кешеләрҙең барыһына ла - ябай көтөүсенән башлап батшаларға, президенттарға тиклем - үҙ юлыңды, ҡылыр ғәмәлдәреңде һайлап алыу иреге бирелгән. Дәүләт закондарынан башҡа быуаттар дауамында ата-бабаларыбыҙ беҙгә мираҫ итеп ҡалдырған әхлаҡ төшөнсәһе бар. Башҡортҡа - тәүге ер кешеһенә - ул мәшһүр "Урал батыр" эпосы аша мотлаҡ үтәлергә тейешле төп ҡанун итеп бирелгән: "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!" Кешелекле кешеләр булып йәшәй алһаҡ, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө буласаҡ.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.20 | Ҡаралған: 689

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru