«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘҮЕФ ТӨРКӨМӨНДӘ ОЛОЛАР ҒЫНА ТҮГЕЛ
+  - 


Йыл һуңында Ҡытайҙа башланған коронавирус эпидемияһы бөгөн пандемияға әүерелде. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса (27 мартҡа), донъяла 537 042 ошо сир менән сирләгән, 123 268 самаһы пациент һауыҡҡан, 24 110 кеше вафат булған. Рәсәйҙә 1036 кеше сирләй, шуларҙың 45-е һауыҡҡан, 3 кеше үлгән. Был аҙнала коронавирус Башҡортостанға ла килеп етте.

Республика Башлығы үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге аккаунтында ошо хаҡта белдерҙе һәм һуңынан мәғлүмәт рәсми сығанаҡтарҙа ла раҫланды. Икенсе көнөнә иһә вирус йоҡтороусылар һаны тағы берәүгә артты. 26 мартҡа уларҙың һаны әлегә дүрт кеше. Яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған кешеләр Өфө ҡалаһы йоғошло сирҙәр дауаханаһының махсус бокстарына урынлаштырылған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, улар өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Ауырыуҙарҙың бөтәһенең дә хәле тотороҡло тип баһалана. Сирлеләрҙең кемдәр менән аралашҡаны республика властарына билдәле. Уларҙың һәммәһе лә тикшерелә.
27 мартҡа COVID-2019 сиренә шик менән 79 пациенттың республика дауаханаларында ятыуы тураһында хәбәр ителгәйне. Уларҙың 13-һы - балалар. Әйткәндәй, күптән түгел сит илдән командировканан ҡайтҡан Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин менән Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров, финанстар министры Лира Игтисамова карантинда. Әммә сит илдә ялда булып ҡайтҡан ҡайһы берәүҙәр ике аҙна изоляцияла булыу кәрәк, тигән талапҡа ҡолаҡ та һалмайынса, элеккесә әүҙем тормош алып барыуын дауам итә. Улар үҙҙәренең мин-минлеге арҡаһында туғандарының, таныштарының ғына түгел, баш ҡала, республика халҡының да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Быға тиклем яңы сиргә ололар тиҙерәк бирешә, тигән ҡараш йәшәй ине, сөнки уларҙың иммун системаһы ҡаҡшаған, өҫтәүенә, йылдар буйына хроник сирҙәр йыйылған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре лә быны раҫлай: COVID-2019-ҙан 39 йәштән йәшерәктәрҙең вафат булыу күрһәткесе 0,2 процент булһа, 80 йәште үтеүселәр - 14,8 процент.
Донъя буйынса сирҙең ниндәй тиҙлек менән таралыу мөмкинлеген Италия миҫалында күрһәтергә була: унда вирус ҡыҫҡа ваҡыт эсендә таралып, үлем күрһәткесе 4,3 процентҡа етте (шул уҡ ваҡытта ил буйынса уртаса һан - 2,5 процент). Был илдә ғүмер оҙайлығы иң юғарыһы булһа ла, коронавирустан вафат булыусыларҙың 98 проценты - 60 йәштән ололар, ә 80 йәште үтеүселәр араһында был күрһәткес - 16-18 процент.
Бигерәк тә ир-атҡа үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки белгестәр белдереүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда көслө зат араһында зарарланыусылар һәм вафат булыусылар ике тапҡырға күберәк.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йоғошло ауырыуҙар буйынса штаттан тыш баш белгесе Елена Малинникова әйтеүенсә, вирус һәр күҙәнәккә лә ултырып бармай. Унда аҡһым менән яҡшы бәйләнешкә ингән рецепторҙар бар. Бындай күҙнәктәр өҫкө тын алыу юлдарында күп түгел, ә балаларҙа улар бөтөнләй тигәндәй юҡ, шуға күрә балаларгә сир йоҡмаҫҡа ла мөмкин.
Әле илдә генә түгел, Башҡортостанда ла сирҙең киң таралыуына юл ҡуймау өсөн барлыҡ махсус саралар һәм тыйыуҙар индерелә: уҡыу йорттары, белем усаҡтары, театрҙар, кинотеатрҙар һ.б. объекттар ябылған йәки он-лайн режимда эшләй. Уҡыусылар әле каникулда, каникулдар 6 апрелгә тиклем оҙайтыла, әле белем биреү системаһында дистанцион уҡытыуға күсеү мәсьәләһе ҡарала. Юғары уҡыу йорттары 16-18 марттан дистанцион уҡыуҙа. Бөгөнгә республиканың 96 колледжы ситтән тороп уҡыуға күсте. Балалар баҡсалары иһә ирекле йөрөүгә күсерелгән. Шулай уҡ киң күләмле саралар ҙа кисектерелә, хатта Хөкүмәт, ҡала хакимиәте һәм БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырыштары, кәңәшмәләр ҙә махсус режимда алып барыла. Аэропортта сит илдәрҙән һәм Мәскәү аша транзит рейстары менән ҡайтыусыларҙың барыһынан да анализ алына. Уларҙың барыһына ла 14 көн карантинда булыу һәм быны ҡәтғи үтәү талабы ҡуйыла, әлеге ваҡытта уны үтәмәүселәргә яза биреү тураһындағы закон проекты РФ Дәүләт Думаһында ҡарала. Өфөлә коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн йәмәғәт транспорты туҡталыштарында, автобустарҙа, трамвайҙарҙа һәм троллейбустарҙа дезинфекция үткәрелә. Башҡортостанда бөтә водителдәр һәм республика халҡы менән эшләгән башҡа транспорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн битлек режимы индерелә, йәғни улар мотлаҡ медицина битлегендә булырға тейеш. Ойошмалар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә өйҙә эшләргә рөхсәт бирелә. Хеҙмәткәрҙәр эш урынына мотлаҡ килергә тейеш икән, уларҙы һаҡланыу, гигиена һәм дезинфекция саралары менән тәьмин итеү, биналарҙы даими елләтеүҙе контролләү, кешеләрҙең ҡулы тейгән предметтарҙы эшкәртеү, температураны үлсәү эш биреүсенең бурысы булып тора. Хатта банктар ҙа, Гознак хәҙерге купюраларҙың махсус химик ҡатлам менән ҡапланыуы һөҙөмтәһендә бактерия һәм вирус таратыусы булып тормауын билдәләһә лә, банкоматтар аша ҡулаҡса әйләнешен сикләргә һәм даими рәүештә терминалдарҙы дезинфекциялап тороу тураһында күрһәтмә алды. Әммә был сикләү бары тик аҡса ҡабул иткән йәки биргән банкоматтарға ҡағылмай.
Ошо аҙнаның шаршамбыһында Өфөлә яңы инфекцион дауахана төҙөлөшө башланды. Ул йыл һуңына тиклем тапшырылырға һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылырға тейеш. Шулай уҡ Башҡортостан менән Татарстан һәм Силәбе өлкәһе сигендә коронавирус инфекцияһын йөрөтөүселәрҙе урынлаштырыу өсөн ике өҫтәмә обсерватор асыла. Әлеге ваҡытта бер генә обсерватор бар ине.
Баш ҡаланың Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, 22-се ҡала клиник дауаханаһы һәм бер нисә ҡала дауаханаһы лабораториялары яңы вирус менән эшләү өсөн рөхсәт алған, тимәк, улар анализдарҙы тикшереү мөмкинлегенә эйә. Был аҙнала Өфөлә стационарҙар инфекцион госпиталдәргә әйләндерелә башланы. Тәү сиратта ул 4-се инфекцион клиник дауаханаһына, 18-се, 10-сы, 5-се һәм Дим районының клиник дауаханаларына ҡағыла. Республикала барлығы 1700 инфекцион койка-урын иҫәпләнһә, стационарҙарҙың профилен алмаштырыу һөҙөмтәһендә тағы ла 1000 самаһы урын буласаҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы буйынса карантинда булғандар менән эшләгән табиптарға өҫтәмә түләү тураһында тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйыласағын белдерҙе. Потенциаль зарарланған сирлеләр менән эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн дә ошондай түләүҙәр ҡарала.
Башҡортостанда коронавирустан һаҡланыу һәм уның киҫкенләшеүенә юл ҡуймау буйынса саралар буйынса республика Башлығының махсус Указы донъя күрҙе. Ул, хәл-торошҡа һәм ваҡиғалар ағышына ҡарап, үҙгәртелеп, саралар исемлеге өҫтәлеп тора.

Шәрифә САЛАУАТОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.20 | Ҡаралған: 482

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru