«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАРМАН КӘРӘК БУЛҺА КИЛ ШАМОНИНҒА!
+  - 

Эдуард Фәйзуллин фотоһы

Быға тиклем "Нимә сыҡһа, шул баймаҡтарҙан сыға", тиҙәр ине. Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, хәҙер иһә, "Нимә сыҡһа, шул шамондарҙан сыға", тиһәң дә һис хилаф түгел. Ишетеп-күреп белеүегеҙсә, йыл башынан алып республиканың төрлө төбәктәрендә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тәҡдим иткән һәм Республика Башлығының хуплауы менән иғлан ителгән Башҡорт теле йылын асыу тантаналары бара. Ә бына был идеяның тап Шамонин ауылында тыуыуы тураһында күптәр белмәйҙер әле: эйе, Башҡорт теле йылын уҙғарыу тәҡдимен тап Өфө районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Роберт Хәмиҙуллин индерә. Уның ниндәй кимәлдә кәрәкле булыуы шунда ла сағыла: йыл рәсми рәүештә танылмаһа ла, йәмәғәтселек уны йәншишмәгә сарсаған юлсы кеүек ҡабул итте.

Заманында Шамонинды башҡорт ауылы итеп нигеҙләү, уға башҡортса Аҡмулла тип исем биреү идеяһы йәшәһә лә, ул тормошҡа ашмай ҡалды. Әммә төрлө милләт вәкилдәре йыйылһа ла, райондың башҡа ауылдары менән сағыштырғанда, бында башҡорт рухы, башҡорт мөхите көслөрәк. Юҡҡа ғына мәғариф бүлеге лә, башҡорт теле уҡытыусылары ла милли сараларҙы тап ошонда үткәрергә тырышмай. Ошо көндәрҙә Шамонин мәктәбе тағы гөрләп торҙо: бында Өфө районы вәкилдәре Башҡорт теле йылын асыу тантанаһына йыйылды. Әйтеүҙәренсә, сара үткәреү тураһында тәҡдим булғас, аныҡ датаһын да әйткәс, коллективтың әҙерләнеп торорға ваҡыты ла булмаған. Әммә башҡорт мөхите булған ерҙә артыҡ әҙерлек тә кәрәкмәй, сөнки башҡорт теле - ул һинең туған телең, милли йыр-моң һиңә ҡан аша, хәтер аша, әсә һөтө менән һеңгән. Шуға ла балаларҙың башҡортса өндәшһәң - башҡортса, русса һорау бирһәң - русса яуап ҡайтарыуына аптырайһы ла түгел. Хатта фойела милли аш-һыуҙан, милли биҙәүестәрҙән, милли кейемдәге ҡурсаҡтарҙан күргәҙмә эшләргә лә өлгөргәндәр. Хәйер, уларҙы район йәки ҡала буйлап эҙләп йөрөйһө лә түгел - ауылдың үҙ оҫталары бар. Тантаналар залында матур итеп биҙәлгән тирмә лә ойоп барған күңелдәрҙе уятып ебәрә.
Башҡорт халҡының бөйөк шағиры Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғыры менән асылған сара аҙағынаса Рәми рухында дауам итте. Уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Ә инде "Дарман" бейеүселәре сәхнәгә һыймай бейегәндә аяҡтар көй ыңғайына тыпырлап торҙо. Уҡыусылар сәхнәләштергән "Башҡортостан ынйылары" республика конкурсында ҡатнашҡан "Бәпес күреү" йолаһын ҡарағанда ла халыҡ педагогикаһы нигеҙендә ни тиклем аҡыл ятыуына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Уларҙы күргән, аңлап ҡабул иткән һәм тамашасыға еткерә алған балалар, моғайын да, йолаларҙы бер ваҡытта ла онотмаҫ.
Башҡортостандың халыҡ артисы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың төрлө ҡумыҙҙа көйҙәр башҡарыуы, тамашасы менән көйҙө таныу конкурсын һәм "Башҡорт телендә һөйләшәм" йырының флешмобын ойоштороуы тамашаны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Тотош залдың йырлап ҡына түгел, бер үк ваҡытта телефондарына видеоға яҙҙырып ултырыуы ла үҙ һөҙөмтәһен бирер - яҙмалар интернет селтәре буйлап таралып, башҡортса һөйләшергә оялып йөрөүселәргә этәргес бирер, тигән өмөт тә уятты күңелдә.
Ағинәйҙәр - байрамдың сағыу бер күренеше булды. Ауылда мәҙәниәт йорто булмағанлыҡтан, улар мәктәп бинаһында йыйыла, шунда төрлө пландар ҡора, кәңәшләшә. Һәр саҡ балалар араһында һәм улар менән бер ҡатарҙан сәхнәлә сығыш яһағанлыҡтан, уҡыусылар һәр саҡ өләсәйҙәр күҙәтеүе аҫтында. Донъяуи тәрбиә менән өләсәйҙәр тәрбиәһе үрелеп барғанлыҡтандыр, моғайын, башҡорт ғаиләләрендәге балалар тыйнаҡлығы, тәрбиәлелеге менән әллә ҡайҙан айырылып тора. Хатта башҡа милләт ата-әсәләре балаларын башҡорт синыфтарына бирергә тырыша.
Ғәҙәттә, йәмғиәттә йыл һуңында йыл башында "асылған" сараларҙы "ябыу" ҙа була. Ошо тамаша ваҡытында шул хаҡта уйлап, башҡорт теле йылы асылған икән, ул бер ваҡытта ла ябылмаһын ине, тигән фекергә килдем. Ысынлап та, нишләп беҙ уны "ябып", уның мөмкинлектәрен тағы ла "ябыҡ ишектәр" артында ҡалдырырға тейеш, киреһенсә, быға тиклем быуылып торған йәншишмәбеҙҙең юлы асылғас, төрлө сәбәптәр уйлап табып (мәҫәлән, Берләшкән милләттәр ойошмаһы 2020-2030 йылдарҙы аҙ һанлы халыҡтар телдәре йылы тип иғлан итте), уны йыл һайын оҙайтып торорға кәрәк. Властар түгел, йәмәғәтселек Башҡорт теле йылын үҙ инициативаһы менән башлаған икән, тимәк, уны артабан дауам итерлек дарман да, "Дарман" да табырбыҙ!

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.20 | Ҡаралған: 466

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru