«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХ ТӨПКӨЛӨНӘН СЫҠҠАН ҮҪӘРГӘНДӘР БЕҘ!
+  - 


Бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъян ырыуҙарының берләштерелгән шәжәрәләрендә уларҙың юлбашсыларының 1564 йылда Мәскәү батшаһы Иван Грозныйға тоғролоҡҡа ант биреүҙәре хаҡында мәғлүмәт бар. Әммә ошо тарихи ваҡиғаның күрһәтелгән йылда булыуына шик бар. Көньяҡ башҡорттары, Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң, Нуғай ханлығына буйһондоролған була. XVII быуат башында нуғайҙар ҡалмыҡтар ҡыҫымына дусар ителеп, элегерәк биләгән ерҙәрен ҡалдырып китергә мәжбүр була. Тимәк, тарихи Башҡортостандың көньяғындағы ерҙәрҙе биләгән башҡорт ырыуҙары тап шундай сәйәси ваҡиғаларҙан һуң ғына, шул уҡ ҡалмыҡ баҫымынан да зыян күрмәҫ өсөн, Рус дәүләте менән бәйләнеш булдырып, билдәле бер шарттар менән ошо дәүләт составына инеп китә. Башҡорт тарихсыһы Ә.З. Әсфәндиәров юрматы башҡорттарының үҙҙәре биләгән аҫаба ерҙәренә батша хакимиәтенән алған грамотаһында күрһәтелгән дата "лета 7117 августа 21 дня", йәғни 1609 йылдың 21 авгусында, тиелгән. Ә көньяҡтараҡ йәшәгән башҡа башҡорт ырыуҙарының юрматыларҙан да алдараҡ Рус хакимиәте менән бәйләнешкә инеүен дәлиллләүсе башҡа мәғлүмәттәр табылмаған. Шул уҡ шәжәрәләрҙә бөрйән, үҫәргән, ҡыпсаҡ, тамъян ырыуҙары биләгән ерҙәрҙең көньяҡ сиктәренең элекке Нуғай ханлығы баш ҡалаһы Сарайчукҡа тиклем барып етеүе хаҡында бәйән ителә, ә бының XVII быуат башынан да иртәрәк булыуы мөмкин түгел.
Ә бына Ю.Бикбов табып нәшер иткән Үҫәргән хроникаһында ата-бабаларының Урал бейҙән һуң йәшәгән вариҫтарының исемдәре Рус дәүләтенә ҡушылыу айҡанлы билдәле булған Бикбау бейгә тиклем һаналып китә: "... Урал бейҙән - Арапан бей (Туҡтамыш хан замандашы), Арапан бейҙән - Тимер Ҡанҡа бей (Бораҡ хан замандашы), һуңғыһынан - Ҡараса бей (Жәнибек хан замандашы). Әйтергә кәрәк, Чучи хан (Алтын Урҙаны нигеҙләүсе Сыңғыҙ хандың өлкән улы) династияһынан ике Жәнибек хан була, беренсе Жәнибек - Алтын Урҙа хакимы, хиджраның 760 йылдарында булған, икенсе Жәнибәк - Ҡырғыҙ-Ҡайсаҡ урҙаһын нигеҙләүсе, тәүгеһенән 100 йыл аҙағыраҡ йәшәгән, Урус хандың ( Аҡ Урҙа хакимы) вариҫы. Ҡараса бейҙән - Сарыш бей (Ҡасим хан замандашы), Сарыш бейҙән - Аҡмачуҡ бей, һуңғыһынан - Тоҡмачуҡ бей, Тоҡмачуҡ бейҙән - Дәтигәс бей, Дәтигәс бейҙән - Бикбау бей (рус батшаһы Иоанн Грозныйҙың замандашы), башҡа башҡорт юлбашсылары менән бергә 1556 йылда рус подданствоһын алған".
XIX быуат этнографы Д.Н. Соколов үҫәргәндәр хаҡында бына нисек яҙған: "Башҡорт ҡәбиләләре араһында иң күп һанлыларҙан һаналған үҫәргәндәр Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш тарафтарын, Һаҡмарҙың урта ағымында Зәйҙең ике яғы буйлап, Урал йылғаһына еткәнсе тиерлек булған ерҙәрҙе биләй. Төньяҡ-көнсығыштан улар түңгәүерҙәр, төньяҡ-көнбайыштан ҡыпсаҡтар менән сиктәш, был ҡәбиләнең территорияһы, Көньяҡ Урал тауҙары менән бергә, Башҡортостандың сиктәренән көньяҡҡа, башҡорттарҙың элекке дошмандары булған ҡырғыҙҙар яғына табан сығыбыраҡ тора. Ҡәбилә биләгән ерҙәрҙең майҙаны 7 000 кв. саҡрым самаһы, халҡы 42 000 тирәһе". Был мәғлүмәт XIX быуат аҙағына ҡарай.
Көньяҡ башҡорттары хаҡында рус ғалимы П.И. Небольсиндың иҫкәрмәһе иғтибарға лайыҡ: "Үҫәргән, Түңгәүер һәм айырыуса Бөрйән олоҫтары башҡорт халҡының иң аҫыл өлөшөн тәшкил итә: был халыҡ оҙон буйлы, сәләмәт, ныҡ тәнле, ҡыйыу һәм эшмәкәр".
Үҫәргән ырыуы башҡорттарының бөгөнгө вариҫтары Башҡортостандың Дәүләкән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла райондарында йәшәй. Үҫәргәндәрҙең боронғо аҫаба ерҙәре Ырымбур өлкәһенең хәҙерге Гай, Орск, Ҡыуандыҡ, Саракташ райондарына ҡарай, бында ла әлегәсә уларҙың вариҫтары йәшәй. Шулай уҡ Һамар һәм Һарытау өлкәләренең ҡайһы бер ауылдарында үҫәргән ырыуы вәкилдәренең барлығы билдәле.
Заманса геногеография мәғлүмәттәре үҫәргән ырыуы башҡорттарының сығыштары буйынса төрлө этник компоненттарҙан хасил булыуын раҫланы. Ошоға тиклем үткәрелгән генетик тикшеренеүҙәр үҫәргән ырыуының ирҙәр генофондында түбәндәге гаплотөркөмдәр булыуын асыҡланы: N1c1-M178 (49%), J2-M172 (38%), N1 (5%), R1a1-M198 (4%), R1b1a2 - M269 (4%).
Үҫәргәндәрҙең N1c1-M178 гаплотөркөмө уларҙың ата-бабаларының бер өлөшө Хорезмдың Кердер ерлегендә көн иткән уғырҙарҙан булыуын дәлилләй. Ғөмүмән, ошо гаплотөркөмдөң айырым субкладтарына ҡараған генетик нәҫел линиялары башҡорттарҙа, яҡуттарҙа, ханты-мансиҙарҙа, чукчаларҙа, буряттарҙа, монголдарҙа, япондарҙа, ненецтарҙа ғына түгел, байтаҡ ҡына Европа халыҡтарында ла киң таралған, уның процент нисбәте фин-уғырҙарҙа - норвегтарҙа, латыш, литва, фин, удмурт һәм мариҙарҙа күп. Күрәһең, ошо гаплотөркөмдөң тәү бабалары Байкал буйы территорияһынан төньяҡҡа табан күсенгән, уларҙың вариҫтары артабан Урал тарафтарына, һуңынан, бынан 4500 йылдар самаһы элегерәк, Европаға барып еткән. Үҫәргәндәрҙең икенсе бер ҙур гаплотөркөмө - J2-M172. Ул Азияла ла, Европала ла киң таралған. Төньяҡ Кавказда - ингуштарҙа (88%), чечендарҙа (56%), әзербайжандарҙа (30%), грузиндарҙа (27%), әрмәндәрҙә (22%). Был гаплотөркөм Месопотамияла, Тигр һәм Евфрат йылғалары арауығында хасил булып, артабан Кипрға (37%), Иракҡа (34%), Ливанға (26%), Төркиәгә (24%), Грецияға (23%), Сицилияға (23%), Үҙәк Италияға (23%), Албанияға (19,5%) тарала. Төрлө тарафтарҙа йәшәүсе йәһүдтәрҙең 19-ҙан алып 25 процентҡа тиклеме ошо уҡ гаплотөркөмгә ҡарай.
Үҫәргәндәрҙең гаплотиптарына J-PF5197 линияһына ҡараған гаплотиптар иң яҡыны, тип иҫәпләнә. Улар хәҙерге ваҡытта Ғәрәп ярымутрауында һәм Көньяҡ Азияла (Һиндостан, Пакистан) йәшәгән халыҡтарҙа табылған. Күрәһең, үҫәргәндәрҙең J2-M172 гаплотөркөмөнә ҡарағандары ҡасандыр Арал диңгеҙе, Һырдаръя тарафтарында көн иткән мөйтәндәрҙең вариҫтарылыр.
Үҫәргәндәр дөйөм башҡорт тарихында күренекле урын биләй. Рус дәүләтенә ҡушылғандан бирле улар башҡорт халҡының үҙ ерҙәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, батша хөкүмәте менән килешеүҙәрҙә ҡаралған хоҡуҡтары өсөн береһе артынан береһе тоҡанып торған ихтилалдарҙа әүҙем ҡатнаша, башҡалар менән бер рәттән тиңһеҙ юғалтыуҙарға дусар була. Үҫәргән башҡорттары Рәсәй империяһы алып барған яуҙарҙа ҡатнаша, 1812 - 1814 йылдарҙа француз баҫҡынсыларына ҡаршы һуғышта батырлыҡтар күрһәтеп, батшалыҡтың хәрби орден-миҙалдарына лайыҡ була.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 10-12-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.20 | Ҡаралған: 471

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru