«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨРЙӘНДӘР ТӘБИҒӘТКӘ ЕРЕККӘН, УЛАР ӨСӨН ЕТЕШЛЕК БАРЛЫҠ-ЮҠЛЫҠ МЕНӘН ҮЛСӘНМӘЙ
+  - 


Республикабыҙ район хакимиәттәре вазифаларын йәш ир-егеттәр биләй һуңғы йылдарҙа. Был бик тә ыңғай һәм күркәм күренеш. Беренсенән, көсө-дәрте ташып торған белемле йәш ир-егеттәребеҙ иңдәренә яуаплылыҡ алып, ил йөгөнә егелә, икенсенән, йәш ир-азамат ул үҙе үк йәшәүгә-йәшнәүгә этәреүсе, әйҙәүсе, өмөт биреүсе, маҡсаттарға ҡыйыу ынтылыусы образ сағылышы. Был үҙе үк халыҡта ышаныс тыуҙыра. Өсөнсөнән, үҙ ерлегебеҙҙә үҫеп сыҡҡан һәм урындағы хәл-проблемаларҙы, йәшәйеш көйөн яҡшы белгән, аңлаған йәш кадрҙарыбыҙ бар. Шундайҙарҙың береһе - Бөрйән муниципаль район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы МАНАПОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

Ғәзиз Миңлеәхмәт улы, әйҙәгеҙ, райондың үҙенсәлектәре тураһында һөйләшеп алайыҡ әле. Бөрйән - ул Бөрйән, шулай бит? Ул Баймаҡ та, Хәйбулла ла, Дыуан да түгел. Бөрйән - ул башҡорттоң иң боронғо тарихын артыҡ үҙгәртмәйенсә генә һаҡлаған берҙән-бер төбәк. Уның ерлеге лә, тәбиғәте лә, климаты ла һәм халҡы ла башҡа яҡтарҙыҡынан айырыла. Һеҙҙеңсә, ниндәй улар: Бөрйән һәм бөрйәндәр?

- Иң беренсе, был минең тыуған районым, ҡобайырҙағыса "Кендегемде киҫкән ер, Тәмле һыуын эскән ер". Шунлыҡтан, әгәр мин был төбәк кешеләре хаҡында һөйләйем икән - үҙемде ҡылыҡһырлайым. Һәм "Бөрйәндә" тип тә түгел, ә "беҙҙә" тип әйтәсәкмен. Ниндәй кешеләр йәшәйме беҙҙә? Бик ихлас, ябай, баҫалҡы һәм тура һүҙле башҡорттар ғүмер итә беҙҙә. Улар, бер ҡарағанда, үҙҙәренең урман-тауҙары кеүек дәрәжәле, һауалы, һалҡын да кеүектәр. Ә яҡынлашҡанда, асылдарын белгәндә, әҙәпле, тәртип тотҡан, хөрмәт һәм ихтирам күрһәтә белгән, ипле икәнлектәрен аңғараһың. Ысынлап та, ауыл халҡы тәүфиҡле ул беҙҙә. Төрлө йыйындарҙа, кәңәшмәләрҙә лә бер ваҡытта ла йөҙ йыртыу, мәҙәниәтһеҙ ҡыланыу тигән нәмәләр юҡ, хатта бик сетерекле һорауҙарҙы ла боронғо аҡыллы ҡарттарса һәлмәк аҡыл, кәңәш, теләк менән белдереү йолаға ингән. Тура һүҙлелектәре лә шул әхлаҡи нормаларға, намыҫ принцибына ҡоролған. Уникаль халыҡ ул беҙҙең бөрйәндәр. Был һыҙаттар әлеге шул ерлек һәм этник үҙаң яҡшы һаҡланыуҙан киләлер, тип иҫәпләйем.
Бөтә нәмә лә сағыштырыуҙа асыҡлана, тиҙәр. Һеҙ әле мегаполис тормошо менән урман кешеһенең йәшәйешен сағыштырырға маташаһығыҙ. Тик улар икеһе ике донъя. Ғүмерҙә ҡаланы күрмәгән һәм бер ваҡытта ла күрмәйәсәк кешеләр бар бында, хатта район үҙәгенә лә өс-дүрт йылға бер генә сығып әйләнгәндәр етерлек. Мөмкинлектәре сикләнгәндән түгел, ә ихтыяждары булмағанға. Улар үҙҙәренең шул тыныс, һил, мөһабәт зоналарын комфортлы тип таба, башҡа тормош эҙләмәй. Төптән аңлатҡанда, әлегеләй фәлсәфәгә төшөп китергә тура килә. Тәбиғәт менән кеше араһындағы гармонияға, идиллияға нигеҙләнә был фәлсәфә. Әйтәләр ҙә инде, бәхетле була торған урынды эҙләмә, йәшәгән ереңдә бәхетле була бел, тип. Бына беҙ шуны беләбеҙ.
Ә инде райондың йәшәйешенә килгәндә, мин уның хәлен башҡа райондар менән сағыштырмайым да. Үҙегеҙ билдәләп үттегеҙ - был район айырым биләмә. Ҙур ҡалаларҙан алыҫ ята, географик урыны ла тау-урманлы, эре предприятиелары юҡ. Был үҙенә күрә кире күренештәрен дә бирмәй ҡалмай. Тәбиғи тыуым буйынса беренсе урында торһаҡ та, районда халыҡ һаны артмай. Тимәк, йәштәр эш эҙләп ситкә китә. Был тәңгәлдә уларҙы ла ғәйепләп булмай, уңайлыраҡ йәшәү шарттары һәм яҡшыраҡ хеҙмәт хаҡы юллау уларҙы ошолай тыуған ерҙәренән айырылырға мәжбүр итә. Шул уҡ ваҡытта бында ерлектең аҫаба халҡы йәшәй, беҙҙә күсеп килеүселәр һирәк. Халыҡ бер-береһен, ата-бабаларын, зат-ырыуын белә. Һәм ошо сәбәптән дә улар үҙ-ара татыу, әҙәпһеҙлеккә, йола боҙоуҙарға юл ҡуймайҙар.
Эйе, Бөрйәндә йәшәү шарттары юғары уҡ кимәлдә түгел. Әммә был яҡта ана шул етешлек, бөтөнлөк, камиллыҡ уңайлыҡтар йәки барлыҡ-юҡлыҡ менән үлсәнмәй. Бында донъяны ҡабул итеү фәлсәфәһе саҡ ҡына башҡасараҡ. Бында кешеләр газһыҙ-һыуһыҙ йәки юлһыҙ ҙа бәхетле була белә. Йыш ҡына Үрге Нөгөш ауылында булырға тура килә. Унда ҡыш көндәре бөтөнләй юл өҙөлә. Уйлап ҡараһаң, шундай уңайһыҙлыҡтан халыҡ асыулы торорға тейеш кеүек тә, ә уларҙа кире тойғоларҙың әҫәре лә юҡ. Юҡ, улар күнгән йәки башҡа тормошто белмәй түгел. Улар тәбиғәткә үтә лә ереккән һәм уның менән бербөтөнлөктәрен тәбиғи ҡабул итә белә.

Бөгөн туризмға йәшел юл асылғас, барыһы ла Бөрйәнгә ябырыла түгелме? Бөрйәндәр үҙҙәре берәй файҙа сығара аламы тәбиғәттәренән?

- Был тәңгәлдә беҙ "ябырылыусыларҙы" сикләй алмайбыҙ һәм хатта ҡаршы тороу урынһыҙ ҙа тип уйлайым. Туризм халыҡҡа йәшәү шарттарын яйлауға бер ыңғай йүнәлеш, кәсеп итеп ҡабул итәбеҙ. Бөрйәндәр бөгөн миҙгеле менән ял итеүселәрҙе йәшәтеү, туҡландырыу, хеҙмәтләндереү өлкәһендә аҙмы-күпме сауҙа итергә, үҙҙәре етештергәнде һатырға күнегә. Әле бөрйәндәрҙең туристарҙы файҙаланып аҡса эшләргә өйрәнәһе бар. Был улар өсөн яңы асылып торған өлкә. Сувенирҙар эшләү, аҙыҡ-түлек, дөйөм туҡланыу нөктәләре булдырыу, торлаҡ тәҡдим итеү, иҫтәлекле урындар буйлап экскурсиялар ойоштороу, һыу юлдары буйлап йөрөтөү ҙә килем алыу юлдары ул.
Беҙҙә завод-фабрикалар йәки цехтар юҡ. Леспромхоз эшләп килде, әммә ул бөгөн юҡ кимәлендә. 100-120 кешегә булһа ла эш урыны бирә ине ҡасандыр. Әле ошо юҫыҡты киренән терелтеүҙең төрлө варианттарын ҡарайбыҙ - нисек килеп сығыр. Белеүегеҙсә, беҙҙең территорияның 42 процентын Федераль ҡурсаулыҡтар биләй. Рәсәй буйынса бер түгел, ике ҡурсаулыҡты үҙенә индергән бер генә район да юҡ. Был, бер яҡтан, беҙҙең мөмкинлектәрҙе сикләһә, икенсе яҡтан, тәбиғи ресурстарҙы ҡулланып йәшәй белергә өйрәнеү әле килер, тигән өмөттө лә йәшәтә. Бөгөнгө быуын тәүге аҙымдарҙы яһаһа, киләһе быуын - йәштәр оҫтарыр, моғайын.
Бөгөнгө һалым алыу-түләү һәм башҡа системалар шулай итеп ҡоролған - беҙгә туристарҙан килем алыу мөмкинлектәре аҙ. Бында ер, мөлкәт һалымы ғына килә. Мультипликатив эффект тигән төшөнсә аша ҡарағанда, туризм туранан-тура килемгә генә түгел, ауыл хужалығы, райондың төҙөкләндерелеүе, юлдар төҙөлөүе кеүек яҡтарға ла үҫеш бирә. Быныһы ла яҡшы.
Урындағы йәштәр туризмды үҙҙәре лә ойоштора башланы. Этнотур эшләп килә. Ер алып ял урындары ҡорола. Солоҡсолоҡ, йылҡысылыҡ, һунарсылыҡ та туризмды йәлеп итә башланы. Райондың бюджеты 850 миллион булһа, шуның 138 миллионы беҙҙең үҙебеҙҙең килем һәм шуның 5 миллионы туризмдан килә. Шүлгән мәмерйәһе ЮНЕСКО ҡарамағына инһә, был уңыш беҙгә лә ҡулай булыр һәм райондың күп яҡтарына иғтибар артыр ине. Шулай уҡ Шүлгәнгә сәйәхәт итеүҙе лә йәнләндерә, байыта төшһәләр, ял итеүселәр унда сифатлы ял итеп, күп мәғлүмәт туплап ҡайта алыр ине.

Һәр хәлдә, эш юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырмаясаҡ бөрйәндәр?

- Әлбиттә. Беҙҙә өс төп йүнәлештә эшләү ҡулайлы. Беренсеһе ауыл хужалығы, икенсеһе туризм, өсөнсөһө ағасты тәрән эшкәртеү системаһы. Туризм линияһы буйынса йүнәлештәр ҙә, проблемалар ҙа билдәле. Бөгөн беҙҙең 92 процент ерҙәребеҙҙең Дәүләт урман фонды ҡарамағында һәм 42 процентында ҡурсаулыҡтар булыуы аяҡты-ҡулды бәйләй. Быларҙың үҙенең ыңғай яҡтары ла, кире күренештәре лә бар. Беҙҙең, ерле халыҡтың, был тәңгәлдәге хеҙмәте туристарҙы хеҙмәтләндереү. Бөгөн ял итеүселәргә ҡунаҡханалар, ваҡытлыса торлаҡтар төҙөү эштәре йәнләндерелә. Тау саңғыһы курорттарын асыуға ла урындар билдәләнгән. Урман хужалығы министрлығы был тәңгәлдә беҙгә булышлыҡ итә. Инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн беҙгә ерҙе, урынды әҙерләп, ауыҙҙарына сәйнәп һалып тигәндәй бирергә кәрәк. Юғиһә, ҡырыҫ тәбиғәт эсенә килеп инеп ниндәйҙер ҙур төҙөлөштәр башларға ашҡыныусылар аҙ.
Ағасты тәрән эшкәртеүгә килгәндә, 2018 йылда Ҡурғашлы ауылында "Белпромресурс" тигән ойошма хәрәкәткә килде. Аҙыраҡ ауырлыҡтары бар, әлбиттә, әммә был да яйға һалыныр тип өмөт итәбеҙ. Башта ҡоролмаларҙы ҡытайҙар килеп ҡороп, эште башлап ебәргәйнеләр, тәүге продукция ла экспорт булып Ҡытайға китте. Унан инде был хеҙмәттәшлектән баш тарттыҡ һәм бөгөн тауар Учалы, Стәрлетамаҡ ҡалаларына ебәрелә. Әлеге өлкә өйрәнеү, тәжрибәләр үткәреү, ҡулайлаштырыу өҫтөндә. Киләсәктә уға өмөт бар.
Район буйынса ағас менән булышыусы барлыҡ эшҡыуарҙарға ла ағасты сеймал килеш ебәрмәҫкә, ә тәрән эшкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуйырға тигәнде талап итәбеҙ. Ауыл халҡы электән нимәгә күнеккән? Сыҡҡан ағасты тамырҙа көйө һатыуға ла, иң түбән килемгә ризалашырға. Мәҫәлән, 70 кубометр ағас сыҡты икән, ул уны шул 70 меңгә генә бирә лә ебәрә. Иң еңел юл. Ә саҡ ҡына баш ватыңҡырап, ҡыбырлаңҡырап алһа, йәғни, ҡырҡып, таҡта итеп үткәреп, кубометрын 3 меңдән генә һатһа ла, 210 мең аҡса сығара. Унан тағы ла мәшәҡәтләнә бирһә - киптереп йәки бура бурап йәки евровагонка кеүек материалдар яһап һатһа - тағы ла мулыраҡ табыш ала. Бына ошоно төшөндө хәҙер беҙҙең халыҡ та: ауылдарҙа ағасты тәрән эшкәртеүсе егеттәр күренә башланы. Ҡырҡылған һәм ҡырҡылмаған пиломатериалдар, брус, таҡта һәм башҡалар етештереү бөгөн ауыл ерендә лә яңылыҡ түгел.
Артабан киткәндә, ошо йылдың февраль айында XIX Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә Бөрйәндә ҡояш электр станцияһы асылды. Был Европалағы иң ҙур энергия туплауыстары булған гибрид ҡояш электр станцияһы. Бөрйән районы өсөн был яңылыҡ оло ярҙам. Йыш ҡына ут һүнеү сәбәпле урындағы халыҡ көнкүрештә ҡыйынлыҡтар кисерә ине. Хәҙер уларҙы электр энергияһы менән тотороҡло рәүештә тәьмин итеү мөмкинлеге тыуҙы. Бөрйән ҡояш электр станцияһы селтәр менән параллель рәүештә лә, автономлы режимда ла эшләй. Шулай итеп, электр станцияһы бөтә районға электр энергияһы бирергә, ә авариялар осрағында автономлы режимда дауаханаларҙы, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын электр менән тәьмин итергә тейеш.
Ауыл хужалығына килгәндә, ул беҙҙә беренсе сиратта бал ҡортона бәйле. Тик бында ла үҙ үҙенсәлектәре бар. Беҙҙең бренд таҙа Бөрйән ҡорто бит инде. Бөрйән бал ҡортон бер урында ҙур күләмдә тотоп булмай. Улар тәбиғәттәре менән иркен территорияла ғына йәшәргә ҡулайлашҡан. Карпат ҡорттары йәки башҡа көньяҡ ҡорттары ике ҡатлы умарталарҙа ла, бер майҙанда йөҙәр, ике йөҙәр баш йорттарҙа ла һыйышып йәшәй ала. Ә беҙҙекеләр - юҡ. Беҙҙекеләрҙә тәүтормош инстинкттары һаҡланған: уҫаллыҡ - һаҡланыу сараһы, йыш күс айырыу - тоҡомон таратыу яйы, күп йомортҡа һалыу - үрсеү. Бына ошондай ҡатмарлы холоҡло ҡорттар менән эш итергә мәжбүр беҙҙең ҡортсолар. Был тәңгәлдә Бөрйән балы тигән брендты алыу өсөн эштәр алып барабыҙ. Шул мәсьәләне хәл иткән осраҡта, хужалыҡтарыбыҙҙың продукцияһы яҡланған һәм конкурентһыҙ булыр ине.
Ҡымыҙ ҙа башҡа яҡтарҙан айырмалы рәүештә икенсерәк төрлө Бөрйәндә. Йомшаҡ урман үләненең ҡымыҙы сөсө, эсеүгә йомшаҡ. Кәзә ҡымыҙы ла шулай уҡ. Районыбыҙ кәзә ҡымыҙы етештереү буйынса алдынғылар рәтендә. Айнур Дәүләтбаев тигән эшҡыуар егетебеҙ Өфөнөң 23 сауҙа нөктәһендә кәзәнең һөтөн, ҡымыҙын һәм сырын һатыуға сығара. Һөт етештереүселәр ҙә юҡ түгел. Миҫалға алғанда, Ҡолғана ауылынан Ғәетбаев Сәлих ағай 50 баштан артык һауын һыйыры тота һәм һөтөн, башҡа һөт аҙығын район баҙарына алып килә һәм күрше райондарҙың һөт йыйыу станцияларына тапшыра.
Мал көтөү урындары тар булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ был боронғо кәсебенән баш тартырға уйламай, киреһенсә, мал үрсетеү өҫтөндә.
Бөрйән районында минераль инештәр ҙә, графит һәм плитә таш ятҡылығы ла, хатта тауҙан йылы сыҡҡан урындар ҙа бар. Быларҙы урындағы ҡыҙыҡһыныусылар үҙҙәре эҙләп тапҡан һәм тикшереп ҡараған. Атап әйткәндә, Яңы Усман ауылынан Ҡадир Ҡаһармановтың тәжрибәләре былар. Киләсәктә ошо асыштарҙы ҡулланып, яңы йүнәлештәр башларға була. Былар беҙҙең планда.

Ҡасандыр саф башҡорт телендә генә һөйләшкән Бөрйән дә бөгөн руссалашты һымаҡ. Нисек уйлайһығыҙ, туған тел мәсьәләһе ҡырҡыу проблема булып баҫмаҫмы киләсәктә?

- Бөрйәндә бөгөн дә саф башҡортса һөйләшәләр. Бына мин урамда, хатта үҙәктә лә, русса аралашып торған башҡорттарҙы күргәнем юҡ. Белеүегеҙсә, рус һәм башҡа милләттәр ҙә башҡортса аралашып йәшәй. Мәктәптә рус класы бында борондан булды, уҡыу-уҡытыу дөйөм республика программаһы буйынса алып барыла. Бында халыҡ артыҡ рухын, телен яҡлап айҡашып өйрәнмәгән, уларҙа агрессия юҡ. Сөнки уны ҡыҫырыҡлаған башҡа милләттәр ҙә юҡ иҫәбендә. Беҙҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған икенсе милләттәрҙе, йәки ваҡытлыса килгәндәрҙе, ҡунаҡ итеп кенә ҡабул итәләр йәки улары үҙҙәре лә башҡортса аралашып өйрәнгән.
Балаларҙың рус теленә күсә барыуын күҙ уңында тотһағыҙ, был ғәйепте тик ғаиләләргә һәм ата-әсәләргә генә ҡайтарып ҡалдырырға кәрәк. Мәҫәлән, минең балаларым өйҙә тик башҡортса ғына аралаша. Өләсәй-олатайҙары ла, әсәләре лә уларға тик башҡортса мөрәжәғәт итә һәм шуны талап итә лә. Шунлыҡтан мин, мәҫәлән, биш бала үҫтергән атай булараҡ, мәктәпте йә иһә йәмғиәтте минең балаларымды урыҫлаштыра тип ғәйепләй алмайым. Балам туған телен белмәй, унан ситләшкән, милли ерлегенән айырылған икән, бында мин - ата-әсә яуаплы. Сөнки рухи тәрбиәгә нигеҙ ғаиләлә һалына. Рух иһә бөрйәндәрҙә тәбиғи, ул тойғоно, хатта тойғо ғына түгел, булмышты уларҙан бер нисек тә тартып алып йәки икенсе итеп булмай. Әлеге ваҡытта рух төшөнсәһен мин тыуған ереңә һөйөү, тоғролоҡ, милләтеңде, үҫкән ер-һыуыңды яратыу, телеңә хыянат итмәүҙә күрәм.

Эскелек мәсьәләһе нисек ҡуйылған Бөрйәндә? "Беҙҙә эсмәйҙәр" тип әйтә алаһығыҙмы?

- "Эсмәйҙәр" үк тип әйтмәйем, әммә "Эскелеккә ҡаршы көрәшәләр" тип әйтә алам. Эскелек, үткән йылдар менән сағыштырғанда күпкә кәмене. Был бер беҙҙә генә түгел, сағыштырмаса республикала шулайҙыр. Халыҡтың аңы үҙгәрә бара, донъяны ҡабул итеүе һәм уға мөнәсәбәте лә икенсе юҫыҡҡа төшә. Бөгөн дин килде. Ул да эскелеккә ҡаршы ҙур көс булды. Ауылдарҙа эске һатыусыларҙы контролгә алалар, тыялар, оялталар, закон нигеҙендә лә яза бирәләр. Был да файҙаға. Йәштәр сәләмәт тормошто модаға индерҙе. Эскелекһеҙ күпкә өлгәшерҙәрен дә аңланылар. Спорт алға китте. Хәҙер бәләкәй ауылдарҙа ла балалар спортҡа ылыҡты. Был ыңғай күренештәрҙең береһе лә беҙҙең районды ла урап үтмәй.

Һеҙ республикала иң күп балалы йәш район башлығы, шулай бит? Әйҙәгеҙ, ғаиләгеҙ менән дә танышайыҡ әле? Ниндәй тәртиптәрҙә, йолаларҙа йәшәй был ҙур ғаилә?

- Беҙ ҡатыным менән икебеҙ ҙә ошо төбәк кешеләре, үҙем Иҫке Собханғолдоҡо, хәләл ефетем Байназар ауылы ҡыҙы. Һөнәрҙәребеҙ буйынса ул уҡытыусы, мин иҡтисадсы. Балаларҙың олоһона 10, кесеһенә 1 йәш тулды. Дүрт ҡыҙыбыҙ һәм бер улыбыҙ бар.
Мин, әлбиттә, ғаиләбеҙҙе ҙур ғаилә итеп күрмәйем. Беҙҙең яҡта бындай ғаиләләр ғәҙәти ул. Ҡатыным менән икебеҙ ҙә шундай уҡ күп балалы ғаиләләрҙә үҫкәнбеҙ. Өйләнешкәс тә, әле дүрт балабыҙ булғансы, әсәй менән бер йортта көн иттек. Айырым сығыуыбыҙға әле яңы ғына. Шунлыҡтан, өйләнмәй йөрөгән егеттәрҙең: "Ғаилә ҡора алмайым, сөнки йортом юҡ, эшем юҡ ", - тиеүҙәренә ышанмайым. Был тәңгәлдә теләк һәм маҡсат юҡтыр, тип уйлайым. Балалар ике баланан артһа, уларҙың күплеге тойолмай икән ул. Улар араһында ололарҙың бәләкәстәрен ҡарау тәртибе барлыҡҡа килә. Беҙҙең өйҙә, мәҫәлән, апаһы һеңлеһенең өйгә эштәрен тикшерә, мәктәпкә әҙерлеген барлай, бәләкәстәрен баҡсанан ала. Был эштәргә ул шул тиклем яуаплы ҡарай, хатта үҙенең түңәрәктәренән ашығып сығып баҡсаға йүгерә икән.
Балаларҙы тәрбиәләү буйынса бер ниндәй ҙә айырым методика юҡ, яп-ябай, үҙебеҙсә халыҡ тәрбиәһе. Атай менән әсәй эшләй, балалар уларға мөмкин тиклем ярҙамлаша. Бер ниндәй ҙә "шуны эшләһәң шуны алып бирәм" йәки "биш"кә уҡыһаң шулай була" тигән вәғәҙәләр ҙә юҡ. Яҡшы уҡыу, тәртип белеү, хеҙмәткә өйрәнеү балаларҙың ғаиләләге беренсе һабағы, артабанғы тормош нигеҙе, тип иҫәпләйбеҙ. Балалар ғаиләлә нимә күрә, осҡанда шуны ҡабатлай. Шунлыҡтан, бөгөн уларҙы йәмғиәткә файҙалы, шәхси планда уңышлы һәм ата-әсәгә мәрхәмәтле булырлыҡ итеп үҫтереү - беҙҙең төп бурыс.

Шулай итеп...
Ғәзиз Миңлеәхмәт улы менән күп нәмәләр хаҡында һөйләштек. Ир-егеттең бөгөнгө хәле, ҡатын-ҡыҙ холҡондағы милли һыҙаттар, балалар психологияһы, районға ҡағылышлы төрлө мәсьәләләр, киләсәк пландар һәм башҡа темаларҙы ҡуҙғаттыҡ. Ниндәй генә йүнәлеште алғанда ла, етәксенең киң эрудициялы, юғары интеллектлы, фәлсәфәүи ҡарашлы бик тә белемле ир-уҙаман булыуын аңғармау мөмкин түгел ине. "Бар шул үҙебеҙҙең башҡорттар араһында ошондай етәкселәр, ир-уҙамандар!" тип шатланып ҡалдыҡ редакцияла.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.20 | Ҡаралған: 507

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru