«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИСМӘҒЗӘМ ДУҪЫМ
+  - 


Йөрәге ҡушыуы буйынса ижадсы, шағир, драматург, журналист, һөнәре буйынса уҡытыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Радик Исмәғил улы Өмөтҡужин менән танышыуыма 40 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Дуҫымдың 60 йәше тулыр алдынан бергә үткән йылдарҙы иҫкә төшөрөп, ваҡиғаларҙың иң ҡыҙыҡтарын барлап ултырҙым әле. Шуларҙың бер нисәүһен бәйән итергә йөрьәт ҡылдым.

Мәҡәл беҙгә ҡағылмай...

"Ике дуҫтың береһе ҡол була" тигән мәҡәл-әйтем беҙгә ҡағылмай. Сөнки беҙ бер-беребеҙҙең атайҙарыбыҙҙы яҡшы беләбеҙ һәм улар ҙа дуҫын ҡол итә торған кешеләр түгел. Бер мәл атайҙарыбыҙҙы ла таныштырырға, дуҫлаштырырға уйлағайныҡ, өлгөрмәнек. Минең атай ысын донъяһындағы төп йортона ҡайтып китте. Ә улар, Радик менән минең кеүек үк, бик яҡшы дуҫтар булырҙар ине. Исмәғил ағай менән осрашһаҡ, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Тарихты яҡшы белгән, бик матур итеп Ҡыҙыл һөйләшендә һүҙ атҡарған, үҙенсәлекле һәм бай тәбиғәтле дуҫымдың атаһы. Әсәһе Ғәлимә апай нурлы, яғымлы йән эйәһе, миңә лә үҙ балаһына ҡараған һымаҡ ҡарай. Радик атаһының да, әсәһенең дә иң күркәм сифаттарын үҙ иткән. Бер-беребеҙгә ҡол булмауыбыҙҙың икенсе аңлатмаһы: беҙ бер ниндәй сәбәп буйынса ла бер-беребеҙгә үпкә һаҡламайбыҙ, икәү-ара мөнәсәбәттә килеп тыуған проблемаларҙа ғәйеплене эҙләмәйбеҙ. Тағы ла шуныһы: беҙ бындай мөнәсәбәт хаҡында икәү-ара килешеп һөйләшкәнебеҙ ҙә, шарт ҡуйышҡаныбыҙ ҙа булманы. Былар барыһы ла аң төбөндәге өнһөҙ серләшеү кимәлендә. Беҙ хатта икәү-ара проблемалы хәлдәр була ҡалған осраҡта ла бының өсөн бер-беребеҙҙе алдан уҡ ғәфү итеп ҡуйғанбыҙ. Аванс менән! Бына шундай дуҫым ул Радик Өмөтҡужин.
Беҙ дуҫлашҡан саҡтағы Советтар Союзы тарҡалып юҡҡа сыҡты, социалистик идеология, коммунизм төҙөүсенең әхлаҡи кодексы емерелде, марксизм-ленинизм тәғлимәте йәшәүҙән туҡтаны, "Кеше кешегә дуҫ һәм иптәш" тигән лозунгтар онотолдо, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы йәшәүҙән туҡтаны, быуат ҡына түгел, меңъйыллыҡ алмашынды - ә беҙ һаман дуҫ булып ҡалдыҡ!

Йәш һалдат мәктәбе

Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инергә һынау тотабыҙ. Яҡташым, Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан Миңләғәле Хәсәнов менән (хәҙерге ваҡытта Стәрлетамаҡ филармонияһында ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы) ятаҡ бүлмәһенең тәҙрәһен асып ебәреп, тәҙрә төбөнә ултырып ҡурай тартабыҙ. Бер көйҙө тамамлауға ятаҡтың аҫҡы ҡатындағы тәҙрә төбөндә ултырған ике егет беҙҙе ҡул сабып сәләмләй. Икеһе лә телняшкала. Йүгереп менделәр. Йөрәктәре түҙмәне. Улар Әбйәлил районынан, беҙҙең кеүек үк "абитурҙар" Сабирйән Солтанов менән Радик Өмөтҡужин булып сыҡты.
Был хәл 1980 йылдың июль айында булды. Радик менән ана шулай танышып киттек. Аҙаҡ икебеҙ бер төркөмгә эләктек. 1-се курстың икенсе яртыһынан, Аксаков урамындағы данлыҡлы 6-сы ятаҡҡа күскәс, бер бүлмәлә йәшәй башланыҡ. Тағы ла бер йылдан ике кешелек бүлмәлә бергә торҙоҡ.
Радиктың институтҡа тиклем әрме сафында хеҙмәт итеүе, был йәһәттән байтаҡ ҡына тәжрибә туплауы минең өсөн файҙаға ғына булды. Монголияла хеҙмәт иткән ул. Түгерек менән мөнгөнөң нимә икәнен яҡшы белә. Дөрөҫөн әйткәндә, йәш һалдат мәктәбен мин уның менән үттем тиһәм дә була. Институтты тамамлап, үҙем дә әрме сафына алынғас, Радикҡа ҡарап күп нәмәгә өйрәнеүем файҙаға ғына булды. Бик бөхтә ул, һәр ваҡыт өҫ-башы таҙа, йыуылған, үтекләнгән, карауаты һалдаттар сафы һымаҡ ипкә килтерелгән, һ.б. Ә мин иһә кисә генә ауылдан килгәнлектән, был ғәмәлдәрҙе әсәйем, апайҙарым башҡарғанлыҡтан, үҙаллылыҡтың тәүге һабаҡтарын Радиктан алдым. Сер итеп кенә әйтәм: тәмәке тартырға ла Радик өйрәтте.

Сублимация

Радиктың күҙгә күренмәгән магниты бар. Төркөмдәштәребеҙҙең барыһы ла уға тартылып ҡына торҙо. Егеттәр дуҫлашырға, ҡыҙҙар серләшергә ынтылды. Урыҫсаға грамотаһы шәп. Почергы матур. Курсыбыҙҙағы өс урыҫ, ике башҡорт төркөмө араһында бер үк тексҡа диктант яҙғанда ла иң яҡшыһы уныҡы була торғайны.
Атаһы менән әсәһенең берҙән-бер балаһы булғас (әммә иркә түгел), уға өйҙән ай һайын тиерлек аҡса ебәрәләр ине. Мин иһә 11 балалы ғаиләнән булғас, был йәһәттән - таҡы-тоҡо. Аҡса килгән көн кәйефебеҙ күтәренке. Етмәһә, Радик сумарт. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған дуҫтарыбыҙға ла барып урайбыҙ. Ҡайһы ваҡыт Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов, Рәмил Ҡолдәүләт, Марсель Искәндәр үҙҙәре беҙгә килә. Пединституттың тарих факультетында уҡыған Ибраһим Фәйзуллин да беҙгә йөрөй торғас, төркөмдәш ҡыҙыбыҙға өйләнеп ҡуйҙы.
Радик ауыр булып тойолған хәлдәрҙән еңел генә сыға ала торғайны. Бер мәл кеҫәлә бер тин дә аҡса ҡалмаған саҡта икәүләп Өфө урамын ҡыҙырабыҙ. Кәйефте күтәреү сараһын ул еңел эҙләп тапты. Бер мәл ул мине ҡиммәтле тиренән тегелгән тундар һатылған магазинға әйҙүкләне. Инде лә, төрлө фасонда тегелгән меңәр-меңәр һумлыҡтарын кейеп ҡарай башланы. Бер тунды өҫтөнә эләктерә лә, көҙгө янына килә. Һатыусылар уға төрлө кәңәштәрен биреп, әленән-әле яңыларын, ҡиммәтерәктәрен тәҡдим итеп кенә тора. Ул минән кәңәш һораған була, йәнәһе, килешәме, алайыммы, тигәнерәк ишара ташлай. Мин уның уйынын төшөнөп алдым да, тунға ҡарата ниндәйҙер дәғүә белдерәм. Икәүләп кейемдең етешһеҙлеген табабыҙ ҙа, икенсеһенә үреләбеҙ. Дуҫымдың ҡылығы миңә лә оҡшай төштө, мин дә бер ике тунды ябынып ҡараным. Сублимация ысулы килеп сыҡты. Магазиндан шат йылмайып сыҡтыҡ. Һөҙөмтәлә Радик институтты тамамлағандан һуң өҫтәмә рәүештә психологҡа уҡып сығып, диплом алып, мәктәптә психолог булып та эшләп йөрөнө...

Саҡырылмаған ҡунаҡтар

Сублимация уҡ булмаһа ла, тағы бер ваҡиға. Студент саҡта асығырға ла тура килә. Студент булғандар был хәлде яҡшы беләлер. Бер мәл кеҫәлә бер тин дә аҡса ҡалмаған саҡта Ауыл хужалығы институты (хәҙерге Аграр университет) туҡталышында баҫып торабыҙ. Трамвайлыҡ та тинһеҙбеҙ. Әйткәндәй, был һүҙбәйләнеш Буранбай Исҡужиндыҡы. "Ҡарт-ҡороға ярҙам итеп йөрөп, трамвайлыҡ та тинһеҙ ҡалғандар..." - ти ул бер шиғырында. Ярай, ситкә киттем, шулай итеп туҡталышта баҫып торабыҙ. Уның ҡарауы, "Галле" ресторанында гөрләп туй барғаны ишетелә. Эстә гармун, йыр тауыштары яңғырай, беҙҙең эстә ас бүреләр олой. Шул саҡ ҡапыл ресторандың ишеге асылып китмәһенме лә, унан йөҙләгән кешеләр эркелеп килеп сығып, гармунға бейей-бейей беҙҙе уратып алмаһынмы. Беҙ ҙә улар ыңғайына башҡортса тыпырҙай башланыҡ. Тыпырҙамаҫ инек, тик торһаң, төркөм беҙҙе тапап үтәсәк. Радикҡа ҡарайым. Ул миңә күҙ генә ҡыҫты. Мин аңлайым уның был хәләтен, тимәк, туйға ҡушылабыҙ. Төркөм ресторан алдында биш минут самаһы тыпырҙағандан һуң, нисек килеп сыҡҡан булһа, шул уҡ тиҙлектә кире һерлекте. Тулҡын беҙҙе лә эскә упты. Шулай итеп, беҙ ҙә туйға ҡушылып киттек. Туйҙың шундай ҡануны бар бит инде: ҡыҙ менән егет туғандары бер-береһен "ҡоҙалар" тип атай. Беҙгә лә туйҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла, ике яҡ та, "ҡоҙалар" тип өндәште.

Грузинса һөйләште

1983 йылдың йәйе. Беҙҙең факультеттың башҡорт бүлеге базаһында ойошторолған "Айгөл" студент төҙөлөш отряды сафында Шишмә ҡасабаһындағы йорт төҙөлөшөндә эшләп, электричкала баш ҡалаға ҡайтып киләбеҙ. Поезға ултырыр алдынан күмәгебеҙгә ҙур ғына ҡарбуз һатып алғанбыҙ. Беҙҙең вагонда грузиндар ултырған. Улар вагонда ла, тамбурға тәмәке тартырға сыҡҡанда ла үҙҙәренең телендә ҡысҡырып һөйләшә. Нисектер, улар беҙгә үҙ-ара әрләшкән һымаҡ тойола. Бындай саҡта утты-һыуҙы кискән, әрме сафында булған Радик ситуацияны үҙ ҡулына алды. Ул да грузиндар һымаҡ уҡ ҡысҡырып, ҡулындағы бысағы менән ҡарбузды телә-телә, уларға оҡшатып, Кавказ халыҡтары акцентында әллә ниндәй "сантиметр" тигәнерәк һүҙҙәрҙе ҡушып, ләпелдәй башланы. Уға дуҫыбыҙ Баязит Ғиниәтов ҡушылды. Ул Радиктан да арттырыбыраҡ ебәрә. Эй, килештерәләр үҙҙәре. Уның ҡарауы, грузиндар шымып ҡалды. Улар беҙгә шикләнеп ҡараны ла, бер аҙҙан әйберҙәрен алып, күрше вагонға тайҙы. Эх, үҙҙәренән һорашырға ине: нимә тип уйланылар икән беҙҙең турала. Беҙҙең телгә оҡшатып, ниндәй телдә аралашалар былар, тинеләрме икән. Хәҙер ҡарбуз телгән һайын ошо ваҡиға иҫкә төшә.

Яңы тормош башлайбыҙ!

"Яңы тормош башлайбыҙ!" тигән ынтылыш бер ваҡытта ла беҙҙе ташлап китмәне. Бигерәк тә ял көндәрендә иртәнсәк уянабыҙ ҙа, бүлмәбеҙҙе йыйыштырырға, өҫ кейемдәребеҙҙе йыуырға тотона торғайныҡ. Икенсенән, иртә таңдан тороп тышҡа сығып йүгереү ҙә, университеттың бокс секцияһына йөрөү ҙә, Крупская (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди) исемендәге китапханаға дәрес әҙерләргә барыу ҙа, насар ғәҙәттәрҙән арыныу ҙа - былар барыһы ла беҙҙең ошо ынтылышҡа инде. Яңы тормош башлауға ынтылыш беҙҙе "Киске Өфө" гәзитендә бергә эшләгән саҡта ла ташлап китмәне. Бер нисә көн һуҙымында асығыу ҙа беҙҙең ошо программа нигеҙендә килеп сыҡты. Бер нисә тапҡыр эсеүҙе ташлап, яңынан башлап, ары һуғылып, бире һуғылып йөрөй торғас, студент саҡтағы ниәтебеҙ тормошҡа ашты. Хоҙайға шөкөр, хәҙер икебеҙ ҙә айыҡ тормош алып барабыҙ. Әлбиттә, был аҙым беҙгә еңел генә бирелмәне. Минең эсеүҙе ташлауым хаҡындағы яҙмаларым "Киске Өфө" лә баҫылғас, иң тәүҙә Радик дуҫым мине күтәреп алды. Уның "Дуҫым атын миңә туғарҙы" тигән яҙмалары "Исмәғзәм" тахаллусы аҫтында донъя күрҙе. Әйткәндәй, Исмәғзәм уның йүргәк исеме.

Ул барыбер шағир

Радик бер ваҡытта ла шағир, яҙыусы булырға ынтылманы. Шул уҡ ваҡытта әҙәби ижадтан да ситтә йөрөмәне. Миңә ҡалһа, ул яҙмайынса булдыра алмағаны өсөн яҙҙы һәм яҙа. Әгәр ҙә ынтылышы булһа, күптән әллә нисә китап сығарып, Яҙыусылар союзына ағза булып инеп, әллә ниндәй исемдәргә лә лайыҡ булыр ине. Икебеҙ ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәгән саҡта күңелле булып алабыҙ ҙа, бүлмәнең икешәр мөйөшөн бүлешеп алып, шиғыр ижад итәбеҙ. Сыймаҡлаған юлдарыбыҙҙы бер беребеҙгә уҡып, яҙғандарыбыҙҙы "классик" шедеврҙарға тиңләп, бер-беребеҙҙе маҡташабыҙ. Әммә дуҫыбыҙ Ҡолдәүләт әйтмешләй:
Алданыуҙар алдан йөрөй икән,
Айнығыуҙар килә һуңынан.
Иртәгәһенә яҙғандарыбыҙҙы уҡып сығып, йәнә аптырайбыҙ. Баҡтиһәң, уларҙың бер ниндәй ҙә мәғәнәһе юҡ икән дә. Әммә шундай һаташыулы маташыуҙар ваҡытында Радик дуҫым көтөлмәгән мөхәббәт шиғыры яҙып мине һеңгәҙәтте. Аҙағы шулай тамамлана ине:
Күҙҙәреңә йондоҙ ҡолап төшкән,
Иртән унда Ҡояш уяныр...
Күпмелер ваҡыттан һуң тағы ла көтөлмәгән ошо шиғыр:
Ҡышҡа ҡыйын китеү был донъянан,
Күҙҙәренән көмөш йәш тама.
Урам буйлап шул саҡ уйнап йөрөй
Яңы тыуған Яҙҡай - йәш бала.
Тормош шулай дауам итә инде,
Ерҙә бөгөн ярһыу яҙ айы.
Кемдер берәү түгә һуңғы йәшен,
Кемдер тыуа шул саҡ йылмайып.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

Редакциянан: Беҙ ҙә Әхмәр Үтәбайҙың Радик Өмөтҡужин тураһында яҙғандарын, ҡылыҡһырлағанын мисәт һуғып раҫлайбыҙ: шәп әҙип, журналист йәшәп ята Әбйәлил районының Хәлил ауылында, мәктәптә балалар уҡыта. Уның "Киске Өфө"лә эшләгән йылдарын беҙ ҙә һағынып иҫкә алабыҙ: ниндәй темаға тотонһа ла, аҫыл фекер, алтын аҡылға ҡора ине мәҡәләләрен. Уның һымаҡ журналистар, дөрөҫөн әйткәндә, бармаҡ менән һанарлыҡ хәҙер. Әле лә унан һирәкләп кенә килгән яҙмаларҙы көтөп алып, тәмләп кенә уҡытабыҙ уҡыусыларыбыҙға. Күберәк "Исмәғзәм Исмәғилев" тигән псевдоним менән баҫыла ул беҙҙең гәзиттә. Юбилейы менән ҡотлайбыҙ коллегабыҙҙы, ижад ҡомары ташламаһын, мәктәп эштәренән бушаған арала беҙҙең уҡыусыларҙы үҙенең яҙмалары менән ҡыуандырып торһон, тигән теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

"Киске Өфө"ләр.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.20 | Ҡаралған: 641

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru