«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИГЕҘ ОХМАЖ АСҠЫСЫ
+  - 


Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы Усманова Хәйбулла яҡтарының илһөйәре, тере тарихсыһы, хикәйәтсеһе ине. Уҡытыусы булараҡ, ул бар белгәнен түкмәй-сәсмәй тыңлаусыға, өйрәнеүсегә, ғалимға еткерергә ашыҡты. Уның менән ҡорған әңгәмәнең һәр бөгөлө - тотош бер дәүер, хеҙмәт, кеше яҙмышы һәм тарих. Уның менән теләһә ниндәй темаға һөйләшеп була, әммә һүҙ халыҡ ижады, халыҡ тамырҙары, бөгөнгөһө һәм киләсәге юҫығына бороласаҡ. Кемгәлер ул үҙ белгәнен һөйләп туймай, кемделер бирелеп тыңлай… Уҡытыусы, эҙәрмән, ижадсы ҡото бар ине уның булмышында. Әсмә апай менән бик күп тапҡырҙар әңгәмә ҡороу бәхете тейҙе миңә. "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына шул әңгәмәләремдең бер нисәһен тәҡдим итәм.

Беренсе әңгәмә

Тамъянымдың еләнендә
Һигеҙ ожмах асҡысы,
Шул ожмахтарға менергә
Булһа ине баҫҡысы.
"Мин атай-әсәйемдең күмәк - ун бер балалы ғаиләһендә иң оло бала булдым, иртә ҡул араһына индем, - тип һөйләп китә Әсмә апай. - Бына беренсе класҡа уҡырға төштөк. Ул саҡта модаға ингән кишмер (кашемир) яулыҡ бөтәбеҙҙә лә тиерлек бар, заманында иң матур кейем. Уҡытыусыбыҙ яулыҡты дәрестә ябынып ултыртмай, тыя. Арҡабыҙға ғына һалып ултырырға яраймы, тип һорай батырыраҡ ҡыҙҙар. Ярай, тип рөхсәт итә. Бөтәбеҙҙең дә яулыҡтар бер ишерәк булғас, буталып-алмашынып ҡуймаһын өсөн: "Әсәй, яулығыма тамға ҡуйып бирсәле", - тинем. Әсәйем яулыҡ ситенә бер билдә сигеп ҡуйҙы. Ҡыя сигеп эшләнгән билдә. "Был - ҡыя сигеү", - тине. Йәшлектә беҙгә эш етерлек булды. Колхоз эшенә йөрөйбөҙ. Кашауарҙар аш өлгөрткәнсе, ял ваҡытында ҡыҙҙар ҡулъяулыҡ сигә. Эре ҡыя сигеү ысулы менән сигәләр. Кемдер ял мәлендә уйнай ҙа шаяра, ә мин ҡул эше тотҡан апайҙарға текләп ҡарап, отоп ҡалырға тырышам. Ул ваҡытта, өйрәнәм, тигәнмендер инде, халыҡҡа ҡайтарам, тимәгәнмендер. Шуға әсәйем әйткән була торғайны: "Әсмәне мин бер нимәгә лә өйрәтмәнем, Әсмә үҙе өйрәнде", - тигән булыр ине. Әсәйем үҙе лә бик оҫта булды. Һуғыш ваҡытында ҡыҙҙарҙы "английский вязка" менән шарф бәйләп өйрәтә торғайны. Теген машинаһы булманы, ҡул менән һырып тегә ине. "Майғулланып, бесәлләнеп текмәгеҙ, ныҡ итеп тегегеҙ", - тип беҙ теккән нимәне яратмай, кире һүттереп, үҙенсә эшләтер ине. Ҡораманы ҡул менән ҡората торғайны. Тун да текте, кейем дә.
...Ә бейемемдең "Зингер" машинаһы булды. Ул кешегә кейем теккән, ошо һөнәре арҡаһында етеш кенә йәшәгән улар. Бәлки, бейем дә аҡыл биргәндер, бәлки, мине лә һөнәрле итергә тырышҡандыр, өйләнешкәс, ирем миңә лә теген машинаһы алып бирҙе. Машинала тегә белмәй инем, ирем үҙе тегеп өйрәтте. Шулай аңлы, белдекле булды ул..."
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары. Яланғаслыҡ, аслыҡ, етемлек илде ҡороштора. Ун йәшлек Әсмәгә әсәһе үҙенең еләндәрен һүтергә ҡуша... Боронғо затлы еләндәрҙе һүтергә өлкәндәрҙең ҡулы бармай, ә бала кеше тыңламай нишләһен. "...Әсәйемдең ике еләне булды. Боронғо тамъян еләне менән үҫәргән еләне. Икенсе класта ғына уҡый инем әсәйем миңә ошо эште ҡушҡанда. Бик матур, мөһөр баҫып сигелгән боронғо еләндәрҙең тауары күмәк баланың өҫ-башын йүнәтергә, кейем тегергә кәрәк булғандыр инде. Ике ҡәрсәйем нишләргә белмәй уфтанышып, доға ҡылып, аптырашып ултырҙылар, тик әсәйемдең ҡарарына ҡаршы бер ни ҙә эшләй алманылар. Минең дә уларҙы һүткем килмәне. Шул хәтлем ҡыйын булды миңә был эште башҡарыуы. Инде шул ирекһеҙҙән ҡылған ғәйебемде ҡаплар өсөнмө, мин ғүмер буйы елән тегеү хаҡында уйланым, халыҡты, йәштәрҙе еләнле итеү тураһында хыялландым..."
Ике ҡәрсәһе ике яғында доға уҡып, Алланан ғәфү үтенә, йөрәге һыҙлап ҡына ҡыҙ бала үҙенең ырыу еләндәрен һүтә. Ошо мәлдә уның алдына тағы ла олораҡ бурыс ҡуйылғандай була - ҡасан да булһа был еләндәрҙе яңынан тегергә, халыҡҡа ҡайтарырға… Донъялағы - донъялыҡта бит.

Икенсе әңгәмә

"...Башҡорттарҙың ошоғаса һаҡлап алып ҡалған берҙән-бер нәмәһе - үҙҙәренең биҙәктәре. Шулай итеп, арыу-талыу белмәгән егәрле башҡорт ҡатыны - үҙ халҡының сәнғәтен һәм гүзәллеген һаҡлаусы ул." М.А.Круковский,
рус этнографы, XX быуат башы.

"...Беҙҙең Хәйбулла яғы халҡы элек- электән етешһеҙерәк көн күргән, сей тырышлыҡ менән көн иткән. Бар байлығы - мал, ул булмаһа, эш харап. Минең атайым, аяғы ауыртҡас, тегенсе булды. Бик матур итеп итек-ситектәр, тун-толоптар текте. Уның ваҡ эшкә ҡамалып, тире-йөнгә сумып, энә-беҙгә сәнселеп, өйҙә ултырыуын күреп, йәлләп, әсәйем: "Ҡарт ялҡау өйҙән сыҡмай", - тип шаяртҡан була торғайны. Шунан үҙе тағы: "Ялҡаулыҡ тәгәрәй-тәгәрәй ҡаса һинән - бынау хәтле итеп кем ситек тегә был тирәлә, шуны семәрләп сигеп ултыра бит әле", - тип ыңғайына һыйпап, яратып, маҡтап ҡуйған булыр ине. "Шәп мин, зерә шәп - сабата ла үрә беләм әле мин", - тип атай беҙҙе көлдөрә торғайны, үҙе иҫәп-хисапҡа шәп булды, бухгалтер булып та эшләне. Уны атаһы, мулла итәм, тип, мәҙрәсәлә уҡытҡан булған. Заманалар үҙгәргәс ни, был уйы уйылып ятып ҡалған. Шулай ҙа атайым алдынғы ҡарашлы булды, балаларын уҡытам, тип атлығып торҙо..."
"Әбйәлил яғынан килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүестәре шау көмөш тә көмбәҙ була торғайны. Бер саҡ атайымдан һорайым: "Нишләп беҙҙең яҡта юҡ һуң шул тәңкәләр?" "Әбйәлил электән Урал эсендә, Магнит заводтарына яҡын, көмөш сыҡҡан ерҙә йәшәй, шуға ундағы халыҡ алтын-көмөштө таный ҙа, таба ла, таға ла", - ти торғайны атайым.
Баймаҡ менән Әбйәлил - баҙарлы ер, тимәк, аҡсалы халыҡ. Май-ҡоротон апарып һатһа ла ҡулына аҡса инә, ә беҙҙең яҡ - сит яҡ, юл да юҡ, эш тә юҡ, аш та юҡ - сиҙәм үҙләштереү башланғансы шулай булды..."
"Әсәйемдең еләндәрен боҙған мәлдә күңел төбөндә юшҡын ҡалды. Ғүмерлек әрнеү менән хыял ҡалды. 1957 йылда миңә Ленинградҡа һәм Мәскәүгә барырға тура килде. Әле Өфөнө лә күрмәгәнмен, был яҡта бер ҡалаға аяҡ баҫмағанмын, әммә Ленинградҡа юл төштө. Барыуын-барғас, бер нимәгә ҡарамай, Эрмитажды күреп ҡайтырға тейеш инем. Шул Эрмитаж мине яңынан тыуҙырҙы, тиергә була. Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып, һәр экспонатты ҡараным. Һәр бер төймә, һәр бер нәмә һаҡланған! Петр Беренсенең әллә нисә кафтаны ята - тегелеп бөтмәгәндәре лә бар... Ә беҙ нишләп әсәйемдең бер нәмәһен дә һаҡламаныҡ икән, тип, ҡара ғәжәпкә төшөп аптырап ҡайттым үҙебеҙҙең маңҡортлоҡҡа. Йәш булһам да шуны аңлағанмын бит әле, байғош..."

Өсөнсө әңгәмә

Тарих көҙгөһө - йыр һәм тел, кейем һәм аш-һыу. Орнамент - халыҡ тарихының баһалап бөткөһөҙ шаһиты.
С.Н.Шитова,
башҡорт этнографы, XX быуат аҙағы.

Хәйбулла районының Тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1992 йылда асыла, Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы "Этнография" бүлеген туплаусы була. Музейға килеүселәр был ғәжәйеп бүлмәгә килеп кереүгә бер тын һүҙһеҙ ҡарап тора. Иң бай экспозицияларҙың береһе - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме күргәҙмәһе. Башҡортта нисә ырыу бар, шунса кейем төрө... Күргәҙмә - Хәйбулла яғы оҫтаһы Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы Усманованың ижады. Башҡортостанда ғына түгел, донъяла берәү бындай уникаль йыйылма.
"Кейемдәр тураһында гел ҡыҙыҡһынам. Наил Бикбулатов, Раил Кузеев, Рим Янғужин, Альмира Янбухтина, Светлана Шитоваларҙың китабын уҡыйым. Бер йыл Өфөгә семинарға барҙым. Альмира Ғәйнулла ҡыҙы Янбухтина үҙе оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Уға үҙем теккән бер күлдәкте күрһәтеп: "Дөрөҫ эшләгәнменме?" - тип һораштым. "Дөрөҫ эшләйһегеҙ", - тине. Светлана Николаевна Шитова менән дә күп аралаштым. Мин күберәк һорашам, үҙем бер нәмә лә һөйләмәйем. Әгәр ҙә шулай-шулай була ул, тип белгәнемде һөйләһәм, яҙып алырға әҙер генә торалар. Ә мин өндәшмәйем. Тәү мәлдәрҙә шулай тыңлап, өйрәнеп тик йөрөнөм. Уғаса булмай, әсәйем дә үлеп ҡалды. Уның туҡһан йәше тулыуға бер бүләк булыр, тип, ошо кейемдәрҙе тегә башлағайным. Үҙемдең хыялым бар ине бит - теге саҡ һүтелгән еләнде кире тергеҙеп, әсәйемде ҡыуандырырмын, тигәйнем... Булманы, өлгөрмәнем. Күрәһең, уға елән ябыныу бүтән насип булмаған... Беҙҙең Хәйбулла районында бөрйәндәр, үҫәргәндәр, ҡыпсаҡтар йәшәй. Ялан Ҡыпсағы тигән ауыл бар ине, хәҙер юҡ ул, шунда ҡара-ҡыпсаҡ ҡәүеме йәшәне. Шул ауылдан өс саҡрымда Айыулы тигән ауылда уҡыттыҡ, шунда ла кешеләрҙән һораша торғайным. Баяғы минең һорашыуымдың, ҡыҙыҡһыныуымдың сәбәбе бер - кейемдәрен өйрәнеү.
1990 йылда Ишмулла Дилмөхәмәтов йыйынына Күгәрсен районы Сәнкем-Тәүәкән ауылынан килтерелгән тирмәгә күрше генә үҙебеҙҙең район тирмәһен ҡорҙоҡ. Сәнкем тирмәһендә бер боронғо түбәтәйҙе күреп ҡалдым. Түбәтәйгә төрлө төҫтәге ынйыларҙан теҙеп бетеү сигелгән. Йәйғор бетеү! Сәнкем-ҡыпсаҡтарҙың бетеүе! Илаһи матур тамға! Йәйғор бетеү ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғына түгел, ирҙәрҙең дә кейеменә ҡуйыла һәм шунан танылып тора торған булған. Йәйғор бетеү түбәтәй, ҡашмау олоно, елән итәге, елән иңсә-яурынсаһында ла осрай, бигерәк тә балалар кейеменә мотлаҡ ҡуйыла торған булған..."

Сәрүәр СУРИНА.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.20 | Ҡаралған: 928

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru