«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САЛЫ ҠОШО МОҢО ҺАҒЫНДЫРҒАЙНЫ
+  - 

Милли йәштәр театры сәхнәһендә төрөк яҙыусыһы Решат Нури Гүнтекиндың "Салы ҡошо - һайрар ҡош" романы буйынса әҙерләнгән "Уйҙарымдан ғына юғалма" тигән яңы спектаклдең премьераһы булып үтте. Режиссеры Илдар Ғиләжев тәҡдиме менән ул мәшһүр башҡорт режиссеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, быуын-быуын актерҙарҙың остазы һәм ошо Милли йәштәр театрын асыуға (бынан теүәл утыҙ йыл элек!) юл ярып йөрөгән оло шәхестең - Ғабдулла Ғиләжевтың рухына арналды. Быйыл уның тыуыуына 90 йыл.

Яңы спектаклдең сценарийын Илдар Ғиләжев менән Зөһрә Бураҡаева яҙған. Салы ҡошоноң башҡорт сәхнәһенә ҡуныуы кемгәлер оҡшамағандай һүҙҙәр ҙә йөрөнө алдан, һәр хәлдә, уны һағайып ҡаршы алдылар. Әммә, минеңсә, классик роман биргән уй-хис даръяһынан бөгөнгө заманда ла яңғырашлы тойғоларҙы тотоп алыу - бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. Тамашасыға киносериал аша яҡшы таныш булған геройҙарҙы сәхнәлә күреү үҙе үк иғтибарҙы йәлеп итә. Шул уҡ ваҡытта авторҙар әҫәрҙең сәхнәүи лейтмотивын да оҫта тотоп алған. Нимә ул мөхәббәт? Ике йәш, саф йөрәктең дөрләп яныуымы? Әллә һынауҙар аша лайыҡлы үтә алыусы тәрән хисме? Был сағыу музыкаль әҫәр мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Был тәңгәлдә спектаклдең иң ҙур ижади векторы уның өсөн махсус яҙылған көйө, йыры, музыкаль биҙәлеше булды. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаевтың композиторлыҡ юлы мюзиклдар ижад итергә ынтылыштарҙан тора һымаҡ. Был спектаклдә лә ул миллион уҡыусыға һәм тамашасыға бәйән ителгән, миллион йөрәктәр тарафынан тулыландырылған мөхәббәт хистәрен, ниһайәт, үҙенсә музыка теленә күсерә.
Был әҫәр һәм уның геройҙары тураһында әллә күпме һөйләргә була. Төрөк кино артистарының һоҡланғыс матур уйыны бөтә илдәрҙе уларға ғашиҡ итте. Киносериалды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 2006 йылдың көҙөндә башҡорт телендә тәүбашлап эфирға сығарҙы, шулай тәржемәүи фильмдар исемлеген башланы. Ул ауҙарманы миңә эшләргә тура килгәйне. Тамашасы яратып өлгөргән геройҙарҙың башҡортса "һөйләшеүе" ифрат күңелле булды. Фильмда төп мотив - кешене төп ҡотҡарыусы кешелеклек.
Ә Милли йәштәр театры спектаклендә беҙ классик образдарҙың галереяһын - теҙмәһен күрҙек - улар йырлы, бейеүле, уйынлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ сағыу мизансценаларҙа башҡарылды. Мәҫәлән, Фәриҙәне һыйындырған хәрби врач Хәйрулла бей (Рәмзил Сәлмәнов, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты) бик хәтерҙә ҡалды. Уның олпатлығы, изге күңеле, атайҙарса йылылығы һәр хәрәкәтендә сағыла. Әлбиттә, төп геройҙар - Фәриҙә менән Кәмран (Лилиә Исҡужина менән Илнур Лоҡманов), уларҙың һәр тын алышы тамашасыға килеп етте, уйҙарына бәрелде, үлсәнде, баһаланды. Фәриҙә өсөн Өфө сәхнәһендә яңынан "тыуыу" бигүк еңелдән булмағандыр, сөнки йәш актриса үтә көсөргәнешле уйнаны, был уның геройының нескә хистәрен ҡаплап китте. Ә Кәмран роле ифрат ышаныслы һәм тыныс уйнаған актерға насип булған, уның бер аҙ ҡыйыуһыҙлығы, бошмаҫлығы, ирҙәрсә тотанаҡлығы - һәр хәрәкәте күҙ алдында торғандай оҫта уйналды. Дәрәжәле ир-егеттәр образын башҡарырҙай актерҙар театрҙың труппаһында етерлек. Рәжәп әфәнденең (Мәғәфүр Усманов, БР-ҙың халыҡ артисы) бөтә биҙәк-һынланыштарын тулы итеп уйнауы сәхнәләге ауыр тарихтарға йәм бирҙе, Мөхтәрҙең (Шәһит Хамматов) ҡыҫҡа ғына образы актерҙың шәхси оҫталығы менән байып, күркәм бер тамаша булып иҫтә ҡалды. Ихсан бей (Илгиз Таһиров, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты) роле лә тамашасыларҙың алҡыштарына күмелде, ә Азиз бей (Илсур Хәбиров, БР-ҙың атҡаҙанған артисы) менән Йософ әфәнде (Радмир Абдуллин, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты) образдары актерҙарҙың шәхсән үҙенсәлекле уйыны менән байып, классик әҫәрҙең бәҫен юғалтмайынса, ентекле тасуирларға ярҙам итте. Спектаклдәге ҡатын-ҡыҙ образдары ла төрлө һынауҙарға юлыҡҡан һәм юғалтыу-табыштарға төрөнгән яҙмыштарҙы сағылдыра алды, бындай төрлөлөктә бер төрлөлөк тә бар, айырмалыҡтар ҙа күҙгә бәрелә - һәр хәлдә, бер актриса ла ҡоро массовканы уйнамай, ә күмәк сәхнәнең эсендәге характерҙарҙы ҡалҡытырға ынтыла.
"Уйҙарымдан ғына юғалма" музыкаль спектаклен тамашасы йылы ҡабул итте, бер-ике урында оҙонға һуҙылғандай тойолһа ла, билдәле персонаждарҙың уйынын аҙағынаса ҡарап бөтөү теләге лә булды. Ләкин премьера көндө дөйөм атмосфераны ниндәйҙер ҡабаланыу, икеләнеп уйнау тойғоһо ла ялмап алғайны. Ҡайһы бер геройҙарҙың сәбәләнеүе, әле бер, әле икенсе төҫкә инеп, ваҡиға асылын онотоп, буталып китеүе һиҙелде. Ҡыҫҡа ғына ролдәрҙән туҡылған спектаклдә артистарҙың һәр береһе үҙ күренешен тос һәм төплө уйнарға төрлөсә ынтылыуҙан да киләлер был "һикертмәкле уйындар".
Фәриҙә менән Кәмрандың мөхәббәт тарихы - ул мәңгелек һабаҡтан бөгөнгө йәштәргә бер дәрес. Ике йәш йөрәк араһында тыуған саф һөйөү хисен ҡәҙерләү, хөрмәт итеү, тоғро һаҡлау - оло бәхеткә алып килә торған сабырлыҡ юлы. Ошо илаһи сәғәҙәт юлын йәше-ҡарты, ярлыһы-байы бергәләшеп кешеләрсә һаҡлағанда ғына донъяла әҙәмдәр бәхет ҡошон таба алыр. Бәхет ҡошо ана шул Салы ҡошо кеүек ғорур һәм нескә күңелле, ихлас һәм фиҙакәр йән. Инсценировканы башҡорт теленә тәржемә итеүсе Рәзилә Ырыҫҡужина, йыр авторҙары Айгөл Үтәгәнова менән Гөлфиә Юнысова, ҡуйыусы рәссам Юлиә Ғиләжева, хореограф Александр Родионов, яҡтыртыусы рәссам Динис Черепанов - һәр кем үҙ көсөн һалып, легендар Салы ҡошон беҙҙең Йәштәр театры сәхнәһендә һайратты. Һайраһын әйҙә Салы ҡошо, һағындырған бит уның моңо.

Кинйә МӘЗИТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.20 | Ҡаралған: 493

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru