«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИГЕҘ ОХМАЖ АСҠЫСЫ
+  - 


Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы менән һәр ырыуҙың кейеме хаҡында башҡаларҙан айырып торған билдәләренә туҡтап, бәйнә-бәйнә һөйләшеп, асыҡларға була торғайны. Һөйләшеүҙән ҡайһы бер өҙөмтәләр генә килтерәйек.

Бетеү. Ҡыпсаҡтарҙа мөһөр түгел, бетеү булған. Ҡарағай-ҡыпсаҡтарҙың бетеүе гел бер төрлө генә мунсаҡтан эшләнгән - мунсаҡ бетеү. Сәнкем-ҡыпсаҡтарҙыҡы төрлө ынйынан - йәйғор бетеү. Ҡара-ҡыпсаҡта - тауар бетеү, икенсе төрлө материалды һалып уратып сигелгән бетеү-аппликация. Хәҙерге сәхнә еләндәренә өсмөйөш формаһында биҙәк һалған булалар. Был дөрөҫ түгел. Олоғара ҙур өсмөйөш итеп итәккә орнамент һалыу бөтөнләй килешмәй. Исеме лә өсмөйөш түгел, "бетеү" уның. Һигеҙ ожмах асҡысы. Был тамға материалдан аппликациялап, ынйынан сигеп эшләнә. Һигеҙ ожмах асҡысы боронғо китапта бар. Сәскә түгел, тамға бит был, теләһә нисек асып ҡарамағыҙ, тип тыя торғайнылар.
"Тирә-яҡ". Маҡар ауылында бер ҡоҙағыйым бар ине, әле мәрхүмә инде. Шул хәтле күп белә торғайны боронғоно. Юрматыларҙың еләне тураһында һүҙ китте. Уларҙың еләнгә баҫҡан биҙәге бөтөнләй башҡа. Шунда бер түбәтәй килеп сыҡты, түбәһендә бер һүрәт тора - алтымөйөшлөк. Ҡоҙағый әйтә: "Был - "тирә-яҡ" була, - ти, - Алла бит уңда ла, һулда ла, алда ла, артта ла, ерҙә лә, күктә лә - бөтә алты яҡта ул, тимәк, бөтә тирә-яҡта була, шуны аңлатҡан билдә был", - ти. Шул ҡоҙағыйҙың исеме хәтеремдән сыҡҡан, фамилияһы Мухина ине. Тимәк, "тирә-яҡ" - алтымөйөшлөк, юрматы орнаменты була.

Дүртенсе әңгәмә

Төрки халыҡ кейемдәре араһында иң бай фантазиялы, иң төрлө һәм иң мәғәнәлеһе - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме.
С.И.Руденко,
этнограф, XX быуат уртаһы.

Елән. Әйткәнемсә, минең хыялым - ике ҡәрсәйемдең еләнен тергеҙеү булды, улар бер ҡасан да күҙ алдымдан китмәне. Елән - затлы кейем. Тегеүсе оҫталарҙың һәр береһе үҙенең "ҡулы", оҫталығы менән айырылған. Хәллеләр еләнде махсус тектергән, тауары, тәңкәһе, тегелешенең һиммәтен ҡарап, бер айғыр хаҡы менән баһалағандар. Шулай ҙа ниндәй ырыуҙың, ҡайһы төбәктең еләне тигәндә, төп айырма - еләндәге тамға. Ҡыпсаҡта - бетеү, меңлелә - ярым айлы бетеү, юрматыла - тирә-яҡ, үҫәргәндә - һигеҙ ожмах асҡысы. Мөһөр баҫылған, мөһөр тартылған, тиҙәр. Бындай ырыу тамғаһы ҡуйылған еләнде бутап та, юғалтып та булмай. Беҙҙең көньяҡ-көнсығышта еләндәр йәнә биҙәүле булған, башҡа яҡта елән биҙәлмәгән. Камзул. Камзул - боронғоһо бик ҡатмарлы итеп тегелгән. Биленән биш ая итеп телеп ебәреп, итәге клёш булып тора. Билле камзулды тамъяндар оҫта тегә. Уларҙың көнбайышҡа күсеп ултырған әҡрәбәләре лә Туймазы, Миәкә яғында билле камзул кейә, тинеләр бер конференцияла. Камзулға бетеү, мөһөр ҡуйылмай, тәңкә, уҡа, ҡортбашы тегелә. Камзулға ҡыялап йә тура киҫеп кеҫә һалына.
Түшелдерек. Түшелдеректе башлыса өлкәндәр кейгән. Тура иҙеү менән тегелә, эстән һалып кейелә. Алмиҙеү йәки башҡыҙеү (йәғни башҡа кейелә торған иҙеү) тип йөрөтөлгән төрҙәре бар. Түшелдерек тип төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш яҡ башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙың күкрәген ҡаплаған биҙәүесте әйтә. Ҡатайҙар менән Арғаяш яҡтары "яға" тиҙәр. Көнбайыштағы башҡорттар "дәүәт", "хәситә" яһап таға, улар шау көмөштән була, яурындан төшөп, билдән уратып торған дәүәттәрҙе лә күргәнем бар.
Һаҡал. Ҡыҙҙы кейәүгә оҙатырға кәрәкһә, әсәһе туған-тыумаса ҡатын-ҡыҙын сәйгә саҡыра ла "һаҡал өмәһе" үткәрергә йыйыныуын әйтә ("бирнә өмәһе, селтәр өмәһе" лә тиҙәр). Кем тәңкә, таҫма, төймә, ҡортбашы һ.б. алып килә. Бөтәһен бергә һалып тегәләр. Ҡайһы бер яҡта селтәрҙе лә "һаҡал" тиҙәр, беҙ "һаҡал" тибеҙ. Аҡсалы яҡтар аҡса ҡуя. Петр Беренсе аҡсаны тишеүҙе тыйғас, көмбәҙ һуға башлайҙар.
Ҡыҙҙар ҡул эшенә оҫталығын күрһәтеү өсөн таҫтамал, шаршау, тәҙрә ҡормаһы, мейес башы ҡорғаны, кейәү күлдәгенең яғаһы, кеҫәһе, хатта кейәүҙең силғауын да сигеп әҙерләгәндәр. Сигелгән силғау! Бөгөнгө ҡыҙҙарҙың төшөнә лә инмәҫ, инһә лә, ышанмаҫ.
Әмәйлек. Әмәйлек - муйынды ҡаплаған ярымтүңәрәк яға. Йәш балалар, йәш ҡыҙҙарҙың муйынын һаҡлау өсөн ябыу итеп эшләнгән. Насар күҙҙән, ел-шауҡымдан һаҡлаған. Көньяҡ-көнсығыш төбәктә ҡыҙҙар кейеме таҫманан, тауарҙан тегелә, ынйы, мунсаҡ, тәңкә менән биҙәлә. Балаҡатайҙар уны "һағылдырыҡ" тиҙәр, шау тәңкәне бер таҫмаға теҙеп тегәләр, эйәкте уратып, муйынды ҡаплап, ҡолаҡ артынан аша тартып тағалар.
Күлдәк. Күлдәктең тегелеше лә, төрҙәре лә бихисап, уны шул-был ырыуҙыҡы тип айырып ҡарап булмай. Тегелеше буйынса ғына исемләргә мөмкин - күтәрткән күлдәк, тубыҡтан бөрөлгөн күлдәк, ҡаҙморонлап бөрөлгөн итәк, ҡатлансыҡлы күлдәк, әҙепле-төймәле уйымлы күлдәк, итәк баҫҡан күлдәк, ҡанатлы күлдәк, мәҫкәүле күлдәк, ҡупайсыҡлы күлдәк - фонариклы иңбашлы күлдәк...
Алъяпҡыс. Гел генә камзул, елән, кәзәкей кейеп йөрөмәгән бит ҡатын-ҡыҙ. Алъяпҡыс та бар бит. Бигерәк тә меңле, әйле, ғәйнәләрҙең ҡатындары алъяпҡысын сисмәгән. Беҙҙең яҡта алъяпҡысты арҡалы итеп тегеп кейгәндәр. Көндәлек эш араһында, өйгә инеп-сыҡҡанда бик ҡулай. Арттан арҡаңа ышыҡ, алдан түш-итәгең ҡаплаулы. Меңле ырыуы ҡатындары әле лә шундайҙы ғына кейә. Ҡулъяулыҡ, алъяпҡыс итәген ҡыя сәнсеп сигеп бирнә әҙерләгән ҡыҙҙарыбыҙ. Яңы төшкән киленде күрергә килгән әбейҙәр, алъяпҡысы сигелгәнме, тип һораған була торғайны. Ҡатын-ҡыҙҙың егәрле, булдыҡлы икәнен күрһәткән сифат бит инде.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме
Ҡашмау. Ҡашмау - баш кейеме. Гәрәбә, мәрйен, тәңкә, ынйы менән биҙәп эшләнә. Ҡортбашы ла тегеп ҡуялар. Күҙ теймәҫкә, тиҙәр. Борон ҡортбашы, ҡусҡар биҙәге һалып биҙәгәндәр, ҡабырсаҡтан ҡырҡып тәңкә эшләнгән, көмбәҙҙе лә шунан яһағандар.
Ҡашмауҙың арҡа буйлап билгә саҡлы төшөп торған өлөшө "олон" тип атала. Уны ҡайһы берәүҙәр "ҡойроҡ", тигән була, төптө буш һүҙ. Ҡашмау олоно "тояҡ" менән ослана. Нимәнән эшләнеүенә ҡарап, "тояҡ"тың да төрҙәре бар - сәсәкле тояҡ, сәйләнле (мәрйенле) тояҡ, тәңкәле тояҡ, суҡлы тояҡ...
Таҫтар. Таҫтар - ҡатындарҙың баш кейеме. Кешенең буйына ҡарап, ике-өс метрға тиклем тауар китә таҫтарға. Иңгә төшөп торған туҡыма-шарф, тиергә була. Таҫтарҙы шәл урынына урағандар, тышынан бүрек тә кейгәндәр. Таҫтар бөтә башҡортта ла булған.
Ҡалпаҡ. Төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш башҡортта ҡалпаҡ күп, рәттән кейгәндәр. Беҙҙең яҡта ла яратып кейеүселәр булған, тик нишләптер ҡалпаҡты татарҙыҡы, тип сикләүселәр табыла. Буш хәбәр, ҡалпаҡ кейеү йәш ҡыҙҙарҙа, килендәрҙә булған. Салауат районында Сания Абдуллина тигән йыраусы бар, шул ҡатындың кейгән күлдәген күсерҙем. Уларҙа "сылбырлы сигеү" таралған. Беҙҙә уны "элмә" тип тә әйтәләр. Салауат Юлаев музейы асылған йылды ул яҡтарға мин дә барҙым, күргәҙмәгә ҡуйған кейемдәрҙе ҡараным. "Элмә икән сигеүегеҙ", тиһәм, "Бәй, тәмбәрәне танымайһыңмы, тәмбәрә лаһа был", - тип ебәрәләр. Тамбурҙы шулай матурлап әйтәләр икән. Әйҙә, әйтһендәр, бигерәк ятышлы. Ул яҡтар ҡалпаҡ кейә, кейемдәрен дә шулайтып эшләнем. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының кейемендә сигеүҙең төрө башҡаса. Шул уҡ тамбур, ваҡ элмә, ҡыя сигеү, иллә симметрия ныҡ күренә.
Таҡыя. Башҡорт менән татар таҡыяһының айырмаһы - яулыҡта. Башҡорттар һис шикһеҙ таҡыя өҫтөнән яулыҡ ябына, шуға күрә алғы яғын ғына сигә. Татарҙарҙа тотошлай уратып сигелә. Төньяҡ-көнбайыш - Минзәлә башҡорттары, Яңауыл, Баҡалы, Балаҡатай яҡтарында йәшәгән башҡорттар таҡыя кейә. Уны ҡалпаҡ та тиҙәр. Балаҡатай ырыу ҡатын-ҡыҙҙары ҡалпаҡтың әллә нисә төрөн кейә: сикә-ҡалпаҡ, тупый-ҡалпаҡ, тәңкәле ҡалпаҡ, мәрйен-ҡалпаҡ, туҙ-ҡалпаҡ. Булғас, бар тип әйтәйек, булғанына шөкөр итәйек, һаҡлайыҡ, ташламайыҡ. Уларҙа ла таҫтар бар, уҡа бар, тәңкә аҙ. Таҡыяны нимәнән тегәләр, тиһәң, төрлө яҡта төрлөсә. Тауарҙы тартып, башта ныҡ торһон, йылы ла булһын, тирләтмәһен дә өсөн эслек ҡуйыла - ҡатырға йә туҙ, һырылған мамыҡ, тула, хатта йоҡа кейеҙ ҙә ярай. Тышынан матур тауар менән тышлап, сигеп-биҙәп ебәрәләр. Белорет районы Шығай ауылының "Хәтирә" фольклор ансамбленә йөрөгән ҡатындарҙың баш кейемен - таҡыяны ла күсереп эшләнем. Салауат районынан килгән Сания апай Абдуллина бик ыҫпай ҡалпаҡ кейеп йөрөнө, ул таҫтар ҙа бәйләп сығыш яһаны. Ғәжәп оҫта итеп думбыра сиртте.
Ҡурған яҡтарының кейеме. Ҡурған ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме лә миңә бик ныҡ таныш. 1995 йылда делегация составында барҙыҡ ул яҡҡа. Берәү хатта өйөнә саҡырҙы, әйҙәгеҙ, мәжлесте күңелләтеп ултырырһығыҙ, тине. Үҙегеҙ беҙҙән дә күңелле йырлайһығыҙ әле, тип көлдөрҙөм. Уларҙың мотлаҡ ҡушъяулығы бар, беҙҙә уны "француз яулыҡ", тиҙәр. Наполеон яуынан алып ҡайтылған ирҙәр бүләге булғандыр. Тар ғына таҡыяһы тотош сигелгән, ҡолаҡсаһы ла сигеүле була. Торғаны ғына сын мәрйен менән сигеүле. Бүтән баш кейеме юҡ уларҙа. Күлдәк итәктәренә элмә сигеү менән бик йәтеш кенә кәкерсәк - зигзаг һалына. Үҙҙәре шул кәкерсә ҡайыуҙы "дөйә үркәсе" тиҙәр.
Һамар башҡорттарының кейеме. Һамар яғының ҡатындары кейеме лә үҙенсәлекле. Йылайыр совхозында Һамар өлкәһенән килгән башҡорттар йәшәгән, Һәҙиә Дәүләтшина ла, туғандарына килеп, шунда йәшәп киткән, йорто бармы-юҡмы, белмәйем, әле урамы бар. Беҙ боронғо ерҙәребеҙҙә, үҙебеҙсә йәшәйбеҙ, тип хәҙерге Иҫәнгилде ауылы урынына күсеп ултырғандар. Мин уларҙың кейемдәрен бик ентекләп ҡараным. Былар әйтә, беҙҙә елән юҡ, беҙҙә кәзәкей, тиҙәр. Шунан уларса итеп кәзәкей тектем. Аппликация менән сигелгән биҙәк һалына. Күпселектә - йәбештереп сигелгән сигеү менән эшләнгән. Һамарҙа ла таҫтар бар.
Меңлеләрҙең кейеме. Минең сығышым - тамырҙарым мең ырыуынан. Хәйбулла районы Утарбай ауылына ҡайҙан килеп сыҡҡандар, тиһәң, иреккәндән түгел инде. Һабыр тигән батырыбыҙ Салауат яуында ҡатнашҡан. Салауат Юлаев ихтилалы баҫтырылғас, үлемдән, суҡындырыуҙан, яндырыуҙан ҡасып, ошо тау-дала яҡтарына ҡасып-йәшенгәндәр. Ейәнсураға яҡын торабыҙ, ҡыҙ биреп, ҡыҙ алышып, инде тамам үҫәргән ырыуына ингәнбеҙ, үҫәргән булып бөткәнбеҙ. Меңлеләргә ҡыпсаҡтың тәьҫире ныҡ булған. Улар тығыҙ аралашҡан. Ҡыпсаҡтарҙың билдәһе - "бетеү", тамғалары - "ярым ай". Шул тамға меңлеләрҙә лә бар, еләндәренең айырмаһы шул - меңле ырыуы ҡатындарының еләне билләп тегелгән була.
Фәрештә тәсбихе. "Фәрештә тәсбихе" үләндән эшләнә - артыш, ағас бөрөлөренән ете төрлө емеште беләҙеккә, муйынға элгәндәр. Фәрештә тәсбихе күҙ тейеүҙән һаҡлаған, теләкте ҡабул иткән. Уны бала бишегенә юғарыға элгәндәр.
Маңлайса, иңсә, яурынса, ҡолаҡса. Һәр нәмәгә ҡарата үҙ исем-атамаһы ла яғылып ҡына торған. Маңлайҙы ҡаплатып, сәсте йыйып торған таҫма "маңлайса" тип йөрөтөлгән, уны матурлап тәңкә, ынйы, уҡа һәм мәрйен дә, суҡ та ҡуйғандар. Кем нимәгә маһир... Еләндең иңбашын ҡабартып, ҡулбашҡа уҡ төшөрөп һалынған "иңсә" йәки "яурынса" тигән кейем өлөшө лә булған. Йөй-фәләнде ҡаплауҙан бигерәк, көндәр буйы көйәнтәләп һыу ташыған ҡатын-ҡыҙҙың кейеме яурын-иңбашынан туҙмаһын өсөн, туҙһа, ҡапланһын өсөн уйлап табылғандыр, бәлки. Бер нәмә лә бушҡа ғына булмай, һәр ғәмәлдә йәшәү әмәле, донъя дәнмәле ята...

Бишенсе әңгәмә

Башҡорт ҡатынының кейеме - йыр, бейеү, бәйге, яу, бала һөйөү һәм мөхәббәт.
С.Н.Шитова,
башҡорт этнографы

"...Ҡартайым Ғәбделәхәт исемле ине, уның атаһы Бәҙәмша хажға барған. Шунан ынйы алып ҡайтҡан. Ап-аҡ ынйылар, ваҡ ҡына, ике буй ине. Уларҙың аҡлығы, матурлығы һаман шул көйө. Ҡәрсәм бирҙе миңә: "Был ынйыларҙың ҡәҙерен белһә Әсмә генә белер, башҡа берәү ҙә белмәҫ",- тине. Мин уларҙы ҡарағай-ҡыпсаҡтарҙың еләненә урынлаштырып та ҡуйҙым.
Илдән сүпләп тиерлек йыйҙым кәрәк-яраҡты - ҡайҙалыр хужаһыҙ ята, ҡайҙалыр магазинда... Йыйҙым да йыйҙым... Ынйы, мәрйендәрҙе килолап алдым. Хәҙер артҡан-ҡалғанын айырым-айырым ваҡ банкаға тултырып ҡуям. Ҡайсаҡ бер бөртөгө лә ҡәҙерле, табылмаһа, хатта аптыраҡ, ҡыйын. Ҡапылда ныҡ кәрәк була ла ҡуя ул. Элек ҡортбашы тигән нәмә булды. Хәҙер юҡ улар.
Баяғы "бетеү" тураһында гел аптырайым. Күрәләтә боҙоп эшләнә. "Бетеү" тигәндең ни икәнен дә белмәйҙәр. Тота килеп бер биҙәк һалалар, ул нисек, ҡайҙа, нишләп урынлаша, нишләп шундай төҫтә, нишләп шул ерҙә - уйланмаған. Ялтыр-йолтор тауар, еп, йылғыр машинка етерлек бит хәҙер. Әүәле улай артыҡ ныҡ биҙәү булманы. Бигерәк тә ир кешеләрҙең кейеме тыйнаҡ та, йыйнаҡ та. Ирҙәрҙең кейеме елән түгел, сапан, тип әйтелә. Сапан ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла булды, әммә ирҙәрҙең кейеме - сапан. Милли кейемде милләткә ярҙам итеүсе түгел, ярҙан этеүсе, башын бутаусы бер нәмә итеп ҡарайҙар, күрәһең..."

Алтынсы әңгәмә

Милли кейемгә һоҡланыу, һөйөү, ышаныу һәр башҡорт ҡатынына хас.
А.Ғ.Янбухтина,
сәнғәт белгесе.

Мин Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы янынан яңынан-яңы һорауҙарға күмелеп киттем. Беҙҙең халыҡ тарихы, ижады, мәҙәниәте шишмәһе - уның күңелендә, хәтерендә, зирәклегендә икәнен тағы ла тойоп кинәндем. Әңгәмәсем - бөйөк уҡытыусы, уның һөйләүендә серҙәр уралған, һорауҙарынан яуаптары күп, асышына йомаҡтары эйәрә. Ошондай серле асыштарҙың береһе - гәләбәш тураһында һүҙ-йомаҡ ҡалды.

Гәләбәш. Гәләбәш... гәләпүш тип тә әйтәләр, ҡайһыһы дөрөҫтөр инде... Бик һирәк осрай, бик аҙ ҡалған баш кейеме. Береһе Ленинградтағы Румянцевтар музейында, берәүһе Венгрияла һаҡлана - хәҙер музейҙар менән эшләгәс, беләбеҙ инде. Ә мин иң тәүҙә гәләпүште ҡайҙа ишеттем? Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Әбеш мәктәбендә уҡыным. Йыуаға бармаҡ булғайныҡ, фатирыбыҙ хужаһы беҙгә юл өйрәтеп былай ти: "Гәләбәш элгән" тауына бармағыҙ, ул Һаҡмар аръяғында..." Шунан тау исеменең ҡайҙан килеп сыҡҡанын да һөйләне. Борон бай ҡыҙҙары тауға уйынға сыҡҡанда башындағы гәләпүшен сисеп ағаслыҡҡа элеп тора торған булған. Шау көмөш тәңкәнән торған гәләпүштәре, ҡояшта емелдәп, әллә ҡайҙан күренеп торған... Ул тау тигәне бәләкәй генә бер түмәләс, ҡыҙҙар уйын ҡорорлоҡ ҡына аулаҡ көн бите... Бик бай ҡыҙҙары булғандыр, ахыры...
Йылдар үтте. Ул олатай әйткән гәләбәш хаҡында онотҡанмын. Үҙемдең улым менән ҡыҙымдың башына яңы модаға ингән панамка тегеп кейҙерҙем дә Утарбайға әсәйемдәргә алып ҡайттым. Әсәйем баяғы панамканы "гәләпүш" ти. Нишләп гәләпүш булһын ул, тигәнбеҙҙер инде, аръяғына асыҡлап һөйләп алып китте "Гәләпүш тигән баш кейеме электән бар ине. Беҙҙең дә гәләпүш булды. Граждандар һуғышы йылдарында замана боларғас, ҡартатайың мулла булғас, һаҡланмаҡсы булғанбыҙҙыр инде. Гәләпүште, һиңә һүҙ теймәйерәк, тип, фәҡирерәк бер ағай-энебеҙгә биреп торҙоҡ. Ул уны тиреҫлеккә йәшергән. Әммә гәләбәш шунда юғалған, кемдер алған, тигәндәр..."
Аҙаҡ Аҡъярға күстек, гәләбәш тағы онотолдо. Әммә пенсияға сығып, музейҙа эшләй башлағас, Руденко яҙған китапта ла башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме гәләбәш хаҡында уҡығас, мин уны тергеҙергә кәрәктер, тип уйланым. Башта бер нисек тә килештерә алманым. Гел иҫләй-иҫләй, уйлай-уйлай эшләйем, тота килеп кенә яңыртып булмай боронғо кейемде. Ҡайҙа барһам да һорашам, эҙләнәм, тигәндәй... Килеп сыҡмай. Унан ҡарап, бынан ҡарап, баяғы әсәйем бахырҙың һөйләгәненән хәтерләп, бабайҙың әйткәндәренән күҙ алдына килтереп, китаптарҙан ҡарап хатта ныҡ ынтылдым был эште башҡарырға. Олатайымдың, гәләбәш башҡорттоҡо ла булған, тигәне миңә тынғылыҡ бирмәне шулайтып. Әсәйемдең һөйләүенсә, арттан олоно киң, арҡаға саҡлы төшөп тора. "Гәләбәш үҙе шау тәңкә, лыс көмөш", ти торғайны әсәйем. Күҙ алдына килтереп, бер нисә мәртәбә һүтеп-нитеп эшләнем баяғыны. Башҡа ерҙә осратҡаным да, күргәнем дә булманы шул, уны ентекләп һорашырлыҡ боронғо кеше ҡалмаған бит ул хәҙер. Иллә мәгәр Руденко, башҡорттарҙа гәләбәш булған, тип яҙа. Быға иғтибар итмәй һис ярамай!.."

Шулай итеп...
Бына шундай киң фекерле, яҡты зиһенле, тапҡыр телле кеше ине Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы Усманова. Һигеҙ ожмах асҡысы... Шундай тылсымлы мөһөр баҫылған уның ғүмер юлына. Ожмахтарҙың баҫҡысы - ижад, хеҙмәт, ил тойғоһо, халыҡ моңо тылсымы... Мәғариф ветераны, йыраусы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме күргәҙмәһен ижад итеүсе, Хәйбулла яғы арҙаҡлыһы Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы Усманованың һөйләп ҡалдырғандары милли кейем менән ҡыҙыҡһыныусыларға бер оҫталыҡ дәресе булыр, тип уйлайбыҙ. Белеүегеҙсә, әле республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының төрлө райондарҙағы ағзалары тарафынан милли кейем буйынса хаталар өҫтөндә эш башҡарыла. Һәр төбәктә милли башҡорт кейемен, биҙәүестәрен үҙ ырыуыңа, тарихи өлгөләргә ярашлы итеп төҙәтеүҙе үҙ эсенә ала был акция. Ошо акцияла ҡатнашыусылар "Киске Өфө"лә сығыш яһаусы белгестәрҙең - Роза Юлдашбаева (11-се һанда сыҡты), Әсмә Усманованың, башҡа авторҙарыбыҙҙың фекер-кәңәшенә ҡолаҡ һалыр, тип ышанайыҡ.

Сәрүәр СУРИНА.
(Аҙағы. Башы 13-сө һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.20 | Ҡаралған: 808

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru