«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТТӘН ТОРОП УҠЫЙБЫҘ
+  - 

Был аҙнала мәктәп уҡыусылары ситтән тороп белем ала башланы. Уның нисек ойошторолоуы һәм ниндәй проблемалар килеп тыуыуы хаҡында ҡала хакимиәтендә видеоконференция бәйләнешендә үткән оператив кәңәшмәлә Өфөнөң Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова сығыш яһаны.

Мәктәптәрҙә белем биреү процесын сифатлы алып барыу өсөн барлыҡ техник шарттар булдырылған. 7 апрелгә ҡарата уҡыусыларҙың 99 проценты дистанцион белем алырға техник яҡтан әҙер була. Видеодәрестәр Skype, YouTube, Zoom платформалары буйынса алып барыла, шулай уҡ "Якласс", "Учи.ру", "Виртуальная школа Сбербанка" платформалары аша автоматлаштырылған "Мәғариф" мәғлүмәт системаһындағы электрон журнал аша эштәр бирелә. "Российская электронная школа", "Яндекс.Учебник" цифрлы ресурстарҙа һәр тема буйынса теоретик, күнекмә, өйгә эш, тикшереү материалдары бар. Платформалар уҡытыусыға электрон кейстар ҡулланыу мөмкинлеге бирә. Улар уҡыусының электрон почтаһына һалына һәм яуаптарҙы уҡыусы уҡытыусының почтаһына ебәрә йәки электрон журналға беркетә. Дәрескә йөрөү һәм баһалау журналда билдәләнеп бара. Бер процент уҡыусының (1280 бала) онлайн уҡыу мөмкинлеге юҡ. Тап улар өсөн электрон кейстар ҡулланыу урынлы, сөнки эштәр ата-әсәнең телефонына йәки ватсаптағы төркөмгә ебәрелә
Әлбиттә, ситтән тороп белем алыу өсөн ҡорамалдарҙың төҙөк булыуы һәм өйҙә балаларға уңайлы шарттар тыуҙырыу, уларҙың ял һәм уҡыу режимын күҙәтеү мөһим. Бында, әлбиттә, ата-әсәләргә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә.

Ә ата-әсәләр үҙҙәре был хаҡта нимә уйлай икән?

Ләлә БӘШИРОВА, Өфө ҡалаһы:
Ҡыҙым 5-се синыфта уҡый. Дистанцион белем алыуҙың беренсе көнөндә генә дәрестәр онлайн рәүешендә үтте, хәҙер электрон кейстар аша уҡыйбыҙ. Бында инде күберәген баланың үҙенә уҡырға йәки үҙемә уҡытыусы булырға тура килә. Онлайн дәрестәр булһа, яҡшыраҡ булыр ине тип уйлайым, сөнки унда бит һәр предмет буйынса махсус белемле уҡытыусы үҙе, методика буйынса аңлата. Ә ата-әсәләр - үҙе нисек аңлай, шулай аңлатырға тырыша. Онлайн дәрестәрҙең булмауы, моғайын да, провайдерҙың бындай көсөргәнеште күтәрә алмауындалыр, тип уйлайым.

Айгөл РӘШИТОВА, Өфө ҡалаһы, 4 уҡыусы әсәһе: Мин хәҙер әсәй генә түгел, уҡытыусы ла. Хатта әсәйемә аҙыҡ-түлек алып барырға ла ваҡытым юҡ. Әле мин беренсе синыфта уҡыусы балам менән генә шөғөлләнәм, ололары үҙаллы уҡый. Шулай ҙа беренсе синыфтағы баланы дистанцион уҡытыу - ул 8 сәғәтлек кенә эш түгел. Ярай әле уҡыуҙы телевизор аша күрһәтеүҙе ойошторҙолар, был бик уңайлы, дәрестәр асылмаҫ, тауыш юғалыр тип ҡурҡаһы түгел. Балалар дәресте ата-әсәйҙең ярҙамынан тыш та ҡарай ала.
Шулай ҙа видеодәрестәрҙең сифатына, уларҙы эҙмә-эҙлекле һәм методик йәһәттән ойошҡан, балаларға - стресты, ә уҡытыусыларға һәм Мәғариф министрлығына дәғүәләрҙе кәметергә ярҙам иткән бер нисә фекерем менән бүлешергә теләйем. Беренсенән, һәр дәрес алдынан уны нисек башҡарыу тураһында аңлатып үтеү кәрәк. Уҡыусы уны тыңларға, яҙып алырға, шунда уҡ үтәргә йәки дәресте тулыһынса тыңлап бөткәс эшләргә тейешме? Юҡһа, уҡыусы эште эшләй башлай, әммә бының өсөн ваҡыт бирелмәй, икенсе эш ҡушыла. Уҡыусы беренсе эште эшләп бөтмәгән, ә уҡытыусы өсөнсө эшкә күсә. Уҡыусы артабан инде дәресте тыңламай башлай. Икенсенән, уҡытыусы таҡтанан күрһәтеп һөйләгәндә оператор уны түгел, таҡтаны ҙур планда төшөрһөн ине. Өсөнсөнән, дәрес һуңында уны ҡайҙа ҡабатлап ҡарап була, социаль селтәрҙәрҙәме, икәне тураһында мәғлүмәт булһын ине. Дистанцион белем биреүҙең икенсе көнө, минеңсә, яҡшыраҡ үтте. Әммә уҡытыусы өҫтәмә дәрестәр ебәрә, уларҙы яҙҙырғансы, ҡарап сыҡҡансы тағы әллә күпме ваҡыт китә.

Шәүрә ҒӘББӘСОВА, Өфө районы Шамонино ауылы: Әлеге ваҡытта өйҙә 3 уҡыусы. Нисек бөтәһенә лә аппаратура еткерергә тип аптырап ултыра торғас, Рәмил менән икебеҙ ҙә "удаленка"ға күстек! Эштән компьютерҙарҙы алып ҡайтып, балалар менән бүлештек. Иртәнсәк улар уҡый, уларҙан һуң беҙ, атай-әсәйҙәр, эшләй башлайбыҙ. Шулайтып, бер улыма ғына кеҫә телефоны алып бирергә тура килде. Балалар үҙҙәре уҡый. Ҡайһы бер фәндән өйгә эште генә бергә эшләйбеҙ. Уҡыусылар "дәрестә булғанда" башҡалар аш бүлмәһенә күсә. Мин бында тәрбиәсе ролен үҙ өҫтөмә алам: телевизор ҡарайбыҙ йәки китап уҡыйбыҙ, һүрәт төшөрәбеҙ. Үҙизоляцияға күскәс, алай ҙа ауылда йәшәйбеҙ, тип ҡыуанабыҙ. Беҙҙең актив балалар менән фатирҙа йонсор инек, ә былай үҙебеҙҙең ишек алдында уйнайҙар. Дүрт бала менән бешеренеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, әҙерәк энергияларын тыйып алдым. Башҡорт милли кухняһы тәмлекәстәрен үҙҙәре эшләп, үҙҙәре тамаҡ туйҙыра алалар. Һалмаһын, икмәген, бауырһағын, ҡыҙыл эремсеген дә эшләп, бешереп өйрәнделәр.

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.20 | Ҡаралған: 517

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru