«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ ҠЫРҒЫҘ, ҮҘЕБЕҘ – БАШҠОРТ
+  - 


Боронғо ҡырғыҙҙар хаҡындағы мәғлүмәттәр ҡытайҙарҙың Хань династияһы (б.э. тиклем 206 йыл - б.э. 220 йылы) замандарындағы хроникаларҙа сағылыш тапҡан. Бында б.э. тиклем III быуат аҙағында һундар тарафынан алып барылған яулап алыу һуғыштары хаҡында бәйән ителә. "Шунан һуң улар төньяҡта Хуньюй, Кюеше, Динлин, Гэгунь һәм Цайли биләмәләрен буйһондорҙо; шуға күрә старейшиналар һәм вазифалы заттар Модэ Шаньюйға баш һалдылар һәм уны аҡыл эйәһе итеп танынылар", - тип әйтелә ошо хроникала.

Ҡытай яҙмаһының үҙенсәлектәре арҡаһында "ҡырғыҙ" атамаһын белдергән иероглифтар "гэгунь", "гяньгунь", "цзянькунь", "хэгу", "цигу" кеүегерәк яңғыраш алған. Үрҙә аталған хроникаларҙа күрһәтелгән мәғлүмәткә ярашлы, ҡырғыҙҙар һун батшаһының Ордос исемле ставкаһынан төньяҡтараҡ йәшәгән. Тарихсылар А.Н. Бернштам һәм Л.Р. Кызласов бында Енисей йылғаһы үрендәге Минусинский һөҙәк соҡорлоғо тирәһендәге ерҙәр хаҡында һүҙ баралыр, тип фаразлай. Шулай ҙа ҡырғыҙҙарҙың тәү төйәктәре Енисей буйында түгел, ә хәҙерге Көнсығыш Төркөстанда, атап әйткәндә, Ҡытайҙың Синьцзян-Уйғыр автономиялы районында булғанлығы хаҡында яҙма сығанаҡтарҙа дәлилдәр булыуын тикшеренеүсе Л.А. Боровков асыҡлаған, ошо фекерҙе тарихсы ғалимдарҙан В.Я. Бутанаев һәм Ю.С. Худяков та ҡеүәтләй. Боронғо Ҡытай хроникаларына ярашлы, һун шаньюйы Модэ яугирҙарының б.э. тиклем III быуат аҙағындағы походы осоронда ҡырғыҙҙар Көнсығыш Төркөстан территорияһына ҡараған ерҙәрҙә көн иткән була. Б.э. тиклем I быуатта Хунну империяһында үҙ-ара низағтар көсәйеп китеп, шаньюй Чжичжи үҙенең туғаны Хуханьеға ҡаршы баш күтәрә. Б.э. тиклем 49 йылда ул үҙенең ғәскәрҙәре менән Көнсығыш Төркөстанға баҫып керә, унда көн иткән уцзе ҡәбиләһен буйһондора, шунан һуң цзянькунь (ҡырғыҙ) халҡын да тар-мар итә. Динлиндарҙы ла буйһондорғас, һундар ошо ҡәбиләләр ярҙамында усундарҙы ла еңеүгә өлгәшә. "Чжичжи цзянькундар ерендә урынлашты", - тип теркәлеп ҡуйылған әле иҫкә алынған хроникала. Шулай итеп, боронғо ҡырғыҙҙар һун шаньюйы Чжичжиның (ул б. э. тиклем 36 йылда Ҡытай армияһының каратель экспедицияһы һөҙөмтәһендә һәләк ителә) көнбайыш походында ҡатнаша.
Йәнә б.э. III быуатына ҡараған бер сығанаҡта ҡырғыҙҙар хаҡында бер ни тиклем мәғлүмәт бирелгән. "Гяньгунь биләмәһе Канцзюйҙан төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Һайланма ғәскәрҙәре 30 мең кешелек. Көтөү артынан йөрөйҙәр. Унда кеш күп, яҡшы аттар бар". Был яҙма мәғлүмәттә ҡырғыҙҙар төйәк иткән ер Кангарҙан (Кангюй, Канцзюй) төньяҡ-көнбайыштараҡ, тип билдәләнеүе ысынбарлыҡҡа тап килмәй, сөнки боронғо ҡаңлылар Һырдаръя йылғаһының урта ағымынан Ете һыу арауығына тиклем ерҙәрҙе биләһә, Гяньгунь, йәғни Ҡырғыҙ биләмәләре унан төньяҡ-көнсығыштараҡ ята. Һайланма ғәскәр һанынан сығып иҫәпләгәндә (яугирҙар халыҡтың 1/5 өлөшөн тәшкил итә), ҡырғыҙҙарҙың ул заманда дөйөм иҫәбе 150 меңдән дә кәм булмағандыр, тип әйтеп була.
"Бэй ши" хроникаһында (386 - 581 йылдар) ҡырғыҙҙар (хэгу) төркиҙәрҙең теле төркөмө составына индерелгән. "Теле ата-бабалары - сюнну вариҫтары ул. Ҡәбиләләре бик күп. Көнбайыш диңгеҙенән көнсығыштараҡ, тауҙарҙа һәм үҙәндәрҙә барса урындарҙа йәшәйҙәр", - тиелә унда. Ҡырғыҙҙарҙың теле составына инеүе уларҙың төрки телле булыуын, ошо берләшмәлә йәшәү уларҙың этник һыҙаттарының да формалашыуына хәл иткес йоғонто яһауын билдәләргә була.
"Суй шу" хроникаһында ҡырғыҙҙар ҙа, башҡорттар ҙа теле (уғыҙ) ҡәбиләләре иҫәбенә индерелгән. Ҡытай яҙма теленә ярашлы, башҡорттар ошо хроникала "божуцзюли" тип атала. Күрәһең, боронғо башҡорттар һәм ҡырғыҙҙар үҙҙәренең тәү тарихында бер үк этник һәм сәйәси арауыҡта формалашҡандыр. Ҡытай сығанаҡтарында башҡорт исеме аҫтында билдәле булған ҡәүемдең Фулинь (Византия) һәм аландар биләгән ерҙәрҙән көнсығышҡа табан, Ҡара һәм Арал диңгеҙҙәре араһында ятҡан киң далаларҙа көн итеүе теркәлһә, ҡырғыҙҙарҙың Яньцинан төньяҡтараҡ, Аҡ тауҙарға (Байшань) яҡын ерҙәрҙә йәшәгәнлеге теркәлә. Ә был ерҙәр Көнсығыш Төркөстанға ҡарай, тимәк IV-V быуаттарҙа ла ҡырғыҙҙар боронғо биләмәләрендә көн иткән була.
Ҡытайҙарҙың "Тан шу" хроникаһында Ҡырғыҙ дәүләте Хагас тип аталып, түбәндәге мәғлүмәт теркәлгән: "Хагас боронғо Гяньгунь дәүләте ул. Ул Хаминан көнбайышта, Харашарҙан төньяҡта, Аҡ тауҙар янында ята. Бәғзеләр был дәүләтте Гюйву йә иһә Гйегу тип атай. Уның кешеләре динлиндар менән ҡушылып бөткән. Хагас биләмәләре ҡасандыр һундарҙың көнбайыш сиктәрен тәшкил иткән". Ҡырғыҙҙарҙың динлиндар менән генетик бәйләнештә булыуы уларҙың физик һыҙаттарының башҡа бер Азия халыҡтарынан айырымланып тороуына килтерә. Динлиндар Үҙәк Азияға һәм Алыҫ Көнсығышҡа европеоид раса тибына ҡараған антропологик һыҙаттар алып килә. Динлиндар заманында һун, усунь (уйшин), уйғыр, ҡырғыҙ, ҡыпсаҡ ҡәүемдәре этногенезында ҡатнашҡан ҙур этник төркөмдө тәшкил иткән. Тап шуның өсөн Ҡытай хроникаларында ошо хаҡта былай тип әйтелә: "Әлеге ваҡытта зәңгәр күҙле һәм ерән һаҡаллы төркиҙәр... уларҙың (динлиндарҙың.- авт. иҫк.) вариҫтары ул".
V-VI быуаттарҙа ҡырғыҙҙар Енисей йылғаһы үрендәге ерҙәргә күсеп килә. Ошо яңы ерҙәрендә йәшәгәндәрендә уларҙың көн итмеше хаҡында "Тан шу" хроникаһында бик ентекле мәғлүмәт теркәлә:
"Уларҙың халыҡтары бер нисә йөҙ меңгә барып етә; стройҙағы ғәскәрҙәре 80 мең. Тура көньяҡ-көнсығышҡа табан хойхус (уйғыр. - авт. иҫк.) урҙаһына тиклем 3 мең һанала ине; көньяҡҡа табан Таньмань тауҙарына тиклем барып етә.
Тупрағы йәйҙәрен һаҙлыҡлы; ҡыштарын ҡар күберәк. Кешеләре башлыса оҙон буйлы, ерән сәсле, алһыу йөҙлө һәм зәңгәр күҙле. Ҡара сәс яҡшы сифат тип һаналмай, ә ҡоңғорт күҙлеләр Ли Лин вариҫтары тип һанала.
Ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда аҙыраҡ ине. Ир-ат ҡолаҡтарына алҡа тағып йөрөй. Улар ғорурҙар һәм бирешмәҫтәр. Уларҙың ҡыйыуҙары ҡулдарына татуировка эшләй, ә кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙары муйындарын татуировкалай...
Йылдың тәүге айын Маоши ай, тип атайҙар. Ай һүҙе айҙы белдерә. 3 ай сирек йылды тәшкил итә. Йылдар ун ике билдә менән һаналып йөрөтөлә; мәҫәлән, Инь билдәһендәге йыл юлбарыҫ йылы тип атала. Атмосфера иң һалҡындарҙан; хатта иң ҙур йылғалар яртыһына тиклем туңа.
Тары, арпа, бойҙай һәм гималай арпаһы сәсәләр. Ондо ҡул тирмәндәрендә тарттыралар; ашлыҡты өсөнсө айҙа сәсеп, туғыҙынсы айҙа уралар. Шарапты ботҡанан әсетәләр. Ағас емештәре лә, баҡса йәшелсәләре лә юҡ. Аттар тығыҙ кәүҙәле һәм бейектәр. Ныҡ итеп һуғышҡандары иң яҡшыларынан һанала. Дөйәләр һәм һыйырҙар бар; әммә һыйыр һәм һарыҡ күберәк. Бай ер эшкәртеүселәр бер нисә мең баш аҫрай. Ҡыр йәнлектәренән тарпандар, ҡыр кәзәләре, мөгөҙлө һәм ҡара ҡойроҡло кәзәләр бар. Ҡара ҡойроҡло кәзәләр кабаргаға оҡшаған, уларҙың ҙур ҡара ҡойроҡтары бар. Балыҡтарҙан береһе ете фут оҙонлоғонда булып, шыма һәм һөйәкһеҙ, ауыҙы томшоғо аҫтында.
Ҡоштарҙан: ҡыр ҡаҙҙары һәм өйрәктәре, һайыҫҡан һәм ҡарсығалар. Ағастарҙан: ҡарағай, ҡайын, ильм (ҡарама), тал, шыршылар; һуңғылары шул тиклем бейектәр, хатта ки йәйәнән атылған уҡ уның осона тиклем барып етмәй. Әммә ҡайын барыһына ҡарағанда ла күберәк үҫә. Алтын, тимер, ҡурғаш бар...
Ҡорал яһайҙар, улар бик үткер; тукюеға (төркиҙәргә.- авт. иҫк.) даими ташыйҙар.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ
әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.20 | Ҡаралған: 438

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru