«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҪЫЛ ИРҘӘР ҮҘЕМ ТИП ТҮГЕЛ, ХАЛҠЫМ ТИП ЯНЫР
+  - 


Тормошта бер нәмәгә лә битараф ҡала белмәгән, йәмғиәттең һулышын тойоп йәшәгән кешеләр була. Улар үҙ мәнфәғәтенән бигерәк дөйөм халыҡ хәстәрен ҡайғырта, уртаҡ идеялар өсөн көйә, йәмғиәткә файҙа килтереү хаҡында борсола. Ошо һирәктәр араһында ла күҙгә күренерлек эштәр башҡарған, йәмәғәтселектең хоҡуҡтарын ҡайғыртҡан үҙ шәхестәребеҙ бар һәм шуларҙың береһе - Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты ағзаһы Рәмзил ИШСАРИН. Рәмзил Рафаил улы менән вайымлылар, илһөйәрҙәр, ерһөйәрҙәрҙең нисек тәрбиәләнеүе, ниндәй уй-ниәттәр менән үҫеүе һәм тормошта үҙ урынын табыуы тураһында әңгәмәләштек.

Ғаиләлә алған тәрбиә кешенең киләсәген билдәләй, тиҙәр. Һеҙҙең киләсәгегеҙгә йоғонто яһаған бала саҡ хәтирәләре ниндәй?

- Мин ябай крәҫтиән ғаиләһендә үҫтем. Әсәй ғүмер буйы һауынсы, атай механизатор булып эшләне. Шуға күрә, бәләкәй саҡтан фермала йөрөнөк, 5-6 йәштән һыйыр һауырға өйрәнеп, әсәйгә ярҙам иттек. Үҫә килә атай үҙе менән эшкә йөрөттө, трактор, йөк машиналары менән идара итергә өйрәтте. Бының менән ауыл балаларын аптыратып булмай, бөтәһе лә хеҙмәт тәрбиәһендә үҫте. Ул ваҡытта эштән ҡасыу тураһындағы уй булманы ла. Каникул мәлдәрендә балалар ырҙын табағында эшләй, ҡайһы бер малайҙар комбайнсы ярҙамсыһы булып баҫыуҙа йөрөй. Кәүҙәгә арыу ғына булғас, мине 6-сы кластан силос соҡорона эшкә саҡыра башланылар. Уның араһында әсәй-атайға ла барып ярҙам итәм, өйҙәге эш тә минең өҫтә ҡала. Беҙ ғаиләлә 4 бала булдыҡ һәм мин мәктәп йәшенә еткәндә апайым Салауат педагогия училищеһына уҡырға китте, үҙемдән 10 йәшкә бәләкәй игеҙәк туғандарымды өләсәй менән икәү ҡараныҡ. Әсәйем игеҙәктәрҙе тапҡас, бер аҙна ял иттеме-юҡмы, эшкә сыҡҡайны. Атайымдың әсәһе Рабиға өләсәйемдең көн дә ҡабатлап әйткән һүҙҙәре бөгөн дә ҡолаҡта яңғырап торғандай: кешелекле бул, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә алдыңды-артыңды ҡарап йөрө, дөрөҫ юлдан бар, ғәҙел бул... Эштән бушамаһам да тик яҡшы билдәләргә генә өлгәштем, атай-әсәйҙең дәрес әҙерләп ултырғанымды күргәне лә булманы, әммә йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәнем. Бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым, хатта ауыл китапханаһының асҡысын үҙемә биреп үк ҡуйғайнылар бер мәл. "Китап ене" ҡағылғандар малайҙар араһында һирәк була, шуға улар минең был ғәҙәтемде, шулай уҡ китап уҡырға яратҡан ҡыҙҙар менән аралашыуымды бик өнәп тә бөтөрмәйҙәр ине. Хәҙер уйлайым да, моғайын, сәйәсмән булыу шул ваҡыттан башланғандыр, тием. Сөнки "егетлек абруйыма" тап төшөрмәй генә бөтәһе менән дә аралашыу юлын таптым. Мәктәптә йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашып йөрөлдө, октябрят, пионер отрядтарын да, хатта комсомол ойошмаһын да етәкләнем. Быға бәйле ҡыҙыҡлы хәтирә лә бар әле. Пионер йәшендә булһам да, комсомол ойошмаһы етәксеһе итеп ҡуйҙылар, ярты йылдан райондағы иң яҡшы ойошма тип танылып, республиканан Почет грамотаһы алдыҡ. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына бишенсе синыфтан уҡ саҡыра башлаһалар ҙа, унынсыға ғына уҡырға килдем. Сөнки ауылдағы математика уҡытыусыбыҙ Сәлимә апай ныҡ яҡшы уҡытты һәм гимназияға уҡырға киткем килмәйерәк йөрөнөм. Ләкин уҡытыусыбыҙ декрет отпускыһына сыҡты ла, бер йыл йүнле математика дәрестәре булманы, ә мин бөйөк математик булам тип хыялланып йөрөйөм бит инде. Шуға Өфөгә юлланырға тура килде. Имтихан тоттоҡ та, башҡа фәндәрҙән етерлек балл йыя алмаһам да, математика имтиханы күрһәткестәрем яҡшы булғас, гимназияға ҡабул иттеләр һәм математика класына ултырттылар. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул йылдарҙа гимназияла математика буйынса уҡытыу сифаты төшөп китте, бер уҡыу йылы эсендә 3-4 уҡытыусы алышынды. Шуға, тора-бара математика йүнәлешендәге кластың был предметҡа ҡыҙыҡһыныуы юғалды ла ҡуйҙы. Мин дә хоҡуҡ фәне, юридик өлкә менән мауығып киттем. Сөнки бик ҡыҙыҡ осорға эләктек бит беҙ: суверенитет яулау заманы, закондар үҙгәртелә башланы, Конституция ҡабул ителде. Шуға, юридик белемдең, закондарҙы һәм хоҡуҡтарыңды белеүҙең ҡайҙа эшләһәң дә кәрәге тейер, тип уйланым. Әммә үҙем шул эштең уртаһында ҡайнармын тигән уй башыма ла кереп сыҡманы. БДУ-ның юридик факультетына инеү өсөн имтихан тапшырҙым, әммә тәүге йылда үтә алманым. Бүтән пландар юҡ ине, уҡырға инә алмаҫмын тип күҙ алдына килтермәгәйнем. Шулай итеп хыялымды икенсе йылына ғына бойомға ашыра алдым, уға тиклем Өфөләге тимер-бетон заводында эшсе һөнәренең нигеҙҙәрен үҙләштерҙем.

Башҡортостан суверенитеты өсөн көрәш йылдарында Башҡорт йәштәре иттифағының тәүге етәкселәренең береһе булғанһығыҙ. Шул турала ла хәтергә төшөрөп үтәйек әле. Ошо хәрәкәттә сынығыу артабан да төрлө йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнарға этәргән, күрәһең?

- Беҙ мәктәп уҡыусылары булған йылдарҙа уҡ республикала төрлө йәмәғәт хәрәкәттәре башланды. Ошо хәрәкәт етәкселәренең береһе ауылдашым Данир Ғәйнуллин булды. Ул бала саҡтан беҙҙең арала лидер ине, Тимур командалары ла ойоштора торғайны, гел уның артынан эйәреп йөрөй торғайныҡ. Шуға мин уның ҡайнап торған йәмәғәт эшенә башлы-көллө сумыуына аптыраманым. Уның әйҙәүенә эйәреп, беҙ, гимназия уҡыусылары ла, бөтә йәмәғәт сараларына йөрөй башланыҡ. Университетҡа ингәс, уҡыуға бирелеп киттем һәм 1-2 йыл уҡығас, тағы ла Башҡорт йәштәре иттифағы сараларына йәлеп ителдем. Был ойошманың актив эшләп китеүенә I Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ҙур этәргес булды, сөнки йәштәр, бигерәк тә беҙҙең БДУ студенттары уны ойошторошоуҙа ла, ҡоролтай эшендә лә әүҙем ҡатнашты. Был ваҡиға яңы башҡорт йәштәре ойошмаһы барлыҡҡа килеүгә ҙур этәргес булды. Беҙ ул ваҡытта дәүләт ведомстволары менән берлектә йәштәр өсөн бик матур мәҙәни, спорт, фәнни саралар үткәрә башланыҡ. Башҡорт йәштәре иттифағын 1996 йылдан алып өс йыл дауамында миңә етәкләргә тура килде. Был ойошма эшендә ҡатнашыу күптәргә ҙур сәйәсәткә старт бирҙе, ойоштороу эштәренә өйрәтте. Ул осорҙа сынығыу алған егеттәр-ҡыҙҙар менән әлеге көндә лә аралашып торабыҙ, күптәр тормошта үҙ юлын тапты, халҡыбыҙға төрлө өлкәлә файҙа килтерәләр. Иттифаҡтан һуң бер нисә йыл Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитетында эшләп алдым, унда "Республика көндәре", фәнни саралар үткәреү, социаль программалар яҙыу тәжрибәһен үҙләштерҙем. Шул ваҡытта юридик практика бик тә кәрәк булды һәм алған белемемдең файҙаһын күрҙем. Беҙҙең комитет ул ваҡытта ла, әлеге көндә лә беренселәрҙән булды, Рәсәй буйынса башҡаларға өлгө күрһәттек һәм күптәр килеп эшкә өйрәнә торғайнылар. Биш-алты йыл самаһы коммерция структураларында эшләп, үҙемде эшҡыуарлыҡ өлкәһендә һынап ҡараным. Әммә мине барыбер йәмғиәткә күберәк файҙа килтерә торған өлкә тартты. 2006 йылда "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан бүлексәһенә йәштәр эштәре буйынса белгес итеп эшкә саҡырылғас, шунда уҡ ризалаштым. Ул ваҡытта партия эргәһендә "Йәш гвардия" ойошторола башлағайны, шуның эшен яйға һалыу өсөн минең тәжрибәм кәрәклеген әйттеләр. Комсомолдың аныҡ, структуралы, планлы булыуы оҡшай торғайны, шуға ниндәй генә ижтимағи ойошмала эшләһәм дә шул принциптарҙы күҙ уңында тота инем. "Йәш гвардия"ны ла яңыса итеп ойоштороп ебәрҙек, әлеге көндә ул иң көслө ойошмаларҙың береһе. Миңә яңы ойошмалар ойоштороу эше оҡшап ҡалды. Шуға 2008 йылда "Арена" тигән ойошмаға эшкә күсеп, яңы асылып ҡына торған "Динамо" спорт комплексының эшен гөрләтеп ебәрҙек. "Опора России" ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәкселегендә лә эшләнем. 2008-2009 йылдарҙа хеҙмәттәштәр менән бергә уны Рәсәй кимәлендә алдынғы урынға сығарҙыҡ, республиканың райондарында бүлексәләр асып, бик күп шәхси эшҡыуарҙарға эш башларға ярҙам иттек, республикаға субсидия, грант аҡсалары йәлеп иттек. Ул заманда эш башлаған эшҡыуарҙар һаман да шулай матур эшләп киләләр.

Ә бына бөгөн башҡорт йәштәрен йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү өсөн ниндәй ойошма кәрәк?

- Әлбиттә, ойошмаларҙың төрлөһө булырға тейеш. Башҡорт йәштәренең үҙ милли ихтыяжы буйынса ғына ойошмаға тупланыуы аралашыу, бергә үҫешеү йәһәтенән яҡшы, әлбиттә. Башҡорт халҡын борсоған темаларҙы, башҡорт йәштәрендә генә хасил булған һорауҙарҙы ла күтәрергә тейеш кемдер, шуға ошо өлкәлә файҙа килтерергә теләүселәр бергә тупланырға тейештәр. Әммә төрлө яҡлап үҫешеү өсөн һөнәри йүнәлештәр буйынса ла фекерҙәштәр, коллегалар менән аралашыу мөһим. Башҡорт йәштәре үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамаҫҡа, төрлө өлкәләрҙә конкурентлы булырға, бөтәһе менән бер рәттән алдынғылыҡҡа сығырға тырышырға тейеш. Башҡорт халҡының иҡтисади хәлен яҡшыртам, арабыҙҙа эшҡыуарҙарҙы үҫтерәм, кешеләрҙе ошо өлкәгә йәлеп итәм тигәндәрҙең ошо йүнәлештә эшләгән башҡа ойошмаларҙа ҡатнашыуы отошлораҡ булыр. Шул ваҡытта ғына беҙ башҡа халыҡтар араһында отолоп ҡалмаясаҡбыҙ. Беҙ - башҡорттар, тип күкрәккә һуғып, беҙгә тегене, быны бирегеҙ тип кенә ятып булмай. Әлеге көндә беҙ ил кимәлендә, үҙебеҙҙең йәмғиәттә генә түгел, ә бөтә донъя кимәлендә конкурентлыҡҡа сығабыҙ. Интернет, замандың башҡа мөмкинлектәре сиктәрҙе юя. Шуға халҡыбыҙҙың киләсәге матур булһын өсөн заман ысынбарлығында артта ятып ҡалмауҙы хәстәрләргә кәрәк. Йәмәғәт ойошмалары күп, һәр кем күңеленә ятҡан, йәмғиәтебеҙгә файҙа килтергән, ыңғай эшмәкәрлек алып барғандары менән эшләй, фекерҙәштәр таба, тәжрибә уртаҡлаша, һөнәри үҫешкә өлгәшә ала. Бөтә йүнәлештәр буйынса ла алдынғылар булырға ынтылыу мөһим, әммә бер кемде лә кәмһетмәйенсә һәм үҙебеҙҙе лә кәм тоймайынса эшләргә кәрәк быны.

Үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртыусы, фекерен белдереүсе итеп һайлаһа ла, депутаттарҙы халыҡ күберәк тиргәп телгә ала. Әммә ашаған белмәй, тураған белә, тиҙәр. Ни өсөн ҡәнәғәтһеҙҙәр һаны күберәк?

- Етәксе булыу - һәр ваҡыт ҡыйын эш. Уларҙы гел әрләйҙәр, сөнки уның иңдәрендә оло яуаплылыҡ ята. Ошо яуаплылыҡты тормошҡа ашырғанда төрлө алымдарға, бәлки, кемгәлер оҡшамағанына ла, барырға тура килә. Кешенең асылы шундай бит: ул үҙен, тормошон, киләсәген яҡшыртырға тырыша, уға булғанынан һәр ваҡыт күберәк кәрәк, бер ҡасан да тулыһынса ҡәнәтләнеү кисермәй. Был яҡшылыр ҙа, әлбиттә. Ләкин етәксе һәр кемдең бына шундай талабын ҡәнәғәтләндереп еткерә алмаҫҡа ла мөмкин. Ул дөйөм халыҡ өсөн, дөйөм халыҡтың талабын аҙмы-күпме ҡәнәғәтләндереү өсөн эшләй.
Эйе, партияны ла әрләйҙәр. Сөнки ул эшләй. Ә эшләмәгән партияларҙы нимә өсөн әрләйһең? Уларҙың яуаплылығы юҡ, улар үҙҙәре үк әрләү компанияһын башлап ебәрә, халыҡ шуға ышана. "Берҙәм Рәсәй" партияһы тормошобоҙҙағы һәр проблеманы күрә, күтәрә, хәл итеү юлдарын эҙләй, әммә, билдәле, һәр ваҡытта ла хәл ителеш килеп сыҡмаҫҡа ла мөмкин. Әлеге көндә донъялағы үҙгәрештәр беҙҙең илдә лә ауырлыҡтар тыуҙыра. Ҡыҙғанысҡа күрә, донъялағы иҡтисади хәл һәм шуға өҫтәп коронавирус эпидемияһы илебеҙ иҡтисады торошона ҙур йоғонто яһай. Ләкин беҙ берләшеп, был проблеманы хәл итә алырбыҙ, тип ышанам.
Халыҡта депутаттарға ҡарата ышаныс булдырырға тырышабыҙ, әммә был бөгөн генә барлыҡҡа килгән проблема түгел. Ысынында, әгәр ҙә элек аҡсалы кешеләр статус, шәхес именлеге кәрәк булған өсөн депутатлыҡҡа килһә, ҙур фракция булмағанлыҡтан, төрлө кешеләрҙең ихтыяжын иҫәпкә алырға һәм килешеүҙәргә барырға тура килһә, руссалап әйткәндә, "лоббировать" итһәләр, хәҙер ҙур партиялар булғанда бер депутат үҙ файҙаһын ғына ҡайырып ниҙер эшләй алмай. Бөтә мәсьәләләрҙә лә партиялаштар, коллегалар менән уртаға һалып фекер алышабыҙ, эш ваҡытыбыҙ ҙа ҡаты тәртипкә ҡоролған. Мәҫәлән, элек депутат 4 йылға бер тапҡыр эш урынына килеп күренә алһа, хәҙер ундай ирек юҡ, эске тәртип көслө. Әйтергә кәрәк, кемдәрҙер уйлауынса, депутат булыу бизнесҡа ла, башҡаға ла ниндәйҙер хоҡуҡтарҙы арттырмай. Депутатлыҡ бик ҡатмарлы эш. Бөгөн халыҡ бөтәһен дә күреп-белеп тора, һәр аҙымың шундуҡ беленә, бер нәмә лә эшләмәй, бурыстарыңды үтәмәй йөрөү тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Һеҙ Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты ағзаһы. Был сиктәрҙә ниндәй мәсьәләләр өсөн яуап бирәһегеҙ, халыҡтың ниндәй мөрәжәғәттәрен ҡабул итәһегеҙ? - Беҙҙең эш өлкәһе иҡтисад мәсьәләләренән саҡ ҡына ситтәрәк. Йәмғиәткә ярҙам иткән эштәр һағында торабыҙ, кеше хоҡуҡтары системаһы нәҡ беҙҙең аша үтә, беҙ кеше хоҡуғын ҡайғыртҡан закондарҙы ҡарайбыҙ, ҡабул итәбеҙ. Кеше хоҡуғы буйынса вәкилдәр эшмәкәрлегенә ярҙам иткән закондар системаһын булдырҙыҡ, төрлө мәсьәләләрҙе халыҡҡа ишеттереү, киң йәмәғәтселектең фекерен тыңлау буйынса барыһын да беҙ эшләйбеҙ. Әлеге көндә дини сәйәсәт өлкәһендә ҡабул ителергә тейешле ҡайһы бер закондар әҙерләгәнбеҙ. Шәхсән үҙем хаж сәфәре ҡылыусыларға ҡағылышлы закондарҙы бойомға ашырыуҙа ҡатнаштым. Бынан тыш, йәмәғәт советтары, йәмәғәт палаталары төҙөү һәм уларҙың төрлө кимәлдәге актуаль мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән эшмәкәрлектәренә уңайлыҡтар тыуҙырыу ҙа беҙҙең комитет ҡарамағында. Ирекмәндәр хәрәкәтен дә беҙ төҙөнөк, уларҙың эшмәкәрлегенә ҡағылышлы закондар ҡабул иттек һәм Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылын уҙғарҙыҡ. Шулай уҡ хәйриә йәмғиәттәре лә беҙҙең ҡарамаҡта, был өлкәлә эштәрҙе яйға һалырға һәм халыҡты төрлө мутлашыусыларҙан һаҡларға тырышабыҙ.
Комитеттың дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса эшмәкәрлегенә бер аҙ иғтибарҙы йүнәлтеп китеү урынлы булыр. Был йәһәттән тәү сиратта шуны әйтергә кәрәк: дәүләт һәм дин айырым булһа ла, халыҡ бер. Дәүләт тә, дин дә бер үк кешеләр менән эш итә. Халыҡтың хәүефһеҙлеген ҡайғыртыу дәүләттең төп бурысы, шуға дин өлкәһенә ҡағылған һорауҙарҙан да ситтә тороп булмай. Минеңсә, халыҡты ҡурҡыныс юлға алып барған ойошмалар менән көслө хоҡуҡи көрәш алып барылырға тейеш. Әлеге көндә дин өлкәһендә, ҡыҙғанысҡа күрә, төп проблемаларҙың береһе - ул тарҡаулыҡ. Беҙҙең республикала ғына түгел, бөтә Рәсәй буйынса мосолман ойошмалары тарҡау. Әгәр ҙә христиандарҙың бер генә ойошма, бөтәһе лә бер ҡулда булһа, мосолмандар ойошмаһы бер бөтөн түгел. Шуға һәр береһе үҙенсә эшләй, уларҙы финанслау яғынан да, башҡа йәһәттән дә хеҙмәттәшлек итеүе ауыр. Ситтән традицион булмаған идеялар индерелеү ҙә шунлыҡтан килә. Шуға, ихтирамлы мөфтөйҙәр уртаҡ тел табып, бер фекергә килер, моғайын, тигән теләгебеҙ бар.
Ғөмүмән, һайлаусыларым менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, тип иҫәпләйем. Мин 15 йыл тирәһе телефон номерымды алыштырғаным юҡ һәм бик күп шылтыраталар, мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһын да ҡабул итәм, бөтә һорауҙарҙы ла мөмкин тиклем хәл итергә тырышам.

Бөгөн бик күп йәштәр "үҙҙәрен эҙләй". Оҙон хеҙмәт юлы үткән кеше булараҡ, һеҙ тормошта үҙ урынығыҙҙы таптығыҙмы?

- Мин һәр ваҡыт күңелемә ятҡан эштәрҙе генә атҡарырға тырыштым һәм был минең һуңғы вазифам түгелдер, тип уйлайым. Аныҡ бер ниндәй эш менән дә шөғөлләнмәгән осорҙарым да булды, күңелемә ятмағанға тотонғом килмәй йөрөнөм һәм оҙаҡ эҙләндем. Оҡшаған эшкә башкөллө китеп бирелеп тотонам. Дөрөҫөн әйткәндә, матди яҡҡа бик ҙур әһәмиәт бирмәйем, иң мөһиме, ғаиләм имен булһын һәм төп ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелһен. Сәйәсәткә килеүем дә матди башланғысҡа бәйле түгел, партия сафына ингән осорҙа бындағы эш хаҡынан өс тапҡырға күберәк түләнгән урындан тәҡдим дә килгәйне. Әммә мин партияны һайланым, сөнки йәмәғәт эшендә ҡатнашырға һәм файҙа килтерергә яңы мөмкинлектәр асылды. Шуға ошо ике нәмәгә - юғары килем дә килтергән, күңелгә лә ятҡан эште берләштерергә тырышмаған кешеләр шул тиклем ныҡ бәхетһеҙ булып тойола миңә. Бөтәһенең дә быға тәүәккәллек күрһәтә алмауын да аңлайым.
Ҡайһы берәүҙәр, һеҙ ябай халыҡтың хәлен аңлайһығыҙмы ни инде, һеҙ бит алтын ҡашыҡ менән тыуғандар, тиһә лә, барыһы ла шулай еңел генә бирелмәне. Мин дә ваҡытында ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәнем, ул мәлдә ике балабыҙ бар ине, әммә яратмаған эшкә урынлашырға теләмәй, эшһеҙ йөрөгән мәлдәр ҙә булды һәм һөҙөмтәлә үҙемде таптым. Шуға тормошомдоң һәр бите алдағы йылдарға билдәләп ҡуйылған тимәйем, ваҡыт уҙыу менән бөтә нәмә үҙгәреш кисерә һәм мин дә һәр саҡ ауырлыҡтарҙы күтәрергә әҙер торам. Был вазифа биләүгә лә ҡағыла, минең өсөн бер вазифа ла үҙемә үҙем һоҡланыу йәки уңыш ҡаҙаныу сараһы булманы. Уны мин һәр ваҡыт иңемә яуаплылыҡ алыу, бурысым итеп ҡабул иттем. Шуға, ҡулдан килгәнде эшләйем, коллегаларымды ла шулай тип ышандыра алам. Бәлки, бөтәһе лә килеп тә сыҡмайҙыр, әммә мин бөтә көсөмдө һалып тырышам.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Аҫыл кеше алтын тип үлмәҫ, халҡым тип үлер", тигән тапҡыр һүҙҙәр хәтергә төштө был әңгәмә барышында. Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, тыныс ҡына үҙ урынында, үҙ эшен белеп башҡарып йөрөгән шәхестәргә бағышланғандыр был мәҡәл. Рәмзил Рафаил улы башҡорт халҡының тап шундай аҫыл ир-уҙамандарының береһе, замандаштарына үрнәк булырлыҡ шәхес.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.20 | Ҡаралған: 481

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru