«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТА-БАБАМ ҺӨНӘРЕ - ҠОШ СӨЙӨҮ
+  - 


Йыртҡыс ҡошто һунарға өйрәтеү

Тотоу, ҡулға алыу. Боронғо һунарсылар иң алда нимәгә һунар итергә тигән маҡсаттарын асыҡлаған. Теләккә һәм ҡайһы төр һунарына ҡулайлашыуға төрлө шарттар йоғонто яһаған. Мәҫәлән, һунарсының һәм ҡоштоң ҡайһы климат һыҙмаһында йәшәүе; ер өҫтө төҙөлөшө; был урындарҙа ниндәй ҡоштарҙың һәм йәнлектәрҙең йәшәүе; һунарсының ҡош менән һунар ысулы; һыбаймы, әллә йәйәүме, һ.б. Ер өҫтөнөң ҡош менән һунар итеү өсөн иң камил, иң ҡулайлы һыҙаттарының береһенә беҙҙең ерҙе, боронғо тарихи Башҡортостан ерен индереү кәрәктер. Бының өсөн ер өҫтө төҙөлөшөн биш төргә бүләйек.
1. Диңгеҙ йә оло һыу, һаҙлыҡтар, ҡырсынлыҡлы бейек яр, тау, ҙур ҡамышлыҡтар.
2. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ һыуһыҙ уңғыл да суңғыл яҫы ҡалҡыулыҡтар далаһы.
3. Оло һыу, һаҙлыҡтар, ҡалын урман, ҡамышлы күлдәр теҙмәһе, ваҡ яландар.
4. Ҡаялы бейек ҡаҡ тауҙар, ваҡ ағаслы урманлы үҙәктәр. Тау араларында ваҡ яландар, ҡамышлы ваҡ йылғалар.
5. Урман-тауҙар, сауҡалыҡтар, шырлыҡтар яландар менән алышына. Киң яландар, күлдәр, йылғалар, ваҡ һаҙҙар, шишмәлектәр, түбәлектәр теҙмәһе.
Беҙҙең атай-олатайҙар һуңғы меңъйыллыҡта тәбиғәттең мин яҙған һуңғы бүлегендә йәшәгән. Шунда ҡулайлашҡандар, бөркөт-ҡарсығалары менән дә шунда һунарсылыҡ итеп өйрәнгәндәр. Бөркөт, көсөгән, ялан бөркөтө, ҡарағош менән бүрегә, ҡыр кәзәһенә, төлкөгә, һуйырға, ҡаҙға, торнаға һунарсылыҡ итһәләр, ҡарсыға, ыласын, торомтай, һыйғыр, яғылбай һ.б. ваҡ ыласындар менән үрҙәк, ҡор, сел, ағуна, һуйыр, ҡаҙ, ҡуян һәм башҡа ризыҡ булырҙай ҡоштар, йәнлектәр аулағандар. Йыртҡыс ҡоштарҙы һунарға өйрәтеү алымдары нигеҙҙә бер төрлө булһа ла, һунар алымдары, тотоу, өйрәтеү, ашатыу бер ни тиклем айырыла.
Инә ҡаҙ аҫтына бөркөт йомортҡаһын һалып, унан сыҡҡан ап-аҡ мамыҡ менән ҡапланған бәләкәй генә йомшаҡ себеш йөн һалынған бүрек эсендә мейес башында тиҙ кибеп, яҡтылыҡҡа, йылы ергә, бүреге менән элеп ҡуйғас күп тә үтмәй сипылдап ашарға һорай башлай. Сипылдау сәғәттәр үткән һайын көсәйә, талап шаулыраҡ, хатта даулыраҡ була башлай, сөнки ул бүректең ситенә сығырға сәбәләнә. Ағайым тәбиғәттәге, беҙҙең Көнсығыш Уралдағы йәнлектәрҙең, ҡош-ҡорттоң фиғел-булмышын яҡшы белә ине. Бына ул сыбыҡ осона йөнлө тире киҫәге кейҙереп, уның башына ит элеп, бөркөт балаһының суҡышы алдына килтерә. Тәүҙә сигенә биреп аптырап ҡалған себеш, сыбыҡ ҡыбырлауын күҙәтеп ултыра торғас, эске йыртҡыслыҡ хисе уянып, башта ынтылып, тире йөндө суҡып ала. Әҙ генә ултыра торғас, асыуы килеп булһа кәрәк, алдында бер туҡтауһыҙ һелкенеп торған киҫәкте ҡабып ала. Күрәһең, тәмле киҫәк уның барлыҡ теләген, йыртҡыслыҡ хисен уята. Тағы ла ит киҫәге алдына килгәнсе сипылдап, бүрек эсендә тулғана. Икенсе өлөштө ул батырыраҡ, көттөрмәйенсә ала. Ә өсөнсө, дүртенсе өлөштө төйөнлө "баш" алдында күренеү менән үк һоғона. Шулай үҫте бөркөт ағайымдың ғаиләһендә. Бөркөт балаһының үҫеүен, уның барлыҡ ҡылыҡ-ғөрөфөн, ситтә йәшәүем сәбәпле, һәр көн күрә, өйрәнә алманым. Әммә осрашҡас, ағайым уны һәр саҡ һөйләр булды.
Ай ярым самаһы себешкә тик йомшаҡ ит ашатҡан ул. Эс-ҡарын, үпкә-бауыр, эсәк, ваҡланған ҡыр ҡошо, өй ҡошо, йомран һ.б. - бөтәһен дә үҙ иткән. Әммә һыу эсерергә өйрәтеү бик ауыр булған. Һәр ваҡыт ауыҙына һалып тороу ауыр булғанлыҡтан, ояһы эсендә ағас өңмәгә шешәнән сепрәк аша һыу тамыҙып ҡуйған. Тәбиғәт үҙенекен итә. Ит ашағас, һыу эскеһе килгәндер. Эскән, өйрәнгән. Тыпылдап тамған тамсы тауышы уны өңмә ағастағы һыуға саҡырған…
Йәш бөркөттөң ҡаурыйҙары морон төрткәс, йыртҡыслыҡ ғәҙәтен тыуҙырыу өсөн эшкәртелмәгән ит бирә башлаған. Әлбиттә, ул саҡта себеш-бөркөт һарайҙа үҙ бүлмәһендә йәшәгән була. Эшкәртелгән ит, тигәнем турғай, күгәрсен, йомран һәм башҡа ҡош-ҡорт, йәнлек ите була. Ҡаурыйҙары эреләнеп ҡатып бөткәс, ара-тирә тере ҡош, йән эйәһен биреп, һунарсылыҡ хисен нығыталар. Йыртҡыс ҡоштарҙың тәбиғәт менән йыртҡыслығы һалынғанын шунан да белеп була. Үҫеп камил була барған һайын тере ҡошҡа, тере йәнлекте баҫырға, соҡорға теләге, әүәҫлеге арта ғына бара. Ағайым үҫтергән бөркөттөң ғөрөф-ғәҙәтен мин һәр саҡ мөмкинлек табып күҙәтә килдем. Үҫеп етеп, фиғеле менән бөтөнләй оло ҡош кеүек булғас, ул үҙенән-үҙе ағас ҡумтанан - ояһынан төшөп, һарай эсендә осорға мәшәҡәтләнә башлай. Ҡоштоң осор осоро етеүен ҡойроғонда арҡыры аҡһыу һыҙат эҙе билдәләй. Олоғайғас, ул асыҡ төҫ алып, киңлеге 15-20 мм самаһын тәшкил итә. Осорға өйрәтеү - үҙе бер мөғжизә. Ағайымдың бөркөттө һунарға өйрәтеүен һүрәтләйем.
Беренсенән, тәүге көндәрҙән үк бөркөт балаһына ит бирер алдынан ағайым башта һыҙғыртыуыс менән һыҙғырта, шунан һуң ғына ашата ине. Тора-бара ҡош һыҙғыртыуысҡа шул тиклем өйрәнде, ағайым һыҙғырыу менән "ҡъяҡ-ҡъяҡ-ҡъяҡ" тип тауыш бирә ине. Һарайға кереп ит бирер алдынан тағы бер һыҙғырһа, бөтөнләйгә тыныслығын юғалта. Тулай, ҡанат ҡаға, тауышлана башлай ине.
Ҡәртнәйем яҡтан оло ҡарттайым Хисмәт бүресе, бөркөтсө булғанлыҡтан, уның бүре алыу, бөркөт өйрәтеү алымдарын беҙгә бабайҙарым, ҡарттайым Сәлимгәрәй Ҡорамшин йыш ҡына һөйләр булды. Ағайым һунарға бик әүәҫ булғанлыҡтан, был алымдарҙы бик яҡшы үҙләштергәйне. Уны мин дә үҙемә етерлек һеңдергәйнем. Ағайым бөркөт ҡулда ултырып өйрәнһен өсөн уның башына томаға кейҙереп, тағараҡҡа ултыртып ҡуйҙы. Тағараҡ һәр саҡ бәрелеп торғанлыҡтан, күҙе ҡапланған бөркөт, йығылып төшмәҫ өсөн, һәр саҡ ҡанаттарын елпеп, тигеҙлек һаҡлап ҡалырға тырыша ине. Ике аҙна, кәрәк булһа, өс аҙна, ул шулай интегә. Ҡартатайҙар бер йәшлек йәки иркенлектә йәшәгән оло бөркөттө тотоп өйрәткәндә, уны башта уҡ тағараҡҡа ултыртҡандар. Ашатыр алдынан уны хужаһы үҙ тауышына өйрәткән. Сөнки бөркөт ишетеп өйрәнгән тауышты ғына үҙ иткән, башҡаларға тауыш та бирмәгән, осоп та килмәгән. Шуға ла ағайым уға һәр саҡ тимер юлсыларҙың әсе һыҙғыртыуысын ҡулланды, сөнки ул үҙе тимер юлында эшләне. Бөркөтөнөң аяҡтарына ҡыҫҡа ныҡ ҡайыш менән бәләкәй генә сыңға бәйләп ҡуйҙы. Нәҙек оҙон ныҡлы бауҙы сыңға аша үткәреп, ҡулында тота торғайны. Тәүләп ул томағалы бөркөтөн арбаға ултыртып, ат менән сыға. Тейешле урын һайлап, бөркөттө күбә башына ултырта ла аяғына бәйләнгән оҙон бауҙы ергә таяҡ менән ҡағып ҡуя. Томағаһын сисә. Үҙ ғүмерендә ҡыр, иркенлек күрмәгән бөркөт башта ҡурҡып ҡала. Ултыра торғас, ул хужаһын һәм атты таный, дәртләнеп тауыш бирә. Ҡанаттарын елпей. Шул саҡта ағайым һыҙғыртыуыс менән һыҙғыра ла бәйгә бәйләнгән төлкө тиреһен бөркөт алдынан һөйрәп үтә. Яй ғына һөйрәлеп барған "төлкөгә" башта бөркөт иғтибар итмәй. Икенсеһендә лә шул уҡ ҡабатлана. Өсөнсө тапҡыр ағайым оҙонораҡ бау менән тирене бик шәп тартып үтә. Тиҙлеккә бөркөт тиҙ иғтибарлай. Күбә башынан үҙ ғүмерендә тәүләп һауаға күтәрелә, ҡамыш араһынан барған "төлкөгә" ташлана. Осоп килеп, эсенә бесән тултырылған тире-төлкөгә ултыра ла ҡанаттары менән һуға, соҡой башлай. Шул арала ул үҙ өлөшөн - итте ала. Бындай дәрес күпме барғандыр, уныһын белмәйем. Тора-бара ағайым бөркөтөн һыбай алып сыға башланы. Ярҙамсы һыбайлы оҙон бау менән ат ҡойроғона тағылған тирене йән-фарман сабып һөйрәй. Арттан сабып барған ағайым томағаһын сисеп, бөркөтөн осора. Бөркөт "сабып" барған "төлкөнө" һауанан тиҙ күреп, тағы ла тире өҫтөнә ҡуна. Бындай дәрестәр оҙаҡ ҡына дауам итте. Ниһайәт, ағайым һыбай сығып, ҙур яланда үр ҡуянына тап була. Бөркөтө уны шунда уҡ баҫа. Үр ҡуяны ҡорос тырнаҡтың тәүге һәм ысын табышы була...
Ағып барған көндәлек тормошта айырым иғтибарға лайыҡ уҡ кеүек күренмәһә лә, ауылыбыҙҙа үҙенсәлекле һәм һәләтле кешеләр бихисап. Шуларҙың береһе - ғүмерен йылҡы ҡарауға, йылҡы үрсетеүгә бағышлаған һунарсы Ғәйфулла ағай Моратшин. Ул Ирәндек тауының ҡаялары араһынан бүре көсөгө алып, өйөнә килтереп, аҫырап үҫтерҙе. Ете-һигеҙ айҙан көсөк бүрегә әйләнеп, бүрелек вазифаһын үтәп, Ғәйфулла ағайҙың тауыҡтарының, ҡаҙҙарының "йөнөн туҙҙырғас", ул уны сынйырға бәйләне. Бүре көсөгө эттәр менән аралашыуға барманы, оло, ҙур эттәр ҙә уға яҡын килергә батырсылыҡ итмәне… Үҫә төшкәс, сынйырҙа булыуына ҡарамаҫтан, бүре көтөүҙән ҡайтып абайламай яҡын килгән һарыҡ-кәзәһенең дә итен татыны. Көҙ еткәс, ул ғәҙәте буйынса олой башланы. Бүрене бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, тиеүҙәре дөрөҫ инде…
Ағайым күгәл (ҡыр) өйрәк йомортҡаларын баҫҡан тауыҡ аҫтына һалып, өс үрҙәк бәпкәһен аҫраны. Тауыҡ уларҙы үҙ итеп, ҡанат аҫтына керетһә лә, ҡурҡыныс килеүе тураһында тауыш бирһә, ниндәй тойғо менәндер уны аңлап, был бәпкәләр таҡта ярыҡтары, оя аҫтына ҡасып бөтәләр ине. Нисек аңлаған улар тауыҡ телен? Ә бына ем һалһалар, тауыҡтың ашарға саҡырып көртөлгәнен улар аңламаны. Үҫеп еткәс, ҡапҡа аша осоп, һаҙлыҡҡа китәләр, асыҡһалар, кис осоп ҡайтыр булдылар. Көҙ көнө береһе генә бәлеш була алды. Икеһе осоп көньяҡҡа китте. Ағайым уларҙы яҙ көнө көттө, ләкин ҡайтманылар. Ҡаҙҙар, тауыҡтар, өй үрҙәктәре был өс йылғыр ҡыр үрҙәген сит үк күрмәне. Болаша-болаша бергә ашанылар. Күрәһең, ҡыр йәнлегенең теле башҡа. Ә бөркөттө ағайымдың ҡош-ҡорто күрһә, йә тауышын ишетһә, ҡурҡыштарынан һөрән һалып, ҡысҡырып, ҡасыр булдылар.
Үҙ ата-инәһенә йәки етәксеһенә, хужаһына бүренең дә, бөркөттөң дә бик ныҡ бирелгәнлеге шунан ғибәрәт. Улар үҙ хужаһынан башҡаны танымай, тыңламай һәм буйһонмай. Уларҙың хужаһы кеше йөҙөндә тик берәү генә. Шуғалыр ҙа, бәлки, ағайым бөркөттө бик кешегә күрһәтеп барманы. Ҡарарға һораһалар ҙа ризалашманы. Бөркөткә балаларын да яҡын ебәрмәне. Ниңәлер бәләкәй балаларҙы яратманы бөркөт. Уларҙы күрһә, ҡанаттарын күтәреп ыҫылдар булды.
Һыбай йөрөгәндә "балдаҡҡа" һалынған ҡул сығанағына йә арба алдына махсус ултыраҡҡа тире ҡағыла. Һунарға сыҡҡанда башы томаға менән ҡапланған бөркөт шунда ултыра. Сыңғалы нәҙек ҡайыш менән ҡунмаға аяғынан бәйләп ҡуйыла, сөнки ҡырға сыҡҡанды аңлаған бөркөт, тотмаһаң, осоп китергә тора. Өйҙә бөркөттө һәр саҡ тағараҡҡа ултырталар.
Хәҙер уҡыусы беҙҙең Башҡортостанда бик һирәк осрай торған һунар ҡошоноң - ағайымдың "ҡорос тырнағының" артабанғы яҙмышын белгеһе килер. Артыҡ шауламай, кеше күҙенә лә күренеп бармауҙы үҙ ҡағиҙәһе итеп алған ағайым "ҡорос тырнағы" менән ҡуяндар, төлкөләр, хатта ҡыр кәзәһен дә алғанын тасуирлап һөйләп алайым. Үҙе тимер юлында эшләгәнлектән, ҡышын көндәр ҙә ҡыҫҡа булыу сәбәплелер, ҡар ҡалынайғас, ҡош менән һунарға сыҡманы. Өшөй, ти торғайны. "Ҡорос тырнаҡ" ҡышты махсус һарай бүлмәлә үткәрҙе. Йыраҡ уҡ булмаған ферманан йоғошһоҙ сирҙән үлгән мал итен килтереп, ваҡлап, күпме теләй, шул тиклем алдына ҡуя ине.
Яҙ етеп, көндәр йылынғас, ул уны иреккә ебәреп ҡараған. "Ҡорос тырнаҡ" бик бейеккә күтәрелеп, ситкә осоп китә. Һыҙғырһа ла ишетмәй, килмәй. Әммә ике сәғәт самаһы үтеүгә ул шау-шыу ишетеп урамға сыҡһа, өйҙәре алдындағы һаҙлыҡ-күләүек ситендә бөркөтөнөң бер ҡаҙҙың йөнөн туҙҙырып ашап ултырғанын күрә. Был ваҡиғаға шаһит күрше-күлән, таяҡ һәм көйәнтәләр менән ҡоралланып, эттәрен һөсләтеп, ҡаҙҙы ҡотҡарырға ашыға. Тауыш-ғауғаға "ҡорос тырнаҡ" һиҫкәнеп һауаға күтәрелә. Апайҙар, малайҙар өйҙәренә таралыша, тик хужалары ҡурсауынан батырланған ҙур булмаған эт кенә ҡаҙ мәйете тирәһендә темеҫкенеп урала. Был ваҡиғаларҙы һауанан күҙәтеп, кешеләр таралғанын күргән "ҡорос тырнаҡ" таш булып эткә ташлана. Өҫтөнән осоп үткәндә бер нәмә лә һиҙмәй еҫкәнеп йөрөгән этте аяҡтары менән шул тиклем көслө итеп тибә, эт шунда уҡ сыйылдап барып төшә. "Ҡорос тырнаҡ" күтәрелә биреп өйөрөлөп килә лә сайылдап өйөнә табан ыңғайлаған этте елкәһенән эләктереп, һауаға күтәреп алып китә. Быны күргән бөтә кеше шаҡ ҡата. "Ҡорос тырнаҡ" этте бик бейеккә күтәрә лә ысҡындырып ебәрә.
- Күктән осоп килгән этте күреп, аптырап ҡарап торҙом да аҙаҡ барып ҡараным. Ауырлығын самалап, һигеҙ кило тирәһелер, тип һығымта яһаным, - тиер ине ағайым.
Үҙе дүрт-биш кило булып, һигеҙ килограмлыҡ ауырлыҡты 250-300 метр бейеклеккә мендереү өсөн бик ғәйрәтле булырға кәрәк бит. Ә беҙ 140-160 килограмды бер-ике минут эсендә ундай бейеклеккә күтәрә алабыҙмы? Иҫ китмәле ҡарыулыҡ, ғәйрәт бар бит бөркөт ҡанатында.
Был ваҡиғанан һуң ул ағайымдың баҡсаһы артындағы Шәһи түбә башындағы таш өҫтөнә ҡуна. Ағайымдың һыҙғыртыуыс менән һыҙғырыуын ишетеп, осоп ояһына ҡайта. Тыныс ҡына йәшәй ул. Тимер юлсыларҙы йыш ҡына "Транссибирь" юлына ла эшкә йөрөттөләр. Был осорҙа, ахыры, ул асығыуға дусар була. Еңгә уны йыш ҡына иреккә сығарып ебәрер була. Күрәһең, ул тамағы туйғас, кире ҡайтҡандыр. Әммә көн һайын түгел. Ә ағайым өйҙә булғанда ул һәр саҡ өйҙә, үҙ ояһында булды. 1994 йыл булһа кәрәк, Өфөнән "Хазина" ижад берекмәһе "Барын-Табын йырҙары" тигән нәфис фильм төшөрөргә беҙгә, Учалы районына, килгәйне. Уның етәксеһе Юлай Ғәйнетдиновҡа мин бөркөт тураһында һөйләнем. Ҡыҙыҡһыныу табып, бөркөттө ҡарарға һәм төшөрөргә машинала күрше ауылға, Ҡорамаға, ағайыма йүнәлдек. Юлыбыҙ уңманы. Ағай инде аҙна-ун көн ситтә, "Транссибирь" магистралендә командировкала икән. "Ҡорос тырнаҡ"ҡа ит булмау сәбәпле, осороп сығарып ебәргәндәр. Ул эттәр менән һуғышҡан. Бер эткә йәбешкән икән, тағы ла ике эт уға килеп ташланған. Нисек ҡотолғандыр. Әммә бик ныҡ тешләнгән була. Шулай ҙа үҙаллы оса алған. Ситкә осоп китә лә ике-өс көн үтеүгә тағы ла кире килеп, шул уҡ Шәһи түбә ташына ултырып, оҙаҡ ҡына ял итеп, кире осоп китә икән. Юлай Ғәйнетдинов менән килгәндә лә ул йөндәре таушала биреп, Шәһи түбә ташы өҫтөндә ултыра ине. Соҡона, үҙ-үҙен таҙартҡан кеүек була. Әллә дауаланды, әллә ағайымды көттө ул. Беҙ уға ҡамасауламаныҡ.
Хәҙер ағайым да, "Ҡорос тырнаҡ" та юҡ. Ә күңелемдә һаман да икеһе лә шул тау өҫтөндә бер береһен көтөп-ҡарап торалар кеүек…

Спартак ИЛЬЯСОВ
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.20 | Ҡаралған: 494

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru