«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МУЗЕЙҘА, КИТАПТА ДӨРӨҪ ӨЛГӨЛӘР ЕТЕРЛЕК
+  - 


"Киске Өфө" гәзитенең 11-се һанында Сәрүәр Суринаның Роза Юлдашбаева менән булған әңгәмәһен уҡығас, милли кейемгә бәйле бер нисә фекеремде еткермәксе булдым. Ғәмлеләрҙе милли кейемдең бөгөнгө торошо, моғайын, уйға һалмай ҡалмайҙыр.

Ағинәйҙәр башланғысында бар республика ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемгә тотоноуы - бер яҡтан, ҡыуаныс. Әммә эргәлә өйрәтеүсе оҫта булмауы арҡаһындамы, Роза Рафиҡ ҡыҙы әйтмешләй, тарихи дөрөҫлөктән ситләштек, саманан ашып киттек. Нисек тегеп кейһәк тә, биҙәүесте ялтырауыҡҡа күмһәк тә ярамаймы ни, үҙемә шулай оҡшай, тигән бер ҡатлылыҡҡа баш түбән сумдыҡ. Ҡайҙа нимә күрәбеҙ, шунан өлгө алабыҙ. Республиканың бер районындағы сираттағы ағинәйҙәр йыйынында бер ҡатындың түшендәге биҙәүесенә иғтибар иттем. Ярайһы ғына ҙур итеп тегелгән ҡыҙыл буҫтауға анда-һанда өсәр-өсәр итеп магазиндан һатып алынған ҡалай тәңкәләр баҫылған. Һөйләшеп киттек.
- Был биҙәүесте һеҙҙең яҡта нимә тип йөрөтәләр?
- Селтәр.
- Өлгөнө ҡайҙан алдығыҙ?
- "Башҡортостан ҡыҙы" журналынан
Минеңсә, журнал уны айырым биҙәүес итеп бирмәгәндер, әммә журналда һүрәте баҙылған ҡатындың муйынындағы ошондай "селтәрҙән" өлгө алған да ҡуйған был ханым. Һәм бындай миҫалдар бик күбәйеп китте. Шуға ла Республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының "Хаталар өҫтөндә эш" акцияһы иғлан итеүе бик ваҡытлы һәм урынлы булды. Беҙ, Учалы ағинәйҙәре, оло яуаплылыҡ менән тотондоҡ үҙебеҙҙең хаталарҙы төҙәтеү эшенә. Күлдәк-камзулдар, биҙәүестәр үҙебеҙҙең ырыу үҙенсәлектәренә ярашлы эшләнә. Әле беҙ башҡорттоң традицион аяҡ кейемдәрен - ҡата, сарыҡ эшләү менән мәшғүлбеҙ.
Барыбыҙ ҙа хәреф таныйбыҙ, әйҙәгеҙ, яныбыҙҙа өйрәтерлек оҫта булмаһа, китаптарҙан үҙебеҙ уҡып өйрәнәйек. Теләгәндәргә өйрәнеү мөмкинлеге юҡ түгел. Руденконың, Камалиеваның китаптарында милли кейемдең һәр төбәккә хас өлгөләре, аңлатмалары бирелгән. Урындағы музейҙарҙы ла файҙаланырға була, олораҡтарҙан да һораштырырға мөмкин. Үҙең төбөнә төшөп, төшөнөп эшләп алған биҙәүес икеләтә-өсләтә ҡәҙерле буласаҡ. Һандыҡ төбөндә ниндәйҙер бер ғиллә менән һаҡланып ҡалған өләсәйҙәр ҡомартҡыһына эйә булған ағинәйҙәребеҙ әллә ниндәй оло хазинаға эйә булғандай ғорурлыҡ кисерә. Балаларыбыҙға ҡәҙерле бер ҡомартҡы итеп ҡалдырырлыҡ булһын беҙ бөгөн теккән милли кейемебеҙ, биҙәүестәребеҙ, тип әйтмәксемен.
Ниәт иткәндә, дөрөҫ өлгөләрҙе табып була. Мәҫәлән, беҙ, Учалы районы ағинәйҙәре, яғаның (беҙҙең яҡта селтәр ҙә, һаҡал да түгел, ә яға тиҙәр) нисек эшләнгәнен, уның мотлаҡ ниндәй өлөштәрҙән тороуын, нигеҙенең тулаға ҡыҙыл буҫтау тегеп эшләнгәнен, нигеҙенең формаһын, ни өсөн яға тип аталғанын яҡшы беләбеҙ. Шуныһы, боронғо көмөш тәңкәләрҙән, ысын мәрйендән түгел эшләгәнебеҙ. Көмөш тәңкәләр табып булғанда ла, уларға эйә булырға хәлебеҙ етмәҫ ине. Шуға күрә мин үҙемдең "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының иғтибарын заманында халҡыбыҙҙың иҫ киткес зауыҡлы булыуына, матурлыҡты һанлай, баһалай белеүе менән бергә ни тиклем етеш, бай тормошта йәшәгәнлектәренә лә йүнәлтергә тырышам. Әйҙә, ул саҡтағы халҡыбыҙҙың көнитмеше менән ғорурланып ҡына йәшәйек. Көмөш тәңкә үк булмаһа ла, бөгөнгө әйләнештәге тинлектәребеҙҙе, булғандар совет заманы тинлектәрен, яһалма булһа ла ҡыҙыл төҫтәге мәрйенде файҙаланабыҙ. Шунан артығын, ялтырауыҡтарын ҡулланмайбыҙ.
Әйткәндәй, таҫтар тураһында бер ни тиклем мәғлүмәт биреп үтәйем. Был баш кейеме тураһында әллә ни мәғлүмәт тә юҡ шикелле. Өфөләге милли музейҙа таҫтарҙың бер осо, сигелгән осо ғына һаҡлана. Сибайҙарҙың концертын күрмәнем, әммә интернеттан ошо коллективтың фотоһын эҙләп табып ҡараным. Роза Юлдашбаева таҫтарға иғтибар иткән һәм хуплаған. Минеңсә, артистар уны дөрөҫ ябынмаған, әле үрҙә әйткәнсә, заманлаштырған. Уны урта һәм оло йәштәге ҡатындар йөрөткәндер, тип уйлайым. Муйынға бер нисә тапҡыр урап ябынғандарҙыр, шундай фотолар осрап ҡуя. Унан тағы ниндәйҙер бер әҫәрҙәге: " ...башына аҡ таҫтарын ураған еңгәнең..."- тигән юлдар ҙа фекеремде йөпләй кеүек. Шуға, таҫтарҙы ла дөрөҫ итеп кенә сығарһаҡ ине халыҡ араһына.
Унан һуң, кейем кешенең йәше, социаль хәленең дә сағылышы бит. Шул йәһәттән тағы бер фекеремде әйтмәксемен. Нишләптер "Ете ҡыҙ", "Хан ҡыҙы" бейеүҙәрендә ҡашмау кейәләр. Ҡашмау бит кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙың баш кейеме. Ҡыҙҙар таҡыя кейгән. Әле быйыл Ҡарһылыуыбыҙға ла аҡ мәрйендән эшләнгән ҡашмау кейҙереп ҡуйҙылар. Иларһың да, көлөрһөң дә, әммә бар халыҡ телевизорҙан шуны күрә, дөрөҫ тип ҡабул итә. Бына ҡайҙан баш ала хаталар. Республикала танылған ғына Guzal Dance төркөмө шундай хаталарға юл ҡуя. Халыҡ ижадын өйрәнмәйҙәр, белмәйҙәр, һанламайҙар. Әллә, сәхнәлә ярай ул, тип ҡарайҙармы икән тип уйлап та ҡуяһың. Минеңсә, оло сәхнәгә баҫҡан ижад кешеһе тәү сиратта үҙе өлгө булырға тейеш түгелме икән? Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың "Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы"н уҡығыҙ, зинһар, тип әйтке килә. Унда бит ҡыҙ башындағы таҡыяға болашыу, ҡашмау кейҙереү йолаһы бик матур тасуирланған. Ҡашмау кейҙең - ир ҡатыны булдың, тигәнде аңлата. Әлеге шул "Ете ҡыҙ" ҙы бейергә сыҡҡан төркөмдөң түшендәге биҙәүестәрен кем шулай боҙоп эшләне икән тип хайран ҡалғаным да булды. Шулай һаҡһыҙ ҡыланабыҙ. Халыҡ ижадына, милли кейемгә бәйле әйберҙәрҙе экранға, сәхнәгә сығарыр алдынан ҡырҡ тикшереү үткәрһендәр ине ул, тип уйланаһың. Билдәле "Байыҡ" тапшырыуында баһалама төркөмөндә кейем белгесе мотлаҡ булырға, хаталарҙы төҙәтеп барырға тейешлек тураһындағы фекер менән тулыһынса килешәм.
Инде бер нисә йыл "Евразия йөрәге" фестивале сиктәрендә Өфөлә милли кейем парады үткәрелә. Тәүге йылда был сара хаҡлы рәүештә башҡорт халҡының милли кейеменә генә арналһа, артабан иһә башҡа милләттәр ҙә ҡушылды. Әлбиттә, быны киң күңеллелек билдәһе, толерантлыҡ тип аңлайбыҙ. Әммә әтнәкәһе шунда: был бутҡала ниндәй кейем дөрөҫ, ниндәйе дөрөҫ түгел икәнен дә аңғармайбыҙ. Үтһә - булды, халыҡ бер йыйылып алһа - булды, тигән кеүек кенә ойошторолған һымаҡ була башланы был сара. Үткән йәйҙәге сарала беҙҙең райондан Бөйҙө ауылы ағинәйҙәре ҡыҙыл бәздән үҙебеҙҙең ерлеккә хас булған күлдәктәр тегеп, итәгенә үҙебеҙсә ( музейҙа шундай өлгө бар) элмәле сигеү һалып, камзулдарын да үҙебеҙсә тәңкәле итеп кейем әҙерләнеләр. Ошо парадҡа барыр өсөн. Ҡайтҡас, әйткән һүҙҙәре шул булды: "Унда ней халыҡ сәхнә кейеме кейеп сыҡҡан даһа. Күренекле генә кешеләрҙең дә кейгән генәһе бер ҙә ҡыуандырманы..." Сәхнә кейеме менән ысын милли ерлектәгеһен айыра белеүҙәренә, берҙән, шатландым. Икенсенән, был бутҡала милли кейемгә дөрөҫ юҫыҡта үҫергә мөмкинлек булмауына көйөндөм. Һуң был сара тап үҙебеҙҙең милли кейемде дөрөҫ әҙерләп кейергә, йылдан-йыл формалаштырырға, юғары кимәлгә күтәрергә булышлыҡ итеүҙе маҡсат итмәйме һуң? Ул саҡта ни өсөн анау хәтле йыраҡтан халыҡ йыйырға? Һөҙөмтәһе һөйөндөрмәгәс. Милли кейемдең дә йәш быуынға түкмәй-сәсмәй, бар дөрөҫлөгөндә тапшырыла торған ҡомартҡы икәнен иҫтән сығармаһа ине яуаплы кешеләр.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: милли кейемгә арналған саралар һәр яҡтан яҡшы уйланылған, емешле һәм һөҙөмтәле, башҡорт халҡы өсөн файҙалы булырға тейеш. Ошо темаға арналған семинарҙар, түңәрәк ҡорҙар, оҫталар мәктәбе ойоштороп, белгестәр саҡырып, уртаға һалып һөйләшәйек. Әйтергә кәрәк, үткән йыл йәй Милли музейҙа Башҡортостан халыҡтарының баш кейеменә арналған бик матур конференция булды. Белгестәрҙең бик файҙалы сығыштарын тыңланыҡ. Был сығыштар юғалмаһын, китап итеп баҫтырығыҙ, тигән фекер ҙә әйтелеп, электрон вариантта булһа ла эшләрбеҙ, тигәндәр ине лә, булманы. Бар нәмә аҡсаға барып төртөлә шул, музейҙың хәленән килмәгәндер инде. Әйтелгәндәрҙе БР Мәҙәниәт министрлығы ла ишетеп, ябай кешеләрҙең фекерҙәренә лә ҡолаҡ һалһындар ине. Нисек кенә булмаһын, уларҙың оло бурысы был.

Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.20 | Ҡаралған: 570

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru