«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘГӘ ҮҘЕБЕҘ ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕК ҠЫЛМАЙЫҠ!
+  - 

Хәрби табип булып хеҙмәт иткән дәүерҙә әленән-әле ОРВИ, грипп һымаҡ өҫкө тын алыу юлдарын зарарлаусы эпидемия осраҡтары ла булғылай торғайны. Һыуыҡ миҙгелдәрҙә дивизияға, хәрби ҡаласыҡта йәшәгән халыҡҡа бына шул инфекцияларҙың береһе килеп еткән осорҙа табиптар командованиенан һәр саҡ "изоляция" режимы булдырыуҙы талап итә башлай.

Бындай саралар, әлбиттә, частарҙа хәрби әҙерлек һәм башҡа көнкүреш эштәренә ныҡ ҡына ҡамасаулай. Шуғамылыр, командирҙарҙың табиптарҙың ошо эштәрен әллә ни өнәп етмәгәне һиҙелә ине (хатта бәғзе бер тупаҫ командирҙар табиптарҙы "зараза таратыусылар" тип атап, йәнде көйҙөрә торғайны). Әммә, һис бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, дивизияның медицина хеҙмәте башлығы комдивҡа ошондай карантин сараларының мотлаҡ кәрәк булыуын иҫбат итеп, уға бойороҡ проекты яҙып бирһә, генералға ҡултамғаһын ғына ҡуйырға ҡала. Проектты комдив раҫланы икән, эш кинәт кенә алға китә: шунда уҡ карантин хаҡында юғары командованиеның бойороғо сыға. Ана шул фарманға ярашлы, хәрби ҡаласыҡтағы казарма зоналарында һәр төрлө сикләүҙәр башлана (бөгөнгө бөтә донъяла барған хәлдәр бер аҙ ана шуны хәтерләтә). Һалдаттарҙы мөмкин тиклем казарманан сығармаҫҡа, подразделениелар-ара аралашыуҙарҙы тыйырға, сирлеләрҙе шунда уҡ госпиталдең инфекция бүлегенә һалырға, тигәнерәк мәғәнәлә була был бойороҡ. Госпиталдә урын етмәй башлай икән, тейешенсә йыһазландырып, табип һәм шәфҡәт туташтары ҡуйып, берәй казарманы ана шундай изоляторға әйләндерәләр. Һалдаттарға ашхананан ташып ашаталар...
Бына ошондай мәлдәрҙә һәр саҡ бер ҡыҙыҡ күренешкә иғтибар итә инем. Юғарыла әйтелгән һымаҡ, тейешенсә саралар күрелә башлау менән сирҙең инкубацион осоро (йоҡторған көндән алып, ауырый башлағанға тиклем ара) үткәс, ябай һалдаттар араһындағы әлеге инфекция таралыуы тиҙ арала туҡтала башлай! Ни өсөн, тигән һорауҙы һәр саҡ ҡуя инем үҙемә һәм тейешенсә һығымта ла яһай торғайным. Сөнки ябай һалдаттың, бойороҡто инҡар итеп, унда-бында йөрөү, йәғни карантин режимын боҙоу мөмкинлеге сикләнгән. Һалдаттарға ошо режим хатта килешеп тә ҡала: төрлө эштәрҙән арынып, улар "йоҡо туйҙырып" алалар. Ә иң ҡыҙығы шунда: һалдаттарҙан айырмалы, офицер коллективында инфекция оҙағыраҡ йөрөй. Ни өсөн? Сөнки, был контингенттың өйҙә тик ятыу мөмкинлеге һис кенә лә булмай торғайны. Һәр төрлө кәрәк-кәрәкмәгәнгә командир янында уҙғарыла торған кәңәшмәләргә йөрөүҙе дауам итә офицерҙар. Ғөмүмән, офицер һәм прапорщик коллективында әлеге әйтелгән "изоляция режимы" тигән нәмәне үтәү юҡ кимәлендә була.
Бынан тыш, башҡа һәр ерҙәге һымаҡ, ана шундайыраҡ эпидемик хәл миҙгелендә әрмелә лә хәрбиҙәргә төрлө профилактик прививкалар яһау кәрәк саҡтар булып тора. Был осраҡтарҙа ла поликлиникаға һалдат халҡын старшина дәррәү теҙеп алып килә. Ә инде медицина хеҙмәткәре уларҙы исемлек буйынса тикшереп, тейешенсә уколын да һалып сыға. Поста һәм башҡа наряд-фәләндәрҙә тороп ҡалған бер нисә һалдатты һуңынан санитар-инструктор медпунктҡа алып килә. Һөҙөмтәлә, теләйме-теләмәйме, бер һалдат та прививкаһыҙ ҡалмай. Ә инде әлеге лә баяғы офицер-прапорщиктарға килгәндә, кемдер әйтмешләй, әпәт шул уҡ проблема. Хатта бәғзеләр үҙҙәренсә хәйләләп, бындай сараларҙан "ҡасып" та ҡалғылай. Медиктарға уларҙы тотоп алыуы ҡатмарлыраҡ. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, командирға тейешенсә рапорт яҙып, административ яза менән ҡурҡытып, шуның аша мәжбүри саҡыртып ҡына алырға тура килә. Әгәр профилактик прививканы часть командиры үҙе иң башта килеп яһата икән, быныһы - иң яҡшы осраҡ. Сөнки, үҙе укол яһатҡан командир башҡа бер офицерҙы ла "имен" ҡалдырмаясаҡ…
Бының менән нимә әйтмәксе булам, хөрмәтле яҡташтар. Бөтә донъяла, хатта илебеҙҙә лә COVID-19 тип аталған ҡурҡыныс вирус йөрөгәндә хөкүмәт органдары ана шундай сараларҙы мәжбүри рәүештә ойоштора икән, был - тик яҡшыға ғына! Үкенескә, талап ителгән сикләүҙәрҙе тотмағандар осрап тора. Кәрәкһә-кәрәкмәһә лә төрлө йәмәғәти урындарҙы ҡыҙырырға яратыусылар, урамдарҙа битлекһеҙ йөрөгәндәр, өйгә ингәс, ҡулдарын һабынлап йыуырға йыбанған йә иһә сирләп китеп тә был хаҡта йәшереп маташҡан кешеләр үҙҙәре генә түгел, ә балалары, туғандары өсөн дә хәүеф сығанағы булып тора. Илебеҙҙә килеп тыуған бына ошо ауыр ситуацияға айыҡ күҙ менән ҡарайыҡ. Үҙебеҙгә-үҙебеҙ ғәҙелһеҙлек ҡылмайыҡ!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.20 | Ҡаралған: 619

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru