«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР ЭШТЕҢ - ҮҘ ШИҒРИӘТЕ...
+  - 

Бына XXV "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсы ла гөрләп үтеп китте. Үҙ эшенең оҫталарының иң мәртәбәле конкурсында ҡатнышыу бәхетен мин дә татыным. Ҙур конкурс булғас, ярыштар ҙа ҙур булды. Быйылғы конкурсҡа яңылыҡ индерелеүе - милли костюмды презентациялау - үҙенә күрә бер байрамға әүерелде. Һәр ҡатнашыусы үҙ төбәгенең кейемен күрһәтеп, башҡорт халҡының матди һәм рухи байлығын сағыу итеп асып бирҙе. Һәр этаптағы төрлө эштәрҙе конкурсанттар лайыҡлы үтәне, күрһәтте. Миңә бигерәк тә "Асыҡ лекция" этабы оҡшаны. Бында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың "Һәр эштең бар үҙ шиғриәте..." тигән һүҙҙәре асыҡ лекция темаһы тип тәҡдим ителде. Һәм мин ошо телмәремде, бер аҙ төҙәтеп-үҙгәртеп, һеҙгә лә еткерергә булдым.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың "Һәр эштең бар үҙ шиғриәте..." тигән һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Минең аңлауымса, шиғриәт - ул матурлыҡ, тормош йәмен тапҡыр, татлы һүҙҙәр менән күрһәтеү. Һәм бөгөн мин "үҙенсәлекле" балалар менән эшләүҙең шиғриәтен күрһәтергә теләйем! Мин - юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм уҡытыусы-дефектологмын (олигофренопедагог). Һуңғы йылдарҙа Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгендә (Дыуан бүлексәһендә) эшләйем. "Үҙенсәлекле" балалар менән эшләп, мин иң тәүҙә тормошто нисек бар, шулай ҡабул итергә, үҙеңде нисек бар, шулай яратырға өйрәндем. Тыумыштан һуҡыр уҡыусым: "Мин бармын, шуның менән бәхетлемен. Әгәр ҙә мин донъяның ете төҫөн күрә алһам, мин донъяла ете тапҡыр бәхетле булыр инем!" - тине. Ә мин йәйғорҙоң ете төҫөн дә күрәм! Минең тормошомдоң шиғриәте ете төҫлө!
Башҡорт теле дәресендә уҡыусым менән "Теле барҙың, иле бар, иле барҙың, көнө бар" темаһына инша яҙҙыҡ һәм "Башҡорт телендә иң яҡшы инша" республика конкурсына ебәрҙек (БДУ-ла үткәрелде). Күпмелер ваҡыт үткәс, финалға үтеүсе тип, беҙҙе бүләкләүгә саҡырҙылар. Әле нисәнсе урын алғанды белмәһәк тә, уҡыусым менән осоп барҙыҡ Өфөгә. Бына БДУ алдына килеп еттек, көн бик һыуыҡ булмаһа ла, юл тайғаҡ ҡына ине. Күтәрмәне менгәнсе генә лә уҡыусым бер нисә тапҡыр йығылды. Мин ҡулымды биргәйнем, уҡыусым: "Үҙегеҙ йығылып ҡуймағыҙ!" - тине. Минең уҡыусымды бер нәмә лә борсоманы: әҙ генә өҫтө бысраныу ҙа, кешеләрҙең аптырап, көлөп ҡарауы ла - ул һикереп тора, өҫтөн ҡаға һәм тағы бер баҫҡысҡа күтәрелә! Уны бөгөн ҙур уңыш - Башҡортостаныбыҙҙың иң күркәм уҡыу йортоноң сәхнәһенә менеп бүләкләү көтә! Уның бар булмышы, бар ҡиәфәте "Мин булдырҙым!", "Мин башҡаларҙан кәм түгелмен!" тип әйтә ине! Һәм ошонда мин үҙемә төп ҡағиҙә булдырҙым: тормошта төрлө абыныу-йығылыуҙар була, тик һәр ваҡыт һикереп торорға, өҫтө ҡағырға һәм бер баҫҡысҡа күтәрелергә кәрәк! Ҙур уңыш көтә икән, һине бер нәмә лә туҡтатырға тейеш түгел! Әгәр ҙә уҡыусы менән тормош хәҡиҡәтен асаһың икән, бына ошонда күрәм мин эшемдең шиғриәтен!
Коллегам туристик экскурсия менән Израилгә бара. Һәм унда уларҙы ҙур изге йортҡа экскурсияға алып баралар. Тик унда кем шул диндә, шуларҙы ғына индерәләр икән. Танышым аптырап ҡарап торғанда уның янына килеп, ҡайҙа эшләүен һорашалар ҙа, уны индереп ебәрәләр. Бик матур изге йорттан сыҡҡас, ойоштороусылар янына килеп һорай: "Мин бит мосолман, һеҙҙең диндә түгелмен. Мине нисек индерҙегеҙ ул?" Һәм ошонда уларҙың яуабы шаҡ ҡатыра танышымды: "Беҙҙең диндә кем "үҙенсәлекле" балалар менән эшләй, шулар изге йәнгә тиң!" Бына ошонда күрәм мин эшемдең шиғриәтен!
XXV "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсында ҡатнашыуым менән шул тиклем бәхетлемен: яңы таныштар таптым, күп яңылыҡ астым, файҙалы мәғлүмәт белдем, профессиональ яҡтан ҙур үҫеш алдым. Ә иң бәхетле мәл - В. Сухомлинскийҙың "Йөрәгемде балаларға бирәм" миҙалын алыу булғандыр! Конкурсҡа әҙерләнгәндә, В. Сухомлинскийҙың "Йөрәгемде балаларға бирәм" китабын уҡып сығып, бөйөк педагогтың эше менән ғорурланғайным. Һәм конкруста тап ошо бөйөк шәхестең миҙалын алыу минең өсөн ҙур уңыш, мәртәбә булды, тормошома, эшемә тағы ла көс, ҡеүәт, ҡөҙрәт өҫтәне. Бына ошонда күрәм мин эшемдең һәм тормошомдоң шиғриәтен!

Айһылыу СИРБАЕВА,
Дыуан районындағы Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге уҡытыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.20 | Ҡаралған: 520

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru