«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛҒЫ ҺЫҘЫҠТАБЫҘ!
+  - 


Бар донъя миллионлаған вирустарҙың береһенең, "тажлыһының", афәтенән ҡалтыранып йәшәй башлап, илдә, республикала ла үҙизоляция иғлан ителгәс, кешеләр өйҙә ултырырға фарман алды. Тик был өйҙә ултырырға тейештәр исемлегенә мотлаҡ эш урынында ҡалыуы талап ителгәндәр - йәшәйеште тәьмин иткән структуралар, медицина учреждениелары, дарыуханалар, магазиндар, финанс иҫәп-хисабын тәьмин иткән учреждениелар, транспорт, шулай уҡ барлыҡ кимәлдәге власть органдары хеҙмәткәрҙәре индерелмәне, әлбиттә. Шулай уҡ почтальондар, журналистар ҙа эште дауам итте.

Эйе, беҙ ҙә аҙна һайын гәзитебеҙ аша уҡыусыларыбыҙға ошо хәүеф, уға ҡаршы ойошторолған көрәш һәм һаҡланыу саралары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе еткереп торабыҙ. Һәм… Был ғына түгел, баҫмабыҙ йөкмәткеһенә тоғро ҡалып, уйлыларға - уй, аңлыларға - ишара, аңламағандарға - фәһемле һүҙ, тормош һабаҡтары еткереүҙе лә дауам итәбеҙ. Эйе, уҡыусыларыбыҙ "Киске Өфө"нө аҡыл-кәңәш биреүсе, Урал батыр әйткәнсә, "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ" тип рухландырыусы, сәмләндереүсе, ғәмләндереүсе баҫма булараҡ белә. Беҙҙең был йөкмәткене, уның тәрбиәләүсе ролен инҡар итеп маташыусылар ҙа бар, әлбиттә. Аҡыл өйрәтмәгеҙ, үҙебеҙ беләбеҙ, йәнәһе. Хәйер, аҡ ҡағыҙға яҙылғандарҙы ғына түгел, ә Хоҙай Тәғәлә инселәгән йәшәү рәүешен, әхлаҡи ҡанундарҙы, үҙ-ара күркәм мөнәсәбәттәрҙе, ғаилә ҡиммәттәрен инҡар итеүселәр ишәйеп китте бит тормошобоҙҙа. Бөгөн, оло хәүеф солғанышында ултырғанда, үҙенең быға тиклем ҡылған ҡылыҡтарынан тетрәнәме, һабаҡ аламы икән әҙәмдәр? Гәзитебеҙ аша был һорауҙы ҡабат-ҡабат юллайбыҙ уҡыусыларыбыҙға.
"Киске Өфө"нөң 13-сө һанында "Хоҙай киҫәтеүелер был" тигән сәләмебеҙҙе ебәрҙек, уҡынығыҙмы икән? "Ни өсөн шулай килеп сыҡты һуң? Төптәнерәк фекер йөрөтһәң, күп осраҡтарҙа кешеләр үҙҙәре ғәйепле булып сыға. Күп нәмә кешеләрҙең тәбиғәттән өҫтөн булырға тырышыуында, Ер йөҙөндә тик үҙен генә тәбиғәт батшаһылай итеп тойоп, нәфсеһенә баш була алмай, вәхшиҙәрсә, ҡырағайҙарса тотоуындалыр, тим. Һөҙөмтәлә бына нимә килеп сыға: һин донъябыҙҙа шул уҡ вирустар булыуын иҫәптән сығарып, тәбиғәт ҡанундарын боҙаһың икән, уны һис туҡтауһыҙ ағыулайһың, бысратаһың, шәхси тормошоңда һәр төрлө аҙғынлыҡтан, боҙоҡлоҡтан баш тартмайһың икән - ошо илаһи Тәбиғәт, йәғни Хаҡ Тәғәлә, һине һис шикһеҙ үҙ язаһына дусар итәсәк. Һин һанға һуҡмаған донъя һинең башыңа етәсәк!"- тип яҙҙы авторыбыҙ Бәҙри Әхмәтов.
Журналисыбыҙ Миләүшә Ҡаһарманова иһә аңлыларҙың, уйлыларҙың ошо афәт эсендә ултырғанда яһаған һығымтаһын еткерҙе 15-се һандағы мәҡәләһендә: "Бөгөнгө көсөргәнешле торошта беҙ ҙә үҙгәрҙек. Күп нәмәне аңланыҡ, тойҙоҡ һәм уйҙарҙы, аңды тәртипкә һалдыҡ. Кешелек ҡиммәттәре ҡапыл ғына алмашынды. Кисәге ҡыҙыҡ һәм кәрәк булғандар мәғәнәһен юйҙы. Кисәге мөһим нәмәләр баштан сығып осто. Алдағы аҙналарҙа ғына беҙгә ниндәйҙер кәңәшмәләр, ултырыштар, отчеттар, түрәләр, командировкалар, саралар донъя тотҡаһы һымаҡ булһа, бөгөн беҙ уларҙың бөтөнләйе менән әҙәм ғүмере өсөн кәрәкле булмауын белдек. Беҙ бәлә килгәнен тойғанда бер ҙә эшебеҙҙе йәки идеяларыбыҙҙы яҡларға, уларҙы ҡотҡарып ҡалырға ынтылманыҡ. Беҙ иң беренсе сиратта үҙ йәнебеҙ һәм балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ өсөн борсолдоҡ. Шуларҙы һаҡлап-ҡурсып ҡалыуға ташландыҡ. Бына бит ул Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте! Ошо аҙ ғына ваҡыт эсендә донъя халыҡтары аңындағы ысын хистәрҙе уята һәм рухи таҙарыныу кисертә алыуы..."

Шулай, коронавирус һөжүмен иҫкәртеү саралары тураһында һөйләй-һөйләй, Хоҙай язаһы тураһында ла иҫкәртә-иҫкәртә баҫмабыҙҙы сығарыуҙы дауам итәбеҙ. Журналистарыбыҙҙан кемдәрҙер ситтән тороп эшләүгә күсһә лә, тормош һәм ваҡиғалар ағышында эштәрен дауам итәләр. Фәүзиә Мөхәмәтшина республикабыҙ буйлап таралған уҡыусыларыбыҙҙан "Әйт, тиһәгеҙ..." рубрикаһындағы иң актуаль һорауҙарға яуаптар йыя, барыһын да аптыратҡан ҡайһы бер сәйәси йә социаль өлкәләге яңылыҡтарҙы "Бынағайыш" рубрикаһында ҡәләм осона эләктерә һала. Вәлиәхмәт Бәҙретдинов иһә аналитик мәҡәләләре менән күтәрә баҫма йөкмәткеһен, бик күп тарихи сығанаҡтарҙы байҡап, ырыуҙар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе бер материал итеп туплай, шулай уҡ данлы Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән ҡаһарманлыҡ юлы яҙмаларын дауам итә. Миләүшә Ҡаһарманова тормоштағы күп төрлө күренештәрҙе байҡап, "Уйлыға -уй" рубрикаһында уйландырыр, тетрәндерер һығымталар яһай. Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова әле коронавирус тирәһендәге ваҡиғалар менән бәйле мәғлүмәттәр еткереү, өйҙә ултырыусыларҙан, балаларын дистанцион уҡытҡан ғаиләләрҙән һорау-яуаптар ойоштороу менән мәшғүл. Сәриә Ғарипова иһә уҡыусыларыбыҙҙан "Зыялылар майҙаны"на, "Әйтер һүҙем бар!" рубрикаһына фәһемле фекерҙәр йыя, уҡыусыларыбыҙ көтөп алған башватҡыстар әҙерләй. Сәрүәр Сурина гәзиттең рухиәтле биттәрен тулыландыра: фольклорсылар, милли кейем буйынса белгестәр менән һөйләшеүҙәр ойоштора, театр сәхнәләрендә барған яңы тамашалар менән таныштыра. Ҡыҫҡаһы, бөгөн дә һәр кем үҙ урынында. Тимәк, гәзит һәм уның хеҙмәткәрҙәре лә "алғы һыҙыҡта".
Әммә беҙҙе борсоған тағы бер мәсьәлә бар һәм уратып килтереп һөйләр һүҙем шул турала: 2020 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу компанияһын нисек үткәрергә, тип баш ватабыҙ, борсолабыҙ, борсолоуҙарыбыҙҙы һеҙгә, уҡыусыларыбыҙ иғтибарына ла төбәйбеҙ. Почтальондар үҙ эшен эшләй, әлбиттә, өйҙән-өйгә, фатирҙан-фатирға йөрөп, матбуғат баҫмаларын, ҡарттарға пенсия аҡсаһын тарата. Ләкин был мәлдә улар өсөн дә кешеләр, тимәк, уҡыусылар менән аралашыу сикләнгән. Тимәк, уларҙан да беҙҙең ышанысты аҡлау өсөн эшһөйәрлек, тырышлыҡ талап ителә. Редакцияның гәзитте таратыу буйынса яуаплы хеҙмәткәре Алһыу Кинйәбаева менән бөгөн уларға хаттар адресланыҡ. Гәзитте әүҙем таратыусы почтальондарға матур бүләктәр вәғәҙәләнек. Гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа даими рәүештә беҙҙән бүләккә матур китаптар алып тора, йолабыҙ был юлы ла дауам итәсәк.


- Шулай итеп, уҡыусыларыбыҙ иғтибарына шуны еткерәбеҙ: бөгөн ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә 694 һум 34 тингә яҙыла алһағыҙ, 20 апрелдән 30 апрелгә тиклем ташламалы хаҡ менән яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителә, ул мәлдә иһә яҙылыу хаҡы 628 һум 32 тин, йәғни 66 һумға арзаныраҡ буласаҡ.
- Өйҙән сыҡмай, почтальонды өйөгөҙгә ҡабул итмәй генә яҙылыу ысулы ла бар. Уның өсөн "Почта России" podpiska.pochta.ru сайтына инеп, эҙләү һыҙығында "Киске Офо" тип йә ПР905 индексын йыяһығыҙ, үҙегеҙҙең адресты, исем-фамилияны, яҙылыу осорон яҙып, кәрзингә күсәһегеҙ ҙә, банк картаһы менән онлайн түләйһегеҙ. Был ысул менән гәзиткә яҙылыу, әлбиттә, банк картаһы менән онлайн түләүҙәр башҡара белгәндәргә уңайлы, шуға ла уларға: "Ауыл-ҡалаларҙа йәшәгән атай-әсәйҙәрегеҙгә, туғандарығыҙға яҙылып, бүләк итегеҙ баҫмабыҙҙы", - тип өндәшәбеҙ.
- Шулай уҡ ҡайһы ғына районда, ҡалала йәшәһәгеҙ ҙә, 8-800-1-000-000 номерына шылтыратып, почта хеҙмәткәрен өйгә йә офисҡа саҡырып була (хеҙмәт түләүле).
Әйткәндәй, белеүебеҙсә, күҙәтеүебеҙсә, бөгөн үҙизоляцияла ултырған кешеләр гәзит-журнал, китап уҡый. Бына Баймаҡ районынан бер уҡыусыбыҙ ебәргән хәбәр: "Телевизорҙағы негатив хәбәрҙәрҙән ялҡып, уҡыуға бирелеп киттем. Өйөмдә матбуғат баҫмалары ла, китаптар ҙа байтаҡ. Бына әле "Киске Өфө"нөң элекке һандарын да алып, һәр һүҙенә, һәр хәрефенә тиклем диҡҡәт һалып уҡып ултырам. Ниңәлер быға тиклем төбөнә төшөп аңларға тырышмағанмын икән унда яҙылғандарҙы. Әле һәр мәҡәләнән, һеҙ әйткәнсә, аҡыл тирәм, фекерҙәр тирәм. Иҫән булһам, артабан һеҙҙең кәңәштәр менән йәшәйәсәкмен..." Һәм тағы. Беҙгә еткерелгән хәбәрҙәрҙән кемдәрҙер "Ырғыҙ", Зәйнәб Биишева романдары кеүек башҡорт классикаһын аҡтара, кемдәрҙер рус классикаһын күҙҙән үткәрә икәнен беләбеҙ. Үҙизоляцияла ултырыу беҙ юғала тип саң ҡаҡҡан уҡыу ғәҙәтен дә иҫкә төшөрә икәнен ишетеп, эске бер кинәнеү, ҡыуаныс кисерелә...
Шулай итеп, "тажлы" вирус тыуҙырған афәтте лә үткәреп ебәрербеҙ, иҫән-имен ҡалған әҙәм балаларының асылы уяныр, ҡылыҡтары дөрөҫ юҫыҡ алыр, Хоҙай биргән ҡиммәттәргә ҡәҙерле бүләк итеп ҡарау, һаҡсыл мөнәсәбәт яңырыр, тигән өмөт тыуа әле. Шулай булһын. Һәр хәлдә, бөгөнгө бер бәләкәй генә вирус тыуҙырған хәүефте беҙ Күктән төшөрөлгән һынау, үҙ һаулығын, кешелек сифаттарын һаҡлай, ҡәҙерләй белмәгәндәргә ҡаты киҫәтеү итеп ҡабул итәйек.

Гөлфиә ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.20 | Ҡаралған: 422

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru