«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЙРӘТМӘЙЕМ ЙҮНӘЛЕШ БИРӘМ
+  - 

"Тәртипле, аҡыллы, тәүфиҡле бул, балам" - һәр сәй табынынан һуң йәиһә балаларымдың кескәй генә уңыштары-шатлыҡтарына ҡыуанып әйтелгән ябай ғына ошо һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә, изге фатиха һалынған. Тәрбиә башы - ғаиләлә тигәнде күҙ уңынан ысҡындырмай, халҡыбыҙға хас ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙан да баш тартмай, бихисап ғалим йә бөйөк кешеләрҙең һүҙҙәрен дә ҡолаҡ осона элеп, йөрәк һәм аҡыл ҡушыуы буйынса тәрбиәләйбеҙ балаларыбыҙҙы.

"Апай, улдарың бигерәк аҡыллы, нисек улай өйрәтәһегеҙ ул?" тип бер һеңлем һорау биргәндә аптырап ҡалғайным. Өйрәтергә ул этме, йә айыу балаһымы, тигәнерәк уйҙар солғанышында ҡалып, һеңлекәшемә кәңәш бирә алмағайным. Йылдар үтә барып, "балалар өйрәтеү" эшенде бер ни тиклем тәжрибә туплағандан, тәрбиә эшенә ниндәйҙер кимәлдә үҙ ҡарашым барлыҡҡа килгәндән һуң былай тип яуаплар инем:
Беренсе һәм мөһим талап - әсә һөйөүе. Иң эскерһеҙ, иң бөйөк хистәр ул балаңа ҡарата мөхәббәт. Сабыйың яралғандан алып һинең яратыуыңды, ҡурсыуыңды тойорға тейеш, тип һанайым мин. Арып-талып, бөткөһөҙ тормош мәшәҡәттәре баҫып киткәндә лә, арҡаларынан тапап һөйөп, күкрәгемә ҡыҫып алыу ҙа минең тәрбиә ысулдарының береһе. Ниндәйҙер ярамаған эш ҡылғанмы, йәки, киреһенсә, ҙур уңыштарға өлгәшкәнме, кәйефһеҙме, шатмы ул, ҙурайып, үҙемдән аша ҡарап торамы, әллә буйы саҡ-саҡ етәкләрлек булғанмы, һәр ваҡыт үҙемдең ихлас яратыуымды балаларыма еткереүҙән тартынмайым.
"Атайһыҙ ул аҫрама, инәһеҙ ҡыҙ аҫрама" тигән мәҡәлебеҙҙә ниндәй әсе дөрөҫлөк ярылып ята. Ғаилә ҡороп, ике яҡлы тәрбиә алып үҫкән балаларҙың киләсәге өмөтлөрәк һәм ныҡлыраҡ тип уйлайым. Эйе, тормоштоң төрлө хәлдәре булыуы бар. Аяуһыҙ яҙмыш ҡанундары ҡәҙерле кешеләребеҙҙе баҡыйлыҡҡа тартып алыуын төҙәтеп тә, кисектереп тә булмай шул. Әммә ләкин, холоҡтарыбыҙ тап килмәне, миңә уның менән ҡыҙыҡ түгел, тип еңел генә ҡорған ояларын туҙҙырып, балаларын ике ут уртаһында тәрбиәләп маташаусылар ҙа күп хәҙер. Юҡҡамы ни, атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән, тип тә әйкәндәр. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тип тә өҫтәргә була был мәлдә. Ниндәйерәк киләсәк тәрбиәләреңде белгең килһә, күрәҙәсегә түгел - көҙгөгә күҙ һал. Иҫ китмәле аҡыллы, күңелдәргә үтмәле һүҙҙәр һөйләп ултырып та, ҡылған ҡылыҡтарың бының тап киреһе икән, балаң да тәртипһеҙ тел биҫтәһе буласаҡ. Шулай итеп, икенсе мөһим талап - атай тәрбиәһе, абруйы һәм дәрәжәһе. Балаларыма бәләкәйҙән атай һүҙенең ҡеүәтен һәм көсөн, бәҫен еткерергә тырышам. Был, берҙән, уландарымдың да киләсәктә ысын ир-егет, өлгөлө ғаилә башлыҡтары, абруйлы атай буласаҡтарын ҡандарына һеңдерергә тырышыу, икенсенән, минең бер туҡтауһыҙ яратып ҡына тороуымдан шашып китмәҫ өсөн ҡаты ҡулдар ҙа кәрәклеген аңлағанлыҡтан ҡулланылған алым.
Өсөнсө мөһим тәрбиә ысулы - хеҙмәт. Эшләгән - тешләгән, кем эшләмәй - шул ашамай, әҙәмде әҙәм иткән - хеҙмәт, тигәнерәк бик күп аҡыллы әйтемдәргә таянып эш итәбеҙ был осраҡта. Әлбиттә, көндәр буйы таш тумыртып, бил яҙлыҡтырмай эшләтеү тигәнде аңлатмай инде был. Көн режимын уҡыуға, ниндәйҙер хужалыҡ эштәренә, уйынға, йәмәғәт эштәренә ваҡытты дөрөҫ бүлә белергә өйрәтергә тырышабыҙ.
Ололарҙы - ололау, кеселәрҙе - кеселекләү, итәғәтле, ипле, инсафлы, иманлы булыуҙары, кеше араһында үҙҙәрен тәрбиәле тота белеүҙәре ата- әсәнең күсермәһе инде. Шулай уҡ телебеҙгә һөйөү уятып, үткәнебеҙҙе хөрмәтләп, киләсәгебеҙҙе ҡайғыртып, ысын башҡорт итеп үҫтереү ҙә беҙҙең мөһим бурысыбыҙ.
Балам менән бала ла булам, сыбыҡ атҡа атланып һыбай ҙа сабам, кәрәк саҡта яҡын дуҫ, кәңәшсегә лә әйләнәм, бергәләшеп илашып та, көлөшөп тә алам, шаян һәм шуҡ та, урынында етди, ҡырыҫ та ҡалам. Өйрәтмәйем, бары тик күңелемдән, йөрәгемдән сыҡҡан тәрбиә ысулдарым менән дөрөҫ юлға йүнәлеш кенә бирәм. Балаларым тәрбиәмдең сәскәләре генә, емештәрен ейәндәремдә, бәхетле ҡартлығымда күрермен тип инанам.

Гүзәл МЫРҘАЕВА.
Баймаҡ районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.20 | Ҡаралған: 472

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru