«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢДЫҢ ТЕЛЕ АСЫЛДЫМЫ?
+  - 


Бөгөнгө көндә күпселек дауаханаларҙа һәм белем биреү усаҡтарында логопедтар бар. Медицина учреждениеларында эшләүсе белгес мәктәп һәм балалар баҡсаларындағы логопедтан нимәһе менән айырыла? Был һөнәр эйәләренә ниндәй мәсьәләләр менән осрашырға тура килә һәм бала менән шөғөлләнеү өсөн логопед һайлағанда нимәгә иғтибар итергә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға логопед-педагог Ләйсән ХИСАМЕТДИНОВА яуап бирә.

Логопедты уҡытыусы булараҡ ҡарау дөрөҫөрәкме, әллә ул табипмы?

- Был һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Тәү ҡарашҡа, логопед - тик медицина менән бәйле белгес кеүек. Ләкин балалар баҡсаһы, ғәҙәти һәм коррекцион мәктәптәрҙә, социаль үҙәктәрҙең штат расписаниеһында ла "логопед" вазифаһы ҡаралған. Ул ошо һөнәр буйынса юғары белем алған һәм балалар менән педагог (уҡытыусы) булараҡ шөғөлләнә, йәғни балаға медицина күҙлегенән сығып диагноздар ҡуймай, ә уның амбулатор картаһындағы невролог, отоларинголог, күҙ табибы, психологтың яҙмаларына таянып эш итә. Шулай итеп, ул үҙ эшендә дөйөм һәм артикуляцион, күҙәтеү һәм тын алыу гимнастикаларын, логопедик массаж һәм башҡа ошондай технологияларҙы ҡуллана. Дауаханаларҙа, медицина үҙәктәрендә ошо өлкәлә эшләүсе белгестәр логопедия йәки дефектология белеменән тыш, юғары медицина белеменә эйә булырға тейештәр. Шулай уҡ улар йыш ҡына психотерапия курсын да үтәләр. Белем биреү учреждениеһында эшләгән логопедтарҙан айырмалы рәүештә, улар дауаланыу терапияһын дарыуҙар, психотерапевтик методикалар ярҙамында ла алып бара.

Логопед булараҡ, һеҙ ниндәй мәсьәләләр менән осрашаһығыҙ?

- Күптәр фекеренсә, логопед тик өндәрҙе генә дөрөҫ ҡуйыусы белгес. Был улай түгел. Өндәрҙе ҡуйыу ҙур айсбергты хәтерләткән проблеманың күҙгә күренгән бер өлөшө генә. Тәү сиратта, логопед баланың анамнезын тулыһынса өйрәнә, диагностика үткәрә, кәрәкле осраҡта өҫтәмә тикшереүҙәр тәғәйенләй. Бөтә тикшереүҙәр бөткәс, уларҙың һығымтаһы нигеҙендә логопед һәр балаға айырым тәғәйенләнгән дауалау схемаһын төҙөп эш башлай. Логопед шулай уҡ психологик һәм психотерапевт оҫталығына эйә булырға тейеш, сөнки күп осраҡта телмәрҙең үҫешмәүе ниндәйҙер психологик йәрәхәт, ҡурҡыу һәм башҡа ауыр стресс ситуациялары менән бәйле була.

Шулай итеп, логопед алдына ниндәй бурыстар ҡуйыла?

- Ҡыҫҡаса әйткәндә, өндәрҙе ҡуйыу, телмәрҙе үҫтереү һәм байытыу, уны камиллаштырыу, өндәрҙең асыҡ әйтелешен яҡшыртыу, телмәрҙә булған хаталарҙы коррекциялау. Тағы ла был белгес телмәр органдарының органик зарарланыу мөмкинлеген дә асыҡлай, йәғни сабый ҡарында булғанда йәки тыуған саҡта уға гипоксия, асфикция диагноздары ҡуйылыуы, баш мейеһе, үҙәк нервы системаһы зарарланған осраҡтар баланың телмәренә кире йоғонто яһай. Һәм логопед телмәргә ҡағылышлы ошо эҙемтәләрҙе бөтөрөү йәки уларҙы кәметеү өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ логопед бәләкәс балалар менән генә түгел, ә инсульт кисереү һөҙөмтәһендә һөйләшеүҙә проблемалары булғандар менән дә эшләй, реабилитация үткәрә.

Нисә йәштә ата-әсәләрҙе баланың һөйләшмәүе хәүефкә һалырға тейеш?

- Сабый бала, ғәҙәттә, таныш йөҙгә ҡарап, таныш тауышты ишетеп, уйынсығын күреп, төрлө шатлыҡлы өндәр, ауаздар сығара. Әгәр ҙә баланың ошондай реакцияһы юҡ икән, неврологка күрһәтеү мөһим. Ул, тикшереүҙәр нигеҙендә, тейешле дауалау курсын үткәрә. Бер йәштән өс йәшкәсә балаға ҡарата ла иғтибарлы булырға кәрәк. Әгәр ҙә балаға ДЦП диагнозы ҡуйылған булһа, һис шикһеҙ, медицина өлкәһендә эшләүсе логопедҡа күрһәтеү кәрәк. Шулай уҡ нәҫелдә һуң һөйләшеүселәр булһа ла белгескә мөрәжәғәт итеү мөһим. Тағы ла ҡайһы бер балаларҙың тел төбө (уздечка) ҡыҫҡа булыу һөҙөмтәһендә теле асылып китә алмай. Был осраҡта теш табибы йәки хирургка күренергә кәрәк.
Өс йәштән биш йәшкә тиклемге балалар араһында ла һөйләшмәгәндәр күп. Тәбиғи, алты йәки ете йәше тулғанды көтөп ултырырға кәрәкмәй, ә тиҙ арала белгескә мөрәжәғәт итеү мөһим. Шулай уҡ 3-5 йәшлек балаларҙың ҡайһы берәүҙәре өндәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәй, уларҙың һөйләшеү тиҙлеге боҙолһа, өндәрҙе "йотһа", килеш һәм теркәүестәрҙе бутаһа, һүрәт буйынса эҙмә-эҙлекле рәүештә һөйләй алмаһа, һөйләм төҙөүҙә ауырлыҡтар тыуһа, шулай уҡ логопед ярҙамы кәрәк. Телмәрҙең етешһеҙлеген ваҡытында дауаламай, уны үҙ яйына ҡуйған ата-әсәләр киләсәктә буласаҡ кире эҙемтәләрҙе аңларға тейеш. Ундай бала мәктәптә ҙур проблемалар менән осрашасаҡ, уҡыу материалын насар үҙләштереүҙән тыш, тиңдәштәре араһында үҙен кәм тоясаҡ.

Статистика буйынса, хәҙер һуң һөйләшә башлаған балалар һаны артҡан. Был ни өсөн шулай һуң?

- Был, ысынлап та, шулай. Бында, тәү сиратта, баланың тиҫтерҙәре, ата-әсәһе һәм башҡалар менән һөйләшеүе, аралашыуы юҡ кимәлдә булыуы ҙур роль уйнай. Бәләкәс балаға планшет йәки телефон тоттороп ултыртып ҡуйыусы ата-әсәләр күп. Әлбиттә, интернет селтәрендә йәнһүрәттәр хәҙер төрлө яҡлап баланың аң кимәлен тулыландырырға мөмкин, ләкин был бер яҡтан ғына файҙа. Баланың тыштан мәғлүмәтте ҡабул итеү процесы бара, ә эс яҡтан сығарыу процесы юҡ, йәғни аралашыу бер яҡлы ғына. Бала тик тыңлай, ләкин уны тыңлаусы булмағас, үҙе ҡайтарып бер нәмә лә өндәшмәй. Шуға күрә, бала бәләкәй генә сағынан уҡ уның менән һөйләшеү, аралашыу мөһим. Ләкин һүҙҙәрҙе боҙмай ғына әйтергә кәрәк. Мәҫәлән, "Улым, ана кала әле, масина килә", тип һөйләшеү баланың дөрөҫ телмәренә ҡамасаулай.

Ауылдарҙа баланы логопедҡа йөрөтөү мөмкинлеге юҡ. Ата-әсәләр өйҙә, һөйләшмәгән балаға ярҙам итеү өсөн нимә эшләй ала?

- Ауылда йәшәүсе балаларҙың ғына түгел, ә бөтә кескәйҙәрҙең да ата-әсәһе алдында торған бурыс - бала менән аралашыу. Нисек тә булһа баланы ҡыҙыҡһындырыу һәм уның һөйләшә башлауына юл асырға тырышырға кәрәк. Көн дә иртән торғас һауа торошо тураһында, йыл миҙгелдәре хаҡында фекер алышырға мөмкин, иң мөһиме - бала тыңлаһын һәм һөйләшергә ынтылһын. Төрлө һамаҡтар әйтеү барышында бармаҡтарҙы ла эшкә егеү бик файҙалы. Төймә элдереү, бер һауыттан икенсеһенә бәләкәй формалағы әйберҙәрҙе күсертеп һалдырыу, епкә муйынсаҡ кейҙертеү кеүек эштәр ҙә телмәрҙең асылыуына булышлыҡ итә.

Шулай итеп...
Әңгәмә барышында, Ләйсән: "Баланы тик табипҡа йәки логопедҡа тапшырып ҡына ҡуйыу яҡшы һөҙөмтә килтермәй. Тәү сиратта, үҙ балаһы менән ата-әсә шөғөлләнергә тейеш",- тине. Ысынлап та, баланың һаулығы ла, уның күңел торошо ла тик ата-әсәнән тора. Тимәк, бәләкәстең һөйләшмәү, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәү һәм башҡа ошондай проблемаларын еңеп сығыуы иң беренсе уның менән бергә "көрәшкән" ата-әсәгә бәйле. Әгәр ҙә улар быға бөтә күңелдәре менән ынтылып, бар көстәрен һала икән, был проблеманы лә еңеп сығасаҡтар.

Гөлназ МАНАПОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.20 | Ҡаралған: 566

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru