«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2023

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 
Апрель
   12  |  13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20 
Июнь
   21  |  22  |  23  |  24 
Июль
   25  |  26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33 
Сентябрь
   34  |  35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 
Декабрь
   47 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Дәүләт Думаһы депутаттарының мәктәптә балаларҙың телефон менән файҙаланыуын тыйыу һәм хеҙмәт дәресе хаҡында законға төҙәтмә индереүҙәренә ҡарашығыҙ ниндәй?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРСАҠТАРҘА БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ
+  - 

Ҡурсаҡ уйыны... Бала саҡтың иң сағыу хәтирәһе. Француз яҙыусыһы Сент-Экзюпери: "Ҡурсаҡһыҙ бәләкәй ҡыҙыҡай - балаһыҙ ҡатын кеүек ", - тигән. Ысынлап та, ҡурсаҡ уйнап үҫкән ҡыҙҙарҙа буласаҡ әсәлек сифаттары тәрбиәләнә икәне шикһеҙ.

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауыл биләмәһе ағинәйҙәре ауылдарында "Ҡурсаҡ байрамы" үткәргәйне. Бик фәһемле, тәрбиәүи сара булып иҫтә ҡалды ул. Сараны үткәреү идеяһын ауылдың "Ағинәйҙәр ҡоро" рәйесе Фәрзәнә Мөхәмәтшина тәҡдим итә. Быға сәбәп иткән ваҡиға тап уның менән була. Ул ҡаланан ҡайтҡан ейәнсәре Кәримәгә ҙур ғына ҡурсаҡ бүләк итә. Кәримә ҡурсағына "Гөлнәзирә" тип исем ҡуша. Ҡайтып китергә йыйынғас, Кәримә: "Ҡартәсәй, мин ҡурсаҡты алып ҡайтмайым, һин бит яңғыҙ йәшәйһең, Гөлнәзирә иптәш булып, һинең менән йәшәһен..." - ти. Ейәнсәренең был һүҙҙәре Фәрзәнә апайҙы шул тиклем тулҡынландыра.
- Ярай, улай булғас, мин һинең Гөлнәзирәңә матур башҡорт милли кейеме тегеп кейҙерермен, - тип вәғәҙә биреп ҡала ҡартәсәй.
Вәғәҙә - иман. Фәрзәнә апай Ниғәмәттәге тегеү оҫтаһы булған ҡатынды ярҙамға саҡырып, бергәләп ҡурсаҡҡа милли кейем тегәләр. Ағинәй аҙаҡ Гөлнәзирәне тотоп, балалар баҡсаһына, мәктәпкә башланғыс кластарға осрашыуға бара. Шунан Ниғәмәт ауыл биләмәһендә "Ҡурсаҡҡа милли кейем кейҙерәйек" тигән конкурс иғлан ителә. Конкурс талаптарына ярашлы, ҡыҙҙар әсәләре, өләсәләре менән ҡурсаҡтарына милли кейем һәм биҙәүестәр эшләйҙәр, уларға матур башҡорт исемдәре ҡушалар, ҡурсаҡты сәңгелдәктә бәүетеп йоҡлатыу өсөн бишек йырҙары өйрәнәләр .
Байрамды тәүҙә балалар баҡсаһында, шунан мәктәптә, артабан клубта ойошторалар. "Үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы милли рухта тәрбиәләйек! Улар Барби ҡурсағы урынына зауыҡлы башҡорт кейемендәге Гөлнәзирә йәки Айһылыу исемле ҡурсаҡ тотоп уйнап, уны башҡортса йырлап бәүетеп, башҡорт булыуҙары менән ғорурланһын - буласаҡ милләт әсәләре үҫтерәйек", тигән саҡырыу ташлайҙар ағинәйҙәр бар район атай-әсәйҙәренә.

Гүзәл МИҘХӘТОВА. Баймаҡ районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.20 | Ҡаралған: 546

Киске Өфө
 
АРЗАНҒА ЯҘЫЛЫП ҠАЛ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 4-14 декабрҙәге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында 2024 йылдың тәүге яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ташламалы хаҡ менән 750 һум 84 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ, "Киске Өфө"гә дәррәү генә яҙылып, уҡыуҙан туҡтамаған, фекерле, аңлы, ғәмле, вайымлы милләттәштәр иҫәбен ишәйтәйек!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2023 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru