«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕВРАЗИЯ ЙӨРӘГЕНӘН ҠАРАШ: ДОНЪЯ ҮҘГӘРӘСӘК!
+  - 


Донъяның үҙгәреүен бөгөн үк күрергә мөмкин: Башҡортостан күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар, килешеүҙәр төҙөү өсөн сиктәрҙең ябылыуы ла, ер өҫтө һәм һауа бәйләнеше туҡтатылыуы ла кәртә түгеллеген, хәҙер беҙ икенсе - юғары технологиялар заманында йәшәүебеҙҙе раҫлап, "Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш" тип аталған Беренсе халыҡ-ара онлайн-форум ойоштороу инициативаһы менән сығыш яһап ҡына ҡалманы, ә 28 апрелдә уны тормошҡа ашырып та ҡуйҙы.

"Көрсөк - кире һәм ыңғай яғы булған күренеш. Ул - барлыҡ тармаҡтарҙа ла һөҙөмтәһеҙ ҡалыптарҙы емереүсе ҡорал. Әгәр көрсөктән дөрөҫ сыҡҡанда һәм пандемиянан һуң дөрөҫ йүнәлеш алғанда, беҙҙең тағы ла көслөрәк, уңышлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк эшләү мөмкинлегебеҙ бар. Форумдың төп бурысы ошо ла инде", - тигәйне республика Башлығы был инициатива тураһында. Шуға ла көн ҡаҙағына глобаль иҡтисадтың һәм социаль мөхиттең көнүҙәк трендтарын һәм үҫеш перспективалары - белем биреү системаһын һәм IT-технологияларҙы, онлайн-һөнәрҙәрҙе, ваҡиға индустрияһын һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәһен, хәҙерге мәғлүмәт киңлеген модернизациялау мәсьәләләре сығарылды.
Интерактив форматта үткән сараға Рәсәйҙән, АҠШ-тан, Бөйөк Британиянан, Германиянан, Италиянан, Франциянан, Япониянан, Ҡытайҙан, Сәғүд Ғәрәбстанынан, Төркиәнән, Швециянан, Мексиканан һәм башҡа илдәрҙән 10 мең самаһы кеше теркәлеп, форумдың эшен 20 халыҡ-ара һәм федераль мәғлүмәт партнеры трансляцияланы. Рәсәйҙең һәм донъяның алдынғы эксперттары, сәйәсмәндәре, иҡтисадсылары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашҡан пленар сессияла, төрлө йүнәлештәрҙә эшләгән секцияларҙа COVID-19 пандемияһына бәйле килеп тыуған проблемаларҙан, шулай уҡ глобаль иҡтисади көрсөктән сығыу юлдары эҙләнде, шул хаҡта фекер алышынды. Тормошҡа ҡарашты үҙгәртеү, нимәне дөрөҫ эшләмәүебеҙ тураһында уйланыу һәм аңлау, берләшеү зарурлығын билдәләү һәр сығыш яһаусының фекер лейтмотивы булып торҙо. Шулай уҡ улар бөтөн алдынғы илдәрҙең үҙ сигендә бикләнеп, ҡурсаланып, барлыҡ бәйләнештәрен туҡтатҡанда ла бары тик Рәсәйҙең генә ярҙамға килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Футурист Митио Каку инфекция менән көрәштә кешелеккә яңы технологиялар ярҙам итәсәге, әммә бының өсөн кешеләргә конфиденциаль мәғлүмәттәрен ҡорбан итергә тура киләсәген белдерҙе. Шул саҡта ғына кеше ауырығанға тиклем сирҙе алдан асыҡларға һәм уның таралыуына юл ҡуймаҫҡа мөмкин, тине эксперт.
"Пандемиянан һуң беҙ икенсе кешелек йәмғиәтен күрәсәкбеҙ. Ул ныҡ мәғлүмәтле буласаҡ һәм үҙ хөкүмәттәренең компетентһыҙлығы һәм моңһоҙлоғона битараф ҡалмаясаҡ, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ бөгөн мәғлүмәт йәмғиәтендә йәшәйбеҙ. Был, бер яҡтан, яҡшы, әммә икенсе яҡтан ялған хәбәрҙәр тиҙ таралыуына ла шаһитбыҙ. Мин һүҙ азатлығын тыйыу яҡлы түгел, әммә журналистика принциптары тураһында ла уйланырға кәрәк. Пандемиянан һуң йәмғиәттә иҡтисади, сәйәси һәм социаль тотороҡлолоҡ ҡиммәттәре өҫтөнлөк итәсәк, тип күҙаллайым".
Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева бизнестың хөкүмәттең ярҙам сараларын ыңғай баһалауын белдерҙе һәм был сараларҙың һуңғыһы булмауын, форумдан һуң артабан да ярҙам булырына өмөтләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ул пандемиянан һуң иҡтисадты аяҡҡа баҫтырыу 3-5 йылға һуҙыласағын да билдәләне. Был йәһәттән Башҡортостандың үҙ тауарҙарын етештереүгә өҫтөнлөк биреүе иғтибар үҙәгенә ҡуйылды - тарихтан күренеүенсә, донъя монополистары тағы ла ниндәйҙер санкциялар иғлан итһә, бик ауырға тура килер ине, әммә урындағы етештереүсегә ярҙам итеү - ул көрсөк баҫымын ниндәйҙер кимәлдә йомшарта. Бундестаг депутаты Штефан Койтерҙың: "Дәүләттәр алдында зыян күргән компанияларға нисек итеп ярҙам итергә мөмкин, тигән һорау тора. Был бик еңел түгел. Әммә уны хәҙерҙән үк хәл итергә кәрәк, сөнки беҙ пандемияның 3,4 йәки 5 айҙан тамамланырына ныҡлы ышана алмайбыҙ. Ошо шарттарҙа эшләргә өйрәнергә кәрәк", - тиеүе лә шуға ишара. Шулай уҡ сығыш яһаусылар көрсөктөң беренсе тулҡыны артынан икенсеһе булыу ихтималлығын да иҫкәртте. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов ил иҡтисадын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ файҙаһына үҙгәртеп ҡороуҙы тәҡдим итте. "Бәләкәй эшҡыуарлыҡ - бюджеттың аҡса сығанағы, тәү сиратта, социаль эш урындары булдырыу", - тине ул.
Мәғлүмәт тармағына килгәндә, Рәсәй Журналистар союзы берлеге рәйесе Владимир Соловьев күҙаллауынса, киң матбуғат сараларының бер өлөшө ябыласаҡ, ҡалғандары цифрлы форматҡа күсәсәк. Традицион баҫма матбуғат та үҙгәреш кисерәсәк, әммә улар ҙа күпмелер кимәлдә һаҡланып ҡаласаҡ. Шулай уҡ көрсөктән һуң журналистарҙың бер өлөшө, бигерәк тә төбәктәрҙә, эш урынын юғалтыуы ихтимал, ҡайһы бер гәзиттәр, төбәк радиостанциялары, телеканалдары ябыласаҡ. "Республикала иң тәүге һүрәттәр бынан 14 мең йыл элек эшләнеүе менән билдәләнгән боронғо ата-олатайҙарыбыҙ төйәге Шүлгәнташ мәмерйәһе бар. Әгәр цивилизация ошо урындан башлана икән, ни өсөн бөгөн, йөҙ йыллыҡтың иң көслө саҡырыуы мәлендә яңы цивилизация үҫешен дә, коронавирус һәм башҡа билдәле һәм билдәле булмаған сирҙәрҙән вакцина эшләүҙе ошо урындан башламаҫҡа, бында клиникалар төҙөмәҫкә", - тип үҙенсәлекле саҡырыу ташланы республика Хөкүмәтенең вице-премьеры Андрей Назаров.
Әйткәндәй, Панама утрауҙарынан эфирға сыҡҡан кинорежиссер, сценарист, продюсер һәм яҙыусы Люк Бессон Рәсәй менән Башҡортостандың матурлығына һоҡланыуын белдергәс, модератор Ксения Собчак унан, ни өсөн республикаға килеп, "Урал батыр" эпосы буйынса фильм төшөрмәҫкә, тигән һорау бирҙе. Люк Бессон юҡ тимәне. Бәлки, киләсәктә бөйөк эпосыбыҙ нигеҙендә фильм да төшөрөлөр, кем белә...
Ә әлегә, "иртә торһаң, ит бешә", тигәндәй, пандемия осоронда ла етәкселек уяулыҡ һаҡланы һәм бөгөнгө көн хәстәрҙәре менән бер рәттән, киләсәкте лә күҙаллауын раҫланы: сара сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм "Интерхелф Канада" компанияһы һәм "АйЭйчДипей групп" компаниялар төркөмө араһында республикала һаулыҡ һаҡлау, шифахана-курорт тармағында инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө - Башҡортостандың ғына түгел, донъяның да ҡарашы үҙгәрҙе...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.20 | Ҡаралған: 435

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru