«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛ БЕРЛӘШТЕРҘЕ
+  - 

Ни булһа ла, барыһы ла яҡшыға, тигән әйтем бар бит әле. Ысынлап та шулай булыуына инанып ҡына торабыҙ. Бына, мәҫәлән, әле коронавирус сәбәпле үҙизоляцияла ултырыу ҙа ғаилә ағзаларына бер-береһенә иғтибарлыраҡ булырға, һәр кемебеҙгә сәләмәтлеген ҡайғыртып йәшәргә, бөтә көндәр ҙә бер төрлө булһа ла, иркен тормошобоҙҙоң ҡәҙерен белергә өйрәтте кеүек. Ул ғына ла түгел, ҡәҙимге осраҡта донъя ығы-зығыһына алданып, ваҡыт булмай үткәреп ебәргән хәл-ваҡиғаларға иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Бына ошо көндәрҙә ойошторолған сираттағы Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ҙа яңы урынлашҡан шарттарҙа бөтә ғәмде ылыҡтырған сараларҙың береһе булды.

Башлап 2015 йылда Башҡорт дәүләт университеты тарафынан үткәрелгән диктант икенсе тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә ойошторолдо һәм быйыл ул тулыһынса онлайн форматта үтте. Шулай уҡ диктант яҙыусылар өс төркөмгә бүленде: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, телдә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр. Тәүге төркөм өсөн тексты билдәле музыкант Заһир Зәйнетдинов уҡыһа, телде яҡшы белеүселәр танылған диктор Флүрә Мурзина, ә диалектта һөйләшеүселәр яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов менән яҙҙы. Ойоштороусылар сараны Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыуға арнаны һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарманлыҡтарына бағышланған Әхтәм Ихсандың "Саҡма тояҡ аттарҙа", Нур Ғәлимовтың "Яуҙан ҡайтҡан ҡурай" әҫәрҙәренән өҙөктәр тәҡдим ителде.
- Беҙҙең өсөн башҡорт диктанты проекты ныҡ кәрәк. Беренсенән, ул беҙҙе берләштерә, икенсенән - башҡорт телен өйрәнергә яңы стимулдар бирәсәк. Был заманда беҙ бергә булырға тейешбеҙ. Барығыҙға ла уңыштар теләйем! - тип сәләмләгәйне ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Ысынлап та, үҙизоляциялағы бер төрлө көндәрҙе йәнләндереп, ғаилә ағзаларын ғына түгел, тотош милләттәштәребеҙҙе туған телебеҙ аша берләштергән сараға әүерелде ул һәм унда барлығы 305 600 кеше ҡатнашты (былары - теркәлгәндәр генә, теркәлмәйенсә лә ошо ғәмәлде үтәүселәр тағы ла күберәк булды, тип беләбеҙ). Шулар араһынан 39 214 ҡатнашыусы Рәсәйҙең 18 төбәгенән булһа, сит илдәрҙән 3 395 кеше башҡорт телен белеү кимәлен һынаған. Был Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһы Үзбәкстан, Швейцария, АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Испания, Эстония, Канада, Төркиә, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Латвия, Тажикстан, Португалия, Италия, Польша, Ҡырғыҙстан, Франция, Украина, Белоруссия, Әзербайжан, Төркмәнстан, Абхазия, Литва илдәрендә лә үтте тигән һүҙ. Ә бына Башҡортостандың Әбйәлил, Асҡын, Күгәрсен, Учалы, Дыуан, Көйөргәҙе, Кушнарен, Ҡариҙел, Салауат, Хәйбулла, Яңауыл райондарында йәшәгән милләттәштәребеҙ айырыуса әүҙем ҡатнашҡан. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектындағы диктантты 51 345 кеше яҙған. Шуныһы ла ҡыҙыҡ, ойоштороусылар диктант яҙған иң оло һәм иң йәш ҡатнашыусыны ла билдәләгән. Улар Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан 96 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әүхәҙи Миңлеғолов (һүрәттә) һәм Баймаҡ ҡалаһынан 5 йәшлек Наилә Байегетова (һүрәттә).

ШУЛАЙ ИТЕП...
Бөгөн вайымлылар, халҡы өсөн файҙа килтерергә тырышып тороусылар заманы. Бөтә донъя хәлдәре шуны талап итә һәм һәр халыҡты асылына, милли үҙаңына ҡайтырға, рухи донъяһын байытырға этәрә. Был йәһәттән Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһы башҡорт халҡына уйланырға ем биргән, берләшергә яңы форсат асҡан, ғәмлеләрҙе берләштергән шәп сараларҙың береһе булып сыҡты. Милләт өсөн туған телдә һөйләшеү, яҙыу һәм уҡыу ысынлап та мөһим булыуын, беҙҙең арала ошоно яҡшы аңлаусылар, бер уйлылар меңәрләгән икәнен сағылдырҙы ул.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.20 | Ҡаралған: 492

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru