«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ ҠЫРҒЫҘ, ҮҘЕБЕҘ – БАШҠОРТ
+  - 


Һуғышта уҡ-йәйә ҡулланалар, байраҡтар менән. Атлылар ҡул-аяҡтарын ағас ҡалҡансыҡтар менән ҡаплай; тағы ла ҡулбаштарын осло уҡтарҙан һәм ҡылыстан һаҡлар өсөн түңәрәк ҡалҡансыҡтар кейәләр. Хакимдары Ажо исемле, шуға күрә улар Ажо тип йөрөтөлә лә инде. Уның хозурында байраҡ эленгән. Башҡалар үҙ нәҫелдәренең исемдәре менән атала. Кеш һәм һеләүһен тиреләренән бай кейем тегелә. Ажо ҡышын кеш бүреген, ә йәй көнө осло башлы, аҫҡы яғы өҫкә ҡайтармалы, алтын таҫма менән ҡаймаланған эшләпә кейә. Башҡалары аҡ кейеҙ эшләпә кейәләр. Билдәрендә мусат тип аталған ҡайраҡ йөрөтөргә яраталар. Түбән ҡатлам кешеләре һарыҡ йөнөнән туҡылған күлдәк кейә, эшләпәһеҙ йөрөйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙар йөн һәм ебәк туҡыманан тегелгән күлдәк кейә, быларҙы Ань-си, Бэй-тьхин һәм Дахя тарафтарынан алалар. Ажо Ҡара тауҙар трафында көн итә. Уның төйәге ҡаҙыҡтар менән уратып алынған. Йәшәгән өйө кейеҙ менән көпләнгән палатканан ғибәрәт, ул Мидичжы тип атала.
Начальниктары бәләкәй палаткаларҙа йәшәй. Ғәскәр бөтә нәҫелдәрҙән йыйнала. Яһаҡ түләүселәр һалымды кеш һәм тейен тиреләре менән түләй. Чиновниктар 6 разрядҡа бүленә, улар: министрҙар, баш начальниктар, идарасылар, эш башлыҡтары, етәкселәр һәм дагандар (тархандар. Ред. иҫк.). Министрҙар ете кеше, баш начальниктар - өсәү, идарасылар - унау. Ун биш эш башлығы иҫәпләнә, етәксе һәм дагандарҙың чиндары юҡ, улар штат буйынса иҫәпкә инмәй. Ит һәм бейә һөтө менән туҡланалар. Ажо үҙе генә икмәк шарабын эсә. Музыка ҡоралдарынан флейта, бубендары бар, икәүһе билдәһеҙ. Тамашалар өсөн ҡулланыла: өйрәтелгән дөйә һәм арыҫлан, аттарҙа һыбай күнекмәләр (волтижировка) һәм бауҙа йөрөү.
Әруахтарға ҡорбанды яланда килтерәләр. Ҡорбан салыу өсөн тәғәйен билдәләнгән көн юҡ. Шамандарҙы гань (ҡам) тип атайҙар. Никах өсөн ҡалымды ат һәм һарыҡ менән түләйҙәр. Байҙар йөҙәр һәм меңәр баш мал биреп түләй. Кеше ерләгән саҡта йөҙҙәрен тырнамайҙар, тик мәйеттең тәнен 6 ҡат урайҙар һәм илайҙар; һуңынан уны яндыралар, ә йыйып алынған һөйәктәрен бер йылдан һуң ерләйҙәр. Шунан һуң билдәле бер ваҡытта илау йолаһы башҡарыла. Ҡыштарын ағас ҡабығы менән ҡапланған ыҙмаларҙа йәшәйҙәр. Уларҙың яҙмалары һәм телдәре хойхустарҙыҡына ныҡ оҡшаш. Закондары бик ҡаты. Алыш алдынан баҙап ҡалған, илсе вазифаһын башҡармаған, хакимға аҡылһыҙ кәңәш биргәндәр, урлашҡан кешеләр кеүек үк, баштарын киҫеүгә хөкөм ителә. Әгәр бурҙың атаһы булһа, уның башын атаһының муйынына аҫып ҡуялар, һәм ул уны үҙе үлгәнгәсә йөрөтөргә мәжбүр ителә. Ажо йәшәгән ерҙән хойхус урҙаһына тиклем дөйә йөрөшө менән 40 көнлөк юл..." Ошо яҙманан сығып, ул замандағы ҡырғыҙ дәүләтенең эре сәйәси берләшмә булып, унда йәшәүсе халыҡтың дөйөм һаны 400 меңдән 500 меңгә тиклем етеүен (80 мең айырым хужалыҡтың һәр ҡайһыһында кәмендә 5-әр кеше булған, тип иҫәпләгәндә) фаразлап була. Был иртә урта быуат дәүләттәре өсөн бик ҙур һан булып тора. Үҙәк власть берҙән-бер хаким ҡулында булып, башында иң йоғонтоло түрәләр, баш начальниктар, баш бәктәр йә иһә бейҙәр триумвираты торған бюрократик аппаратҡа таянған: "Улар дәүләтендә бөйөк командующий Хэси-бэй, тип атала, чиндары буйынса артабанғыларын Ацзюйшэ-би бэй, А-ми-бэй, тип йөрөтәләр, ошо өс кеше бергәләшеп идара итәләр". Уларҙың ниндәй титул биләгәнен билдәләп булмай, әммә ҡытайса "бэй" төркиҙәрҙәге "бей" (кенәз) дәрәжәһенә тура килә. Ете министрҙан һәм ун биш эш башлығынан дәүләттең үҙәк аппараты хасил була. Ун идарасы, күрәһең, ун өлкәгә тәғәйенләнгән наместник вазифаһын үтәгәндер. Ғәскәр менән етәксе-башлыҡтар һәм дагандар, йәғни, тархандар командалыҡ иткән.
Ҡырғыҙҙарҙың хакимлыҡ итеүсе династияһы, легендар традицияға ярашлы, Бөйөк Төрки, Көнбайыш Төрки, Көнсығыш Төрки, Тюргеш һәм Хазар ҡағанаттары башында тороусы Ашин тоҡомо вариҫтарынан, тип ҡабул ителгән. "Чжоушу" һәм "Бэй ши" ҡытай хроникаларына индерелгән бер боронғо легендала Ашин тоҡомонан булған төрки ата-бабаларының береһе Нидулу шадтың ағай-энеләренән Цигу исемлеһе Афу (Абакан) һәм Гянь (Кем, Енисей) йылғалары арауығында батшалыҡ иткән. Ҡырғыҙҙар яҙмалы халыҡ була, улар төркиҙәрҙең рун тамғалы яҙмаһын ҡуллана, һәм Енисей йылғаһы үҙәнендә руник ташъяҙма ҡомартҡылары күпләп һаҡланып ҡала. Уларҙа хакимлыҡ итеүсе клан беҙгә билдәле булмаған сәбәптәр менән бәйле үҙҙәрен "барс тоҡомдары" тип атай, ә был Ашиндың тоҡомо инә бүренән башланыуы хаҡындағы легендаға ҡаршы килә:

"Барс тоҡомонанмын, кешеләр ерендә
Шөһрәттән ләззәтләнеп туйманым.
Уҡ атҡанда мәргән инем мин.
Мал тапҡанда көслө инем мин.
Балаларынан китте бүре мәңгегә.
Ташлама беҙҙе, Барс! О, ҡайғы беҙгә!
Беҙ - Һомайҙан, беҙ - бейҙәр: тәү замандан
Яугир булдыҡ ирҙәрҙән беҙ".

Ҡырғыҙ дәүләте металлургия үҙәге була, ул Төрки ҡағанатын тимер һәм ҡорал менән даими тәьмин итеп тора. Тан империяһы заманындағы ҡытай географы Цзя Дань ҡырғыҙҙар тураһында шулай яҙған: "Һәр ваҡытта яҡшы тимер етештереп торалар, уны цзяша тип атайҙар. Туцзюэға (төркиҙәргә. - Ред. иҫк.) даими сығаралар. Был шул тимер инде. Ҡоралдарына ҡағылғанда, улар, әйтергә кәрәк, ҡалҡан, йәйә, уҡтар ҡуллана. Уларҙың аттары ҡорһаҡтарынан аяҡтарына тиклем ҡалҡан менән ҡапланған". Шуныһы ҡыҙыҡлы, ҡытайҙар улар хатта ки метеорит металын да эшкәртә икән, тип ышанған: "Уларҙың дәүләте алтын, тимер һәм ҡурғаш етештерә... Уларҙың дәүләтендә күк ямғырының тимере бар, уны бысаҡ һәм ҡылыс яһар өсөн йыялар, ул ҡәҙимге тимерҙән айырылып тора".
Ҡырғыҙҙар, төркиҙәргә яһаҡ түләп тороусылар булһа ла, уларға буйһоноуҙы бик ауыр кисерәләр, һәм бер сығанаҡта хәбәр ителгәнсә, "тештәрен шығырлатып, үҙҙәре үс алыу мөмкинлеген көтәләр". Шулай ҙа боронғо төркиҙәрҙең Орхонда табылған ташъяҙмаларында уларҙың ҡағандары вафат булған саҡтарҙа Төрки ҡағанатына буйһонған халыҡтарҙың, шул иҫәптән ҡырғыҙҙарҙың да, ифрат ныҡ ҡайғы кисереүҙәре хаҡында бәйән ителә: "... Бёкле далаһы халҡы, табгач, тибетлылар, аварҙар һәм Рим, ҡырғыҙҙар, уч ҡурыҡандар, утыҙ татарҙар, ҡытай һәм татабтар, шул хәҙәре халыҡтар килеү менән ыңғыраштылар һәм иланылар: улар шул тиклем шөһрәтле ҡағандар ине".
VII быуат башында, Бөйөк Төрки ҡағанаты тарҡалыу менән, ҡырғыҙҙар үҙҙәре күптән көткән мөстәҡиллеккә өлгәшә һәм Ҡытай менән туранан-тура бәйләнешкә инә, әммә, ҡытайҙарҙың башҡа дәүләттәргә ҡарата электән килгән сәйәси традицияһы буйынса, бындай мөнәсәбәттәр вассаллыҡ формаһында ҡала. Шулай ҙа бындай формат һәр саҡта ла ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Шул уҡ Ҡырғыҙ дәүләте тик номиналь рәүештә генә Тан имперяһының вассалы булып һанала. Ҡытай министры Ли Дэ-юйҙың эш ҡағыҙҙары араһында уның ҡырғыҙ ханына ике яҡлы мөнәсәбәттәр тарихына ҡағылышлы хаты һаҡланып ҡалған: "Чжэнь-гуань (632 йыл) девизы аҫтындағы хакимлыҡтың 6-сы йылында Тай-цзун һеҙҙең ханығыҙға Ван И-хун тигән илсеһен тыныслыҡ урынлаштырыу приказы менән ебәрҙе. Чжэнь-гуань девизы аҫтында (648 йыл) хакимлыҡ итеүҙең 22-се йылында Һеҙҙең биләмәләр батшаһы шәхсән үҙе хаким һарайына килде. Тай-цзун уға һул ҡул почетлы гвардияның генерал чинын биреп, Цзянь-кунь өлкәһенең генерал-губернаторы вазифаһына тәғәйенләне. Тянь-бао (442-755 йй.) девизы аҫтында хакимлыҡ итеүҙең һуңғы йылдарына тиклем хаким һарайына яһаҡ түләү туҡтаманы.
Шулай итеп, хандың бабаһы шул ваҡытта уҡ беҙҙең дәүләтебеҙ шәфҡәтенә лайыҡ булды. Һеҙҙең дәүләтегеҙҙә әле иҫән ҡалған ҡарттар һис шикһеҙ ошо хаҡта һөйләйҙәрҙер, тип уйлайым. Мин бөйөк ниәттәрҙе ҡабул итәм һәм иҫке дуҫлыҡты дауам итергә уйлайым".

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ
әҙерләне.
(Дауамы. Башы 15-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.20 | Ҡаралған: 436

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru