«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕҢДЕКЕ - ҮҘӘКТӘ, СИТТӘРҘЕКЕ – КЕШНӘКТӘ
+  - 


Сит ризыҡты ҡулланыуҙы сикләү тураһында күпме генә яҙылһа ла, ҡала һәм райондарҙы баҫып алған супермаркеттар үҙенекен итә: халыҡ юҡ-бар менән туйынырға мәжбүр. Хатта үҙизоляция ваҡытында таратылған аҙыҡ-түлек йыйылмаһында ла үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡтар булмауына шелтә яһаны республика Башлығы. Ни өсөн беҙ һаман да билдәһеҙ сығышлы, ситтәр етештергән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирәбеҙ? Башҡорт дәүләт аграр университетының ит, һөт аҙыҡтары һәм химия технологиялары кафедраһы мөдире, ауыл хужалығы фәндәре докторы Хәмит ТАҺИРОВ менән әңгәмә ошолар хаҡында.

Хәмит Харис улы, беҙҙең ауыл хужалығы республика халҡын үҙе етештергән аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итә аламы ул?


- Ала, әлбиттә. Аҙыҡ-түлектең бөтөн төрлөһө менән дә тәьмин итә ала. Исемлеккә ит тә, һөт аҙыҡтары ла, баҡса емештәре лә - барыһы ла инә. Ауыл хужалыҡтарына көслө инвесторҙар килде бит хәҙер. Бигерәк тә һөт аҙыҡтары етештереү үҫеш алды. Шулай уҡ тауыҡ һәм сусҡа итенә лә мохтажлыҡ юҡ. Белеүегеҙсә, сусҡа ун һигеҙгә хәтлем бәрәс бирә ала һәм уның үрсем осоро ла өс айҙан ашыуыраҡ ҡына. Тауыҡ та тиҙ арала үҫтереп алына торған ҡош. Бары һыйыр ите етештереү генә ауырыраҡ мәсьәлә булып тора. Сөнки эре мөгөҙлө малды үрсетеү һәм үҫтереү ваҡыты өс йылға тиклем һуҙыла. Был ваҡыт күп сығымдар ҙа талап итә. Ошо сәбәптәр арҡаһында һыйыр ите аҙыраҡ та, ҡиммәтерәк тә килеп сыға. Тик нисек кенә булғанда ла халыҡҡа һыйыр ите кәрәк, беҙ ошо ризыҡҡа өйрәнгәнбеҙ. Һәм был итте лә ситтән алып килгәнде түгел, ә үҙ ерлегебеҙҙә үҫтерелгәнде ҡулланырға теләйбеҙ. Әммә күп ваҡыт һәм башлыса ана шул ситтән килтерелгән ит менән туҡланабыҙ ҙа инде.
Мәҫәлән, Өфө ит-консерва комбинаты башлыса ситтән, белеүемсә, Бразилия, Аргентина кеүек илдәрҙән килтерелгән итте эшкәртә. Ундай ит һыуытҡыстарҙа йылдар буйына туңған килеш һаҡлана. Улар киҫәкләп һатыуға ла сығарылмай, ә эшкәртелеп, колбаса, тушенка сүрәтендә магазин кәштәләренә менеп ята. Ит эшкәртеүсе билдәле цехтарҙан "Сава" ла тик ситтән килтерелгән итте, биш процент тирәһе генә урындағы продукцияны эшкәртә икәнен беләбеҙ. Бөгөн халыҡтың колбаса ризыҡтарына һөйөүе һүрелә төштө, шулай бит? Сөнки уларҙың тәме-таты йәки файҙаһы юҡ. Улар шыр химикаттарҙан һәм тәмләткестәрҙән генә тора.
Ни өсөн беҙ итте ситтән алабыҙ? Сит илдә малды ит өсөн генә махсус үҫтерәләр, йәғни ит тоҡомло малдар үрсетәләр. Американы алайыҡ, мәҫәлән. Унда ит тоҡомло малдарҙы һөт етештереүгә тотонмайҙар. Уларҙың быҙауҙары һигеҙ-туғыҙ ай иркен имеп, тиҙ көрәйеп-ҙурайып китә. Унан айырым туҡланыу ярҙамында ауырлыҡ йыя. Был алымды беҙҙә лә ҡуллана башланылар. Былтыр республикала ит тоҡомло малды үрсетеү буйынса программа ҡабул ителде. Субсидиялар бүленде, ташламаларға дотациялар ҡаралды. Бына ошо алымдар эре мөгөҙлө мал ите етештереүҙе һәм үҙебеҙҙә һатыуға сығарыуҙы юлға һалыр, тип уйлайым.

Беҙҙең республика ҡалаларындағы халыҡтың сығышы башлыса ауылдан һәм беҙ ауыл ризығына өйрәнгәнбеҙ, ауыл ризығынан айырыла алмайбыҙ. Әммә был ризыҡты етештереүселәр генә кәмей бара. Унан һуң, етештергән продукцияһын да һата алмай бит ауыл кешеһе - был да бер проблема...

- Шулай. Ҡалала йәшәгән һәр ғаилә итте ауылдан алып килергә тырыша. Бик булмаһа, ауыл хужалығы үткәргән йәрминкәләргә бара. Һәм был сауҙа үтемле лә. Ауылдан килгән һөт тә, ит тә, башҡа аҙыҡ-түлек тә төшкә тиклем һатылып бөтә, ғәҙәттә. Әммә был аҙлап, берәр бөртөкләп кенә етештерелгән ризыҡ. Мал көтөүсе фермерҙар, шәхси эшҡыуарҙар менән дә һөйләшеп ҡарағаным бар, улар был эште уңышһыҙ, килем килтермәүсе йәки бик аҙ ғына файҙа алына торған юл итеп билдәләй. Өс йыл, хатта унан да күберәк аҫраған малдарын көҙ көндәре ит йыйыусыларға осһоҙ хаҡҡа биреп ебәрергә мәжбүр улар.
Ит тоҡомло малды үҫтереү һәм аҫрау һөттөкөнә ҡарағанда осһоҙораҡ та. Уларҙы һауырға, һөтөн ҡайҙалыр урынлаштырырға кәрәкмәй. Һөт өсөн һауын аппараттары ла, продукцияны һаҡлау урындары ла кәрәк. Был тоҡом малы бары иткә генә үҫтерелә. Бер ғаилә бындай һыйырҙы ике йөҙәр башлап та аҫрай ала.
Мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн Себер, Мәскәү тарафтарында республикабыҙҙан ғына ла 200 меңләп ир-егет эшләй, тиҙәр. Ә бит ситкә китеүселәр улар эшләргә теләгән һәм эш рәтен белгән егеттәр. Эскесе, ялҡауҙарҙы кем хеҙмәттә тотһон? Ике йөҙҙө илле районға бүлегеҙ әле - өсәр мең эшсе ҡул. Былар бит тотошлайы менән бер колхоз, бер коллектив. Шул ир-егеттәр тыуған ерҙәренә ҡайтып, ауыл хужалығына тотонһа, бына булыр ине дан. Ә улар ситтә йөрөй. Һөҙөмтәлә, ғаиләһе тарҡала, балалары етем ҡала. Күрәһегеҙ, ир-егеттең ситтә йөрөүенең файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк. Ошо тәңгәлдә уйланһындар ине йәштәр, әгәр ауылдарҙа ауыл хужалығы ризығы күпләп етештерелә башлаһа, ит, һөт эшкәртеүсе хужалыҡтар ҙа продукцияны ауылдыҡыларҙан етерлек кимәлдә ҡабул итеп тора алыр ине. Был осраҡта аҙыҡ-түлектең ситтән килтерелеүе лә сикләнер ине.

Һөт аҙығындағы тәбиғи продукцияны пальма майы ҡыҫырыҡлай, тиҙәр. Киләсәктә ысын һөт аҙыҡтарын оноттормаҫмы был әрһеҙ май?

- Был нисек эшләнә? Һөттө сепаратор аша айырталар. Унан алынған ҡаймаҡҡа ла, майға ла пальма майы ҡушалар. Айыртылған һөткә лә шул уҡ май өҫтәлеп, ул һөт продукцияһы булып сығарыла. Был тәңгәлдә хәҙер тәртиптәр ҡәтғи ҡуйылды, аҙыҡҡа һөт йәки һөт аҙығы икәне тураһында аныҡ яҙыла, һатып алғанда ярлығына иғтибар итергә кәрәк. Ә инде Рәсәйгә алып киленгән пальма майы файҙалы булыуҙан бигерәк зарарлы. Был май өс төргә бүленә. Беренсеһе - таҙартылмаған ҡыҙыл-ерән төҫтәге шыйыҡ май. Ул бик ҡиммәтле булыу сәбәпле, беҙҙекеләр уны һатып алмай. Икенсеһе - таҙартылған май, шыйыҡ һәм төҫһөҙ. Ул беҙҙең үҫемлек майҙарына торошло уртаса хаҡта. Тик был майҙы ла алыҫ аранан һатып алып ултырыу отошло түгел. Өсөнсө төрө гидрогенизланған, йәғни парафин хәленә индереп ҡуйыртылған май. Унда инде бер ниндәй ҙә файҙалы матдәләр ҡалмаған, киреһенсә, зарарлы май кислоталары барлыҡҡа килгән. Улар иһә йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары, атеросклероз, гипертония, шәкәр диабетының барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Тап бына ошо өсөнсө төрөн генә һатып ала ала ла инде Рәсәй.
Бөгөнгө магазиндарҙа һатылған мәңге әсемәй торған һөт - ул һөт түгел. Уларҙа һыйырҙан һауылған һөттөң бер генә тамсыһы ла юҡ. Пакет һәм шешәләрҙә пальма майына ҡушылған һәм тәмләткестәр өҫтәлгән һыу. Шулай уҡ матур һауытлы сыр, эремсек, майҙарҙың да 70 проценты әле әйтелгән ҡушылма тауары. Ҡала халҡы башлыса ошондай һөт аҙыҡтары менән туҡлана. Ә был ваҡытта ауыл эшҡыуарҙары, фермерҙар һөттәрен ҡайҙа тапшырырға белмәй аҙаплана. Уларҙың алып килгән һөтө ҡабул ителмәй, сөнки натураль продукттың эшкәртеү-һаҡлау ваҡыты сикле булып, эшҡыуарға күп проблемалар тыуҙыра. Уларға үҫемлек майы ҡушып аҙыҡ етештереү күпкә ҡулайлы һәм килемле.
Йылдан-йыл һөт биреүсе һыйыр малы кәмей, ә халыҡ һаны арта. Әле 1990 йылда илдә 57 миллион баш һыйыр иҫәпләнгән, быйылғы йыл башында был һан 18 миллионды ғына тәшкил итә. Уйлап ҡарағыҙ, өс тапҡырға әҙәйгән. Малдың кәмеүе әлеге халәткә - ерҙәрҙең ташландыҡ булыуына килтерҙе. Мал күп булһа, уларға ашатырға ашлыҡ хәстәрләү маҡсаты алға һөрөлөр, ерҙе эшкәртеп сәсеү талап ителер ине.
Һыйырға килгәндә, ул беҙҙең халыҡта туҡ булыуҙың бик боронғо, тарихи символы. Һыйлы көнөң һыйырҙа, тип бушҡа әйтмәйбеҙ бит. Шулай уҡ беҙ борон-борондан мал менән көн иткәнбеҙ, хатта мал артынан йөрөп йәшәү урыныбыҙҙы үҙгәрткәнбеҙ. Нефть менән дә, газ менән дә, алтын-көмөш менән дә түгел, ә тап мал көсө менән ғүмер иткәнбеҙ. Был беҙҙең асылыбыҙ һәм ошоға кире ҡайтасаҡбыҙ ҙа. Ҡаҙылма байлыҡтар һәм башҡа нәмәләр кәмер, аҙайыр, бөтөр, ә мал үҙе үк тереклекте һаҡлап ҡалыр. Яҡын киләсәктә халыҡты яһалма аҙыҡтар ҙа, пальма майы ла, сит ризыҡтар ҙа бүктерер (әле үк был һиҙелә башланы инде) һәм ул үҙ ерҙәренә, үҙ малына һәм аҙыҡ-түлегенә әйләнеп ҡайтыр. Быларҙы иҫбатлап, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Ауырғазы райондарында төҙөлөп ятҡан ауыл хужалығы комплекстарын миҫалға килтерергә мөмкин.

Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһы сит ил фермерҙарынан алып киленгән аҙыҡ-түлектән нимәһе менән айырыла икән?

- Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы Европа фермерҙарының продукцияһы менән уңышлы конкурентлыҡ итә ала, тип иҫәпләй республика Хөкүмәте вице-премьеры һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Ҡыш айҙарында Башҡортостан делегацияһы Берлинға "Йәшел аҙна" күргәҙмәһенә барғайны һәм Рәсәйҙең 18 төбәге менән бер рәттән, беҙҙең республика ла күргәҙмәлә ҡатнашҡайны. Австрияның ауыл хужалығы өлкәһе менән киләсәктә уларҙан технологиялар һәм тоҡом малы һатып алыу, Европаға ошо ил аша үҙ продукцияһын оҙатыу тураһында килешеп тә ҡайтты республика делегацияһы. Республиканың тәбиғәте, ер-һыу таҙалығы, климат үҙенсәлектәре һәм башҡа күрһәткестәре беҙҙә ауыл хужалығының сифатлы һәм тәмле аҙыҡ-түлек етештергәнен "ҡысҡырып" тора. Бында бары инвесторҙарҙы йәлеп итеү генә бурыс. Әйткәндәй, шул барыуҙа Башҡортостан вәкилдәре инвестицияларҙы дауам итеү буйынса сит ил инвесторҙары - Штефан Дюрр (уның "ЭкоНива" агрохолдингы Бәләбәй, Йәрмәкәй, Бишбүләк райондарында һөт комплекстары төҙөй) һәм Бәләбәй һөт комбинаты хужаһы Алекс Бонгрэн (Францияның "Savencia age & Dairy" концерны президенты) менән осрашты. 2021 йылда Бәләбәйҙә Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙур һөт заводы эшләй башларға тейеш.

Сәләмәт тормош алып барыуҙа, сәләмәт булыуҙа ризыҡтың, аҙыҡ-түлектең үҙ ерлегеңдә үҫкән, әҙерләнгән, етештерелгән булыуы мөһимме?

- Бөгөн сәләмәт тормош алып барыу модаға инде. Ҡайһы бер сәләмәт тормош яҡлылар "Ит ашау зыянлы", тип лаф ора. Ә бит беҙҙең кеүек һалҡын ҡыш йылдың яртыһынан күберәген биләгән климатлы ерҙә йәшәгәндәргә иттең зыянлы түгел, ә, киреһенсә, файҙалы ризыҡ икәнен Америка йәки Мәскәү диетологтарына аңлатыу урынһыҙ. Беҙҙең малдарыбыҙ күберәген һалҡында үҫкән үлән менән туҡлана, уларҙа витаминдар йылы яҡта үҫкән үләндәр менән сағыштырғанда 20-30 тапҡырға күберәк. Улар биргән һөт тә, ит тә тап беҙҙең организмға яраҡлашҡан, беҙ быға тиклем һыйыр малдары менән йөҙҙәрсә йылдар буйы бер-беребеҙҙе туйҙырыусы һәм туҡландырыусы булараҡ тулыландырып, йәшәтеп килгәнбеҙ. Ит ашағандан берәүҙең дә ғүмере ҡыҫҡармаған, көсө бөтмәгән, сәләмәтлегенә зыян килмәгән. Бөгөн килеп, ит зарарлы, имеш. Сит яҡтарҙан, илдәрҙән килтерелгәне ала көстө лә, хәлде лә, ә үҙебеҙҙеке түгел.
Балды ла беҙ ҡайҙан килгәнен булһа ла тота ла алабыҙ. Баҡтиһәң, ул да тик үҙ ерлеге кешеләренә генә хеҙмәт итә торған ризыҡ икән. Йыш ҡына тау яҡтарынан килгән, Ҡытайҙан алынған, Украина болондарында йыйылған бал һатыла. Улар осһоҙораҡ та. Тик был бал беҙҙең халыҡ организмында бөтөнләй эшкәртелмәй, шунлыҡтан, ят мәғлүмәт ҡалдырыуҙан башҡа шифаһы ла булмай.
Диетаға ултырыусылар күп хәҙер. Бигерәк тә яҙ-йәй ябығыусылар, организмдарын таҙартыусылар һаны арта. Һәр кем ниндәйҙер һөҙөмтәле һәм тиҙ ярҙам итеүсе ысулдар эҙләй. Унан китә әллә ниндәй тибет медицинаһы, япон диеталары, диңгеҙ минералдары һәм башҡалар. Ә был ысулдарҙың береһе лә беҙҙең төбәк халҡына килешмәгәнлеген, килешмәү генә түгел, иммунитетҡа үтә лә зыян килтереүен, нервыларҙы ҡаҡшатыуын, төрлө ағзаларҙы зарарлауын белгәндәр бик аҙ. Бөтөнләй сит ерҙә үҫкән үләндәрҙән ыуылған порошоктар, беҙҙең яҡта булмаған диңгеҙ үҫемлектәренән яһалған коктейлдәр, ят ризыҡтарҙан төҙөлгән менюлар, әлбиттә, сит климат кешеһенең (йәғни, беҙҙең) организмын шок хәленә индерә һәм ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп ауырлығын юғалта, ябыға, кибә. Организм был хәлдә икешәр йыл һуҙымында йөрөргә лә мөмкин икән, әммә ул яйлап был торошонан ысҡына һәм ҡапыл ҡартая, йәки төрлө ағзалар эшлектән сыға, нервы ауырыуҙары барлыҡҡа килә. Һәр хәлдә, был диеталарҙың аҙағы хәйерле булмай. Был маҡсатта ла бары тик үҙ ерлегебеҙ ризыҡтарынан төҙөлгән менюлар, диеталар, аҙыҡтар булыуы зарур.
Ашау, туҡланыу - ул йәшәү процесындағы иң мөһим һәм етди иғтибар талап иткән мәсьәлә. Ҡасандыр тик тәбиғи аҙыҡтар менән генә ризыҡланып йәшәп өйрәнгән беҙ, бөгөн килеп, ярым яһалмаға тороп ҡалып барабыҙ. Ә бит бында икенсе берәүҙәрҙең ғәйебе юҡ. Беҙҙән берәү ҙә еребеҙҙе лә, малыбыҙҙы ла, емеш-еләктәребеҙҙе лә, үҫемлек-үләндәребеҙҙе лә тартып алмаған. Бары беҙ үҙебеҙ генә, замана тәгәрмәсе ыңғайына әрһеҙ әйләнеп, ысынбарлыҡтан алыҫайып киттек. Һәм бөтөн был ситләшеү төрлө ауырыуҙарға, йән һәм тән сәләмәтһеҙлегенә, рухи көсһөҙлөккә, кәрһеҙлеккә һәм башҡа әхлаҡи тарҡалыуҙарға алып килде. Беҙҙең сәләмәт тормош - ул ерҙә, ер хеҙмәтендә, малда, йәғни ауыл хужалығы кәсебендә, аҙыҡ-түлегендә, ғөрөф-ғәҙәтендә һәм йәшәйешендә. Ашағаның аҡ булһа, ҡылғаның да хаҡ булыр, ти бит халыҡ мәҡәле лә.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.20 | Ҡаралған: 432

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru