«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯРАТАЛАР ИКӘН, ТИМӘК, ҺИН ДОНЪЯЛАҒЫ ИҢ МАТУРЫ
+  - 


Сибай концерт-театр берекмәһе режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңзилә Ҡотошова һуңғы йылдарҙа берекмәнең береһенән-береһе эстәлекле концерт программаларын сәхнәгә ҡуйҙы һәм баш ҡала тамашасыһын да битараф ҡалдырманы. Ижад, сәхнә, сығыштар һәм гастролдәрҙән генә тора кеүек уның донъяһы. Ә асылда, бөтөн был ҡомарлы халәткә көс биреүсе икенсе донъяһы ла бар артистың, уларын үҙенән ишетәйек.

Артист булыу бала саҡ хыялымы? Ауылда тыуып-үҫеп, тота килеп сәхнә алиһәһе булырға ынтылыу өсөн ниндәйҙер нигеҙ ҙә, әҙерлек тә һәм... ҡыйыулыҡ та кәрәктер?

- Атайым Марат Зәйләғи улы 6 йәштән генә атайһыҙ ҡалып (олатайым Зәйләғи Әхмәҙи улы һуғыштан әйләнеп ҡайтмай), яңғыҙы үҫкәнгәме икән, бигерәк моңло булды. Табындарҙамы, сәхнәләме, уның йырлағанын тын да алмай тыңлай торғайнылар. Әле булһа мине, бәләкәй ҡыҙыйҙы, алдына ултыртып, хисләнеп, илай-илай йырлағаны хәтеремдә. Ул шулай итеп үҙенең яратыуын йыр аша белдергәндер, тип уйлайым. Ана шул саҡтарҙа йыр-моңға һөйөү яралғандыр ҙа инде миндә. Ә бейеүгә иһә әсәйемдән өйрәндем. Әсәйем Миәкә районы Илсеғол ауылы ҡыҙы, бала сағынан тыптырлап бейеп, ауыл сәхнәһенән төшмәй. Бына шул ике илһамлы, шауҡымлы йән осрашып ғаилә ҡора ла инде. Шулай итеп, атай-әсәйем көндөҙ совхоз эшендә, ә кистәрен өйҙә йыйылып, ике нәнәйем, атайым, әсәйем, Илдус, Илфат, Мәғәфүр, Илһам ағайҙарым (атайым ағайҙарыма гел үҙе яратып тыңлаған йырсыларҙың исемен ҡушҡан) минең концерт күрһәткәнде ҡарайҙар! Таң һарыһынан радионы ҡысҡыртып ҡуя торғайны атайым, үҙе шуға ҡушылып йырлап йөрөй, беҙҙе эшкә ҡуша - йәй булһынмы, ҡыш булһынмы, таң менән уятып, кәртә эстәрен һепертә, баҡсала эшләтә торғайны. Төпсөгө һәм берҙән-бер ҡыҙы булғанғамы, атайым мине һәр ваҡыт үҙе менән йөрөттө. Ололар шаяртып: "Һин кем ҡыҙы"- тип һораһалар ҙа шуға: "Мин Мараттың матур ҡыҙы! " - тип яуаплағанмын. Аллаға шөкөр, мин атай-әсәй наҙында үҫтем!
Бала сағым малайҙар араһында үткәс, шулар кеүек үк шуҡ булдым, ағас башында ла, ҡапҡа, һарай башында ла йөрөй торғайным, малайҙар менән сәкәләшеп тә киткән саҡтар булды. Әммә өйҙә саҡта мин үҙемде матур тоторға, өҫтәл артында ла сәнске-бысаҡ тотоп ҡына ашарға тырыша торғайным, сөнки һәр ваҡыт киноартист булыу тураһында хыялландым. Ул ваҡытта беҙ бит клубта көн һайын кино ҡарай торғайныҡ, аҙна һайын - һинд киноһы, шуғалыр ҙа был сәнғәт мине арбап алғандыр. Хатта шуға барып етте: илағанда ла, нисек илайым икән, матур илайыммы икән, тип көҙгөгә ҡарап илай торғайным. Минең артист булыу уй-хыялы, күрәһегеҙ, хатта үҙем аңлап етмәгән осорҙарымда уҡ баш алған.

Артист һөнәре һәм иртә ғаилә ҡороп, әсәй булыу - быларҙы нисек итеп йәнәш алып барырға була?

- Айбулат менән беҙ Өфө сәнғәт институтына уҡырға ингәндә, абитуриент саҡта уҡ таныштыҡ. Институт коридорында имтиханға инергә әҙерләнгән мәлдә үк уға иғтибар иткәйнем, сөнки ул бүтән абитуриенттарҙан айырылып тора ине. Икенсе турҙа беҙгә этюдты бергә эшләргә тура килде. Һәм шулай танышып киттек. Был танышыу тиҙ арала һөйөүгә бөрөләнде лә ҡуйҙы. Әйтәләр бит әле, тәү ҡараштан ғашиҡ булыу тип, шулай булды, ахыры. Ул саҡта, имтихандарҙы биреп бөтөп, уҡырға индек тигән ҡағыҙҙы ҡулға алғас та, Айбулаттың өләсәләренә Ишембай районы Ҡарайған ауылына киттек. Минең, яңы мәктәп эскәмйәһенән сыҡҡан баланың, шулай ышанып эйәреп китеп барыуымды әйт. Бөгөнгөләй хәтеремдә, Айбулаттың Хәсбиямал өләсәһе мине "Әйҙә, килен, үт!" - тип ҡаршы алғайны. Шулай итеп, Ҡарайған ауылы Ҡотошовтар нәҫеленең төп йортона килен булып барып индем. Аллаға шөкөр, бына инде 27 йыл бергәбеҙ, 3 ҡыҙ һәм 1 ул үҫтерәбеҙ. Әйткәндәй, тәүге ҡыҙыбыҙ Айзилә 2-се курста уҡығанда тыуҙы. Уҡырға ингәндә беҙгә: "Уҡыу бөткәнсе кейәүгә сығыу, бала табыу тыйыла!" - тиһәләр ҙә, бала менән дәрестәргә йөрөй башлағас, профессор Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев ҡыҙыбыҙҙы алдына ултыртып алып дәрес үткәрә торғайны. Шундай яҡшы, мәрхәмәтле кешеләр күп булды ул яныбыҙҙа. Һабаҡташтарыбыҙ ҙа бәпесте алып ҡала ла: "Айзиләне бөгөн мин көтәм, шулай тип әйтерһегеҙ уҡытыусыларға!"- тип сәләм ебәрә ине. Бала көтөүҙе һылтау итеп тә ҡуялар ине, ә беҙгә был ҡулай ғына, нисек тә уҡырға өлгөрөргә, өлгәшергә кәрәк ине бит.
Ә инде икенсегә улыбыҙ тыуғанда беҙ Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләп йөрөй инек. Башта беҙҙе: "Сибай театры ул- тәгәрмәс өҫтөндәге театр " - тип иҫкәрткәндәр ине инде. Шулай булып сыҡты ла. Айҙар буйына гастролдәрҙән ҡайтмай йөрөйбөҙ. Бәләкәс ҡыҙыбыҙҙы ҡәйнәмдәрҙә ҡалдырып, ә ике айлыҡ улыбыҙҙы үҙебеҙ менән йөрөтәбеҙ. Хатта баланы шаяртып "гастроль малайы" тип йөрөттөләр. Артист тормошо ситтән ҡарап торғанда ғына күңелле һымаҡ, ә инде ул хеҙмәттең ауырлығын һәм етдилеген шул өлкә кешеләре генә беләлер. Халыҡ байрам иткәндә, һин эшләйһең, башҡалар ғаиләһе менән ял иткәндә, һинең балаң бер ерҙә, ирең йә ҡатының икенсе яҡта, ә һин йәйен-ҡышын гастролдә йөрөйһөң...
Бына шулай итеп аңғармаҫтан үрелеп китте минең әсәй булыуым да, сәхнәлә уйнауым да. Башта әсәй, унан артист булдым. Әгәр икеһе араһында һайларға тура килһә, әлбиттә, балаларымды һайлар инем. Әммә яҙмыш миңә мәрхәмәт күрһәтте, ярҙам итеүсе ҡәйнәм һәм туғандарым, һәр ваҡыт арҡа терәрлек ирем булды. Шуға ла мин дүрт бала менән дә сәхнәлә ҡала алдым.

Дүрт бала, тигәндән, һеҙҙең ғаиләлә һәр ваҡыт балалар тауышы, балалар ауазы, шулай бит? Ҡала ерендә, шундай һөнәр менән... Йөрәкле кешеләр һеҙ!

- Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Беҙҙең ғаилә ҡото - балалар! Ғаиләлә балалар ни тиклем күберәк булһа, ул шунса нығыраҡ булалыр, тип уйлайым. Ҡайһы саҡ, нишләп бишәү итмәгәнбеҙ, тип үкенеп тә ҡуябыҙ. Ата-әсә бит мәңгелек түгел, ә бер ғаилә балалары тормошта бер-береһенә терәк, таяныс булып ҡала. Улар бит бер-береһен ҡарай, тәрбиәләй. Был йәһәттән өлкәнебеҙ Айзиләгә күберәк яуаплылыҡ ятҡандыр инде, беренсе балаға һәр ваҡыт иғтибар әҙерәк, ә талап күберәк була бит. Шулай итеп, Айзиләбеҙ мәктәпкә уҡырға барыуына өйҙә ултырырға тип улымды таптым, икенсебеҙ беренсегә барыуына өсөнсөбөҙ тыуҙы, шунан инде Ишембайға күскәс, төпсөгөбөҙ булды. Аллаға шөкөр, күп балалы әсә булыуыма бер ваҡытта ла үкенмәнем һәм уларҙы ауырлыҡ итеп күрмәнем дә. Ҡатын кешенең иң беренсе бурысы ул әсәй булыу, бала тәрбиәләү. Бер ниндәй эш тә, карьера ла йәки башҡа донъяуи мәсьәләләр ҙә ҡатын затын әсәлектән мәхрүм итергә тейеш түгел. Бик теләгәндә быларҙың барыһын да бергә алып барырға мөмкин. Хәҙер инде үҙебеҙ олатай менән өләсәйбеҙ. Айзиләбеҙ кейәүгә сығып, беҙгә ейәнсәребеҙ Әминәне табып ҡыуандырҙы. Баланың балаһы балдан татлы тигәндәй, улар менән осрашыуҙы түҙемһелек менән көтөп торабыҙ.

Һуңғы йылдары һеҙ күп кенә сценарийҙарҙы сәхнәләштерҙегеҙ. Был үҫеш, шулай бит? Режиссер хеҙмәте һеҙҙә ниндәй һәләттәрҙе асты?

- Кеше был донъяға барлыҡҡа килгәненән алып матурлыҡҡа ынтыла. Йырлап, үҙенең аһ-зарын, бейеп, үҙенең хис-тойғоларын баҫа. Ә һүҙ менән арбай, сөнки һүҙ ҙур көскә эйә. Бына ошо үҙе инде сәнғәт! Сәнғәт ул кешелекте матурлыҡҡа, камиллыҡҡа өндәү өлкәһе, тип аңлайым мин. Ә инде режиссерлыҡҡа килгәндә, артисмын тигән артист үҙен режиссерлыҡта һынап ҡарағыһы киләлер. Үҫергә теләгән һәм үҫешкә ынтылған артист кемдеңдер әйтеүен йәки өйрәтеүен көтмәй ул. Ул эҙләнә, үҙен ситтән күрә белә, ул башҡарыусы ғына булып ҡалмай, ролдәрендәме, йырындамы, бейеүендәме үҙ образдарын булдырырға тырыша. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрында 15 йыл эшләү дәүерендә 50-гә яҡын төрлө характерҙағы ролдәр сығарҙым һәм уларҙың төп роль йәки эпизод булыуына ҡарамай, барыһын да яратып башҡарҙым. Хатта күмәк сәхнәләрҙә йөрөгәндә лә үҙемә ниндәй ҙә булһа берәй образ таба торғайным. Быны мин нимә өсөн әйтәм: бөгөн артистарға массалағы индивидуаллекте төшөндөрөргә тырышҡандан, һәр береһенең үҙ үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуын өйрәткәндән әйтәм. Йыр башҡараһыңмы, бейейһеңме, характер, образ тыуҙырырға тейешһең, сәхнәгә сығаһың икән, һин үҙеңде "һата" белергә, үҙеңә ҡуйылған бурысты үтәргә тейешһең. Бына ошоларҙы яҡшы белеү миңә бөгөн филармония артистары менән эшләргә ярҙам итә лә. Ә Сибай концерт-театр берекмәһе сығыштары улар тәүбашланғысынан юғары талаплы тамашасыға, милли үҙаңға, фольклор нигеҙенә һәм яңылыҡтар килтереүгә ҡоролған. Бында һәр концерт театрлаштырылған тамаша, тарихлы, хәл-ваҡиғалы, сюжетлы программалар. Һәр әҙерләнгән концерт менән беҙгә, берекмә коллективына ла, күпте өйрәнергә, уҡырға, үҙләштерергә, белергә тура килә. Шул образды аңлау һәм тойоу өсөн шул дәүер һулышын, шул заман тулҡынын татырға кәрәк. Һәм бөтөн ошо үҙгәреште, әүерелеште артистарға режиссер индерә лә. Шундай мәрәкәле әйтем дә бар бит әле, концерт яҡшы сыҡһа, артистар шәп, насар сыҡһа, режиссер насар, тигән. Шундай күренмәгән фронт һалдаты ул режиссерҙар. Һәм, әлбиттә, был өлкә мине үҙгәртмәй ҡалманы. Күпкә уйлыраҡ, һиҙгерерәк, нескәрәк итте.

Ҡатын-ҡыҙ ирекле, белемле, үҙаллы бөгөн. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының ир менән йәшәү, ғаилә усағын тотоу принциптары ниндәй булырға тейеш? Нимәләр хатаға килтерә, ә нимәләр уңышҡа илтә, һеҙҙеңсә?

- Ҡатын-ҡыҙҙың ирекле, белемле, үҙаллы булыуы һәйбәт, әлбиттә. Бөгөнгө көндә күп ҡатын -ҡыҙҙарыбыҙ ир-егет менән бер рәттә хеҙмәт итә, күптәре хатта үҙҙәре лидер. Уныһы ла яҡшы, әммә күп осраҡта быны ҡатын-ҡыҙ сараһыҙҙан башҡара. Эргәһендә егәрле, инициативалы ир булғанда бер ҡатын да күрәләтә төпкә егелмәҫ ине, мисәүҙә генә барыуҙы хуп күрер ине. Ә инде йөктө яңғыҙы тарта һәм ғаилә яуаплылығын да бер үҙе күтәрә икән, ундай ҡатын ниңә иргә баш һалһын? Был хикмәттәрҙең барыһы ла бер-береһенә, йәғни һәр енестең үҙ бурысын атҡара белеүенә бәйле.
Бөгөн йәмғиәттә ир менән ҡатын мөнәсәбәте бик йыш һәм тауышлы итеп тикшерелә, был хаҡта күп яҙалар, тотош психологтар хеҙмәт алып бара. Күберәк ҡатын-ҡыҙҙың үҙен яратырға һәм шул аура менән ирҙе яраттырырға тейешлеге хаҡында һүҙ алып барыла. Ә ир менән ҡатындың иң беренсе сиратта балалар өсөн яуаплы икәне онотолоп китә. Атай ҙа, әсәй ҙә, инде ғаилә ҡорғас, үҙ мөнәсәбәттәрен түгел, ә ата-әсә бурысын алға ҡуйырға тейеш. Атайҙарҙың эсеүе һәм балалар киләсәген ҡайғыртмауы, әсәләрҙең балаларын атайһыҙ итеүгә еңел ҡарауы уларҙың ғаилә тормошона әҙер түгеллеген күрһәтә. Йәғни, беҙҙең йәмғиәт ҡайһы аралалыр ғаиләгә, ғаилә ҡороуға, ғаилә алдындағы яуаплылыҡҡа өйрәтә торған мәктәп нигеҙен юғалтҡан булып сыҡты. Быны беҙгә ололар өйрәтһә, үҙ сиратыбыҙҙа беҙ балаларға һалырға бурыслы.
Советтар осоро, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы замандар, унан туҡһанынсы йылдар көрсөгө беҙҙең милләткә лә йоғонто яһаны һәм ғаиләләрҙең ныҡлығы, бөтөнлөгө ҡаҡшаны. Ҡатын-ҡыҙҙы ирҙәр менән бер рәттә эшкә егеү, унан ир-егетһеҙ ҡалған ҡатындарҙың тотош быуынды яңғыҙ үҫтереүе, унан ирҙәрен эскелек һаҙлығынан ҡотҡарып айҡашыуы гүзәл затты артыҡ ныҡ бешектереп, хатта ки идара итеүсе итеп тә ҡуйҙы шул. Тик был дөрөҫ түгел һәм йәшәйеш уны яйлап төҙәтә лә. Күрәһегеҙ, йәштәр бөгөн эскесе түгел, ир балалар күпләп иманға килде, сәләмәт тормошто һайланы, ниндәй ҙә кәсеп үҙләштереп, мал табырға, ғаиләләрен аҫрарға тырышып яталар. Аңлы, алдынғы ҡарашлы, белемле улар. Һәм ошо ыңғай күренештәр беҙҙең тап ана шул ғаилә торошон да нығытыр, тип уйлайым. Ирҙәр бит яуаплылыҡты үҙ иңдәренә ала бара. Йәнәшәһендә ышаныслы ир, балаларына абруйлы атай булғанда, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙ ыҙанына ҡайтыр, наҙлы һәм нескә алиһәгә әүерелер.

Бөгөн ҡатын-ҡыҙ араһында матур, йәш, һомғол булыу модаға инеп китте. Һеҙҙеңсә, ҡатын-ҡыҙ матурлығы ни йәшкәсә үҙ көсөнә эйә була ала?

- Яраталар икән, ғүмер буйына ла ҡатын үҙен донъялағы иң матуры итеп тойоп йәшәй ала. Ундай тойғо тышҡы ҡиәфәттән, яҡшы кейенеүҙән йәки тән төҙөлөшөнән генә яралмай бит ул. Матурлыҡ хисе эргәңдәгеләрҙең йылы, яҡты ҡарашынан, ҡанатландырыр һүҙенән тыуа. Мәҫәлән, ҡыҙ баланы ата-әсәһе һөйөп кенә үҫтерә икән, ҡатынды ире иркә-наҙҙа тота икән, улар үҙҙәрен матурҙың матуры итеп хис итә. Был эске торошта барлыҡҡа килә торған бер нур ул. Була ҡурсаҡ кеүек ҡыҙҙар ҙа, һомғолдар ҙа матур булып күренмәй. Һин уларҙың сибәрлеген күрәһең, ә һоҡланмайһың, сөнки күрелгәндең тере энергетикаһы тойолмай. Тимәк, был ҡыҙҙы яратмағандар йәки етерлек яратыу бирмәйҙәр.
Тышҡы ҡиәфәткә артыҡ иғтибар биреү, минеңсә, дөрөҫ түгел. Бөгөн ҡатын-ҡыҙ интернетта ла, зәңгәр экрандарҙа ла бер төҫкә инеп ҡалды. Фитнес клубтар, пластик операциялар йәки заман модаһынан ҡалышмау ҡартайыуҙы туҡтата алмай. Үҙ йәшеңде ҡабул итә һәм шул дәүереңдә лә тулы тормош менән йәшәй белергә кәрәк. Тышҡы матурлыҡҡа алданып эске матурлыҡты онотмаҫҡа кәрәк. Эске донъяңдың байлығы, таҙалығы, иманлылығы, изгелеге һинең тышҡы ҡиәфәтеңдең сағылышы ла ул.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.20 | Ҡаралған: 731

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru