«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КВАНТУН ҺАЛДАТЫН ЙӘЛЛӘГӘН БАШҠОРТ ЕГЕТЕ
+  - 


Беҙ, республиканың бер төркөм драматургтары һәм режиссерҙары, үҙебеҙҙең Бөрйән районына ижади экспедициябыҙҙы Иҫке Монасиптан башланыҡ һәм иң тәүҙә шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның атай-әсәйе йәшәгән йортта туҡтаныҡ. Шағирәнең атаһы, мөләйем, балаларса самими ҡыҙыҡһыныусан ҡарашлы, шиғранә булмышлы уҙаман Сәлихйән Хафиз улы Дәүләтбирҙиндың оҙаҡ йылдар тарих уҡытыусыһы булып эшләүе һәм үҙ ғүмер юлы иҫтәлектәрен ташҡа баҫтырып, китап итеп сығарыуы тураһында ишеткәйнек инде. Һуғыш ветераны ғәжәп асыҡ фекерле, уникаль хикәйәтсе булып сыҡты.

Сәлихйән ҡарт хәтирәләре

"Японияның Квантун армияһына ҡаршы һуғышҡа индек - 39-сы армия, 5-се уҡсылар корпусы, 19-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 54-се гвардия уҡсылар гвардейский полкы, 44-се артбатарея..." Ошондай теүәл атамалар етмеш йылдан ашыу уның хәтерендә, телендә, күңелендә һаҡлана һәм оло тарихи ваҡиғалар бәйәненә асҡыс булып тора. Артабан Сәлихйән олатай Алыҫ Көнсығышта япон армияһына ҡаршы утҡа ингән 17-18 йәшлек йәш егеттәрҙең ауыр походтан башланған яу юлы, Гоби сүллеге аша 500 километрлыҡ марш-бросок яһаған йәйәүле ғәскәр тураһында һөйләй: "... Арҡала - сухой паек, һыуҙы цистерна менән ташып еткерә алмайҙар. Бер нисә мәртәбә күлдән эстек, һаҫыҡ булһа ла ситенән ҡотоҡ ҡаҙып, ҡом аша һарҡытып-һөҙөп, хлоркалап эселде... Квантун армияһы менән бәрелештә камикадзеларҙы ла күрҙем. Мин ҡарауылда тора инем. Кемдер бар һымаҡ. Стой! Пропуск! Минең һорауға яуап бирмәй. Атырға мәжбүр булдым. Йәш кенә япон егете булып сыҡты. Беҙҙекеләр ҡамап алырға иткәйне, үҙен юҡ итте... Бысағын сығарҙы ла күкрәген ярҙы ла ебәрҙе. Йәл булды миңә. Йөрәгемде яндырып-өтөп алды шул йәлләүем..."
"Йәлләүем?" Сәлихйән ҡарттың ошо һуңғы һүҙе әңгәмәне икенсе юҫыҡҡа борҙо: "Ниңә улай дошман һалдатын йәлләнегеҙ?" "Йәлләмәйенсә йәшәп буламы ни? Бәләкәй саҡта өләсәйем менән урманға барҙыҡ. Ҡапыл аҡланда пыр туҙып ике ҡош талаша башланы. "Өләсәй, нимә ул?" - тием. "Айыу!" - ти. Аҡландың арғы яғынан бер айыу ҙа был алышты күҙәтә икән. Беҙ был яҡтан килеп сыҡҡанбыҙ. Ә асыҡ урталыҡта ҡарсыға ҡорҙо тибә икән! Ҡор - яралы, хәлдән тайған, мәгәр ялпылдап ҡаса, ырғый... Айыу теге яҡтан ҡоштарҙың, исмаһам, береһен булһа ла эләктерергә ынтыла. Был яҡтан өләсәйем һонола - ул инде ҡорҙо тотмаҡсы була. Өләсәй йылғыр булып сыҡты, тотоп алды бит ҡорҙо. Ҡарсыға һемәйҙе, шыҡайып осоп китте. Айыу мөлдөрәп ҡарап тороп ҡалды. Бик тәмле булды беҙгә ул ҡор. Әммә айыуҙың ҡарашы күҙ алдынан китмәне. Ныҡ йәлләнем шул мәхлүкте...
Бәләкәй саҡта йәнә шундай бер хәл булды: әсәмде илаттым. Бойҙай утайбыҙ, билсән яман ҡоторған. Әсәй утай, мине, һигеҙ йәшлек малайҙы ла эшкә ҡуша. Килеп тороп көн эҫе, күгәүен талай, билсән сәнсә. Ҡул-аяҡтар ҡанға батты. Мин ағас башына мендем дә киттем. Йәшендем, йәнәһе. Әсәм өндәшә, саҡыра, һыу яғын ҡарай, тамам хафаға ҡалды. Мине һыуға төшөп батты тип уйлап, ныҡ өҙгөләнә, илай, ергә ятып үрһәләнеп илай... Әсәмде йәлләп килеп төштөм ағас башынан, инде бынан ары уны рәнйетмәм, илатмам, тинем. Ошо уй-ниәт минең тормош девизым булып ҡалды. Һуғышта ла өҫкә снаряд яуа башлаһа, бисмилла, тип ергә һеңешәбеҙ. Әсәмде етем иткем, әрнетеп илатҡым килмәне. Уның доғаһы менән генә иҫән ҡалғанмындыр, тим. Атака алдынан адрестар алмашабыҙ - ул-был булһа, хәбәр итергә...
Ун һигеҙ йәш кенә күбебеҙгә, йыйын малай-шалай... Арабыҙҙа Кәлимулла тигән егет булды. Эй ғәләмәт бейеүсе, ут кеүек сос ине. Порт-Артурҙа һәләк булды. Гел шуны йәлләп иҫкә алам. Йәлләмәйенсә донъяла йәшәп булмай ул. Беҙҙең санитарка бар ине. Анка. Йәш кенә ҡыҙ. Ҡайҙа яралы, ул шунда. Шул хәтле йәлләй һалдаттарҙы, бисараҡай, үҙе ҡанлы яраларын бәйләй, үҙе ҡысҡырып илай, күҙ йәштәре сөбөрҙәп аға! Һуғышта йәнә бер хохол малайын йәлләнем. Связист ине, катушкаһын һөйрәп, беҙҙең окопҡа килеп төштө. Ауыр тимерсыбыҡ һөйрәп арыған, талсыҡҡан. Күҙе йомолоп йоҡлап бара, үҙе һыу һорай... Ҡапыл өҫтән ҡысҡыралар: "Связь, где связь!" Был ялп итеп һикереп тороуы булды, күҙенә генә пуля тейеп, ҡаҡ салҡан ауып та төштө. Беҙ иҫебеҙ китеп, уға текләп ҡатып ҡалдыҡ. Йөҙө һылыу! Ҡурсаҡ кеүек! Һуғыш шулай - иң гүзәлдәрҙе, иң яҡшыларҙы һәләк итә. Йәл, ныҡ йәл ғәзиз әҙәм балаһы...
Мин бала саҡтан уҡ бөтә нәмәне, бөтә кешене йәлләйем. Япондарҙы ла йәлләй инем. Ифрат тәртипле, тырыш, аҡыллылар ине япон һалдаттары. Ғәләмәт ҡыйыу, йылғыр үҙҙәре. Мин уларҙың һуғышыу оҫталығына һоҡлана торғайным. Окоптарына ла ингән саҡ булды - таҙа, йыйнаҡ... Бер мәлде пленға төшкән өс япон һалдатын атырға алып китеп баралар. Алдан иң олорағы бара. Башын ныҡ итеп эйгән, йөҙөн йәшерә. Артынса бара йәшерәге - йөҙө таш шикелле, күҙҙәре шар кеүек, һис тә ҡыҫыҡ күҙле халыҡтан тимәҫһең! Өсөнсөһө, байғош, ун ете йәштәр самаһындағы малай. Уныһы атлай алмай шарылдап илай, ерҙә аунай, конвоирҙың аяғына ташланып ялбара... Шул хәтле үлгеһе килмәй. Ата торған урынға алып барып еткерә алмағас, ерҙә ятҡан көйөнә аттылар. Бер генә пуля етте меҫкенгә... Ҡайһы берәүҙәр пленға бирелгән япондарҙы тиҙ генә расходҡа сығара, йәғни ата ла ҡуя ине. Мин улайта алманым, япон һалдаты пленға эләкһә, бер ҡасан да атманым да, аттырманым да. Һуғыш - яман стресс, байтаҡ малайҙар сыҙамай, ауырыуға һабышты... Һуғыш шауҡымы ҡайһы берәүҙең йөрәген һулытты, йөрәген ҡорошторҙо... Бөгөлөп төшә шундайҙар, йәл була..."
Сәлихйән олатайҙың хәтирәләренең иге-сиге юҡ. Уның тәрән йөкмәткеле, фәһемле хикәйәттәре - ике быуатты тоташтырған хәтер күпере. Бындай асыҡ зиһенле оло быуын вәкиленә һоҡ тейеп ҡуймаһын, тигәндәй, уны бары тик тыңлағы һәм рәхмәт әйтке килә. Сәлихйән олатайҙың балалары ла нәфис һүҙгә, тарихҡа, әҙәбиәткә ихлас һәм яҡын кешеләр. Кесе ҡыҙы Тәнзилә Дәүләтбирҙина - билдәле шағирә, журналист һәм драматург. Ауылға ғаиләһе менән күсеп ҡайтып, аталарын ҡараған улы Заһир Дәүләтбирҙин - уймаҡ хикәйәләр оҫтаһы. Оло улы Ғәзиз Дәүләтбирҙин ғәжәйеп халыҡсан йыр-көйҙәр авторы, һәүәҫкәр композитор булды.

Смирно! "Ерән ҡашҡа"ны тыңлағыҙ!

Сәлихйән олатайҙы уратып ултырған юлдаштарым - бер төркөм драматургтар, ашығып, ручка-блокнотын барлай, сөнки ветеран-аҡһаҡалдың ғибрәтле иҫтәлектәре яңынан ағыла башлай: "Мин орудие командирымын, сержантмын. Плацдармда строевой занятие үткәрәм. Бер көндө Мәскәү радиоһы концерт бирә, бөтә Порт-Артурға иғлан итә: "Башкирская народная мелодия "Ерән ҡашҡа"! Минең ҡолаҡ ҡарп итеп ҡалды, йөрәк дөп-дөп тибә, тыным ҡурыла - шул хәтле һағынғанмын, шул тиклем ҡыуандым!.. Мин - батареяла берҙән-бер башҡортмон, ҡалғандар гел славян егеттәре. Шулар менән командовать итәм. Тоттом да команда бирҙем: "Батарея, стой! Смирно!" Илле кеше шып туҡтаны. Артабан команда бирәм: "Ерән ҡашҡаны" тыңлағыҙ!" Нишләһен һалдат, смирно баҫып тыңлайҙар. Аптыраштылар - гимнды ғына смирно баҫып тыңлайҙар бит. Оркестр уйнап бөттө. "Слышали?" - тим. "Так точно, слушали". "Я много ваших песни наслушался, вот и вы послушали башкирскую песню", - тинем. "Вольно!" тигәс, мине килеп ҡосаҡлайҙар, рәхмәт, молодец, тиҙәр. Ифрат алсаҡ күңелле егеттәр ине, бер кем бер кемгә асыуланмай, ныҡ берҙәм, татыу булдыҡ. Шундай матур халыҡ ине ул быуын. ...Бер заман пушкалар килтерҙеләр. Ҡайҙан килгәнен уҡып белдем дә, кинәт күңел тулды ла китте. Үҙем дә һиҙмәҫтән, бер пушканы барып ҡосаҡлағанмын. Егеттәр абайлап ҡалды ла көлә башланылар: "Пушку обнимаешь?" "Да, землячку нашел! Видишь, написано: "Изготовлено в Перми!" Ә Пермь - Башҡортостан менән күрше бит инде! "Ой, точно, наша землячка!" - тип Урал буйы егеттәре теге пушкаларҙы һөйөп-һыйпап алдылар. Шулайтып, күңел тулыу, йәлләү һәр кешегә хас, һәр заманда, һәр халыҡта, һәр дәүләттә бик тә кәрәкле сифат.
...Һуғышта ашарға гел етмәй. Һалдат яртылаш ас, яртылаш туҡ. Сусҡа ите булһа, славяндар мосолмандарҙы ҡурҡыта, ҡыҫтай башлай: шинель салғыйын сусҡа ҡолағы һымаҡ итеп тотоп күрһәтә, хорхолдап үсекләшә. "Грех вам, һеҙгә сусҡа ашарға ярамай, теге лә был..." Ҡайһы мосолман балаһы аптырап-баҙап ҡала, аш өҫтөндә йөҙөп йөрөгән бармаҡ башындай сусҡа майын биреп ебәрә тегеләргә. Ә уларға шул ғына кәрәк. Көләләр. Шуға мин шаяртыуға борам: "Можно, можно, если глаза закрыты, то можно!" - тип, күҙҙе йомам да, теге күҙ ҡыҙҙырғыс майҙы иң тәүҙә тотоп алып йотам да ҡуям. Бер ваҡыт тегеләрҙең үҙҙәрен ҡыҙыҡ иттек. Хинган тауҙарын сыҡҡанда бер табун ат йөрөй. Бер атты аттыҡ, һуйып, тунап, бешереп ашай башланыҡ. "Вот вам грех, подходите!" - тибеҙ. Ашайҙар, ҡайҙа барһын ас һалдаттар. "Солдату все можно!" - тигән булып йыуатабыҙ, һыйлайбыҙ тегеләрҙе...
...Курск янында хеҙмәт иткән саҡта беҙҙең арала Миша Кикенков тигән үтә ышаныусан бер сержант бар ине. Һуғышта, аҙаҡ армияла оҙаҡ ҡына йөрөлдө. Биш-алты йыл үтеп китте бит инде. Вәғәҙәләшкән ҡыҙҙар кейәүгә сығып бөттө. Бер Кикенковтың ҡыҙы ғына көтә, хаттары йыш килә. Мишка шуға маһая. Бер мәл егеттәр этлек уйлап тапты. "Мы приедем из армии, женимся на молоденьких, а тебе, Кикенков, придется жениться на старухе". Берғатлы был егет уйлана бирҙе лә: "Давай, ул үлде, тип хат яҙығыҙ, әйҙә, мине көтмәһен", - тип әйтеп һалды, байғош. Беҙгә нимә, ҡыҙыҡ кәрәк. "Һәләк булды" тип хат яҙып ебәрҙек ҡыҙына. Бер заман Мишканы комполка саҡырта - полк штабына. Аптырашып, тегенең кире килгәнен саҡ көтөп алдыҡ. Килә был, үҙе помидор кеүек ҡып-ҡыҙыл. Ҡыҙы: "Объясните, пожалуйста, при каких обстоятельствах погиб мой парень?"- тип, командирға хат яҙған икән. Комполка Мишканы кәрәген биреп әрләп, үҙенән хат яҙҙыртып, сығарып ебәргән..."

Кремлдәге Медвежатник!

Сәлихйән олатай 1956-1957 йылдарҙа Бөрйәндә район мәҙәниәт бүлеген етәкләгән. Шул саҡтағы бер хәтирәһе менән дә уртаҡлашты: "Бер мәл мине Мәскәүгә йыйылышҡа - бөтә Союз педагогтар конференцияһына саҡырҙылар. Арыу кейем юҡ. Аяҡта быйма, өҫтә фуфайка, мамыҡтан һырыған көпө салбар... Оялам килеп тороп. Бармай ҙа ярамай. Белоретҡа поезға көнө буйы барып саҡ өлгөрҙөм. Купе вагон эләкте. Ҡиммәт булһа ла, ҡалайтаһың, билет алып инеп киттем. Инһәм, саҡ йығылып китмәнем: купела береһенән-береһе матур кейенгән кешеләр йылтырашып ултыра. Танышалар. Кемелер Мәғариф министрлығынан, кемелер КГБ-нан, кемелер граждандар авиацияһы летчигы... Ә мин уйлап та торманым: "Бурзянский мин!" - тип кенә әйтеп өлгөрҙөм, теге КГБ кешеһе ах итеп һикереп торҙо: "О, Бурзян! Знаем, они все медвежатники!" - ти. "На самом деле?" - бөтөнөһө дәррәү миңә ябырылды. "Любитель мин", - тип ҡотолмаҡ булдым. "Сколько медведей брал?" "10-15 медведей", - үҙемсә бик етди һөйләшәм. "Как стреляете?" - тип Мәғариф министрлығы вәкиле булған ҡатынҡай сат йәбешеп төпсөнә. "Айыу урамға килеп инһә, кәртә башында ғына ятам да атам да йығам", - тием. Мужиктар, купелағы ир-ат, миңә күҙ ҡыҫа. Баяғы бисә Мәскәүгә еткәнсе миңә космонавҡа ҡарағандай текләп барҙы. Көпө салбарҙы скафандр тип хис иткәндер, күрәһең. Ҡаҙан вокзалында тегене ире ҡаршы алғайны, ҡатыны уның менән һаулыҡ та һорашмай, мине һөйөнсөләп алып китте. "Я ехала в одной берлоге с медведем!" - ти. Сумаҙанда ятҡан итек менән костюмды алып кейергә форсат юҡ, йән-фарман Кремлгә киттем. Кейемемдән оялып, колонналарға ышыҡланып ҡына йөрөйөм. "Кем һин?", "Ҡайҙан?" тигән һорауҙарға бер яуап: "Охотник! Медвежатник!" - тием дә ҡасам, икенсе яҡҡа шылам..."

Армияла нимәгә өйрәттеләр?

"Шулай итеп армия, һуғыш юлы үтелде, ете йыл ҡырҙа йөрөлдө. Ҡайтҡас, эй кәләш димләйҙәр. Минең өсөн донъя үҙгәргән: әсәй ҙә, атай ҙа юҡ. Әсәмдең апаһына - Янһарыла йәшәгән инәйемә - ҡайтҡанмын. Почет бар, фронтовикмын. Әйләнеп ҡарар хәл юҡ, әйҙә кәләш димләйҙәр. Мәктәптә военрук, физрукмын. Ике уҡытыусы ҡыҙ бар, береһенә лә күҙ төшмәй - төҫ-һындары юҡ. Шулар миңә бәйләнә, ҡайһыбыҙҙы алаһың, тиҙәр. Элек Ахрита уйнай торғайныҡ. Иртәгә һайлау, тигән төндө клубта һуҡыр шәм яҡтыһында Ахрита теттерәбеҙ. Ҡапыл уҡытыусы ҡыҙҙарҙың береһе башымдан бүркемде тартып алды, икенсеһе кеҫәләге бирсәткәне һурып алды. Көлөшәләр, кәрәкһә, килеп ал, тип клубтан сығып киттеләр. Тышта сатнама һыуыҡ. "Берәйегеҙ алып килегеҙ әле бүрек менән бирсәткәне", тип, шунда бейеп йөрөгән бер ҡыҙҙы эләктереп алып алдыма ултырттым. "Заложница булдың, бүрек менән бирсәткәне килтереп бирмәйенсә, алдымдан төшөрмәйем", - тим. Теге ҡыҙый: "Абзый, ебәр", - ти ҙә, үҙе йәтешләберәк ултыра бирә. Аяҡтар маҙап-ойоп китте, юҡ мәгәр тормайым, ҡыҙҙы алдымдан төшөрмәйем. Милиция саҡырттылар. Милиционер әйтә: "Ни иҫерек түгелһең, нишләп ул ҡыҙҙы тотоп ултыраһың? Армияла нимәгә өйрәттеләр?" Мәйтәм: "Принципиальноскә өйрәттеләр". Шунан бүрек менән бирсәткәне килтереп бирҙеләр. Алдымда ултырған ҡыҙ Асия исемле булып сыҡты, бер аҙҙан ул минең ағайыма кейәүгә сыҡты, беҙгә еңгә булды. Ә мин детдомда ашнаҡсы булып эшләгән Зәйтүнә исемле ҡыҙға өйләндем. Зәйтүнә инәйегеҙ менән алтмыш алты йыл бергә йәшәйбеҙ, һигеҙ бала бирҙе беҙгә Хоҙай..."

Шулай итеп, маҡсатҡа өлгәшелде. Бына шундай сәсән һүҙле оло быуын кешеләре менән осрашыуҙар күңелде байыта, яңы уй-фекерҙәр, тормош һабағы бирә икәненә тағы бер тапҡыр инанды ижадсылар. "Кеше булған кешенең кеше менән эше бар, кеше булмаған кешенең кешелә ни эше бар?" - ти торғайны Хәйбулла яғында йәшәгән йыраусы-сәсән Мөхәмәтйән олатай Ҡаҙаҡбаев. Шуның һымаҡ, беҙҙең драматургтар экспедицияһы ағзалары Сәлихйән олатай һәм башҡалар менән аралашып, халыҡ һүҙен, фәлсәфәүи һығымтаһын ишетеп, киләсәктә үҙ әҫәрҙәрендә сағылдырыу дәрте менән ҡайтҡайны ул экспедициянан. Ә мин ул осрашыуҙарҙың бына ошоноһон, хәҙер инде баҡыйлыҡҡа күскән Сәлихйән олатай менән булғанын һеҙгә, "Киске Өфө" уҡыусыларына, тәҡдим иттем.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.20 | Ҡаралған: 727

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru