«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘГӘРМӘС ӨҪТӨНДӘГЕ ҠӘЛҒӘЛӘР ТЫУҒАН ИЛ ҺАҒЫНДА
+  - 


Бөйөк Еңеүгә табан юл ҡаты алыштар, ҙур ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша һалынған. Был юлдың һәр аҙымы, 1418 хәрби көндөң һәр минуты фронттағы һәм тылдағы миллионлаған кешенең Ватанды фашизмдан ҡотҡарыуға йүнәлтелгән тиңе булмаған ҡаһарманлығы. Ул ваҡытта ҡәһәрле дошманды еңеү өсөн фронттың һәм тылдың берҙәм булып көрәшеүе мөһим икәнлеген һәр кем яҡшы аңлаған.

Өфө паровоз ремонтлау заводы

Илбаҫарҙарҙы еңеүҙә фронт һәм тыл өсөн мөһим йөктәрҙе тәғәйен еренә үҙ ваҡытында алып барып еткереүсе тимер юлы транспорты мөһим роль уйнаған. Дошман тәүҙә беҙҙең илдәге тимер юлды халыҡ хужалығының иң йомшаҡ, тиҙ бирешеүсән урыны тип һанаған, ләкин бының дөрөҫлөккә тап килмәүен тиҙ үк аңлаған. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк илдең тимер юлы эшселәре фашизмды еңеүгә бар көстәрен һаласаҡтарын ап-асыҡ күрһәтә алған. Ошондай фиҙаҡәрҙәр араһында Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе эшселәре лә була. Бүлексәнең бөтә ойошма һәм предприятиеларында ла хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн көрәш әүҙем бара. Эшселәр үҙҙәре өсөн дә, фронтҡа киткән иптәштәре өсөн дә тырышып эшләй.
Өфө паровоздар ремонтлау заводы эшселәренә лә юғары патриотлыҡ рухы хас була. Һуғыштың тәүге көндәренән үк бында оборона продукцияһы - снаряд, мина, хәрби ҡорамалдар - эшләү яйға һалына. 1942 йылда бөтә етештерелгән продукцияның 42 проценты оборона өсөн тәғәйенләнгән була. Профилле продукция эшләү төрө буйынса ла йөкләмә бермә-бер арта - Өфө паровоздар ремонтлау заводы Мәскәүҙән алып Красноярскиға тиклемге арауыҡта ФД сериялы ҡеүәтле паровоздар ремонтлай алыусы берҙән-бер завод була. Ашығыс заказдарҙы атҡарыу өсөн эшселәр тәүлектәр буйы заводтан ҡайтмай эшләй.

Фронт өсөн дүрт бронепоезд

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға Ҡыҙыл армия сафында 78 бронепоезд була. 1941 йылдағы артҡа сигенеүҙәр мәлендә уларҙың күбеһе юҡҡа сыға һәм бронепоездар паркын тулыландырыу иң мөһим мәсьәләләрҙең береһенә әйләнә. "Тәгәрмәс өҫтөндәге ҡәлғә" тип йөрөтөлгән бронепоездар кәрәкле ваҡытта һәм бер урында күпләп утлы көс туплау мөмкинлеге арҡаһында юғары баһалана. ГКО ҡарарына ярашлы, 1942 йылдың 1 ғинуарына 32 яңы бронепоезд эшләү планлаштырыла. Сәнәғәт предприятиеларына фронт өсөн кәрәкле заказдарҙы өҙлөкһөҙ еткереү бурысы йөкмәтелгәнгә күрә, бронепоездарҙы эшләү башҡа ойошмаларға, тәү сиратта хәрәкәттәге составтарҙы төҙөкләндереүсе предприятиеларға тапшырыла. Өфө паровоздар ремонтлау заводы ОБ-3 (еңелләштерелгән вариант №3) тибындағы майҙансыҡлы ике бронепоезд етештереүгә тотона. Бронемайҙансыҡтың нигеҙе итеп йөк вагондары алына, уларға бронеплитка менән көпләнгән металл каркас беркетелә. Бронепоездар үҙҙәре 30-40 миллиметрлы броня менән һаҡланған һәм ошондай уҡ бронемайҙансыҡлы паровоздарҙан торған. Һәр майҙансыҡта биш пулемет һәм 75 миллиметрлы иҫке өлгөлө поляк тубы ҡуйылған була. Тәжрибәле төҙөкләндереүсе белгестәр бронепоездарҙың конструкцияһын бер ни тиклем камиллаштыра. Мәҫәлән, ныҡ эҫе йәки һыуыҡта металдың температура үҙгәрешенән броня ысҡынып китмәһен өсөн болтҡа тишекте түңәрәк түгел, ә эллиптик формала эшләгәндәр. Вагондарға броня һаҡлауы ҡуйылыу һөҙөмтәһендә уларҙың рессорлы подвескалары нығытылған, ә һуғыш ваҡытында маневрлыҡты яҡшыртыу өсөн уларға пневматик тормоздар ҡуйғандар. Шулай итеп, "Александр Невский" һәм "Полководец Суворов" исемле броенепоездар 17 апрель кисендә фронтҡа китә.
Уларҙың экипажы Көньяҡ Урал хәрби округының төрлө частәренән йыйыла, ә локомотив бригадалар, башлыса, Өфө паровоздар ремонтлау заводы эшселәренән туплана. Улар шулай уҡ хәрби платформаларҙың орудие расчеты составында ла була. 1943 йылдың 18 һәм 29 июнендә Өфө паровоз ремонтлау заводы эшселәре төҙөгән БП-43 тибындағы тағы ике бронепоезд - "Салауат Юлаев" һәм "Өфө" - фронтҡа китә. Тәүге ике бронепоезд ярты йыл тирәһе эшләнһә, әлеге икәүһе бик тиҙ сафҡа индерелә. Мәҫәлән, "Өфө" бронепоезы ни бары һигеҙ көн эсендә йыйыла. Яңы броня майҙансыҡтары 76 миллиметрлы орудиелы Т-34 танкыһының башнялары менән ҡоралландырыла. Был уның хәрби көсөн бермә-бер арттыра. Әҙер бронепоездар 60-сы айырым дивизия составына индерелә. Бронепоездарҙағы хәрби посҡа Курск дуғаһындағы алышта ҡыйралған 737-се һанлы һәм "Мәскәү метрополитены" исемле бронепоездарҙың иҫән ҡалған яугирҙары баҫа. Фронтҡа ебәрелгән дүрт бронепоезд да республика халҡы йыйып тапшырған аҡсаға төҙөлә. Мәҫәлән, "Өфө" бронепоезын төҙөүгә генә 890 меңдән артыҡ аҡса йыйыла.

Башҡорт бронепоездарының хәрби юлы

"Полководец Суворов" менән "Александр Невский"ҙы 25-се айырым тимер юлы бронедивизионға берләштерәләр. Улар Сталинградҡа яҡын алыштарҙа ҡатнаша. Беренсе булып "Полководец Суворов" һуғышҡа инә. 15-16 июлдә ул немец уты аҫтында ҡала, бронемайҙансыҡтарының береһенә бомба төшә, паровоз һәм тендеры ҡыйрала, һуғыш припастары һаҡланған вагонда янғын башланғас, ундағы снарядтар шартлай. Ике авиаһөжүм ваҡытында "Полководец Суворов" экипажындағы 30 һалдат һәләк була, 41-е яралана. Һуңынан ул Саратов ҡалаһына ремонтҡа ебәрелә. Был мәғлүмәттәр Максим Коломийцтың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бронепоездар тураһындағы махсус эҙләнеүҙәренә таянып алынды.
1942 йылдың 31 авгусында "Александр Невский" бронепоезы командиры, 64-се армия частәренең оборонаһына 15 танк ярҙамында немец пехотаһы йырып инеүен ишеткәс, һөжүм итеүгә бойороҡ бирә. Воропоново станцияһы янында ул алышҡа инә һәм 40 минут эсендә дошманға 400 ярсыҡлы снаряд ташлай. Алыш барышында "Александр Невский" хәрәкәтсәнлеген юғалта. 1 сентябрь бронепоезд командаһы имен ҡалған пулеметтарын һәм башҡа һуғыш ҡоралдарын алып, йәйәүләп артҡа сигенә. Ике көн барған алыштарҙа экипаж 18 яугирын юғалта, 8-е яралана. Шулай ҙа, ауыр юғалтыуҙарға ҡарамай, дошмандың алға барыуын кисектереп тороу бурысын бронепоезд экипажы тулы кимәлдә үтәй.
"Салауат Юлаев" һәм "Өфө" бронепоездарының хәрби юлы 1944 йылдың февралендә, 1-се Прибалтика фронтында башлана. 1944 йылдың 3-4 мартында бронепоездар немец позицияларын биш тапҡыр утҡа тотоп, боеприпастар складын юҡҡа сығара һәм ике артиллерия батареяһын ҡыйрата. Яҙ айҙарында бронедивизион һөжүм итеүсе 332-се пехота дивизияһы частәренә утлы ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша. Шулай уҡ "Салауат Юлаев" һәм "Өфө" бронепоездары Обеляй станцияһы өсөн һәм Клайпеда йүнәлешендә алып барылған алыштарҙа, Прибалтика һәм Көнсығыш Германия биләмәһендәге ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша.
60-сы бронедивизиондың һуңғы хәрби операцияһы Кенигсберг (хәҙер Калининград) ҡала-ҡәлғәһе өсөн барған штурм була. "Салауат Юлаев" һәм "Өфө"нөң орудиеһы фронттың артиллерияһы менән бер рәттән, танктар һәм пехотаның һөжүменә ярҙам итеп, дошманды утҡа тота.

Мәңгелек хәтер

Һуғыш тамамланғас, бронепоездар күпләп резервҡа сығарыла башлай. 1945 йылда 60-сы бронедивизион Брянск ҡалаһына күсерелә һәм ике йылдан һуң таратыла. Поезд һәм бронемайҙансыҡтар складҡа тапшырыла, ә һуңынан уларҙы металл итеп ташып бөтәләр.
Бөгөн Өфө бронепоездарының хәрби юлын тик һарғайған фотоһүрәттәр һәм хәрби отчеттарҙағы юлдар ғына иҫләтә. Ләкин был хәтер мәңгелек, сөнки "тәгәрмәс өҫтөндәге ҡәлғәләр" Өфө тимер юлы оҫтаханалары эшселәре ҡулы менән эшләнгән, бөтә нәмәгә ҡытлыҡ кисергән, әммә һуңғы тинен тапшырған халыҡтың аҡсаһына төҙөлгән. Һис шикһеҙ, Өфөлә төҙөлөп, һуғыш яланына ебәрелгән дүрт бронепоезд да Еңеүгә үҙенең тос өлөшөн индергән.

Гөлназ МАНАПОВА,
Куйбышев тимер юлдарының
Башҡортостан буйынса территориаль
идаралығы матбуғат секретары.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.20 | Ҡаралған: 433

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru