«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЛАЛА ЙӘШӘП АУЫЛ КЕШЕҺЕН ИХТИРАМ ИТӘЙЕК!
+  - 


Гәзитебеҙҙең һәр һанында тиерлек ауыл темаһы күтәрелеп тора. Матбуғат хеҙмәткәрҙәре (яҙыусы йә журналист булһынмы), башҡа авторҙар башлыса ауыл ерендә тыуып үҫкән, ауыл мәктәбендә уҡыған, булмышына ауыл тәбиғәте һеңгән, ауылдың тын алышын тойған кешеләр булғанғамылыр, ошо мәсьәләгә айырыуса ныҡ иғтибар бүленә. Шуныһы һөйөнөслө. Саф башҡортса һөйләшкән берәүҙе ҡалала осратыуың була, ул кеше мотлаҡ ауылда тыуып үҫкән булырға тейеш, тигән инаныуҙа булаһың. Таныша башлаһаң, иң башта уға "Ҡайһы райондан?" тигән һорау бирәһең…

Ауыл, ауыл кешеһе хаҡында мин дә бер аҙ үҙемдең фекерҙәрем менән бүлешеп алырға булдым. "Киске Өфө"нөң 18-се һанында Бөрйән районы Байназар ауылы ағинәйе Фәнүзә Ишбаеваның мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, тыуған ауылым, ғөмүмән, ауыл тормошо ҡабат иҫемә төшөп китте. Төшөрлөк тә! "Аңыбыҙ асылһын ине" тип аталған ошо бәләкәй генә мәҡәләлә үҙебеҙҙең башҡорт еренең иҫ киткес ҙур тәбиғәт байлығы хаҡында, ана шул гүзәллектең ҡосағында (ауылда) йәшәүселәрҙең ни тиклем бәхетле булыуы тураһында яҙа ул. Шул уҡ ваҡытта ҡаланың таш диуарлы йорттарында ғүмер иткән, бөгөнгө көндә (пандемия сәбәпле) өйҙәренән сыға алмай бикләнеп ултырған яҡташтарыбыҙҙы ла йәлләй ағинәйебеҙ. Ошо ҡатмарлы осорҙа һәр төрлө ауырлыҡтарға баш эймәй, "тау артындағы хыял-маҡсаттарҙы ауыҙлыҡлап", ситтәге зиннәткә ҡыҙыҡмай, ҡулыбыҙҙа булған ана шул байлыҡтың ҡәҙерен белеп, файҙаланып, "атты арытмаҫ, тунды туҙҙырмаҫ" (хәлебеҙҙән генә килерҙәй) ғәмәлдәр атҡарып йәшәргә саҡыра был аҡыллы гүзәл зат. Бәләкәй генә ошо яҙмаһында халҡыбыҙҙың бер килке дауалау ысулдарын да һанап киткән. Тағы бер нәмәгә иғтибар иттем: ағинәйебеҙ - торғаны менән үҙе бер "башҡорт теле энциклопедияһы" бит! Гәзитебеҙҙең бер мөйөшөнә генә һыйған ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә халҡыбыҙҙың ун-ун бишләгән мәҡәл-әйтемдәрен, туған телебеҙгә генә хас булған, әммә (үкенескә) лөғәтебеҙҙә һирәк ҡулланылған шундай матур һүҙбәйләнештәр һананым! Күптәрен тәүге тапҡыр ишетеүем. Уларҙың һәр береһен һөйләмдең тейешле урынына йәтеш кенә итеп ҡуя белеү ҙә кәрәк бит әле! Бына тағы ниндәй хазиналар бар икән ауылдарыбыҙҙа! Туған тел байлығының һаҡланып ҡалыуында ауыл халҡының төп роль уйнауы хаҡында электән дә уйлана инем.
Әлеге көндә ҡалаларҙа ғүмер иткән бихисап күренекле шәхестәребеҙ ҙә республикабыҙҙың төрлө район ауылдарында тыуып үҫкән. Әллә ҡасан уҡ ауыл мөхитенән айырылыуына ҡарамаҫтан, күп кенә зыялыларыбыҙҙың ауылдарҙы һағыныуы, милләтебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәтен, телен һаҡлап алып ҡалыу өсөн борсолоуы - маҡтаулы. Әммә ауыл, милләт, телебеҙ хаҡында күпме генә уйланып, матур-матур шиғыр һәм проза әҫәрҙәре ижад итһәк тә, шағир Әнғәм Атнабай ҡасандыр әйтмешләй, аҡылыбыҙға, тәнебеҙгә, кейемебеҙгә, атлап йөрөшөбөҙгә, һөйләшебеҙгә, ғәҙәттәребеҙгә "ҡала сире" һеңгән кешеләр беҙ. Ҡалалағы милләттәштәребеҙ араһында үҙ балаларын башҡорт рухында тәрбиәләп, тап-таҙа башҡорт телендә уҡый-яҙырға өйрәтә алыу бәхетенә ирешкәндәр ҙә күп түгел. Быныһы - үкенесле. Бәғзе ваҡыт, хистәргә бирелеп, ошо юҫыҡтараҡ һүҙ сығара башлаһаң, ҡайһы берәүҙәр еңел генә итеп: "Бәй, ауылға күсеп ҡайт һуң!.."- тип кәңәш итә. Әммә әйтеүе генә анһат. Йәш саҡта ҡала еренә килеп тамыр йәйеп, балаларың да ошонда тыуып үҫеп, ҡала мөхитендә нығынып алғас, беҙгә, әлеге Фәнүзә ханым әйтмешләй, "ҡаланың таш диуарлы йорттарында" ғүмеребеҙҙең ахырыһына ҡәҙәре йәшәргә яҙғандыр инде Аллаһ Тәғәлә. Ҡапыл да айырылып китеп тә булмай шул. Бәғзе берәүҙәр үҙҙәрен вафат булғас ҡына тыуған ауылына алып ҡайтып ерләргә васыят әйтеп ҡалдыра. Хатта бына ошо мәсьәлә лә әллә ни еңелдән түгел. Үлгәс тә үҙеңде әллә ҡайҙа ятҡан районыңа күсертеп, яҡындарыңа "бәләңде һалғың" да килмәй. Икенсенән: "Ярай, мине әле ауылдаштарым белә. Ҡаҙырҙар, ерләрҙәр. Ә минең ҡалала тыуып үҫкән балаларым барыбер ҡасандыр бында ятып ҡаласаҡ…" - тип уйлай башлайһың (бер аҙ күңелһеҙерәк темаға төшөп киттем).
Гәзиттең ошо уҡ һанында сыҡҡан Бәҙри Әхмәтовтың "Алға, Башҡортостан, ауылға!" тип аталған бик шәп мәҡәләһенә лә иғтибар иттем. Унда ла ауыл тормошона ҡарата оптимистик фекер һалынған. Уның мәҡәләһен уҡып ултырған мәлдә хатта "иртәгә үк ҡаланы ташлап" ауылға ҡайтып китерҙәй булаһың. Тик Бәҙри ағайҙың ифрат аҡыллы һүҙҙәрен ҡапылда тормошҡа ашыра алмауыбыҙ үкенесле. Юғарыла әйткәндәй, ҡала еренә тәрән тамыр ебәреп өлгөргәнбеҙ шул. Күптәребеҙ өсөн ауыл - алыҫ йондоҙ һымаҡ, ғүмерҙә лә үрелеп етә алмаҫ хыял ғына булып ҡалғандыр. Бала-сағалары ла инде һәүетемсә олоғайып бөткән ғаиләләрҙә һәр мәсьәләне күмәкләшеп хәл итмәй ҙә булмай. Хәләл ефетең бер яҡҡа, балаларың икенсе яҡҡа тарта башлаһа, әлеге Крыловтың басняһындағы аҡҡош, суртан, ҡыҫала һымаҡ, бер ҡайҙа ла ҡымшанып булмайҙыр инде ул. Әлеге мәшһүр шағирыбыҙ Әнғәм Атнабайҙың "Ышанмағыҙ" тип аталған бер шиғыры тап ошо хаҡта:

…Тыуған ауылыбыҙҙы һағынып,
Ауыҙ һыуыбыҙҙы ағыҙып,
Күҙ йәштәрен хатта тамыҙып,
"Ҡайтам" тиеп йырҙар яҙабыҙ,
Гонорарын һалып алабыҙ ҙа,
Ҡалабыҙҙа тороп ҡалабыҙ…
"Бөтөнләйгә инде ҡайтам", тиһәк,
Ышанмағыҙ беҙгә, ауылдар:
Улдарығыҙ терелмәҫлек булып,
Ҡала сире менән ауырыған...

Ниһайәт, ниндәйҙер аныҡ функция үтәп йәшәгән күп кенә милләттәштәребеҙ, ысынлап та, бында - ҡала ерендә кәрәгерәктер ҙә, сөнки күптәрҙең һөнәре, шөғөлө фәҡәт ҡала еренә генә яраҡлы…
Бына шул ҡалаларынан айырылып китә алмаған яҡташтарыма мөрәжәғәтем. Ғүмер буйы ауыл эше менән мәшғүл булып, аҙыҡ-түлек етештереп, барса ҡалаларыбыҙҙа йәшәгән миллионлаған халыҡты туйҙырып торған ауылдаштарыбыҙҙың ҡәҙерен белеп, уларҙы тәрән ихтирам итеп кенә йәшәйек инде. Туған телебеҙҙе нисек һаҡлап ҡалыуҙы ла уларҙан - ауыл кешеләренән өйрәнәйек. Ауыл еренән сығып, хөкүмәт органдарынаса үрләп етешкән яҡташтарыбыҙҙы, ғалимдарыбыҙҙы, сәйәсмән һәм иҡтисадсыларыбыҙҙы (улар ҙа байтаҡ ҡына бит!) илебеҙҙең бына ошо иң гүзәл өлкәһен - ауылдарыбыҙҙы нығыраҡ "ҡарарға" саҡырып ҡына торайыҡ.
Әйткәндәй, "ауылға ҡайтып булмай", тигән "пессимистик" ҡараш, бәлки, минең һымаҡ оло йәштәге кешеләргә генә хастыр. Ҡыуанысҡа, журналист Бәҙри Әхмәтовтың "Алға, Башҡортостан, ауылға!" тигән әлеге саҡырыуын тормошҡа ашыра алырҙай эшлекле йәштәребеҙ ҙә күбәйҙе. Тейешле шарттар булдырғанда көстәре ташып торған йәштәребеҙ ауылдарға ҡайтып, ҙур ғына эштәр атҡара алыуы бик мөмкин. Ауыл ерендә уртаса ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә бай булып йәшәгәндәр хаҡында миҫалдар бар. Донъя малы менән булышып, шул уҡ ваҡытта башҡа рухи ҡиммәттәрҙе, боронғо ата-бабаларыбыҙҙың һәр төрлө гүзәл йолаларын онотмай, телен, мәҙәниәтен дә һаҡларлыҡ балалар тәрбиәләп, ғүмер итеп килгән йәш кешеләребеҙ юҡ түгел. Гөлдәр Ишҡыуатованың "Бай" тип аталған телетапшырыуҙарын ҡарап, ана шундай йәштәребеҙ өсөн һөйөнөп бөтә алмайым.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.20 | Ҡаралған: 477

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru