«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРСАЛАНЫУ ДАУАМ ИТӘ: ТИК БЕР АҘ ТАШЛАМАЛАР БАР
+  - 

11 майҙа ил Президенты Владимир Путиндың ял көндәре режимының бөтөүе һәм балалы ғаиләләргә яңы ярҙам саралары тураһындағы мөрәжәғәтен күптәр илдең яйлап ҡына ғәҙәти тормошҡа ҡайта башлауы тип ҡабул итте. Күптәр Башҡортостандағы хәл-торошто баһалап, урында ҡарар сығарған республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡурсаланыу талаптарын бер аҙ йомшартыуын иһә уны бөтөнләй бөтөрөлдө тип аңлап хаталанды. Шундай аңлашылмаусылыҡтар булмаһын өсөн гәзит уҡыусылар өсөн төп яңылыҡтарға аңлатма биреүҙе урынлы тип таптыҡ.

Кемдәр эшкә сығасаҡ?

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте төҙөгән исемлеккә быға тиклем эшләүселәр һәм аҙыҡ-түлек булмаған магазиндар инә. Әммә улар айырым талаптарҙы мотлаҡ үтәргә тейеш: айырым инеү урыны, майҙаны 50 квадрат метрға тиклем бинала кешеләр һаны - 5, 100 квадрат метрҙан ашыу бинала - 10 кеше һәм шулай дауам итә. Үҙмәшғүлдәргә лә сикләүҙәр алынды.
- Барлыҡ эшләүсе предприятиелар санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәргә - дистанция һаҡларға, дезинфекция үткәрергә, кешеләр менән эшләгәндә битлектәр кейергә тейеш. Министрлыҡтар, ведомстволар эшләүсе предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәре өсөн өҫтәмә ҡағиҙәләр билдәләйәсәк.
- Төнгө клубтарға, кинотеатрҙарға, театрҙарға, музейҙарға, балалар уйын бүлмәләренә һәм күңел асыу-ял итеү үҙәктәренә, спорт залдарына, фитнес-үҙәктәргә, аквапарктарға, бассейндарға, мунсаларға, сауналарға, сауҙа-күңел асыу үҙәктәренә (уларҙа урынлашҡан дарыуханаларҙан, МФЦ, аҙыҡ-түлек, көндәлек тауарҙар, төҙөлөш һәм хужалыҡ тауарҙары менән сауҙа иткән магазиндарҙан, зоомагазиндарҙан тыш) эшләү тыйыла.

Урамда йөрөргә мөмкин, тик битлек кейеү мотлаҡ!

- Өйҙә генә бикләнеп ултырмаҫҡа ла була. Барлыҡ элекке сикләүҙәр юҡҡа сығарыла. Йәғни эшкә барыу өсөн эш биреүсенең пропускыһы кәрәкмәй, машинала сикләүһеҙ йөрөргә мөмкин, йорттан 150 метр алыҫлыҡта йөрөргә була. Дорога02 сайты ябыла. Парктар, скверҙар асыла, әммә унда йөрөгәндә лә битлек кейергә һәм дистанция һаҡларға кәрәклеген онотмағыҙ. Парктарҙағы тәртип ҡағиҙәләрен ҡала һәм район хакимиәттәре билдәләй.
- Ҡурсаланыу режимы мотлаҡ рәүештә коронавирус һәм ҡайһы бер хроник сирлеләр, икенсе төбәктәрҙән килеүселәр, шул иҫәптән Мәскәүҙән, һәм ҡайһы бер хроник сирлеләр менән бәйләнештә булыусылар өсөн мотлаҡ һаҡлана.
- 65 йәштән өлкәндәр, хроник сирлеләр (киске 6-нан иртәнге 6-ға тиклем) һәм уҡыусылар өсөн (киске 8-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем) "комендант сәғәте" һаҡлана. Был ваҡытта урамға сығырға ярамай.
- Йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа, банктарҙа, МФЦ-ларҙа, башҡа йәмәғәт урындарында һәм урамда битлек режимын һаҡлауҙы тикшереү Өфөлә генә түгел, райондарҙа ла көсәйтелә. Бигерәк тә был талап эш урындарында, йәмәғәт транспортында мөһим әһәмиәткә эйә.

Яңы льготалар, түләүҙәр һәм пособиелар

- 3 йәштән 15 йәшкә тиклем балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр һәр балаға 10-ар мең һум аласаҡ. Берҙән-бер шарт - 1 июлгә тиклем балаға 16 йәш тулмаҫҡа тейеш. Бер ниндәй ҙә справка йыйырға кәрәкмәй, ғаризаны "Госуслуги" хеҙмәте аша бирергә мөмкин. Аҡса 1 июндән һуң киләсәк.
- 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ғаилә килеме йән башына бер йәшәү минимумынан түбән булһа (бер кешегә 10 186 һум тирәһе), улар пособиены июлдән түгел, ә июндән ала башлаясаҡ һәм түләүҙәр йыл башынан алып иҫәпләнәсәк. Йәғни ғаилә алты ай өсөн 30 мең һум самаһы аҡса аласаҡ.
- Бала тәрбиәләү буйынса пособиеның минималь күләме 3375,77 һумдан 7764,27 һумғаса артасаҡ (Урал коэффициентын иҫәпкә алып).
- Өс йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр һәр балаға апрель-июнь өсөн 5 мең һум алырға хоҡуҡлы (элек был хоҡуҡҡа бары тик әсәлек капиталы булғандар ғына эйә ине).
- Социаль учреждение хеҙмәткәрҙәре өс айға, 15 апрелдән - 15 июлгә тиклем, эш хаҡына өҫтәмә аласаҡ.
- Социаль учреждениелар табиптары ике аҙналыҡ эш сменаһы өсөн - 40 мең, коронавирус менән зарарланған сирлеләргә ярҙам күрһәтеүселәр 60 мең һум аласаҡ.
- Социаль һәм педагогик хеҙмәткәрҙәр, урта медицина һәм административ персонал - 25/35 мең һум.
- Кесе медицина персоналы - 15/20 мең һум.
- Техник персонал - 10/15 мең һум.

Бизнес өсөн льготалар һәм льготалы кредиттар

Зыян күргән тармаҡтарҙа шәхси эшҡыуарҙар, бәләкәй предприятиелар, социаль йүнәлешле НКО-лар:
- Айына бер хеҙмәткәргә 14 мең һум (МРОТ) иҫәбенән (ярты йылға 84-әр мең) йылына 2 процент менән льготалы кредит аласаҡ. Уны 2021 йылдың 1 апреленә тиклем түләргә кәрәк. Әгәр предприятие коллективтың 90 процентын һаҡлап ҡалһа - түләмәй, барыһын да дәүләт компенсациялай. Әгәр коллективтың 80 проценты һаҡланып ҡалынһа - кредиттың яртыһын һәм проценттарын һыҙасаҡтар. Аҡсаны эшселәргә эш хаҡы түләүгә йәки элек алынған процентһыҙ, эш хаҡы кредитын рефинанслауға тотонорға мөмкин.
- Икенсе квартал өсөн һалымдарҙан, НДС-тан башҡа, азат ителәләр.
- Шәхси эшҡыуарҙар өҫтәмә рәүештә страховка иғәнәһен түләү өсөн бер МРОТ күләмендә (14 мең самаһы) һалым ташламаһы ала.
- Үҙмәшғүлдәргә 2019 йылда түләнгән һалымдары тулыһынса кире ҡайтарыласаҡ. 2020 йыл өсөн уларға бер МРОТ күләмендә "һалым капиталы" биреләсәк. Был күләмгә дәүләт һеҙҙең өсөн үҙе һалым түләйәсәк, ә инде артҡан күләмде үҙегеҙгә түләргә тура киләсәк.

Станислав ШАХОВ. "Башинформ".

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.20 | Ҡаралған: 428

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru