«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОТОШ ИЛ ЯУ ЯЛАНЫ БУЛДЫ
+  - 


Районыбыҙҙан һуғыш осоронда хеҙмәт армияһында булған 299 кеше араһында минең әсәйем яғынан олатайым - Йөҙйәшәров Мөхәмәдулла Өмөтҡужа улы ла бар. Билдәле булыуынса, хеҙмәт армияһына хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ оло йәштәге кешеләр, күбеһенсә 1900 йылға тиклем тыуғандар алына. Ваҡытлыса төҙөлгән хеҙмәт коллективтары хәрби заводтарҙа ҡорал етештерә, яу яланында ҡыйралып, эштән сыҡҡан ҡоралдарҙы, техникаларҙы ремонтлап, ҡайтанан фронтҡа оҙаталар.

...Олатай-өләсәйле булып, уларҙың йылыһын тойоп, хәстәрен күреп үҫергә насип булды миңә. Ҙур кәүҙәле, аҡыллы-тәрән ҡарашлы, тыныс тәбиғәтле кеше ине олатайым. Ҙур ҡулдары менән башымдан һыйпап, арҡанан һөйөп ебәреүе бала сағымдың бәхетле хәтирәләренең береһелер. Өләсәйем оҙон буйлы, күҙҙәренән яғымлылыҡ бөркөлөп торған ҡатын ине. Икеһе лә егәрле, тырыш булдылар, бай ҙа түгел, ярлы ла түгел, әммә етеш, ныҡлы, ҡотло донъя көттө, заманына күрә матур итеп йәшәне олатайым менән өләсәйем. Ә был ҡот, бәрәкәт, һис һүҙһеҙ, уларҙың динле булыуында ине. Икеһе лә биш ваҡыт намаҙҙарын, ураҙаларын ҡалдырманылар. Намаҙға олатайым урҙаға элеп ҡуйылған аҡ ҡына күлдәк-ыштанын, башына кәштәнең иң өҫкө ҡатында ятҡан сәлләһен (беҙҙә уны салма түгел, ә сәллә тиҙәр ине) кейеп баҫа ине. Йоморо башлы йәшел таяғы ла, ҡара-йәшел төҫтәге сапаны ла бар ине уның. Ауылда мәсет булмаһа ла, бабайҙар алмашлап үҙҙәренең өйҙәрендә ғәйетте шулай шартына килтерергә тырышып үткәргәндәр. Хәтеремдә, бесән ваҡыты. Беҙ Фатима менән (өләсәйемдәрҙең минең менән тиҫтер кинйә балаһы) уларға эйәреп, Иҙел буйындағы сабынлыҡҡа барғанбыҙ. Бесән йыялар, күбәләйҙәр. Көн шундай эҫе. Беҙгә нимә, суптырлашып һыу инәбеҙ, еләк ашайбыҙ, ағас төбөндәге күләгәлә ултырып сәй эсәбеҙ. Ә олатай менән өләсәй ураҙала. Иҙелгә төшөп, икеһе ике урында һыу эсендә ятып алалар. Өләсәйемдең ваҡ ҡына биҙәкле аҡһыл күлдәге һыу өҫтөндә күпсеп ятҡанды күреп, беҙ сырҡылдығы сығып көләбеҙ. Бәләкәйбеҙ әле, уҡымайбыҙ ҙа... Һуғыштан һуң тыуған танһыҡ балалар беҙ, яратылып ҡына йәшәйбеҙ. Артыҡ шашынмаһаҡ та, нишләптер, бик көлөргә ярата инек. Нимәгә көләбеҙҙер, сәй эсеп ултырабыҙмы, ҡурсаҡ уйнайбыҙмы, бер-беребеҙгә ҡарайбыҙ ҙа тыйыла алмай көләбеҙ. Әммә олатай ҙа, өләсәй ҙә беҙҙе орошмай, беҙгә ҡарап йылмаялар ғына. Беҙ тыуырҙан алдағы ғына йылдарҙа олатай менән өләсәйҙең ниҙәр күргән-кисергәнен, беҙ, әлбиттә, белер, аңлар йәштә түгел инек әле. Беҙҙең моңһоҙ, бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ-хәсрәтһеҙ сағыбыҙ, илленсе йылдар ине ул...
...1892 йылда Мәҡсүт ауылында тыуған һәм йәшәгән Йөҙйәшәров Мөхәмәдулла Өмөтҡужа улы 1941 йылдың 24 авгусында Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан хеҙмәт армияһына саҡырыла.
Фәрғизә апайымдың һөйләгәндәренән: "Оло йәштә булғас, атайымды фронтҡа алманылар, трудармияға ебәрҙеләр. Военкоматҡа Мәҡсүттән атайым, Мостафин Әхмәтша ағай, Ҡотандан Хөснитдинов Динислам ағайҙар бергә китте. Йәшерәк булғас, Әхмәтша ағайҙы фронтҡа ебәрәләр, атайым менән Динислам ағайҙы хеҙмәт армияһына алалар. Улар Белорет эргәһендәге Запрудовка станцияһында фронттан онталып килгән танкыларҙы, ауыр ҡоралдарҙы, уларҙы йөрөтөүсе техниканы ремонтлап, эшелон менән кире фронтҡа ебәреп торалар. Бер йыл тирәһенән атайым үпкәһе шешеп, ныҡ ауырып китә. Ауыр эш, аслыҡ та аяҡтан йыға инде. Уны шәбәйгәнсе тип ҡайтарып торалар. Тимер юл станцияһы тирәһендә ҡолап ятҡан еренән Белорет мәрйәһе табып алып ҡайтып, шәбәйтеп ҡайтара. Арыуланғас, ул Белоретҡа эшкә тағы китте. Һуғыш бөтмәгән ине әле, унан атайымды Өфө яғына, Черниковкаға ебәрәләр. Унда ла ҡыйрап килгән техниканы ремонтлайҙар. Һуғыш тамамланыуға инде трудармиялағы байтаҡ кешене Черниковканан Мораҡҡа ебәрәләр. Унда нимә эшләгәндәрен белмәйем. Аҙаҡ Ырғыҙлыла бүрәнә ҡырҡтылар. Унда ҡырҙан килгән оло йәштәге кешеләр күп булды. Ял бирәләр ине. Ял көндәре атайым бергә эшләгән иптәштәрен алып ҡайтып, әсәйем мунса индереп, өҫ-баштарын йыуып, ямаштырып биреп ебәрә ине. Ә Ырғыҙлыла эшләгән ваҡытта атайымды Антонов Алексей тигән кеше үҙҙәренә алып ҡайта торғайны. Ырғыҙлыла урыҫ белештәре күп булды атайымдың. Бер-береһенә ярҙам итешеп, булған нәмәләре менән алыш-биреш итешеп йәшәнеләр аҙаҡтан да. Һуғыш баҫылғас та ҡырҡтылар бүрәнәне. 1949 йылда трудармияныҡыларҙы ҡайтарҙылар. Атайым колхозда эшләне. Һуғыштан һуң Хәсән ҡустыбыҙ менән Фатима һылыуыбыҙ тыуҙы. Әсәйемдәрҙең бөтәһе ун ике балаһы булып, дүртәүһе бала саҡта гүр эйәһе булып ҡалғайны. Аҙаҡ Хәсән ҡустыбыҙ 16 йәшендә ҡыҙылсанан, Йәғәфәр ҙә йәшләй генә фажиғәле вафат булдылар. Дин ҡушҡанса һынауҙарҙы сабырлыҡ менән үткәрергә тырышһалар ҙа ҡайғы уларҙы бөктө, икеһе лә бер-бер артлы ваҡытһыҙыраҡ китеп барҙылар.
Ауылдың динле кешеләре - Таһир ағай, Хәбир еҙнәләр менән бергә сәхәр эскәндә, ауыҙ асҡанда тәҙрәгә балаҫ ҡороп, алмашлап Ҡөрьән уҡып ултырғандары әле лә күҙ алдымда...
Һуғыш осоронда ауылда ла бик ауыр булды ул. Тотош ил яу яланы һымаҡ булды инде. Колхозда ике генә ат ҡалды, бүтәндәрен фронтҡа алып китеп бөттөләр. Колхоз һарыҡтарына, атҡа бесәнде ҡырҙан һөйрәп ташып ашаттыҡ. Беҙҙең, ярай, һыйырыбыҙ, һарыҡтарыбыҙ булды. Һуғыш ваҡытының закондары аяуһыҙ булды. Тыл ул икенсе фронт тиерҙәр ине. Бер ҙә йәш тип, бала тип торманылар, беҙҙе тиҫтерҙәрем Сәлимә, Хәнифәләр менән Күркәтауға ебәрҙеләр. Ағас ағыҙыуҙа булдыҡ. Күркәтауҙан бүрәнәләрҙе Ҡанаға, унан Иҙелгә төшөрөп бирәбеҙ, трудовойҙар Иҙелдән артабан ағыҙып алып китә..."
Бына шуларҙы һөйләгәйне апайым миңә иҫән сағында. Шуны ла өҫтәйем әле, олатайым элек-электән урманда йәшәгән һәр башҡорт кешеһе кеүек, ағас эштәренә оҫта була, урман биргән бар хазинаны әрәм-шәрәм итмәй, самаһы менән генә файҙаланып, донъяһы, ғаиләһе мәнфәғәтенә тотона. Күпләп солоҡ тота. Солоҡ ҡарарға беҙҙе лә эйәртеп алып барғаны хәтерҙә. Һуғышҡа тиклем батман-күнәсектәрен, септә-арҡандарын тейәп, Мораҡ баҙарына йөрөй, унан он, шәкәр, тауар, башҡа кәрәк-ярағын алып ҡайта. Дин бит мосолманға, ҡушҡандарын үтәү менән бергә, донъяһын да матур итеп көтөргә, ғаиләһен мохтажлыҡһыҙ, етеш йәшәтергә ҡуша. Олатайым тап шулай йәшәгән дә. Күп итеп картуф, ҡабаҡ сәсә, бер ваҡыт урыҫтарҙан кәбеҫтә алып ҡайтып ултырта башлай. Уныһы бик уңа. Кеше ҡыҙыҡ бит инде. Быларҙың баҡсаһына ҡарап, үҙе дин тота, харам нәмә сәсә, кафыр, тип төкөрөп киткән кешеләр ҙә була. Тик бер-ике йылдан үҙҙәре үк килеп орлоҡ һорап алып сәсә башлайҙар.
...Бер ниндәй наградаһы ла булманы олатайымдың. Һәм уларҙы, хеҙмәт армияһында булғандарҙы, әле лә телгә алып бармайҙар. Әммә уларҙың бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Улар етештергән ҡоралдар, ремонтлап ҡайтанан сафҡа ҡайтарылған ҡорал һәм техникалар окоптағы һалдаттар ҡулында дошманды ҡырған. Интернетҡа һалынған архив материалдарынан күренеүенсә, иҫ киткес ҡаты була хеҙмәт армияһындағы режим. Эшкә сыҡмауға бары тик үлем йәки һуңғы сиккә етеп аяҡтан йығылыу ғына сәбәп булыуы мөмкин. Ә яза - атыу. Оло йәштәге кешеләр булғас, күптәр ауыр эштән, ауырыуҙарҙан миңгәп баштарын һала. Һауһаҡтар йәнтәслимгә эшләй, йәшерәктәре фронтҡа китергә тырыша. Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаһының ошондай бите лә хәтерҙәрҙән юйылмаһын ине. Үлемһеҙ полк сафтарында улар ҙа Еңеү парадтарында ҡатнашырға хаҡлы тип уйлайым.

Зәйтүнә ШӘМИҒОЛОВА.
Бөрйән районы
Иҫке Собханғол ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.20 | Ҡаралған: 520

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru