«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРЫҺЫ ЛА СИТТӘН ТОРОП...
+  - 

Ҡурсаланыу ҡағиҙәләре бер аҙ йомшартылһа ла, йәмәғәт урындарында битлектәр, бирсәткәләр кейеү талабы мотлаҡ булып ҡала. Шулай уҡ 65 йәштән оло граждандар һәм хроник сирҙәре булғандар, улар менән бер өйҙә йәшәүселәр өсөн дә ҡурсаланыу дауам итә. Хаҡлы ялда булып та эшләп йөрөүселәр тулыһынса ситтән тороп эшләүгә күсерелә. Бары тик аҙыҡ-түлек, дарыу йәки бәйләнеш салонына сығыуға ғына ташламалар бар. Хатта был аҙнала үтәсәк Ураҙа байрамы ла ситтән тороп ҡына билдәләнәсәк, ғибәҙәттәр онлайн режимда күрһәтеләсәк. Ҡала хакимиәтендә сираттағы видео-конференция форматында үткән оперативканы мэр Өлфәт Мостафин бөгөн көнүҙәк булған ошо темаларҙан башланы. Сөнки, мәғлүм булыуынса, әле коронавирус менән зарарланыусылар һаны кәмемәй, тимәк тынысланырға иртә.

Шулай уҡ, ғәҙәттәгесә, төрлө тармаҡтар буйынса яуаплыларҙың эпидемия шарттарында эш урындарында һәм учреждениеларҙа инфекция таралыуын профилактикалау буйынса алып барылған эшмәкәрлеге менән бер рәттән, миҙгелдең ремонт эштәре тураһында ла сығыштар тыңланды. Йәмәғәт урындарында граждандарҙың "Юғары әҙерлек" режимы талаптарын нисек үтәүе мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Был турала мәғлүмәтте Өфө ҡалаһының Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге директоры Александр Овчинников еткерҙе. Улар Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә 21 марттан алып сит илдәрҙән, илдең башҡа төбәктәренән ҡайтҡан граждандарҙың, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең һәм пациенттарының, 65 йәштән өлкән граждандарҙың, хроник сирҙәре булғандарҙың ҡурсаланыу режимын нисек үтәүен тикшерә. Был маҡсатта бәләкәй төркөмдәр ойошторолоп, улар ошо категорияға ҡараусыларҙың фатирҙары буйлап йөрөй.
Әлеге ваҡытҡа сит илдән ҡайтҡан - 5617, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡайтҡан 2006 граждан, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының 1693 хеҙмәткәре һәм элекке пациенты, оло йәштәге 66 мең кеше тикшерелгән. Яңы сир усағы асыҡланыу менән кисектергеһеҙ саралар күрелгән. Бынан тыш, ҡаланың 16 паркы һәм скверы даими контролдә тотола. Йәмәғәт урындары "Хәүефһеҙ ҡала" видеокүҙәтеү аппарат-программа комплексының өҫтәмә системаһы аша күҙәтелеп, халыҡтың ҡайҙа күберәк йөрөүе асыҡлана һәм шуның буйынса патруль төркөмдәрҙең маршруты көйләнә. Ҡала территорияларын контролләү барышында 90 меңдән ашыу кеше иҫкәртелгән, оло йәштәге 19 меңдән ашыу кешегә мотлаҡ ҡурсаланыу талаптарын үтәү зарурлығы аңлатылған.
Балиғ булмаған балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ҡала урамдарында ҡағиҙә боҙған 5712 үҫмер асыҡланған, 136 ата-әсә балаларын тәрбиәләү бурыстарын үтәмәгәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Көндәр оҙайыу һәм матурланыу менән йәштәр ҙә өйҙә ултырып сыҙамай. Һөҙөмтәлә һуңғы 4 көндә генә (19 майға ҡарата) Салауат Юлаев майҙаны һәм уның эргә-тирәһендәге территорияла 117 административ хоҡуҡ боҙоу осрағы иҫкәртелгән, шул иҫәптән 60 осраҡ - йәмәғәт урынында булыу талаптарын үтәмәүгә ҡағыла. Бынан тыш, студенттар ҡаласыҡтары территорияларында ла даими рейдтар ойошторола, урамда рөхсәтһеҙ сауҙа итеү осраҡтары асыҡлана, эшмәкәрлеген туҡтатыу талабы булыуға ҡарамаҫтан, һаман да эшен дауам иткән предприятиелар буйынса ла мониторинг алып барыла. Өлфәт Мостафин, үҙ сиратында, кисен йәштәр йыйылған урындарҙа, бигерәк тә "Торатау" Конгресс-холы эргәһендәге парковканы даими контролдә тоторға кәрәклегенә баҫым яһаны.
Быйылғы уҡыу йылы үҙенсәлекле тамамлана - 6 апрелдән Өфөнөң барлыҡ 128 дөйөм белем биреү ойошмаһы сиректе ситтән тороп уҡыу форматына күсте, ата-әсәләр менән аралашыу ҙа дистанцион формала алып барыла. Был хаҡта хакимиәттең Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова мәғлүмәт бирҙе. Һуңғы ҡыңғырау шылтырағанға тиклем барлыҡ предметтар буйынса ла төп белем биреү программаһы тулыһынса үҙләштереләсәк. РФ Мәғариф министрлығы ҡарарына ярашлы, 4-8-се синыфтарҙа апрель-майға тәғәйенләнгән Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре (ВПР) көҙгөлөккә күсерелгән. Һәр мәктәп уҡыу йылы тамамланыу датаһын үҙе билдәләһә лә, БР Мәғариф һәм фән министрлығы хатына ярашлы, 1-4-се синыфтар өсөн ул 22 майҙа, 5-8-се һәм 10-сы синыфтар өсөн 29 майҙа тамамланасаҡ һәм шул көндә онлайн Һуңғы ҡыңғырау байрамы буласаҡ. 9-сы һәм 11-се сығарылыш синыфтары уҡыусыларына быйыл ТДИ һәм БДИ тапшырыу мотлаҡ түгел, аттестаттар йыллыҡ йомғаҡлау баһалары буйынса биреләсәк. Ә инде кем юғары уҡыу йортона инергә теләй, шулар ғына имтихан тапшыра, уны тапшырыу датаһы һуңғараҡ күсерелә.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.20 | Ҡаралған: 389

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru