«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ ҠЫРҒЫҘ, ҮҘЕБЕҘ – БАШҠОРТ
+  - 

Хәҙерге заманда ҡырғыҙ ырыуына ҡараған башҡорт вариҫтары Башҡортостандың Илеш, Баҡалы, Краснокама, Туймазы, Шаран райондарында, Татарстандың Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Әлмәт, Баулы райондары ауылдарында йәшәй. Бынан 100 йылдан ашыу әүәлерәк, 1917 йылда уҙғарылған Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу материалдарына ярашлы, Бәләбәй һәм Бөрө өйәҙҙәре территорияһына ҡараған Ҡырғыҙ ырыуының 38 ауылында 30 меңгә яҡын кеше йәшәүе теркәлгән. Унан тыш, 1920 йылда Татар АССР-ы составына индерелгән 13 ауылда ҡырғыҙ ырыуына ҡараған аҫаба башҡорттар йәшәгәне билдәле. Әлеге ваҡытта Минзәлә һәм Бөгөлмә өйәҙҙәренә ҡараған ауылдар буйынса 1917 йылғы иҫәп алыу материалдары билдәһеҙ көйө ҡала. Шулай ҙа бында ошоға тиклем көн иткән халыҡ хаҡында башҡа документтар бар. Мәҫәлән, 1902 йылға ҡараған мәғлүмәттәргә ярашлы, Минзәлә өйәҙе Ҡырғыҙ олоҫоноң Аҡтаныш, Иҫке Әлим, Яңы Әлим, Айыш, Кәзекей, Толнамас һәм Чуғанаҡ ауылдарында 6 000 самаһы аҫаба башҡорт теркәлгән. Бөгөлмә өйәҙенең шул уҡ Ҡырғыҙ олоҫо ауылдары Аҡбаш, Ҡараҡашлы, Ташлы һәм Ҡаразиректә тағы ла 4 500 самаһы башҡорт кешеһе теркәлә. Тимәк, 1917 йылда Ҡырғыҙ олоҫо ауылдарындағы башҡорттар һаны 40 меңдән дә кәм булмағанын раҫлап була.
Әлеге ваҡытта ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары араһында геногеографик тикшеренеүҙәр бик аҙ кимәлдә уҙғарылған. Шулай ҙа хатта ошо нигеҙҙә лә ҡырғыҙ башҡорттарының генофонд үҙенсәлектәре хаҡында билдәле бер һығымталар эшләргә мөмкинлек бар. 2014 йылда Е.В. Балановская етәкселегендә ойошторолған генетик материалдар йыйыу барышында Илеш һәм Баҡалы районына ҡараған ауылдарҙан ҡырғыҙ ырыуының 13 кешеһе ниндәй гаплотөркөмгә ҡарауы билдәләнде. Уларҙың күпселеге I-M253 гаплотөркөмө вәкилдәре булып сыҡты. Әйтергә кәрәк, был гаплотөркөмдөң айырым субкладтары (тармаҡтары) бәғзе бер башҡа башҡорт ырыуҙары кешеләрендә лә билдәле булды. Мәҫәлән, гәрәй ырыуына ҡараған башҡорттарҙа I1-M227, мырҙалар һәм тырнаҡлыларҙа I1-Z140 субкладтары осрай. Шуныһы ҡыҙыҡлы, юрматы ырыуына ҡараған Аҡбирҙин-Ишембаевтар нәҫелдәрендә, ҡайһы бер мең башҡорттарында ла ошо гаплотөркөм вәкилдәре бар икән.
Ҡырғыҙ башҡорттары - халҡыбыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө ул. Әгәр улар үҙҙәренең ысын тарихи этник берҙәйлеген башҡа милләт менән бәйләй икән - был, тимәк, байтаҡ ҡына милләттәштәребеҙҙең үҙ тарихын ныҡлап белмәүе арҡаһында килеп сыға. Ә төп сығышы менән ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары араһынан булған бик күп милләттәштәребеҙ Башҡортостанда һәм Рәсәй кимәлендә билдәлелек һәм танылыу тапты. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: Суфиян Поварисов - БР халыҡ яҙыусыһы, Талип Нурҡаев - Советтар Союзы Геройы, Зиннур Мәрҙәнов - дипломат, Әғлә Күсемов - спорт йөрөшө буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы, Фәнис Раянов - юридик фәндәр докторы, профессор, Урал Латыпов - Беларусь Республикаһының дәүләт эшмәкәре, Тимерхан Нәзмиев, Нәсифулла Зәйнуллин - Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Иҙрис Кәлимуллин, Рәфил Нәбиуллин - БР халыҡ артистары, Ринат Хәйри - шағир, Фидан Мәрүәров - тыуған яҡты өйрәнеүсе, Ҡырғыҙ ырыуы ойошмаһы етәксеһе. Йәнә, ут күршебеҙ Татарстанда билдәлелек тапҡан халыҡ шағиры, дәүләт эшмәкәре Роберт Миңнуллин һәм ТР ФА Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты директоры Ким Миңнуллиндарҙың да ҡырғыҙ ырыуына ҡараған ауылдарҙа тыуып үҫкәнлектәре билдәле.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 15, 18-20-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.20 | Ҡаралған: 426

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru