«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘРБИӘ МЕНӘН ДӘ СИРҘЕ ЕҢЕП БУЛА
+  - 

Һәр быуаттың үҙенә хас ауырыуҙары һәм шулай уҡ дауалау алымдары, иҫкәртеү саралары бар. Һуңғы мең йыллыҡта, XX һәм XXI быуатта, беҙ эскелек, наркоманлыҡ һәм СПИД ауырыуҙары күбәйеүен күҙәтәбеҙ. Был ауырыуҙар башҡа күп төрлө хроник сирҙәр сәбәбе булып тора, милләттең генофондына тәьҫир итә, шәхестең үҫеш кимәле түбәнәйеүгә килтерә.

Аллаға шөкөр, мосолман ғаиләләрендә дөйөм иманһыҙлыҡҡа бирелмәй, әхлаҡи тәртиптәргә таянып тәрбиәләнгән, насар ғәҙәттәрһеҙ, аҡыллы, зиһенле балалар үҫә. Был уларҙың рух көслөлөгөндә лә, физик яҡтан сәләмәт булыуында ла асыҡ сағыла. Иманлы ата-әсә балаларын Ислам алымдары менән тәрбиәләргә тырыша. Был физик, аҡыл, рухи, тойғо, әхлаҡи һәм социаль тәрбиәне үҙ эсенә алған алымдар кешенең тәбиғи асылына тура килә, баланың һәләттәрен аса, үҫтерә. "...Һәр әҙәми затҡа һәм уны (Ер йөҙөндә йәшәрлек итеп) яралтҡан, уға яҡшылыҡ һәм яманлыҡ ҡылырға ирекле иткәндең исеме менән әйтәм: йәнен пак тотҡан кеше мораҙына (сәғәҙәткә) ирешер. Выжданын кер ҡаплаған кеше, әлбиттә, хәтәр зыян күрәсәк", - тиелә Ҡөрьән Кәримдең Шәмс (Ҡояш) сүрәһендә.
Бөгөнгө коронавирус пандемияһы мәлендә төп талап булған күп кенә гигиена нормалары һәм ҡағиҙәләрен мотлаҡ күҙәтеү тураһында Бәйғәмбәребеҙҙең сөннәтендә әйтелә. Ашарға тиклем дә, ашағандан һуң да ҡулдарҙы йыуыу, тәһәрәт алған ваҡытта өс тапҡыр ауыҙ эсен, танауҙы сайҡау, аяҡ табандарын йыуыу, мисүәк менән тештәрҙе йыуыу кеүек ғәҙәттәр балаға кесе йәштән үк һеңеп ҡала һәм кешене ғүмер буйы оҙатып бара. Мосолман уларҙы ҙур теләк менән башҡара, бындай күнекмәләр уны ялҡытмай, сөнки бындай эштәр беҙҙе Аллаһы Тәғәләгә яҡынайта.
Йыш ҡына сабыйҙы тәрбиәләүҙе бишектән үк башларға кәрәк, тип әйтәләр. Әммә ғалимдар әйтеүенсә, баланың рухи һәм физик үҫешенә яралғы барлыҡҡа килгәндән алып тыуғанға ҡәҙәр булған антенаталь (лат. ante - алдан, natus - тыуыу) факторҙар ҙа тәьҫир итә. Яралғыны антенаталь һаҡлау үҙ эсенә дауалау-профилактик һәм социаль-гигиена ҡағиҙәләрен ала, был үҙ сиратында яралғының үҫеше өсөн яҡшы шарттар тыуҙыра. Шуға күрә лә баланың һаулығы тураһында ул тыумаҫ борон уҡ ҡайғырта башларға кәрәк. Бының өсөн табиптар йөклө ҡатын-ҡыҙға һәйбәт итеп туҡланырға, саф һауала йөрөргә, яҡшы итеп йоҡларға кәңәш итә. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары тыйылған (харам) ризыҡты ашамай, шулай итеп улар һаулығын нығыраҡ һаҡлай. Ғәҙәттә, йөклө ҡатындарға дауалау күнекмәләре тәҡдим итәләр. Мосолман ҡатын-ҡыҙы көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡып, шул уҡ физик күнекмәләрҙе яһай. Намаҙ организмдың биоритмдары менән тап килә. Быуындарға, эске ағзаларға ла яҡшы тәьҫир итә һәм яралғының үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.
Медицина психологияһында "баланың ҡабул ителмәүе" тигән термин бар. Ҡайһы саҡта ир менән ҡатын ата-әсә булырға әҙер түгелмен, тип иҫәпләп, баланы донъяға килтереү-килтермәү тураһында бәхәс ҡуптара. Оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң ҡатын кеше ауырын ҡалдырырға ҡарар итә, ләкин тәүге фекер - "баланың ҡабул ителмәүе" эҙҙәре баланың холҡонда сағылыш таба, ул тыумыштан ҡыҙыу ҡанлы була. Бындай психик имгәнеү факторҙары мосолман ғаиләләрендә сағыштырмаса һирәк осрай. Сөнки улар Аллаһы Тәғәләнең биргәнен ҡабул итеп, һәр нәмәнән ҡәнәғәт булып йәшәй белә.
Мосолман ғаиләләрендә баланың тыуыуын теләмәгән, йә уның енесе менән ҡәнәғәт булмаған осраҡтар юҡ. Сабыйҙы һәр ата-әсә Аллаһы Тәғәләнең бүләге, тип ҡабул итә. Сөнки изге Ҡөрьәндә лә: "Күктәр һәм ер - Аллаһ милке. Үҙ теләгәнен бар итер. Теләһә - ҡыҙ балалар, теләһә - ир-уландар бүләк итер", - тиелә.
Ислам ауырлы ҡатындарға иҫерткес эсемлектәр һәм тәмәке ҡулланыуҙы тыя. Быны фән дә иҫбат итте: тәмәке төтөнө тәьҫирендә яралғының беренсе 2-3 аҙнаһында ярала башлаған үҙәк нервылар системаһы ҡаҡшай, ә 4-5-се аҙнаһында тәмәке ағыуы формалашып килгән йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына эләгә, яралғының матдәләр алмашыныу процесы боҙола, һөйәк, быуын үҫеше тотҡарлана. Балалар бәләкәй башлы, йөрәк ауырыулы, әҙ ауырлыҡта һәм бәләкәй буйлы булып тыуа. Ҡарындағы бала 5-5,5 айлыҡ булғанда ишетеү, тәм тойоу, вестибуляр аппараты, тактиль анализаторҙары эшләй башлай. Шуға күрә лә баланы көслө тауыштан, ҡыҙыу факторҙарҙан һаҡларға кәрәк. Бөтә ҡатындар ҙа шуны иҫтәрендә тоторға тейеш. Сабый донъяға килгәс тә әсәгә мохтаж. Уға беренсе көндәрҙән үк әсә һөтө мөһим. Үкенескә күрә, күп әсәләр балаларын тейешенсә имеҙмәй, йә ике-өс айынан туҡтаталар. Ҡайһы саҡта бала әсә һөтөнән үҙе баш тарта. Сөнки тартҡан әсәләрҙең 1 литр һөтөндә 0.5 мг никотин туплана, шулай уҡ башҡа ағыуҙар ҙа була. Шулай уҡ дин баланың кәрәкле витаминдарҙы ваҡытында алыу мөһимлеген аңлатыу менән бергә күп аҙыҡ ҡулланыуҙың зарарына ла иғтибарҙы йүнәлтә. Беҙ әленән-әле диеталар, организмды таҙартыу ысулдары тураһында яңы системалар уйлап сығарабыҙ. Ә исламда бит мең тапҡырға яҡшыраҡ та, осһоҙораҡ та ысулдар бар. Әгәр ҙә бөтә әсәләр ҙә дин ҡанундарына иғтибар бүлһә, сәләмәт балалар ҙа күберәк булыр ине.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.20 | Ҡаралған: 489

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru