«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАТЫР ЯУҘА ҺЫНАЛА, ЙӘКИ АЛҒЫ ҺЫҘЫҠТАҒЫ ТАБИПТАРЫБЫҘ ТУРАҺЫНДА
+  - 


Илгә берәй дошман һөжүм итә ҡалһа, ғәҙәттә, уны иң беренсе булып хәрби ҡораллы көстәр ҡаршы ала. Ана шул көстөң һәр берәмеге - әҙәм балаһы. Үҙебеҙҙең балаларыбыҙ. Берәүҙәр уҡытыусы, икенселәр - инженер, төҙөүсе, ә кемдер ошо ҡатмарлы тормошобоҙҙа ябай эшсе вазифаһын атҡарған кеүек, хәрбиҙәрҙең төп һөнәре - илде һаҡлау. Потенциаль дошмандарҙан. Һәр саҡ янап тороуҙарына ҡарамаҫтан, тиҫтәләгән йылдар буйы ул дошмандың һөжүм итмәй тороуы ла тәбиғи (сөнки уның үҙенең дә йәшәгеһе килә). Бына шундай тыныс саҡтарҙа бәғзеләребеҙ, үкенескә, һәр саҡ илебеҙ һағында торған ғәскәри хеҙмәткәрҙәребеҙҙең кәрәген тоймай башлай. (Хатта уларҙы "әрәмтамаҡ" тип атауҙан да тартынмағандар табыла. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, дүрт-биш тиҫтә йыл үткәс, "үҙгәртеп ҡороу" заманында Совет Армияһына ҡарата йыш ҡына ана шундай сәнскеле һүҙҙәр ташланғанын ишеткеләй торғайным… ) Әммә, берәй уңайын тура килтереп, әлеге сит дошман баш ҡалҡыта башлай икән, хәрбиҙәребеҙҙе ҡабаттан иҫкә төшөрәбеҙ.

Бына шундай һөнәр эйәләренә мин табип халҡын да индерер инем. Тыныс тормошта матур кейенеп, ваҡытында эшкә барып-ҡайтып йөрөгән ошо категория кешеләрен тәү ҡарауҙа "еңел эштәге" һөнәр эйәһе тип һанай күптәр. Шат йөҙлө, юморға ла ярайһы ғына бай булған медицина вәкилдәренең һөнәре менән бәйләнешле эске тойғоларының үҙенә генә хас үҙенсәлеге бар ул, шулай ҙа, тимәксемен. Башта ябай ғына булып тойолған сирҙәр бәғзе ваҡыт шундай ныҡ ҡатмарланып китеүсән. Бер үк сирҙе төрлө кешенең төрлөсә кисереүе хаҡында ла яҡшы белгән булараҡ, табип кеше ғәҙәттәге дарыуҙар, төрлө процедуралар тәғәйенләп яҙып биреүҙән тыш, һәр пациенты хаҡында ныҡ ҡына борсолоусан. Бәлки шунлыҡтандыр ҙа, табиптарҙың, айырыуса хирургия вәкилдәренең, сәстәре иртә ағарып, йәшләй көйө һәр төрлө йөрәк сирҙәренә һабышып китеүе йыш күҙәтелә. Оҙайлы әрме хеҙмәтем дәүерендә хирург халҡын хатта саперҙарға ла тиңләгәндәрен ишеткеләгәнем бар. Кемделер (Аллаһ ихтыяры менән) берәй операция ярҙамында ҡотҡарып алып ҡалһаң - һинән яҡшы кеше юҡ! Хатта яҡын-тирәгә ниндәйҙер кимәлдә шөһрәтең дә тиҙ генә таралып өлгөрә. Әммә… Хирургтың төп шөғөлө булғанғалыр, был - ғәҙәти күренеш булып ҡала, тиҙ арала онотола ла. Ә инде (Аллаһ һаҡлаһын!) пациентың үлә ҡалһа - һинең "аяҡ-ҡулыңды ботарлап", нәжескә болғап ташларға ла күп һорамайҙар… Бер коллегам һәр саҡ: "Операцияла торғанда башымдың бер яртыһы "нисек пациентымды үлтермәй алып ҡалырға", тип уйлаһа, икенсе яртыһы - "прокурор иптәштәрҙе" һәр саҡ иҫтә тота", - ти торғайны. Бер аҙ ғына тыныс тормоштағы табип хаҡында фекерләп алдым.
Хәрби академияла уҡыған саҡта "противочумный костюм" тип аталған комбинезон, маска, күҙлек, резина бейәләйҙәрҙән торған кейем комплектын "кейеп-сисеп", "Хәрби эпидемиология" фәне буйынса имтихандың практик өлөшөн биргән саҡтарҙы хәтерләйем. Ентекләп, дөрөҫ итеп кейенеп-сисенеүгә генә дүрт-биш минут ваҡыт үтә ине. Ана шул арала шыбыр тиргә батып: "Был костюмды бер ҡасан да кейергә тура килмәйәсәк бит, нишләп ыҙалаталар икән беҙҙе", - тип уйлай торғайным. Буласаҡ хәрби табип булараҡ, империалистик илдәрҙә - беҙҙең потенциаль дошмандарыбыҙҙың лабораторияларында чума, туляремия һымаҡ айырыуса хәүефле инфекцияларҙың бактериялары һаҡланғанлығы, уларҙан бактериологик ҡорал яһауҙары хаҡында белһәк тә, бындай ҡоралды ҡулланыуға бер ҡасан да барып етмәҫтәр, тигән инаныуҙа булдыҡ…
Әммә көтмәгәндә "тажлы вирус" тип аталған инфекция бөтә кешелек донъяһын тетрәтте! Һис кемде аныҡ ғәйепләп булмай торған бөгөнгө был ситуацияны хатта һуғыш мәленә тиңләргә булалыр, тип уйлайым. Ғәҙәти ҡорал ҡулланылған һәр һуғышта, башлыса, хирургтарға көс төшөүе хаҡында беләбеҙ. Әммә был юлы инфекционист, терапевт халҡы, тиҙ ярҙам табиптары һәм шәфҡәт туташтары (уларһыҙ бер ни ҙә атҡарып булмай), хатта кесе медперсонал ошо яуҙа иң алғы сафҡа баҫты. Әлеге "противочумный костюм"ды тағы иҫләйем. Шуны кейеп, бер нисә минут эсендә генә "бышлыға-бышлыға" имтихан биргән мәлдәрҙә, "Бындай кейемдә сәғәттәр буйы нисек эшләмәк кәрәк", тигән уйҙар ҙа башҡа килә ине. Тере кеше булараҡ, тәбиғи хәжәтеңә лә йөрөргә кәрәк бит… Әле бөгөн барыбыҙ ҙа телетапшырыуҙарҙа ғына күреүебеҙсә, коллегаларым тап бына шул ауырлыҡты "уҡытыусы билдәһе" өсөн түгел, ә ысынлап та үлемесле инфекциянан башҡаларҙың (шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең дә) ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу өсөн көрәшә. Эш сменаһы тамам булғансы комбинезон, битлектәрен һалмайынса, тирләп-бешеп эшләгән бәғзе табиптарыбыҙ, шәфҡәт туташтарыбыҙ хатта памперс кейеп йөрөргә мәжбүр, тип тә әйтәләр (Малышеваның телетапшырыуынан)...
Илдә ошо ҡурҡыныс сир тарала башлау менән үк, аҡ халатлы коллегаларым һис ни уйлап тормай, йәнен-тәнен аямай, хәрби тел менән әйткәндә, "передовой"ға - алғы сафҡа ынтылды. Әле булһа ниндәйҙер берәй һөҙөмтәле дауалау сараһы булмаған, яҡшылап асыҡланмаған сиргә үҙҙәренең күкрәктәрен ҡаршы ҡуйып, аяуһыҙ көрәш алып бара улар. Үкенескә, медиктарыбыҙға төшкән бар ауырлыҡ "костюм" мәшәҡәтендә генә түгел шул. Рәсәй күләмендә инде бер нисә тиҫтәләгән табип та (айырыуса Дағстан республикаһында) ошо сирҙән һәләк булды бит! Хөкүмәтебеҙҙең, әлхәмдүлиллаһ, бына ошо батырҙарыбыҙҙың эшенә битараф ҡалмай, аҡсалата булһа ла уларҙы дәртләндереү ысулдары уйлап сығарыуы ҡыуаныслы. Әммә кеше ғүмерен аҡса ярҙамында ғына алып ҡалып булмай… Бына шул коллегаларымды, ысын мәғәнәһендә, һуғыш яланындағы яугирҙарға ла тиңләр инем.
Ошо хаҡта уйлана башлаһам һәр саҡ бер һорау килеп тыуа: ниндәй үлем ҡурҡынысыраҡ: пуля, йә снаряд ярсығы тейгән йәрәхәттәнме, әллә инфекциянанмы? Әлбиттә, үлем - һәр саҡ ҡурҡыныс. Бер кем хаҡында ла: "Был кеше ныҡ үлде, ә быныһы - әҙерәк кенә үлде", - тип әйтеп булмай. Был донъяға килгәс, һәммә кешенең йәшәгеһе килә. Барыһының да яҡындары, туғандары, бала-сағалары бар. Шуға ла, беҙҙең ғүмерҙәрҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән ошо төр профессия вәкилдәренә - аҡ халатлыларға рәхмәтле булайыҡ, тип кенә әйтмәксе инем…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.20 | Ҡаралған: 437

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru