«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВӘҒӘҘӘ – ИМАН
+  - 

Борон-борон заманда һүҙ шул тиклем ҙур ҡөҙрәткә һәм көскә эйә булған. Һүҙ менән ант иткәндәр, тоғролоҡтарын гарантиялағандар, намыҫлы булыуҙарын раҫлағандар, кешеләр араһында ғына түгел, илдәр араһында ла килешеү төҙөгәндәр.

Бирелгән һүҙҙе тотоу, вәғәҙә иткәнгә хыянат итмәү кешелек аңының, выжданының иң юғары нөктәһе булған. Сөнки бирелгән һүҙҙе, антты юғары көстәр, Аллаһы Тәғәлә, йыһан ишетеп тора, уға шаһитлыҡ ҡыла һәм үтәмәгән хәлдә йәки һүҙеңде тотмағанда уның язаһы ла була, тип ышанғандар. Әйтелгән һүҙ, вәғәҙә, ант менән кешеләр нимәләргәлер бәйләнгәндәр, уны боҙорға ихтыярҙары етмәгән генә түгел, ә шул һүҙҙәренә тоғро ҡалып, ғүмерҙәрен дә биргәндәр. Һәм бөгөнгө беҙгә билдәле булған бөтә диндәрҙә һәм изге китаптарҙа ла һүҙ хаҡының юғары булыуы хаҡында һөйләнә. "Вәғәҙә биргәнһең икән - үтә, үтәй алмаҫтайҙы һөйләмә", тигән уртаҡ фекер үтә уларҙың барыһында ла.
Ҡолдар заманында ҡол хужаһына тоғро булырға һүҙ биргән һәм хатта ошо көсләп бирелгән антын да боҙа алмаған. Яу алдынан һуғышсылар һуңғы тамсы ҡанына тиклем алышырға ант иткән (ошонан хәрби ант килеп сыҡҡан) һәм шулай иткән дә. Сыңғыҙхан дәүерендә ялсы ла, яугир ҙа, дуҫ та, туғанлыҡ та һүҙ вәғәҙәһе менән шул тиклем көслө нығытылған, уны боҙғандар шундуҡ үлем язаһына тарттырылған. Һәм тарихтың ниндәй генә өлөшөн алып ҡараһаң да, әйткән һүҙен тотмаған батшалар, хандар, изгеләрҙең аяныс яҙмыштары һүрәтләнә. Уларҙы халыҡ әллә нисә быуаттар аша ла һүҙенә хыянат иткән кеше итеп хәтерләй. Был нимәнән килә?
Вәғәҙә итеп әйтелгән һүҙҙә көслө энергетика туплана, был энергетика һүҙҙе биреүсегә лә, уны алыусыларға ла ныҡ тәьҫир итә, хатта шул кешеләрҙе үҙ аураһында тота. Әйтелгәндәр үтәлмәһә йәки боҙолһа, был энергетика (көс) йыһанға таралырға, юҡҡа сығырға мәжбүр була. Тик ул үҙе генә осоп китмәй, ә вәғәҙә биреүсенең, шул вәғәҙә менән бәйле булыусыларҙың энергетикаһын да һурып алып китә. Был "алып китеү" эсенә уңыш, сәләмәтлек, рухи көс, өмөт, йәшәүгә булған һөйөү һымаҡ тереклек итеүгә ынтылыш биреүсе йыйылмалар булырға мөмкин. Ошондай рухи ҡиммәттәрҙән мәхрүм ҡалған кеше мотлаҡ ниндәйҙер уңышһыҙлыҡтарға осраған, сирләгән, бәләгә тарыған. Сөнки уның тормош ауырлыҡтарына, ҡаршылыҡтарына ҡаршы иммунитеты юғалған. Бына ошоно аңлаған халыҡ борон-борондан. Бәлки, аңлаған ғына түгел, ә ул уларҙың аңына һалынған да булған.
"Вәғәҙә - иман" тибеҙ беҙ. Йәғни, вәғәҙә һүҙе иман кеүек ныҡ һәм һынмаҫлыҡ. Ысынлап шулаймы? Үҙебеҙгә генә лә күпме һүҙ бирәбеҙ беҙ? Нимәнелер ваҡытында үтәргә, нимәләрҙәндер сикләнергә, телде тыйырға, серҙе һаҡларға һәм башҡалар. Ә башҡаларға бирелгән вәғәҙәләр? Көтөргә, тоғро булырға, мәңге ташламаҫҡа, ярҙам итергә, ваҡытында килергә, һүҙ йөрөтмәҫкә, алдамаҫҡа, урламаҫҡа, ҡыйырһытмаҫҡа... Беҙ хатта вәғәҙә һүҙҙәрен үҙебеҙҙе йәки башҡаларҙы тынысландырыу, хәлде кисектереп тороу йә күрәләтә алдау итеп тә ҡулланабыҙ. Шулай уҡ балаларға ла уңлы-һуллы үтәлмәҫ вәғәҙәләр ташлайбыҙ: һатып алырмын, алып барырмын, күрһәтермен, шулайтырмын, былайтырмын. Әйтелгәндәрҙең ундан бер өлөшө үтәлһә, ярар ҙа. Ил башлыҡтарының, етәкселәрҙең, депутаттарҙың, халыҡ менән идара итеүсе башҡа структураларҙың үтәлмәҫ вәғәҙәләре - аҙмы? Һүҙ ҡиммәте юғалғандан алып инде нисә быуаттар кешеләр мөмкинлектәренән күберәкте вәғәҙә итәләр ҙә, мөмкин булғанын да үтәмәйҙәр. Ә тәбиғәтте, йыһанды, яҙмышты һәм бөтөн булған көстәрҙе үҙеңә ҡарата ыңғайға йүнәлтеп ебәреү өсөн бары һүҙҙе елгә осормау кәрәк икән. Үтәй алмаҫтайҙы һөйләмә һәм вәғәҙә итмә, әйткәнһең икән - үтә. Һүҙҙең (анттың, вәғәҙәнең) сакраль көсө шунда. Тел һәм һөйләшеү ҡөҙрәте кешегә үҙе кеүектәр менән генә аралаша алыу өсөн бирелмәгән. Был йыһанға үҙең тураһында мәғлүмәт ебәреү инеше лә ул. Һин әйтелгән һүҙҙәрең, һөйләгәндәрең менән үҙең тураһында мәғлүмәт бирәһең. Был мәғлүмәт нисек була (ыңғаймы-киреме, яуызмы-изгеме), шундай яуап килә лә.
"Һүҙҙе контролдә тотоу - ул бөтөн булмышыңды, аңыңды, хистәреңде, тәнеңде тәртиптә тотоу" тип яҙып ҡалдырған боронғо фәлсәфәселәрҙең береһе Фалес та. Һәм был тәртипкә өйрәнеү артыҡ ауыр ҙа эш түгел. Иң башта үҙең менән тәжрибә үткәреп ҡара. Мәҫәлән, иртәгәнән йүгерә башлайым, тигәнһең икән - йүгер. Ғәйбәт һөйләмәйем, тигәнһең икән - һөйләмә. Был аҙнала бер ялған һүҙ ҙә әйтмәйем, тигәнһең икән - әйтмә. Ошондай вәғәҙәләрҙе үтәү ҙә үҙеңә рухи һауығыу алып киләсәк. Балаларыңа күптән әйтеп килгәнеңде тот та башҡар - уларҙың хөрмәтен тоярһың. Кемдәндер нимәлер бурысҡа алып торғанһың һәм ҡайтарыу ваҡытына өлгөрмәйһең икән, һөйләшеп кисектер, әммә алдама йәки яуапһыҙ ҡалдырма. Ҡағиҙә бер генә: хәлеңдән килмәҫтәйҙе әйтмә, әйтһәң - үтә. Ул ваҡытта һиңә ихтирам да бермә-бер артыр, абруйың үҫер, намыҫың таҙарыр. Һинең хаҡта "Ул һүҙенә тоғро кеше", тиерҙәр. Һәм быны йыһан да ишетер. Мотлаҡ ишетер.

Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.20 | Ҡаралған: 491

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru