«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҘӘБИ ТЕЛДЕ БЕЛЕҮ КӘРӘК ҺЕҢРӘНДӘРГӘ, ТАҘЛАР, ҒӘЙНӘГӘ...
+  - 


Башҡорт теле Көньяҡ Уралда, Ағиҙел - Яйыҡ йылғалары бассейнында бик боронғо замандарҙан бирле йәшәгән башҡорт ҡәбиләләренең теленән, йәғни диалекттарынан (ҙурыраҡ төбәктәрҙә таралған һөйләш айырмалығы тел ғилемендә диалект тип, ә бер нисә ауыл йәки район өсөн хас булған һөйләш айырмалығы һөйләш йәки урындағы һөйләш тип атала) халыҡ теле булып формалашҡан. Улар, территориаль яҡтан бер-береһе менән күрше булып, бик йыш һәм тығыҙ аралашыр булғандар, шул сәбәпле уларҙың телдәрендә аҡрынлап уртаҡ элементтар арта барған. Шулай итеп, башҡорт ҡәбиләләре теленән бөтә башҡорттар өсөн дә аңлайышлы булған дөйөм башҡорт халыҡ теле барлыҡҡа килгән. Дөйөм башҡорт халыҡ теле составында Көньяҡ (Ҡыуаҡан), Көнсығыш (Юрматы) һәм Төньяҡ-көнбайыш диалекттар бар. Һәр диалект һөйләштәргә бүленә. Көньяҡ диалект Эйек-Һаҡмар, Урта һәм Дим һөйләштәренән тора. Көнсығыш диалект Ҡыҙыл, Әй-Мейәс, Арғаяш һәм Салйот һөйләштәренән тора. Төньяҡ-көнбайыш диалект Ҡариҙел, Танып һәм Түбәнге Ағиҙел, Ыҡ һәм Ғәйнә һөйләштәренән тора.

Башҡорт әҙәби теленең ике төрлө формаһы бар: әҙәби һөйләү теле һәм яҙма әҙәби тел. Башҡорт әҙәби теленең һөйләү формаһы дөйөм башҡорт теле нигеҙендә бик боронғо замандарҙа уҡ барлыҡҡа килгән. Ул, асылда, героик эпостарҙың, ҡобайырҙарҙың, легендаларҙың, сеңләүҙәрҙең, башҡорт классик йырҙарының теле. Уларҙың теле лә талантлы башҡорт сәсәндәре, йырсылары, һүҙ оҫталары тарафынан быуаттар буйына эшкәртелгән, шымартылған.
Әҙәби телдең яҙма формаһы үҙенең лексик, грамматик һәм дөрөҫ яҙыу нормалары тәртипкә килтерелгән һәм законлаштырылған булыуы менән характерлана. Башҡорт әҙәби теленең яҙма формаһы 1919-1923 йылдарҙа формалаша. Шулай итеп, хәҙерге башҡорт әҙәби яҙма теле дөйөм башҡорт әҙәби һөйләү теленән үҫеп сыҡҡан әҙәби милли тел иҫәпләнә. Ә милләт кешеләрҙең теләге һәм ирке менән тыуа торған күренеш түгел, ул - тарихи категория.
Башҡорт әҙәби теле көньяҡ һәм көнсығыш диалекттарға нигеҙләнгән, тигән фекер әле булһа йәшәп килә. Ләкин хәҙерге башҡорт әҙәби теленә ҡарата былай тип әйтеү дөрөҫ түгел. Башҡорт әҙәби теле халыҡ теленә яҡын, уның дөйөм нормаларына нигеҙләнә. Әҙәби тел нормалары камиллаштырылғанда хәҙер диалекттарға мөрәжәғәт ителмәй, ә халыҡ телендә киң таралған күренештәр алына. Әҙәби тел диалекттарҙан өҫтөн тора. Хәҙерге ваҡытта әҙәби тел диалекттарға йоғонто яһап, уларҙы шымартыуға табан алып бара. Әҙәби телгә диалекттарҙың тәьҫире кәмей. Әҙәби тел нормалар системаһына ҡоролған. Уның нормалары бөтә кеше өсөн мотлаҡ. Уның нормаларын камиллаштырырға һәм байытырға кәрәк. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленә, әлбиттә, дөйөм халыҡ телендә ҡулланылған күп кенә һүҙҙәр инеп тә бөтмәгән. Мәҫәлән, башҡорт теле һүҙлектәренә үҫемлектәр донъяһына ҡараған күп һүҙҙәр, бөжәктәрҙең, тау тоҡомо һәм минералдарҙың, бәшмәктәрҙең һәм башҡа күп кенә өлкәгә ҡараған нәмәләрҙең атамалары инеп бөтмәгән. Ә ул атамалар халыҡ телендә бар. Тимәк, диалект һүҙҙәр бөгөн дә башҡорт әҙәби телен байытыу өсөн әһәмиәтле бер сығанаҡ булып тора.
Төньяҡ-көнбайыш диалектына Башҡортостандың Асҡын, Тәтешле, Яңауыл, Илеш, Дүртөйлө, Ҡариҙел, Борай, Бөрө, Саҡмағош, Балтас, Ҡалтасы райондарында, Пермь өлкәһендә йәшәгән башҡорттарҙың һөйләштәре инә. С.Ф. Миржанова был диалектҡа арналған китабында һәр һөйләштең фонетик, морфологик һәм лексик үҙенсәлектәрен тейешле фәнни кимәлдә тасуирлаған.
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән һәм ошо мөхиттә йәшәгән башҡорт булараҡ, мин беҙҙең диалектта уҡытырға тигән идеяны алға һөрөп йөрөүселәргә ҡәтғи ҡаршымын. Сөнки бының файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк, тигән ҡараштамын. Диктант - ул ниндәйҙер ҡағиҙәләрҙе үҙләштереү кимәлен, дөйөмләштереп әйткәндә, телде белеү кимәлен тикшереү. Үрҙә диалекттар үҙҙәре һөйләштәрҙән тора тип әйтелгәйне инде. Асҡын һәм Ҡариҙел башҡорттарының теле Яңауыл һәм Борай башҡорттарының теленән айырыла. Ә был диктант тексы ниндәй һөйләште төньяҡ-көнбайыш диалектының нигеҙе итеп алды һуң? Ниндәй ҡағиҙәләргә нигеҙләнеп тикшереләсәк? Һорауҙар бихисап.
Икенсенән. Уҡытыуға килгәндә, бының өсөн башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының лексик, грамматик һәм дөрөҫ яҙыу нормаларын тәртипкә килтереп, законлаштырырға кәрәк буласаҡ бит. Әйтелешендә һәм яҙылышында "диалект тел" менән башҡорт әҙәби теле араһындағы норматив башҡалыҡты кәүҙәләндереүҙе көн тәртибенә ҡуясаҡ. Ә был әлеге башҡорт әҙәби теле үткән оҙайлы юлды ҡабатлау буласаҡ, һәм ул тел нисек аталасаҡ һуң әле?
Был халҡыбыҙҙың бер өлөшөн башҡорт әҙәби теле йоғонтоһонан ситләтеүгә килтерәсәк. Башҡорт әҙәби теленең йоғонтоһо самалы йәки бөтөнләй булмаған һөйләштәр бит бөгөн үҙҙәренең үҙенсәлектәрен һаҡлап килә, әммә башҡа телдәрҙең тәьҫиренә лә бирелә. Быны беҙ, "Туган илем Татарстан, Казан минем баш калам" тип уҡытып сығарылған башҡорттар, үҙ елкәбеҙҙә татығанбыҙ инде. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты татар теленең йоғонтоһона бирелә башлағаны һиҙелеп тора. Һуңғы осорҙа мәктәптә уҡытыу татар телендә алып барылғанлыҡтан, район гәзиттәренең татар һәм рус телдәрендә генә донъя күреүе, ауылдарҙа мәктәптәрҙең ябылыуы арҡаһында был шауҡым көсәйгәндән-көсәйә генә бара. Шулай уҡ күрше өлкәләрҙә мәктәптә уҡытыу урыҫ телендә алып барылғанлыҡтан, үҙенең туған телен онота башлау кеүек күңелгә ауыр күренеште лә осратырға мөмкин.
Беҙгә юҡ-бар менән булышып, көс сарыф иткәнсе, әҙәби телдең йоғонтоһон киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү йүнәлешендә берҙәм булып эш итеү файҙалыраҡ булыр. Шағир Ғәбиҙулла әйткәнсә,
Тел - үҙәге милләт ағасының,
Тик үҙәктә телдең ҡеүәте.
Таянмаһа ошо үҙәгенә
Милләттең юҡ иле, дәүләте.

Фидаил САФИН.
Ҡариҙел районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.20 | Ҡаралған: 535

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru