«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҘӘБИ ТЕЛ БЕРӘҮ!
+  - 

Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, педагог: Олоғара мәсьәлә алдында тора халҡыбыҙ. Әммә был мәсьәләне бер яҡлы ғына хәл итеү дөрөҫ түгелдер. Урындағы халыҡтың мәнфәғәтен, мәктәпкә тәү аяҡ баҫҡан бәләкәстәрҙең күңел торошон мотлаҡ иҫәпкә алырға тейешбеҙ. Әлбиттә, әҙәби тел - ул берәү. Бәхәсһеҙ. Әммә ғилми термин менән "диалект" тип аталған үҙенсәлекле һөйләштәр бихисап. Ошо диалект тип аталған телдәр, асылда, кешегә тәбиғәт тарафынан бүләк ителгән, быуындан-быуынға күсә килгән туған тел бит. Ә туған тел ул ҡанға һалынған, яҡты донъяға тыуып, тәү тапҡыр ауаз һалған, булмышыбыҙ бар ителгәндә әсә һөтө менән күҙәнәктәргә һеңгән туған өн бит ул. Үҙен башҡорт тип һанап та төрлөсәрәк һөйләшкән, йөҙҙәрсә йылдар туған өнөн һаҡлап килгән, илем, телем, тип ихтилалдарға күтәрелгән ғәзиз милләттәштәребеҙҙең һөйләшеү телен диалект тип атап, ситтән хәл итергә тейешбеҙме? Беренсе класҡа килгән балаға: "Бөгөндән башлап һин ысын, дөрөҫ башҡорт телендә һөйләшергә өйрәнәсәкһең. Әннә, әнәй түгел, әсәй тип әйтергә тейешһең", - тип әйтергә тейешбеҙме?
Дөрөҫ, әҙәби телебеҙ берәү. Ул төрлөсә һөйләшкән башҡорттарҙы берләштереүсе, туплаусы тел. Ә диалекттар күп. Төньяҡ-көнбайыш диалекты ғына түгел башҡортта.
Шуға ла, был мәсьәләлә алтын урталыҡты һаҡлайыҡ, тип әйтеп, 1990 йылда үткәрелгән конференциялағы фекерҙе ҡабатлап, шуны тәҡдим иткем килә. Башланғыс кластарҙа "Әлифба"ға ерле һөйләштәге ҡушымта бирергә. Был - баланың туған теленә ихтирам күрһәтеү буласаҡ һәм уны башҡортса уҡытылған класҡа йәлеп итәсәк. Артабан, дүртенсе класты тамамлағансы әҙәби башҡорт телен урындағы һөйләш теле әйтелеше менән сағыштырып уҡытып, бишенсе кластан инде әҙәби телгә күсеү үҙен аҡлар ине, тип уйлайым. Арбаны юлдан киҫкен бороу тәртәне шаҡара һуғып ҡына ҡалмай, арба күсәренең үҙен дә селпәрәмә килтерә. Шул хаҡта онотмайыҡ.

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА, шағирә: БДУ-ла беҙҙе диалектология фәненән оло педагог-ғалим Абдрахман ағай Ғәлләмов уҡытты. Ул миңә ғүмерлек бер һабаҡ бирҙе. Имтиханға инеп, өҫтәл артына килеп ултырҙым да, билеттағы һорауға шытырлатып бөрйәнсә яуап бирә "баштаным". Ағай миңә уҫал бер ҡараш "таштаны ла", зачеткамды ҡулыма тотторҙо. "Ҡасан әҙәби телде ихтирам итергә өйрәнәһең, шул саҡта килерһең",- тип мине аудиториянан ҡыуып уҡ сығарҙы. Аҙаҡ уны ҡарауыллап оҙаҡ йөрөнөм. Көҙгә, яңы уҡыу йылы башланғас ҡына бирҙем имтиханымды. Бына шундай аҡыллы остаздар уҡытты беҙҙе.
Минеңсә, әле төньяҡ-көнбайыш диалекты менән килеп сыҡҡан ғауға ла әҙәби телебеҙгә ҡарата ихтирам мәсьәләһе менән бәйле. Хатта сит телдәрҙе лә үҙләштерәләр. Беҙҙең әҙәби телебеҙ барса диалектта һөйләшкәндәргә лә аңлайышлы, тылмас кәрәкмәй. Бары ул телде үҙләштерергә теләк кенә кәрәк.
Бер кем дә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын инҡар итмәй, ул башҡа диалекттарыбыҙҙан артыҡ та, кәм дә түгел, улар тиң, шуға, әйҙә, рәхәтләнеп һөйләшһендәр үҙ диалекттарында, тик әҙәби телде лә ихтирам итә күрһендәр! Төньяҡ-көнбайыш диалекты телендә лә "ҫ" өнө юҡ түгел, тик һүҙҙә ҡулланылған урыны ғына әҙәби телдекенән айырыла. "Ҙ" лары ла бар. Илештә минең Рита Солтанова тигән яратҡан шағирәм бар, уның әсәһе үҙ диалектында был өндәрҙе әйтеп һөйләшә. Дүртеһен дә! Был өндәр уртаҡ байлығыбыҙ. Дөйөм хазинабыҙ. "Без үзебеҙ башҡортлар", тип торған милләттәштәребеҙҙе яратабыҙ, башҡортлоҡтарын инҡар итмәйбеҙ, үҙ күрәбеҙ. Ә яһалма проблемалар уйлап сығарырға кәрәкмәй...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.20 | Ҡаралған: 462

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru