«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАҒИР БУЛЫП КИТМӘГӘН, ШАҒИР БУЛЫП ТЫУҒАН УЛ
+  - 


Өфө-Сибай поезында халыҡ мыжғып торған туҡһанынсы йылда, Өфөгә абитуриент булырға китеп барған саҡта танышҡайныҡ беҙ Дамир Шәрәфетдинов менән. Әле уның шағир икәнен дә, абруйлы "Йәшлек" гәзитенең яуаплы сәркәтибе икәнен дә белмәгән саҡта, шығырым тулы поездың дөйөм вагонында бер һәндерәгә тура килдек. Беҙ өс йәш ҡыҙ, ул яңғыҙы. Шунда уҡ танышып-һөйләшеп киттек. Ҡаланы белгән кеше булараҡ, ул беҙгә БДУ тәңгәлендә ниндәй ашханаларҙа ашарға һәм ниндәй магазиндарҙан талонға аҙыҡ-түлек алырға икәнде аңлатты. Ә беҙ ул һөйләгән арала уның тәҡдим иткән прәниктәрен ҡоролай ашап та бөттөк. Унан ярты төнгәсә сәй эстек. Ул беҙҙе нимәләрҙер һөйләп сәсәгәнсе көлдөрҙө. Аҙаҡ беҙгә урынын биреп, вагондың сумаҙан ҡуя торған өсөнсө кәштәһенә менеп ятты...

Тағы ла бер-нисә йылдан һуң Дамир Шәрәфетдинов менән "Йәшлек" гәзитендә бергә эшләргә тура килде. 1995 йыл, мин декретҡа сығырға йөрөйөм. Бер коллега апайыбыҙ миңә һыуытҡыс тәҡдим итә: "Күршеләрем һата, ал, яңыларына яҡын барырлыҡ түгел, һәп-һәйбәт. Һиңә хәҙер бәпәй менән һыуытҡысһыҙ булмай", - ти. Ә минең эш хаҡым һыуытҡыс алырлыҡ түгел. Шул ваҡыт Дамир килеп инде кабинетҡа. Кәйефе бик шәп, отпускыға китеп бара. Апай мине һаман өгөтләй, булғанда алып ҡалайыҡ, ти. Мин "аҡсам етмәй" тием. Дамир беҙҙең һөйләшеүҙе тыңлап торҙо ла, кеҫәһенән йомарлам аҡсаһын килтереп сығарып, алдыбыҙға һалды. Унан вайымһыҙ ғына: "Бына, отпуск аҡсаһы алдым, хәҙер егеттәр белеп ҡалһа, барыбер байрам итергә китеп бөтә. Мә, лутсы файҙаға булһын", - тине. Беҙ аптырашып ҡалдыҡ, ә Дамир эре генә сығып та китте. Бергә эшләгән апай ҙа: "Дөрөҫ әйтә ул, эскелеккә ебәргәнсе, әйҙә..."- тине һәм беҙ теге һыуытҡысты барып та алдыҡ. Бына шундай кеше ине инде ул Дамир. Аҡса, мал тип иҫе китмәгән, донъялыҡтың матди берәмектәренә бәйләнмәгән, урман-тау кешеләренсә һауалыраҡ, ғорур, тура һүҙле һәм фекерле. Эйе, уның һәр нәмәгә үҙ фекере һәм ҡарашы бар ине. Һәм фекерен әйтеү өсөн дә һүҙ һорап торманы. Оҡшаймы-оҡшамаймы, килешәме-юҡмы - ярҙы ла һалды. Ярамһаҡлана, ялағайлана, ҡуштанлана белмәне. Ошо сифаттары уны ҡырыҫ итеп күрһәтте лә.
Дамир минең ижадыма иғтибарлы булды, Сабир Шәрипов ағай кеүек, ул да әйҙәләп, ҡыуалап, илһамландырып торҙо. Берәй яңы хикәйәмде күрһә, "Әйҙә, "Ағиҙелгә" ҡуяйыҡ" тип эләктереп алды. Дамирҙың һуңғы эше лә, моғайын, минең повесты тәржемә итеү булғандыр. "Еңеүҙән һуң" әҫәрен алғайны тәржемәгә, тамамлап биреп өлгөрҙө... Мин уның шулай теләктәш һәм рухташ була белгәне, ҡатын-ҡыҙ ижадсы булараҡ ошондай терәккә мохтаж икәнемде аңлауына рәхмәтлемен... Быйыл Дамирҙың юбилейы алдынан уның ҡатыны Римма Манир ҡыҙы һәм ағаһы Вәкил Мөлкаман улы менән аралаштым, уларҙан Дамирҙың беҙгә билдәле булмаған яғы - эске донъяһы хаҡында һораштым. Сөнки был ғорур һәм ҡырыҫ кеше бер ваҡытта ла үҙен алға ҡуймай һәм иғтибарҙы үҙенә йүнәлтмәй ине. Шунлыҡтан, беҙ уны "сәнскеле" Дамир итеп кенә белдек.
- Ишле ғаиләлә үҫкәнгәме, талымһыҙ булды. Әҙәбиәттә тәнҡитсе ролендә йөрөп, ҡаты һүҙле булып күренһә лә, өйҙә аш-һыуға ла, башҡа донъяуи мәсьәләләргә лә ҡаныҡманы. Үҙе тота ла бешеренә ине. Ваҡ-төйәккә иғтибар итмәне, көнкүреш кимәленән юғары булды, - тип һөйләй уның хаҡында ҡатыны Римма апай. - Алдай белмәне, тураһын әйтә лә ҡуя торғайны. Бер өйрәнгән кейемен ҡәҙерләп, яратып кейҙе. Кешеләргә лә шундай мәнәсәбәттә булды. Яҡын күргәндәренә үтә лә тоғро булды һәм күп осраҡта шуларҙан уҡ хыянат кисерҙе...
Үлеп ҡыҙын яратты. Бәпәй тыуғанда оҙайлы ваҡыт дауаханала яттыҡ. Дамир нимәлер бешереп, көн дә килә ине. Балалар баҡсаһында йөрөгәнендә лә тотош төркөмгә уйынсыҡтар яһаны, төҙәтеп-йүнәтеп биреү, ярҙам итеү кеүек эштәрҙә беренсе йөрөнө. Байрамдарға кейемде лә бәләкәсенә үҙе яһаны. Балаһының тормошона мөмкин тиклем инергә, булдыра алған тиклем ҡушылырға теләне. Күңеле изге һәм нескә ине уның. Үтә нескә ине. Ул шуны ныҡ йәшерҙе. Кешеләргә ярҙам итә, ниндәйҙер изгелек эшләй ҙә, шуны әйтмәй, хатта минән дә йома. Аҙаҡ ҡына кем ашалыр ишетеп йәки белеп ҡалам. Әле үҙе мәрхүм булғас та күптәр унан ниндәй ярҙам алғандары, яҡшылыҡ күргәндәре хаҡында шылтыратып әйтте... Вәкил Мөлкаман улы шағирҙың өлкән ағаһы. Ул әйткәнсә һәм үҙем белеүенсә лә, ҙур ғаиләләрҙә оло балалар үҫеп сығып китеп бөтә лә, бәләкәстәре икенсе төркөм булып, хатта икенсе ғаилә һымағыраҡ йәшәй. Уларҙа ла шулай була. Дамир, Юлай һәм Нәзир исемле малайҙар кәүҙәгә лә бер тигеҙ булып тиҫтер үҫә. Уларҙың серҙәре лә берегә, уйындары-уҡыуҙары ла, ҡыҙыҡһыныуҙары ла үҙҙәренсә була. Быларҙы Дамир "Көн башы һуҡмаҡтары" тигән китабында мажаралы балалыҡ донъяһы итеп яҙып сыҡты. Ә Вәкил ағай иһә түбәндәгеләрҙе һөйләне:
- Атайыбыҙ 1947 йылда фронттан ҡайтып өйләнгән дә, бер-бер артлы 12 балаға ғүмер биргән. Дамир унынсы бала. Атай-әсәйҙең икеһенең дә тулы булмаған башланғыс белем генә, ярай әле, атай һуғышта йөрөп килгән, ә әсәйебеҙ ауылдан ары ер китмәгән, руссаһы ла икмәк-тоҙлоҡ ҡына. Һәм шул кешеләр уҡырға ярата ине! Бөтөн башҡорт баҫмаларын алдырҙылар. Кистәрен кәрәсин лампаһы яҡтыһы аҫтында бөтә ғаилә бер өҫтәл артына йыйылып ултырып алып уҡыйбыҙ. Бер журналдың ике яҡ битен ике бала уҡыр өсөн нисек кенә ҡыйшаймайбыҙ.
Дамирҙың һәм башҡаларҙың да тип уйлайым, холҡо китаптар аша тәрбиәләнде. Шунлыҡтан, ул уйнағанда ла һәр ваҡыт мәрхәмәтле, интеллектуаль уйындар уйлап сығарҙы. Ҡыйырһытыу, илатыу, кәмһетеү кеүек нәмәләр уға ят ине. Һүрәт төшөрөү оҫтаһы булды инде. Ул 10 класты тамамлағанда мин ауыл хужалығы институтының лабораторияһында эшләй инем. Минең өгөтләүгә бирелеп килде лә инде ул ауыл хужалығы институтына. Уның шағир икәнен мин дә, ул үҙе лә белмәгәнбеҙ, күрәһең. Аҙаҡ, уның шағирлығы асылғас, әсәйебеҙ: "Нишләп уға шағир булырға? Шағирҙар бит ҡыҫҡа ғүмерле..." - тип уфтанып ҡуйҙы.
Ижад ҡомары, ижади шауҡым яҙыусы-шағирҙарҙы, рәссам-артистарҙы бик соҡорло-саҡырлы, бер сиктән икенсеһенә ташлана торған тынғыһыҙ йәшәйештә тотҡанын беләм. Был уларҙың һәләттәре өсөн түләүҙер ҙә, бәлки. Тап ана шул шиғри йәшәйешендә ул туғандарынан да алыҫайып китте. Сөнки беҙ, яҡындары, уның ҡайһы бер яман ғәҙәттәрен генә күрҙек, шелтәләнек, тыйҙыҡ. Ә табындаштары, киреһенсә, ҡотортто. Шешәләштәрҙең ысын тормошта терәк-таяныс түгеллеген аңлай алманы ул башта. Аҙаҡ төшөндө лә... һуң да булды.
Беҙ Дамир ҡустыбыҙҙы шағир итеп беләбеҙ һәм шулай хәтерләйәсәкбеҙ ҙә. Уның барлыҡ булмышын, уй-хыялдарын һәм хеҙмәтен шул шиғриәт ялмап алған, ул шул шиғриәттән бар булып, шул шиғриәт ҡосағына киткән икән, был уның мәйеле - беҙ ҙә хөрмәт итәйек...
...Вәкил ағайҙың һөйләгәндәрен тәрәнерәк тойоу, Дамирҙың әле әсе теле, ҡырыҫлығы булмаған сағы менән танышыу өсөн "Көн башы һуҡмаҡтары" китабын яңынан уҡып сыҡтым. Ысын мәғәнәһендәге тәбиғәт балаһын таптым унда. Һәм шул малайҙың шағир булып китеүенә аптыраманым да. Ул шағир булып китмәгән, ә шағир булып тыуған булған икән. Шағир ғына түгел, шәп журналист та, фекерле тәнҡитсе лә, уңышлы прозаик та, тәржемәсе лә ине ул. Ғүмере генә ҡыҫҡа булды... Әсәһе дөрөҫ һиҙенгән...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.20 | Ҡаралған: 620

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru