«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Июнь башында Беренсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелеүгә 25 йыл тула.
+  - 


Июнь башында Беренсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелеүгә 25 йыл тула. Ошо тарихи сараға ниндәй өмөттәр бағлап барҙығыҙ, өмөттәрегеҙ аҡландымы, үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп сыға алдығыҙмы һәм улар буйынса ҡарарҙар ҡабул ителеп, тормошҡа ашырылдымы?

Сәйфулла ӘМИРОВ, Мәләүез ҡалаһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре:
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары аҙағында Башҡортостан ҡала-райондарында, күрше-тирә төбәктәрҙә барлыҡҡа килгән милли ойошмалар республика етәкселеге алдында башҡорт милләтен үҫтереү, әсә телен уҡытыуҙы яйға һалыу һәм башҡа бихисап мәсьәләләр күтәрҙе. Был проблемаларҙы төплө өйрәнеү маҡсатында етәкселек бөтә донъя башҡорттарын йыйып, кәңәшләшергә ҡарар итте. Беҙ предприятиеларға, ойошмаларға, ауылдарға сығып аңлатыу эштәре алып барҙыҡ. Бынан тыш, шефлыҡ ярҙамы күрһәтеү маҡсатында Мәләүез ҡалаһына һәм районына Ырымбур өлкәһен беркеттеләр. Ул тарафҡа ла барып, ҡоролтайҙан һуң район һабантуйына саҡырып ҡайттыҡ. Әйткәндәй, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғас, өлкә ҡоролтайының ойоштороу йыйынын уҙғарыуҙа булышлыҡ итеүҙе лә үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ.
Башҡортостанда бындай донъя күләмендә форум үткәреү тәжрибәһе юҡ тип әйтерлек ине. Шуға күрә, уның нисек уҙырын бер кем дә күҙ алдына килтермәне. Ер шарының төрлө төбәктәренән килгән милләттәштәребеҙ халҡыбыҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Беренсе Ҡоролтай шуныһы менән әһәмиәтле: уның эшендә ҡатнашҡан сит ил вәкилдәренең күбеһе Башҡортостанда тыуыу ғына түгел, ә тарихи Ватанына беренсе тапҡыр килгәйне. Кемдең ата-әсәһе, икенселәренең олатай-өләсәһе был төбәктән булған икәнен иҫкә төшөрҙө улар. Ҡытайҙа тыуып-үҫкән бер милләттәшебеҙҙең ҡытай акценты менән башҡортса һөйләшеп маташҡанын ишетергә тура килде. Ил етәкселегенән вәкил булып Федерация Советы Рәйесе Владимир Шумейконың килеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй ине. Форум эшенә күрше өлкә хакимиәттәре башлыҡтары сығыш яһауы ла мәртәбә өҫтәне. Германиянан килгән немец ғалимәһе Маргарет Эрсен-Раштың башҡортса телмәр тотоуы һоҡландырҙы һәм күптәрҙе уйланырға мәжбүр итте.
Минең өсөн иң иҫтә ҡалғаны - Америка тарихсыһы Алтон Стюарт Донелли менән осрашыу булды. Алыҫ илдә йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының башҡорт халҡы тарихын ентекле өйрәнеүе хайран итте. Ҡыпсаҡтарҙың үткәнен төплө белгән Морат Аджи менән аҙ аралашыуым өсөн аҙаҡ үкенеп бөтә алманым. Һанай китһәң, иҫкә алырлыҡ ҡунаҡтар ҙа, ваҡиғалар ҙа етерлек булды Беренсе Ҡоролтайҙа. 31 майҙа көндөҙ "Аҡбуҙат" ипподромында булып үткән саралар ҙа, район-ҡала вәкилдәре йыйындары ла бөтә донъя форумының ни тиклем етди икәненә ишара ине. Киске аштан һуң театрҙарҙағы сараларҙа ҡатнашмаған делегаттар баш ҡаланың Ленин урамын тултырҙы. Ҡайҙа ҡараһаң да, уйын-көлкө, танышыуҙар, аралашыуҙар. Әйтерһең дә, оҙаҡ күрешмәй торған ағай-эне йыйылған.
Тәүге көн пленар ултырышта урындағы етәкселәр форум эшенә йүнәлеш биреп сығыш яһаны, ситтән килгәндәр ҡоролтай эшенә теләктәшлек белдереп, уларҙың телмәрен ҡеүәтләне.
Икенсе көндә ун секцияға йыйылдыҡ, делегаттар, көн тәртибен үҙҙәре һайлап, секцияларға ла үҙаллы килде. Пленар ултырышта ҡысҡырып ултырыусылар булманы, сөнки секцияларҙа теләгәндәрҙең һәр кеменә һүҙ бирелде, ҡарар ҡабул иткәндә фекерҙәре иҫәпкә алынды.
Бөгөн, 25 йыл уҙғас, ул көндәрҙе һағынып иҫкә алыу менән, ҡоролтай эшенә лә бер аҙ йомғаҡ яһарға мөмкин. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына, урындағы ҡоролтайҙарға яңы көстәр килде. Яңы яҡшы тигәнде аңлатмай әле. Ҡайһы берҙәре урындарҙа быға тиклем эшләп килгән милли хәрәкәт ойошмалары эшен дауам итте, икенселәре "өҫтән" күрһәтмә көттө. Ошо осорҙа телебеҙгә дәүләт статусы бирелде. Уны тормошҡа ашырыу юлдары, мөмкинлектәре тик үҙебеҙҙән тора. Райондарҙа башҡортса гәзиттәр асылды, республикала бер нисә телевидение каналы һәм башҡалар булдырылды. Беҙ быларҙың бөтәһен дә еңел генә, көндәлек ваҡиға кеүек ҡабул итәбеҙ. Ә бит уның артында бына ошо ҡоролтайҙы йыйыуға килтергән, уның программаһын булдырған, көндәлек эшенә йүнәлеш биргән милли ойошмаларҙың ныҡышмалы тырышлығы, беренсе бөтә милләт форумында нигеҙ һалынған йүнәлештәре ята. Унан һуң уҙғарылған 2-се һәм башҡа ҡоролтайҙар иң беренсеһенең бик ваҡытлы ойошторолоуы һәм унда ҡаралған мәсьәләләрҙең һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың дөрөҫлөгө хаҡында асыҡ һөйләй.

Тәскирә ДАЯНОВА, Мәсетле районы, яҙыусы: Ул йылдарҙа мин тиктормаҫ хәбәрсе булараҡ, район гәзитенә тел, милләт хаҡында әсенеүҙәремде яҙа торғайным. Сөнки тел бөтөү алдында, халҡы тулыһынса тик башҡорттарҙан ғына торған ауыл мәктәбендә педсоветтар, йыйылыштар русса алып барыла. Минең ошо проблемаларҙы киң даиргә сығарыуыма иғтибар итеүсе булғандыр, күрәһең. Сөнки көтмәгәндә генә Беренсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайландым. Бындай иҫ киткес ҙур сарала беренсе тапҡыр ҡатнаштым. Был ҙур масштаблы йыйында барыһын да күреп, ҡарап бөтөү мөмкин түгел ине, шуға күргәндәремде генә һөйләмәксемен. Иң беренсе миңә Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов оҡшаны - саф башҡорт ҡиәфәтле олпат шәхес. Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туғанды күреү бер бәхет ине. Саф башҡорт телендә һөйләгән немец ғалимәһе Маргарет Эрсен-Раш иҫтә ҡалды.
Бөтөн донъя ҡоролтайын ойоштороу, халыҡтың милли-мәҙәни кимәлен үҫтереү, традицияларҙы терелтеп, халыҡҡа кире ҡайтарыу, башҡорт теле, уның йәмғиәттә тотҡан урыны, йәшәү кимәлен яҡшыртыу кеүек темалар күңелемә хуш килде. Башҡорт халҡының рухи тормошо, уны тергеҙеү перспективаһы секцияһы эшендә ҡатнаштым. Сығыш яһарға алдан яҙылмаһам да, һүҙ алып һөйләү форсаты тейҙе. Ауыл халҡын баҫып алып, милли сифаттарҙы, кешелекте харап итеп һәләкәткә илтә торған эскелек хаҡында һөйләнем. Бик эмоциональ килеп сыҡты. Аҙаҡтан байтаҡ ҡына кеше рәхмәт әйтеп китте.
Рәсми өлөштән һуң хайран шәп кимәлдә ойошторолған концерт ҡарау насип булды. Шулай шаулап-гөрләп ике көн үтте лә китте. Әммә мин күп нәмәнең үҙгәргәнен тойҙом: мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре артты; йыйылыштар туған телебеҙҙә үтә башланы; районда башҡорт ҡоролтайы үҙәге булдырылды; яңы мәктәптәр, яңы юлдар һалынды; ҙурыраҡ ауылдарға әкренләп булһа ла газ килеп етте.
Шулай эйфория хәлендә йәшәгәндә бер ваҡыт килеп бөтәһе лә емерелә башланы. Өсәр-дүртәр ай эш хаҡы алмау, гөрләп эшләгән фермаларҙы тар-мар итергә керешеү, колхоздың инфраструктураһын юҡҡа сығарыу, колхоз малдарын бөтөрөү... Колхозсыларға эш хаҡы түләү онотолдо. Игенләтә, итләтә, фуражлата түләү бар ине, яйлап улар ҙа юҡҡа сыҡты. Ауылға ялмауыҙ эйәләшкән кеүек булды. Район етәксеһе булған йылғыр әҙәм барыһын да йотто тип һөйләүҙәр әле лә тынмай. Бөгөнгө хәл-тороштан сығып фекер йөрөткәндә, ауыл иҡтисади йәһәттән йөҙ йылға артҡа сигенде. Ул ғына ла түгел, бөттө - мин хәҙер кешеһеҙ тиерлек ауылда йәшәйем. Булғанды юҡҡа сығарыу ғына еңел, кире ҡайтарыу мөмкин дә түгел. Традициялар, халыҡтың элекке ғөрөф-ғәҙәттәре клуб саралары булып ҡына ҡалды. Берҙән-бер ыңғай күренгән хәл - диндең бер аҙ кире ҡайтыуылыр. Балаларға исем аҙанлау, никах йолаларын үткәреү кеүек матур йолалар онотолмай, улар электән йәшерен рәүештә булһа ла һаҡлана килде. Ауыл ерендә бына шулай. Ҡалала маҡсатлы, тәүфиҡлы күркәм холоҡло йәштәр күбәйеүе хаҡында уҡып шатланам.
Әле килеп тыуған афәт тә кешелек донъяһын алға алып бармай. Дистанцион уҡыу - уҡыу түгел инде ул. Шулай уҡ күп кенә эштәрҙе лә йыраҡтан тороп башҡарыу эш түгел. Әҙәм балаһы яралғандан алып бергә ойошоп йәшәгән бит, шуның менән көслө булған. Беренсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ла башҡорттарҙы шулай берләштергәйне, ойошторғайны, әммә бөгөн был ойошманың берләштереү эшмәкәрлеген күрмәйем.

Әминә РАҠАЕВА, уҡытыусы: Ул ваҡытта беҙ Нефтекама ҡалаһында йәшәй инек. Мин мәктәптә уҡытам. Беренсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып һайланғас, был сараға ҙур өмөттәр бағлап килгәйнек. Өмөттәребеҙ аҡланды, тип әйтә алам, сөнки төньяҡ-көнбайыш башҡорттары мәсьәләһе төп урында булды. Ҡоролтайҙан һуң инде был төбәктә "Башҡортостан" гәзите нигеҙендә баҫтырылған башҡортса гәзит нәшер ителә башланы. Төбәк өсөн юғары белемле башҡорт теле белгестәрен әҙерләү маҡсатында Башҡорт дәүләт университетының филиалын асыу мәсьәләһе күтәрелгәйне - ул да тормошҡа ашты. Ошо Ҡоролтайҙа ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлешен раҫлап асылған Нефтекама ҡала филармонияһы бөгөн дә уңышлы эшләй.
Әммә тормошҡа ашмай ҡалған мәсьәләләр ҙә булды. Мәҫәлән, төньяҡ-көнбайыш райондары мәктәптәренән йыйып, башҡорт балаларын уҡытыу өсөн Башҡорт гимназия-интернатын астырыу хыял ғына булып ҡалды. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын үҙ асылына ҡайтарыу бурысына хеҙмәт итер был идеяны яңынан күтәреү, уны мотлаҡ тормошҡа ашырыу кәрәк. Шулай уҡ бөгөн БДУ-ның Нефтекама филиалы ябылыуы ла бик аяныслы. Ә бит ул да ана шул Беренсе ҡоролтай ҡарарҙарына ярашлы асылғайны.

Камил ИЛЕМБӘТОВ, Хәйбулла районы: Поезд менән Өфө вокзалына килеп төшкәс тә Ҡоролтай делегатына шундай мөнәсәбәт, мәртәбә булыуына хатта күңелем тулып, күҙҙәремә йәш төйнәлде: башҡортса музыка уйнай, килеп төшөү менән ҡаршы алып, тәғәйен ергә алып барып ҡуйҙылар. Ул ваҡытта башҡорттар өсөн ойошторолған бындай сараны күреү генә түгел, хыялланған да булманы. Сара үҙе лә эшлекле шарттарҙа үтте: милләтте борсоған һәм йылдар буйына йыйылып килгән проблемалар күтәрелде, һәр теләгән кеше үҙенең фекерен белдерҙе, мәсьәлә уртаға һалып һөйләшенде. Хәҙерге кеүек алдан яҙылыу ҙа, фекереңде тыңлап бөтмәй бүлдереүсе лә булманы. Ысын мәғәнәһендә был сара рух байрамы булды. Ҡоролтайҙан һуң унда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың күбеһе тормошҡа ашырылыуы ла күңелдә милләт, уның киләсәге өсөн ышаныс, дәрт уятты.
Бөгөн үткәндәргә боролоп ҡарап, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетын Нияз Мәжитов һәм Әхмәт Сөләймәнов етәкләгән ваҡыттар - иң уңышлы һәм иң һөҙөмтәле йылдар булған, тигән фекергә киләм. Тик йылдар үтә бара башҡорт милләтенең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн булдырылған был ойошманың үҙ маҡсаттарынан ситләшеүе, уның исеме генә ҡалыуы бошондора барыбер. Әлбиттә, заман үҙгәрә килә маҡсаттар ҙа үҙгәрә, тип аҡларға булыр ине был хәлде. Ләкин проблемаларыбыҙ шул уҡ ҡала, әйләнеп килә лә ҡабатлана. Мәҫәлән, туған телебеҙҙе уҡытыу мәсьәләһе берәй заман аҙағынаса хәл ителерме икән? Ул мәсьәләне иғтибар үҙәгендә тотоу - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының үҙгәрмәй, ситкә ҡуймай торған бурысы инде ул. Ғөмүмән, был ойошма башҡорт милләтенең мәнфәғәтен күҙәтеү өсөн булдырылған икән, тимәк, шул хәстәр хәстәрләнһен ине инде ул...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.20 | Ҡаралған: 466

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru