«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИҘ ЭШЛӘНДЕ...
+  - 

Май һуңында Өфө районының "Зубово" индустриаль паркы территорияһында коронавирус инфекцияһы сирлеләрҙе ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән яңы клиника-диагностика инфекцион үҙәк асылды. Был сараға Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ла килде.

Объект ҡыҫҡа ваҡытта - 55 көндә сафҡа индерелде. 16 мең квадрат метр майҙанды биләгән яңы госпиталь ҡурай сәскәһе формаһында урынлашҡан бер ҡатлы корпустарҙан ғибәрәт. Улар тиҙ төҙөлә торған модуль конструкцияларҙан ҡоролған. Комплекс эсенә 100 бокс, 18 реанимация палатаһы, диагностика, дезинфекция, лаборатория, дарыухана, үҙәкләштерелгән стерилизация бүлеге һәм табиптар өсөн ятаҡ инә. Үҙәк 470 кешегә иҫәпләнгән, ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Госпиталь тәүге пациенттарын 1 июндә ҡабул итә башланы.
РФ һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко төҙөлөш темптарын һәм сифатын баһалап: "Һеҙ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иҫ киткес проект эшләгәнһегеҙ. Бөгөн беҙ, ысынлап та, икенсе төрлө йәшәргә өйрәндек, тормош мәжбүр итте. Иң мөһим ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе, моғайын да, тиҙ генә ҡарар ҡабул итеп, тиҙ эшләргә өйрәнеүҙер", - тине. Шулай уҡ ул, һуңғы айҙарҙа ай ярымдан ҡыҫҡараҡ ваҡыт эсендә лаборатория продукттарын сәнәғәт етештереүе кимәленә сығарырға өйрәндек, тип белдерҙе. Бөгөн диагностика системаларының 80 проценты тест-система производствоһына тура килә. Ошо ай ярымда ғына фармацевтика тармағы ихтыяж буйынса эшләргә яраҡлашып, 20 диагностика продукты етештергән. 1,4 миллион медицина хеҙмәткәре инфекцион сирлеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса белемен камиллаштырған. М. Мурашко коронавирус сиренә генә иғтибар биреп, ярҙам талап ителгән башҡа ауырыуҙарҙы: онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы, неврология һәм башҡаларға ярҙам күрһәтеүҙе сикләргә ярамағанлығына ла баҫым яһаны.
Үҙенең сығышында республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда беренселәрҙән булып ауырыуҙарҙы ковидҡа ҡаршы плазмалар менән дауалай башлауҙарын, һөҙөмтәләрҙең ыңғай булыуын белдерҙе. Әлбиттә, "ҡыҙыл зонала" булған табиптар үҙҙәре лә сир йоҡтора, башҡалар һаулығы хаҡына үҙенең сәләмәтлеген ҡаҡшата. Шуға күрә лә Хөкүмәт республиканың иң яҡшы ике шифаханаһында табиптарҙы реабилитацияларға - уларға лайыҡлы ял һәм дауаланыу ойошторорға ҡарар иткән.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.20 | Ҡаралған: 401

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru