«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СЫСҠАНДАР ТӘЖРИБӘҺЕ, ЙӘКИ ИҢ ҠУРҠЫНЫСЫ - УЛ РУХИ ҮЛЕМ
+  - 


Америка ғалим-этнологы Джон Кэлхуна кешелек донъяһының, әҙәмдәр холҡо һәм ҡылығының төрлө күренештәрен асыҡлау өсөн йөҙ төрлө тәжрибә үткәргән. Ул халыҡтың, йәмғиәттең ниндәйҙер тәбиғилектән тайпылыштарын аңларға һәм аңлатырға тырышҡан. Уның "Йыһан эксперименты - 25" тигән тәжрибәһе киң билдәлелек алып, ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Тәжриә буйынса ҙур йәшникте хәтерләткән кәртәле көтөүлеккә 48 көнлөк 4 пар сысҡан ебәрелә. Көтөүлөктә бөтөн уңайлыҡтар ҙа булдырыла: һыу, аҙыҡ етәрлек, урын иркен. 256 айырым бәләкәс йәшниктәрҙә оялар яһалған һәм уларҙың һәр береһендә 15 сысҡандан торған ғаилә йәшәй ала. Дөйөм аҙыҡ-түлек 9500 сысҡанды аҫрарлыҡ була. Температура уртаса йылылыҡта, хәүеф юҡ, урындар таҙартып торола, инфекцияларҙан һаҡлана һәм башҡалар. Ҡыҫҡаһы, сысҡандар өсөн ожмах була бында.
4 пар сысҡан был хөрриәткә килеп эләккәс тә әүҙем рәүештә үрсей башлай. Был арауыҡ 104 көндө, йәғни беренсе сысҡан балалары тыуғансыға тиклем ваҡытты ала. Унан сысҡандар һәр 55 көн һайын арта бара, әммә 315 көндән һуң артым кәмеп ҡала. Хәҙер инде былар 145 көн аша ғына балалай башлай. Был ваҡытта көтөүлөктә 600 башлап сысҡан булып китә. Уларға урын тарая. Сысҡандар араһында социаль ҡатламдар барлыҡҡа килә, иерархия формалаша. Беренсе булып "Ситкә тибелгәндәр" кастаһы күҙгә ташлана. Был кимереүселәр ситтән үк беленеп тора: таланғандар, күнгәндәр, әүҙемлектәре юғалған. "Ситкә тибелгәндәр"ҙең бар булыуына "Ололар"ҙың күбәйеп китеүе булышлыҡ итә. Оло һәм тәжрибәле сысҡандар йәштәрҙе баҫа, ҡыҫа, талап, көтөүҙән сығара бара. Тегеләре көслө һәм ҙур сысҡандарға ҡаршы тора алмай, түбәнселектәр менән ризалашып йәшәүгә күнә. Бигерәк тә ҡыуылған ата сысҡандарҙың хәле мөшкөлләнә. Улар барыһына битараф булып, үҙ инәләрен дә яҡлай алмай, үҙҙәренән бәләкәйерәктәрҙе талап ҡына көн итеүгә ҡулайлаша.
Шул уҡ ваҡытта инә сысҡандар яугирлаша. Улар үҙҙәрен үҙҙәре яҡлай, һуғыша ғына түгел, агрессияларын балаларына ла төшөрә. Ҡайһы берҙәре көсөктәрен үлтереп тә ташлай. Шундайҙар күбәйеп китә һәм улар артабан бала тыуҙырыуҙан баш тартып, алыҫтағы ояларға китеп, "Яңғыҙ-инә" кастаһын булдыра. Тыуым бермә-бер кәмей.
560 көндән һуң сираттағы фаза - үлемгә дусар итә торған фаза башлана. Бында яңы төр характерлы сысҡандар формалаша. Уларҙы ғалимдар "Сибәрҙәр" тип атай. Был сибәрҙәр ата сысҡандар булып сыға. Уларҙың бар эше ашау, йоҡлау, үҙҙәрен таҙалап-ҡарау ғына була. Улар һуғышмай, бөтөн төрлө конфликттан ҡаса, инә енескә яҡынламай, тоҡомон ҡалдырырға ынтылмай, ялҡауланып, наҙланып ҡына тик ята. Көтөүҙәге бөтөн нәмәләргә лә битараф булалар. Яйлап "Яңғыҙ-инәләр" менән "Сибәрҙәр" күпселекте тәьмин итә башлай.
Сысҡандарҙың уртаса йәшәү көнө 776-ға барып етә. Был тейешле норманан 200 көнгә арта. Яҡшы шарттарҙағы, уңайлы һәм тышҡы хәүефе булмаған донъяла сысҡандар оҙаҡ йәшәй, балаларҙың үлеме 100 процентҡа барып етә, тыуым бөтөнләй туҡтай. Сысҡандар йәмғиәтендә үҫеш түбәнгә тәгәрәй, деградация башлана. Бөтөн уңайлыҡтар булғанда ла инәләр балаларын ташлай, үлтерә, уларҙа агрессия уяна. Гомосексуализм сәскә ата, каннибализм килеп сыға. 2200 башҡа еткәндән һуң, был йәмғиәт бөтөнләйе менән артыуҙан һәм тәбиғи теләктәр менән йәшәүҙән туҡтай. Ахырҙа, ғалимдар ҡарт сысҡандарҙы алып ташлап, "Яңғыҙ инәләрҙе" һәм "Сибәрҙәрҙе" генә ҡалдырып ҡарай, әммә быларҙың бер-береһенең енесенә инде иғтибары уянмай. Улар үҙ-ара аралашыуҙан ҡырҡа баш тарта һәм яңғыҙ ҡартайып үлеп бөтәләр...
Ошо тәжриәбне кешеләр йәшәйеше менән дә сағыштырып, һығымталар яһай белгес. "Ололар"ға ул беҙҙең пенсионерҙарҙы йәки олатай-өләсәйҙәрҙе түгел, ә юғары технологиялар һәм донъя капиталы менән эш итеүсе олигархтарҙы һәм эре буржуаны индерә. Автомат технологиялары килеп ингәндән алып кеше хеҙмәтенең баһаһы төштө һәм кешеләр производстволарға кәрәкмәй башланы. Улар ситкә тибелде, социаль ролдәре һәм урындары тартып алынды. Йәшәү һәм көн итеү өсөн улар хәҙер ниндәйҙер икенсе ваҡ-төйәк менән булышырға мәжбүр. Тағы ла ябайлаштырып әйткәндә, бөгөнгө ябай халыҡ һәм властарҙың мөнәсәбәте был. Илдең баҙар иҡтисадына, капиталистик ҡоролошҡа күскәнендә яраҡлаша алмай ҡалғандар "Ситкә тибелгәндәр" булып иҫәпләнә. Ауылдарҙа колхоз-совхоздар ябылғас, ҡалаларҙа завод-фабрикалар тарҡатылғас, алған белемдәре бөгөнгө шарттарҙа килем килтерә алмағас, халыҡтың күп өлөшө эшһеҙ, ашһыҙ, өмөтһөҙ булып ҡалды. Уларҙа рухи күтәрелеш юҡ, улар ашау өсөн генә хеҙмәт итә. Ниндәйҙер ижади процесс, үҫеш, яратҡан шөғөл тураһында һүҙ ҙә юҡ. Шундай йәмғиәт өсөн эсеү, күңел асыу урындары күбәйә, секталар тармаҡлана. Ихтыярһыҙланған халыҡ шулар ҡармағына ҡаба ла инде.
Сысҡандар араһында нарциссизм барлыҡҡа килә, тип тә әйткәйнек. Был беҙҙең йәмғиәттең тап бөгөнгө көнөнә тура килә икән. Үҙ-үҙеңде артыҡ яратыу һәм үҙең менән һоҡланыу бөтөн интернетты тултырған, шулай бит? Халыҡ үҙен дөрөҫ итеп баһалай белмәй, тоғро баһалау кимәленән үткән, ул шул хәтлем үҙе менән мөкиббән һәм шуны башҡаларға ла йоҡторорға теләп, туҡтауһыҙ интернетҡа фотоларын һала. Бер ниндәй ҙә хеҙмәт ҡаҙанышы йәки һәләти күрһәткесе юҡ уның, тик тышҡы төҫөн генә тамашаға сығара. Был инде нарциссизм булып иҫәпләнә. Ниндәйҙер тарихи урынға, архитектура объектына килеп, улар шул күренеште генә төшөрмәй, ә мотлаҡ үҙҙәрен дә кадрға алып ҡуя. Кәрәккән-кәрәкмәгән селфиҙар эшләп һала. Үҙҙәрен яһалма рәүештә матурыраҡ итеп күрһәтә. Тышҡы төҫтәренә булған ҡыҙыҡһыныу аңдарын һәм эске бирелештәрен баҫып киткән уларҙың.
"Яңғыҙ инәләр" кастаһына килгәндә, был күренеш тә кешеләр араһында ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында әсәй булыуҙан баш тартыу модаға инә. Элегерәк кейәүгә сығып, бала тыуҙырмау йәки ваҡытында әсә булып өлгөрмәү шелтәләнһә, бөгөн ирекле ҡараштар - ҡатындарҙың әсә булырға теләмәүе лә популярлашты. Һәм ҡатын-ҡыҙҙың агрессивлашыуы ла уларҙың тормош йөгөн башлыса яңғыҙ һөйрәүҙәренән, ҡәҙерле, ҡараулы, яҡлаулы була алмауынан киләлер. "Сибәрҙәр" категорияһы ла актуаль хәҙер. Күреп тораһығыҙ, тотош донъяла ир-егеттәр араһында ҡатын-ҡыҙға оҡшап ҡупшыланыу, һыланып-һыйпаныу, нәфисләнеү ҡалҡып сыҡты. Тар салбарҙар, билле костюмдар, муйындарҙағы төҫлө косынкалар, маникюрҙар, прическалар һәм башҡалар ике енесте айыра алмаҫлыҡ хәлдәргә алып барып еткерә. Хипстерҙар, модниктар, гомосексуалистар, транссексуалдар, мотресексуалдар, инфанттар һәм тағы ла ошондайыраҡ ҡатламдар был теҙмәне тулыландыра ғына бара. Был өлкә ир-егете үҙенә ирҙәр яуаплылығын алыуҙан ҡаса, улар лидер булырға ынтылмай, ҡатын-ҡыҙ иғтибары өсөн көрәшмәй ҙә. Төҙөргә, буйһондорорға, яуларға, асыштар яһарға теләмәйҙәр. Улар күберәген байрам-туй, күңел асыу, тусовкалар тирәһен һайлай. Хатта һунар һәм балыҡ тотоу кеүек ирҙәр шөғөлөнән дә баш тарта был каста. Бары кеше күҙенә күренеп, ялтырап, шыма хәбәр һөйләп йөрөүҙе өҫтөн күрә. Һәм, үкенескә ҡаршы, бөгөн ошондай йәш ир-егеттәр менән донъя тулған. Улар бер ниндәй ҙә белем, яңылыҡ, идея алып килмәй йәмғиәткә, әммә матур кейенешеп, ялтырашып үҙәктә йөрөүгә ҡулайлашҡандар...
"Рухтың үлеме" тигән бик дәшһәтле һүҙ булды тәжрибәлә. Сысҡандарҙың араһында рухи түбәнәйеү башланды ла, улар бынан күтәрелә алманы. Йәғни, ул быны йәмғиәттең, кешеләрҙең рухи һыныуы менән сағыштыра. Әҙәмдәр бары тик үҙҙәренең шәхси мәнфәғәттәре өсөн генә йәшәй, идеяһыҙ, ынтылышһыҙ, маҡсатһыҙ көн итә икән - был рухи үлемдең башы ла. Эскелек, наркомания, компьютер уйындары менән мауығыу, интернетҡа батыу, блогерҙарҙың яҙмаларын ҡарап көн үткәреү, бушҡа бушты ауҙарыу, эшһеҙ ятыу, юҡҡа урам тапау, күп хәбәр һөйләшеү, ғәйбәт һөйләү, сауҙа үҙәктәре буйлап маҡсатһыҙ сәйәхәт итеү, йыш ҡунаҡ булышыу, балаларҙы кафе-киэфсилар буйлап алып йөрөү, күп ашау, пирамидалар, секталар ҡоло булыу кеүектәр барыһы ла рухты батырыусылар улар. Ижадҡа ынтылыш, физик һәм рухи сынығыу, белем алырға тырышыу, башҡаларға файҙалы һәм изгелекле булыу иһә шуларҙың тап киреһе. Был ике айырманы бутарға һәм оноторға ярамай. Рух үлемгә ҡарай башын борҙо икән, тәндең күпме йәшәүе инде мөһим түгел. Ул барыбер кешелеккә һәм үҙенә файҙаһыҙ буласаҡ.
Бына шундай ҡыҙыҡ тәжрибә бар. Сысҡандар донъяһы ул шул уҡ беҙҙең Ер донъяһы һәм беҙгә - кешеләргә лә ул ят түгел...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.20 | Ҡаралған: 449

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru