«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛЫҪҠА КИТМӘЙЕНСӘ СИБАЙҘА ЛА БЕЛЕМ АЛЫП БУЛА
+  - 


Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – көньяҡ-көнсығыш райондар йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге булараҡ, төбәк халҡының ныҡлы таянысы. Уҡыу йортоноң бөгөнгө хәле, киләсәккә пландары, юғары белем тармағындағы үҙгәрештәр, бөгөнгө киҫкен хәлгә бәйле абитуриенттарҙы ҡабул итеү буйынса яңылыҡтар менән яҡындан танышыу маҡсатында Сибай институты директоры вазифаһын башҡарыусы, техник фәндәр кандидаты, педагогика фәндәре докторы Азат ВӘЛИЕВ менән әңгәмәләштек.

- Сибай институтында республиканың төрлө райондарынан килгән егет һәм ҡыҙҙар белем ала, - тип башлап китте һөйләшеүҙе Азат Сәлимйән улы. - Йәштәрҙең күбеһе - республиканың көньяҡ-көнсығыш, халыҡ телендәгесә, Урал аръяғы райондарынан. Был аңлашыла ла, сөнки ошо төбәктә йәшәгән халыҡ өсөн Өфөлә йәки башҡа ҡалала белем алыу мәшәҡәтлерәк. Беренсенән, юл ауыр, йыраҡ. Икенсенән, үҙебеҙҙә бынамын тигән белем усағы була тороп, йәштәр ниңә башҡа ерҙе һайлаһын! 90-сы йылдарҙа төбәк йәштәренә юғары белем биреү, ауыл ерендә йәшәүсе балаларҙың ситкә китмәйенсә, яҡында уҡыуҙарына булышлыҡ итеү, көньяҡ-көнсығыш райондарын яҡшы белгестәр менән тәьмин итеү маҡсатында асылған Сибай институты йылдар дауамында үҙ маҡсатына тоғро ҡалып, күптән инде Урал аръяғының мәғариф үҙәгенә әйләнде, тиһәк тә була. Бөгөн беҙҙә республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан тыш, күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, алыҫ Себер тарафтарынан, хатта Ҡаҙағстан, Тажикстан, Әрмәнстан, Үзбәкстандан белем алған студенттар бар. Шулай уҡ беҙҙең менән Германия һәм Мысыр илендә йәшәүсе граждандар ҙа ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
2019-2020 уҡыу йылында беҙҙең уҡыу йорто аккредитация һынауҙарын уңышлы үтеп, алты йылға лицензия алыуға өлгәште. Ҙур ҡыуаныс һәм ышаныс менән киләһе уҡыу йылына үҙебеҙгә уҡырға студенттарҙы саҡырып ҡалам. Бөгөн беҙҙә 600-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙ көндөҙгө бүлектә, ә ике меңдән ашыуы ситтән тороп белем ала. Улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: уҡыу йортоноң матди-техник нигеҙе үҙенсәлекле, ныҡлы. Үрҙә телгә алынған мониторинг йомғаҡтары буйынса Сибай институты иң яҡшы уҡыу йорто булып танылған икән, бының нигеҙендә һәр йүнәлештә эҙмә-эҙлекле, маҡсатҡа ярашлы эш алып барыу һөҙөмтәһе ята. Матди-техник хәлдең тотороҡлолоғо, заманса уҡыу-лаборатория корпустарының булыуы, һәйбәт көнкүреш шарттары тыуҙырылған ятаҡ, тренажер залдары, спорт майҙансыҡтары, стадион, ашхана, китапхана, "Төйәләҫ" фәнни-тәжрибә комплексы, "Талҡаҫ" күле буйындағы ял базаһы, тоҙ шахтаһы, сәләмәтлек үҙәге, редакция-нәшриәт үҙәге - быларҙың барыһы ла беҙҙә белем алған йәштәргә заманса белем биреүгә, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡуйған талаптарҙы уңышлы һәм теүәл атҡарып сығыуға булышлыҡ итә.

Белеүебеҙсә, уҡыу йортонда һәр йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Бәйләнештең төрлө юлдарына ҡыҫҡаса туҡталып киткәндә...

- Беҙ студенттарға белем биреү менән генә сикләнмәйбеҙ: уларҙың һәләтен үҫтереү, өҫтәлмә һөнәр алыу, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу, ирекмәнлек менән шөғөлләнеү, үҙҙәренең эшен асыу, иң мөһиме, уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса бар шарттар тыуҙырыла. Был маҡсатта Урал аръяғындағы барлыҡ ойошма, предприятие-учреждениелар менән эшлекле бәйләнеш булдырылған. Мәҫәлән, мәғариф бүлектәре менән берлектә ҡайһы төбәктә ниндәй предметты уҡытыу буйынса педагогик кадрҙарға ихтыяж күҙәтелә, беҙ тап уларҙы әҙерләү буйынса бүлек булдырабыҙ. Йә иһә курс асыла. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белгестәр әҙерләүҙең шартына ярашлы, теге йәки был предприятие, ойошма квота алған уҡыу йорто менән килешеү төҙөй һәм эшкә ҡайтҡан белгестәр хеҙмәт урыны менән тәьмин ителә. Студенттарыбыҙ ошо эшлекле бәйләнештәр сиктәрендә уларҙа практика үтә, белемдәрен эш менән нығыта. Быйыл "Ауыл уҡытыусыһы" дәүләт программаһының тормошҡа ашырылыуы ла ауыл еренә эшкә барасаҡ студенттар өсөн оло ярҙам буласаҡ.

Азат Сәлимйән улы, уҡыу йортондағы һәр факультет менән ҡыҫҡаса таныштырып үтһәгеҙ ине.

- Бөгөн беҙҙә бөтәһе дүрт факультет эшләй, унда көндөҙгө һәм ситтән тороп белем алыу мөмкинлеге бар. Педагогика факультетында педагогика һәм психология, сит телдәр, башҡорт һәм рус филологияһы, мәктәпкәсә йәштәге балаларға һәм башланғыс белем биреү буйынса дүрт кафедра эшләй. Был факультетты һайлаусылар һис тә юғалып ҡалмай, һәр саҡ эш таба ала.
Ғәмәли математика факультеты студенттары ла бер нисә йүнәлештә һөнәр ала. Ғәмәли математика һәм информатика, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу, физик культура, биология бүлектәрен тамамлаусылар үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарай. Улар ҡаланың тау-байыҡтырыу сәнәғәтенең тирә-яҡ мөхиткә тәьҫирен, уны һаҡлау мәсьәләләрен өйрәнә, ҡурсаулыҡтар, тәбиғәт һәм милли парктар менән хеҙмәттәшлек итә, тәбиғәткә сығып, үҫемлектәр донъяһын яҡындан өйрәнә. Һуңғы ваҡытта биология бүлегенә медицина колледжын тамамлаған белгестәр килә, улар юғары белем алыу өсөн беҙҙең уҡыу йортон һайлай.
Иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетында белем алыусыларҙың күбеһе иҡтисад һәм хоҡуҡ өлкәһендә хеҙмәт итә. Бөгөн юристар һәм иҡтисадсыларға ихтыяж ҙур булмаһа ла, үҙ эшен яҡшы белгән белгескә шөғөл һәр саҡ табыла. Шуны ла әйтергә кәрәк: был факультетта уҡыу тик түләүле нигеҙҙә, бюджет урындары бөтөнләй юҡ. Икенсенән, хәҙерге заманда ҡануниәтте белмәйенсә бер аҙым да алға барып булмай. Үҙ эшеңде асһаң да, ниндәйҙер килешеү төҙөһәң дә, законды белеү, юридик яҡтан ғилемле булыу ҡамасауламай. Шулай уҡ теоретик белемде нығытыу һәм уны төптән өйрәнеү өсөн тәжрибәнең булыуы ла мөһим. Был йәһәттән беҙҙә бар шарттар, уңайлыҡтар булдырылған. Студенттар эксперт-криминалистика лабораторияһында шөғөлләнә ала, судта, прокуратурала, тәүтикшереү бүлегендә, полицияла практика үтә. Шулай уҡ ҡаланың төрлө ойошма-предприятиеларында юрист-консультант булып белемдәрен камиллаштыралар. Йыл һайын факультет алдынғылары өсөн Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы базаһында күсмә практика үтеү яйға һалынған. Был йәһәттән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа ҙур рәхмәт. Быйылдан башлап уҡыу йорто һәм социаль проекттарға ярҙам иткән "Алға, Сибай!" йәмәғәт ойошмаһы менән килешеү төҙөлдө. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров хоҡуҡ һәм иҡтисад факультетында тырышып уҡыған студенттарға үҙ премияһын булдырҙы. Быйыл бәхетлеләр исемлеген Роман Исҡужин, Лиана Ҡырымғужина, Руслан Дзиневский һәм Айгөл Ҡолбахтина тулыландырҙы.
Технология факультеты йәштәр араһында ҙур абруй ҡаҙанған, бында уҡырға теләгәндәрҙең һаны йылдан-йыл арта. Урал аръяғы тау-ҡаҙылма байлыҡтары менән дан тота. Ошоно һәм сәнәғәт предприятиеларын, ауыл хужалыҡтарын күҙ уңында тотоп, 2011 йылда технология факультетында "Транспорт-технология машиналарын һәм комплексын эксплуатациялау", "Художество материалдары технологиялары" йүнәлештәре асылды. Шулай уҡ теләүселәр педагогик йүнәлештә "Технология" профиле (уҡытыусы) һөнәренә эйә була. Тау сәнәғәте өсөн белгестәр артабан "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты"ның Сибай филиалында, "Башҡорт баҡыры", "Бүребай тау-байыҡтырыу" комбинаттарында эшләй. Шулай уҡ "Нефтекама автомобиль заводы" йәмғиәте, "Башсельхозтехника", "Башавтотранс" предприятиелары менән килешеү төҙөлгән. Һуңғы осорҙа беҙҙең студенттар "Сорғотнефтегаз" компанияһында эш таба. Шулай уҡ технология факультетын уңышлы тамамлаған белгестәр араһында үҙ эшен асҡан йүнселдәрҙең күп булыуы һөйөнөслө. Егеттәрҙең күбеһе шина монтажлау, автомобиль ремонтлау буйынса шәхси эш асһа, ҡыҙҙар теген цехы, буҙа әҙерләү, аш-һыу бешереү һөнәре буйынса махсуслаша.

Киҫкен хәлгә бәйле уҡыу йылын нисек тамамлайһығыҙ һәм буласаҡ абитуриенттарҙы ҡабул итеү ниндәй шарттарҙа үтәсәк?

- Ысынлап та, коронавирус инфекцияһына бәйле Рәсәй һәм Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлыҡтары ҡарарына ярашлы, беҙҙең студенттар дистанцион белем алыуға күсерелде, имтиханды ла дистанцион тапшырасаҡтар. Ә бына яңы уҡыу йылына студенттар туплау, абитуриенттарҙан документтар ҡабул итеү буйынса бер нәмә лә үҙгәрмәй, тик документтар дистанцион рәүештә ҡабул ителә. Шулай уҡ ҡабул итеү имтихандары тест формаһында БДУ-ның сайтында үткәреләсәк. Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең Сибай институтының сайтында танышырға мөмкин.

Быйыл бюджет урындарының арттырылыуы тураһында ишеттек...

- Ысынлап та, ҡыуаныслы яңылығыбыҙ бар: Сибай институтында 192 бюджет урыны булдырылды, үткән йыл был һан 152 ине. Көндөҙгө бүлектә белем алыусылар өсөн "Ғәмәли математика һәм информатика", "Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу", "Биология", педагогика йүнәлешендәге "Математика һәм физика", "Технология һәм информатика", "Сит телдәр" (инглиз һәм немец теле) буйынса түләүһеҙ белем алырға мөмкинлек бар. Шулай уҡ ситтән тороп белем алырға теләүселәр, атап үткәндә, педагогик йүнәлештәге бүлектәргә бушлай уҡырға инә ала. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: беҙ тәүге тапҡыр инклюзив белем биреү буйынса белгестәр әҙерләй башлаясаҡбыҙ, был йүнәлештәге "тәүге ҡарлуғас"тарҙы ситтән тороп уҡыу бүлегенә йыябыҙ. Әгәр ошоға тиклем мәктәпте тамамлаусылар өс Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһе буйынса алынһа, быйылдан уларға уҡыу йортона инеү өсөн ни бары ике имтихан һөҙөмтәһе лә етә. Әммә был бөтә бүлектәргә лә ҡағылмай. Шул уҡ ваҡытта абитуриент һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн дистанцион рәүештә имтихан ойошторола.
Көндөҙгө һәм ситтән тороп белем алыуҙың түләүле нигеҙенә килгәндә, ул яҡынса 30-110 мең тирәһе тәшкил итә. Йәнә шуға иғтибар итергә кәрәк: әгәр студенттың Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһе юғары икән, уҡыу йортондағы төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, уҡыу, олимпиада, конференция, фәнни эштәрҙә уңыштары булһа, комиссияның ҡарары нигеҙендә уҡыу өсөн түләгән аҡсаһының хаҡы кәметелеүе мөмкин. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең уҡыу йортон һайлаусылар бер ваҡытта ла тормошта юғалып ҡалмай, үҙ урынын лайыҡлы табасаҡ.

Мәликә ШӨҒӘЙЕПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.20 | Ҡаралған: 642

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru