«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ - ЙӘНӘЙ, АСЫЛЫБЫҘ - КӨНБАЙЫШ БАШҠОРТТАРЫ
+  - 


4-се бүлек

Монгол баҫҡынсылары 1241 йылда Батый хан етәкселегендә Венгрияға баҫып инә. Дунай башҡорттары Венгрия короле армияһында хеҙмәт иткәнлектән, венгрҙар һәм уларҙың союздаштары - австриялылар һәм франктар менән бер сафта монгол яуына ҡаршы сыға. Ибн Сәйет әл-Мәғриби былай тип яҙа: "... әл-Хункар иле. Улар - төркиҙәр, башкурдтарҙың туғандары... Һәм татарҙар уларға барып етте, һәм уларға ҡаршы хункарҙар, башкурдтар һәм алмандар йыйылды. Һәм улар тегеләргә (татарҙарға) еңелеү килтерҙе..." Бында Хорватияның Сибених ҡалаһы эргәһендә булған бәрелеш хаҡында һүҙ бара, был алышта монгол отрядтарының береһе тар-мар ителә. Әммә һуңынан Шайо йылғаһы буйындағы ҡан ҡойғос һуғышта Батый хан ғәскәре венгрҙарҙың союздаш армияһын еңеүгә өлгәшә. Монгол-татар баҫҡынсылығына ҡаршы һуғыштарҙа Венгрия башҡорттары бик күп юғалтыуҙар кисерә, ә уларҙың иҫән ҡалғандары тора-бара венгрҙар тарафынан тулыһынса ассимиляциялана. Был тарихи сәхифәләр тағы ла бер тапҡыр башҡорт этносының килеп сығышында күп төрлө, бай тарихлы ырыу-ҡәбиләләр ҡатнашҡанына бер дәлилдер. Хатта ки боронғораҡ осорҙарҙа уларҙың телдәре лә бер үк булмайынса, тарихи процестар барышында ғына тулыһынса төркиләшкәне ысынбарлыҡҡа тап килә. Алтай - Урта Азия тарафтарында йәшәгән төрлө сығышлы ата-бабалар башҡорт исемен аҙағыраҡ алһа (русса - прабашкиры), боронғо Көньяҡ Урал башҡорттары ла мотлаҡ төрки сығышлы булмай. Өҫтәүенә, тәү Ватандарынан бик алыҫ ерҙәргә китеп, ханлыҡ төҙөп, йә иһә башҡа бер батша-солтандарға хеҙмәт иткән көнбайыш башҡорттары - тарихи ысынбарлыҡ ул. Юҡҡамы ни урта быуаттарҙың бөйөк географы әл Иҙриси үҙенең донъя климаттарына (географик зоналарына) арналған хеҙмәтендә бер юлы ике Башҡорт илен һүрәтләй: береһе Эске Башҡорт иле булһа, икенсеһе - Тышҡы Башҡорт иле.
Шулай итеп, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин иҫбатлағанса, Көньяҡ Уралда бер ҡасан да боронғо мадъярҙарҙың ватаны булмаған. Уның фаразлауынса, Көньяҡ Урал башҡорттары урындағы ерле мәҙәниәтле ҡәүемдәрҙән (кушнаренко, ҡара яҡуп мәҙәниәттәре) формалашып, тарихи этник үҫеш барышында юрматы, йәнәй, юрмый, ғәйнә ырыуҙары формаһын алған, улар берләшмәһенә, шулай уҡ уртаҡ башҡорт автоэтнонимын алып, иртә урта быуаттарҙа уҡ бөрйәндәр килеп ҡушылған. Бөрйәндәрҙең боронғо ата-бабаларынан беҙҙең ерлектә турбаҫлы археологик комплексы ҡомартҡылары ҡалған булыуы бик мөмкин. Атаҡлы тарихсы-археолог, академик Н.А. Мәжитов та IX-X быуат башҡорттарының мәҙәниәте күп компонентлы булып, уның формалашыуында боронғо кушнаренко һәм турбаҫлы ҡәбиләләренең (шартлы атамалар) әүҙем ҡатнашыуы тураһында яҙҙы. Тимәк, бөгөнгө йәнәй ырыуы башҡорттары вариҫтары ла, һис шикһеҙ, үҙҙәренең боронғо тарихи сығышын яҡшы белгән хәлдә, этник берҙәйлектәрен (идентичность), ябай тел менән әйткәндә, ниндәй милләт вәкилдәре булыуҙарын төплө аңларҙар ине.
Йәнәйҙәрҙең башҡорттар Рус подданствоһы алғанға тиклемге тарихы буйынса документаль сығанаҡтар юҡ тиерлек. 1909 йылда "Шура" журналында "Жәнәй бабай" исемле риүәйәт баҫыла, унда элекке замандарҙа йәнәйҙәрҙең ата-бабалары Әй йылғаһы буйында көн итеүе хаҡында бәйән ителә. Ошо риүәйәткә ярашлы, 300 йылдар элегерәк Жәнәй баба исемле кеше, уҡ-һаҙаҡ һәм һөңгө менән ҡоралланып, тыуған илен ташлап, яңы ерҙәр эҙләп табам тип, көнбайышҡа табан сәфәргә сыға. Ул бик оҙаҡ бара торғас, Ағиҙел һәм Чулман (Кама) йылғалары ярҙарына етеп, барлығы 100 мең дисәтинә тәшкил иткән ерҙәргә һәм урмандарға хужа була. Уның биләмәләрен һуңынан Йәнәй олоҫо йә иһә Йәнәй түбәһе, тип атайҙар. Тик XVII быуат башында йәнәйҙәрҙең Урал аръяғынан Кама буйҙарына күсеп килеүен тарихи факт тип ҡарап булмай. Был риүәйәттә, күрәһең, йәнәй ырыуы башҡорттарының көнсығыш башҡорттары ерҙәрендә припущенник сифатында күпмелер йәшәп, элекке биләмәләренә кире ҡайтыуы сағылыш тапҡандыр. Ошоно раҫлаусы тарихи документтар ҙа табылған. Мәҫәлән, Себер даруғаһының Ҡошсо олоҫо башҡорто Баҡый Аҡбулатов 1685 йылда үҙенең Әй һәм Өфө (Ҡариҙел) йылғалары буйындағы аҫаба еренә Йәнәй олоҫо Шабыз ауылы (хәҙерге Татарстандың Аҡтаныш районында урынлашҡан) башҡорттары Мәскәү (Москова) һәм Әтекәй (Атака) Козелаевтарҙы припущенник итеп индергән.
Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң башҡорт ырыуҙары вәкилдәре батша хөкүмәтенән үҙҙәре биләгән ерҙәргә аҫаба биләмәләренең сиктәре күрһәтелгән махсус (подтвердительный) грамоталар ала. Бына Йәнәй олоҫо башҡорттарына бирелгән грамоталарҙың береһендә шулар теркәлгән: "Лета 7148 (то есть 1640 г.) марта в 3 день били челом государю царю и великому князю Михаилу Федоровичу всея Руси, а воеводе Ивану Ивановичу Салтыкову подали челобитную Уфимскаго уезду, Енейския волости, ясашные башкирцы Янбахтычко Кудабахтин сын, Магозячко Байбахтин сын с товарищи, а в челобитной их написано: вотчина де дедов и отцов их вниз по Ику реке по обе стороны бортныя ухожия и всякие зверевые ловли и с озеры, а межи де той вотчине по Ику реке вверх Тадума озера исток, да нижняя межа той вотчине по Ику реке вниз завод Уртаря, дав той вотчине озера Таралы и с ыстоками и со всякими угодьи".
Йәнәй олоҫо территорияһына Ыҡ йылғаһының түбәнге ағымындағы, Ағиҙел һәм Чулман (Кама) йылғалары буйҙарындағы ерҙәр ингән. Үҙенең бик уңайлы географик урыны арҡаһында был яҡтарҙа рус крәҫтиән колонизацияһы бик тиҙ башлана, байтаҡ ерҙәр тартып алына башлай. Шул сәбәпле йәнәй ырыуы башҡорттары ла бер-бер артлы тоҡанып торған башҡорт ихтилалдарында бик әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Алдар һәм Күсем батырҙар етәкләгән 1704-1711 йылғы ихтилалда Йәнәй олоҫо муллаһы Мөхәммәт Яҡупов ҙур әүҙемлек менән сығыш яһай.
Шул уҡ ваҡытта йәнәйҙәр Башҡорт ғәскәре составында рус армияһының байтаҡ ҡына хәрби походтарында ҡатнаша. Мәҫәлән, 1771-1172 йылғы Польша походында Башҡорт ғәскәре составында Йәнәй олоҫо старшиналары Шәрип Айҙаров һәм Ғәли Йәрмөхәмәтов командаларынан яуҙарҙа ҡатнашҡан 130 башҡорт яугирының исемлеге табылды.
Йәнәй ырыуы башҡорттарының эске бүленешендә бер нисә түбә булыуы билдәле: Йәнәй түбәһе үҙе, Оло, Урта, Кесе Йәнәй, Терпеле, Сығыр (Чигир), Туғыҙлар (Туғыҙбай), Боғады һәм Камбар түбәләре. Хәҙерге топонимияла ошо түбә исемдәре сағылыш тапҡан торлаҡ пункттары бар: Девятерня ауылы (Татарстан Республикаһының Агрыз районы), Боғады ауылы (Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы һәм Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы), Камбарка ҡалаһы (Удмурт Республикаһы). Туғыҙлар (Тугузбуй, тип теркәлгән) түбәһе П.И. Рычковтың "Башҡорт халҡының олоҫтарға һәм ырыуҙарға бүленеше" исемле яҙмаларында айырым олоҫ итеп күрһәтелә.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ
әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.20 | Ҡаралған: 384

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru