«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ
+  - 


Иҙрис НОҒОМАНОВ

НИ СӘСҺӘҢ...

Ниязбай ағай ауылдаштарын кәрәккәнгә лә, кәрәкмәгәнгә лә төп башына ултыртыу буйынса даны сыҡҡан мут әҙәм, олоно оло тип, кесене кесе тип тормайынса, алдашыуын һаман ташламай. Үҙенсә ул әкәмәт яһамаҡсы була шәт, әммә әкәмәте һәр саҡ тиерлек яман алдыҡҡа әйләнә лә ҡуя. Ҡара һаҡалың ғүмер буйына артыңдан ҡалмаҫ, тигәндәре ошо булалыр инде. Икенсе мәргән әйтем: "Бөкөрөнө ҡәбер генә төҙәйтер" - ти. Шулай ҙа, ихласлап тотонғанда, төҙәймәҫ бөкөрөнө лә төҙәйтергә була икән...
Бер көн, кисләтеп кенә, эштән ҡайтып барһам, ағайымды осраттым:
- Ҡустым, - тине ул иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡандан һуң, шунан ярым бышылдауға күсте, - ҡусты булғанға күрә генә һиңә әйтәм әле, Ҡырмай буйынан яңғыҙ илек үтеп киткән...
- Үҙең күрҙеңме эҙҙәрен? - Минең ҡолаҡ ҡарп итеп ҡалды. Ярайһы ғына оҫта һунарсымын бит. Бер ҡатлылыҡ та баштан ашҡан.
- Бая ғына. Талға барғанда. Эҙҙәр эп-эсвижий.
Миндә кинәт кенә һунар ҡомары уянды. Уянмай һуң, ҡоралайға рөхсәт ҡағыҙым бар ине. Уны "яндырғы" ла килеп тормай. Бер ыңғай килһә килә бит ул - иртәгә, етмәһә, ял көнө. Һай, Ниязбай ағай, һунарым уңһа, ашҡа саҡырып алырмын, валлаһи! Кәрәкле әйберҙәремде кистән үк барланым, ҡушкөбәгемде майлап, әҙерләп ҡуйҙым.
Мин ағайым өйрәткән урынға барып еткәндә, яңы яҡтыра башлаған ине. Тегеләй үттем, былай барҙым, был тирәнән илек түгел, сысҡан да юрғалап уҙмаған. Шунда ғына ағайымдың насар ҡылығы иҫкә төштө. Ултыртҡан! Ыштанһыҙ малай ише ултыртҡан. Инде бүтәне бөтөп, миңә тотонған икән. Белгән бит әле, хәсис, нимәгә һуҡтырырға. Үҙем дә инде, асыҡ ауыҙ. Аҙ ғына уйлап ҡараһам, ни була? Ҡырмай башындағы шау ташта ниндәй тал үҫһен ти! Әлеге шул бер ҡатлылыҡ инде. Кеше күҙенә салыныуҙан оялып, кискә генә ҡайтып индем. Иртәнсәк бер ни булмағандай һыҙғыра-көйләп, мал тәрбиәләп йөрөгән булам. Ниязбай ҙа тышҡа сыҡҡан. Аҫтыртын ғына бер-беребеҙҙе күҙәтәбеҙ: бер кемдең дә алдан һыр биргеһе килмәй. Ниһайәт теге түҙмәне:
- Шунан, ҡустыһы, һунар нисек? - тигән була, үҙенең күҙҙәрендә мутлыҡ осҡондары уйнап тора. Мин бер аҙ көттөрөп (йәнәһе, дәрәжә һаҡлайым) ырыя ғына яуап бирҙем:
- Таптым, әй, тегеләрҙе. Икәү булғандар икән, рәхмәт инде, ағый, һиңә.
- Шулай уҡмы ни? - Алдар йән, ышанып етмәгән һымаҡ, йылмайып тора. Шулай ҙа икеләнә кеүек: хәҙер инде күҙҙәре бесәйҙеке кеүек янып китте. Мин уңай мәлдән файҙаланып ҡалырға тырышам
- Ағый, - тием, - береһен көскә алып ҡайтып еткерҙем, икенсеһен, булмаһа, һин барып ал. Атың да бар, эҙҙәрҙе лә тәүләп үҙең шәйләгәнһең. Шуға күрә уртаҡ булһын.
Теге, ышандымы-юҡмы, бер аҙ текләп торҙо ла ҡайтып китте. Әҙәми затта нәфсе тигән бер яман этәргесме, ҡотортҡосмо бар бит. Ана шул үҙенекен иткән, Ниязбай кискә генә, кеше аяғы һил булғас, атын егеп "өлөшөн" алырға киткән. Буштан төшкән һуғымдан кемдең баш тартаһы килһен! Йырып сыҡҡыһыҙ тәрән көрттә бата-сума, атын ҡырҡ туғарып, ҡырҡ егеп, иллалла менән, таңға саҡ ҡайтып йығылған. Ике-өс көн ул кәртә-ҡураһы тирәһенә сығып күренмәне: "өлөшөн" ныҡ алғандыр. - Алып ҡайта алдыңмы өлөшөңдө? - тип ҡыҙыҡһынған булам теге бер күҙгә салынып ҡалғанында.
- Ныу-у, ҡустым, - тип бошондо ағайым, - һин дә хәтәр шылдыра беләһең икән, ә.
- Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы, ағый, - тип йылмайҙым мин, - ни сәсһәң...
Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ошо әкәмәттән һуң Ниязбай ағай алама ғәҙәтен ташланы ла ҡуйҙы. Белеп кенә ҡулланғанда һәр ауырыуҙың үҙ дауаһы була шул...

ЙҮНСЕЛ

Ай-һай, еңелдән түгел тура тартып Ирәндек артылыуҙары. Быны үҙ иңендә һынап ҡарағандар ғына беләлер. Ә мин әлеге ғәмәлде күп тапҡырҙар һынаным. Ул һынауҙың тире әсе булһа ла емеше татлы: Ирәндек һыртына менеп баҫтыңмы - һинең өсөн бөтөнләй икенсе мөхит асыла. Һин ирекле кейек кеүекһең! Бында һинең өҫтөңдән бер кем дә хакимлыҡ итеп тормай, бер кем уйҙарыңа ҡамасауламай һәм үҙ ихтыярын тағып маташмай. Хөрриәт! Бар донъя ошоноң ише булһа икән.. Сиратын көткән күпме хыялдар тормошҡа ашыр, күпме асылмаған асыштар яһалыр, яҙылмаған күпме әҫәрҙәр яҙылыр ине. Ә тегендә, Ирәндек аҫтында, ҡапма-ҡаршылыҡлы башҡа йәшәйеш. Унда аҙым һайын йәпәтәйҙәр, унда ялған менән ике йөҙлөлөк тулып ята, унда яһалмалыҡ хөкөм һөрә. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө "демократиябыҙ" шулайыраҡ...
Әле бына ҡара тиргә батып тағы Ирәндек үрҙәренә үрмәләйем. Был юлы маҡсатым - мәғрур Кәбәнташ ҡаяһын буйһондороу. Унда күтәрелһәң, ярты Ер ус төбөндәгеләй күренеп ята. Ер генәме, һинең ҡаршыңда барлыҡ донъя асыла! Бар донъя һәм бөтөн йыһан! Шуның өсөндөр, форсаты сыҡҡанда, йәнем дә, тәнем дә Ирәндек буйҙарына тартыла ла тора. Тик ул форсат тигәне һирәгерәк тәтей. Шулай ҙа үҙем өсөн генә уны йышыраҡ булдырырға тырышам. Сөнки мин осар ҡош бейеклегенән ана шул донъя менән йыһанға ҡарап торорға яратам. Ҡарап торам, торған һайын ниндәй ҙә булһа асыш яһайым. Әлбиттә, ул асыштар ҙа тик үҙем өсөн генә була. Бәндәләрҙең күпселегенә ул асыштарҙың иҫ киткес мәғәнәһе менән илаһи матурлығын да, гүзәл асылын да аңлау бәхете бирелмәгән. Йәл...
Бына, ниһайәт, мин ҡыразлы сусаҡ түбәһендәмен. Ҡая тәне ғәжәп шифалы артыш, мамыҡ ише йомшаҡ таш мүге, башҡа һәр төрлө ваҡ-төйәк үҫенте менән ҡапланған. Ҡара, ошо түгелме һуң йәшәү өсөн көрәштең асыҡ миҫалы! Сая йәшәү көсөң самалы икән, бар, шыр яланғас таш өҫтөндә үҫеп ҡара. Күҙ алдымда күренештең таң ҡалдырғысы ғына түгел, һоҡландырғысы!
Бында мәңге ыжғыр-ныҡыш ел иҫә. Тиҫкәре ел. Шунлыҡтан, ағастары ла ғәжәп ҡиәфәткә кереп бөткән. Уларҙың һәммәһе зәғиф һәм кәгез. Шулай, самаһыҙ ҡаты, шыҡһыҙ һауа шарттары хатта әрһеҙ ағастарҙы ла танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә: ҡайыны - ҡайын, ҡарағасы - ҡарағас түгел. Улар фантастик киноларҙағы сәйер мәхлүктәргә оҡшап ҡалған. Өшөмһәктәргә бында урын юҡ. Был урынға ҡырағай йәнлек-ҡоштар ҙа һирәк һуғыла. Һуғылһа әле. Ни өсөн тигәндә, бында көс түгеп, ваҡыт сарыф итеп күтәрелеүҙең кәрәге юҡ: ышыҡланыр урын, ашар ризыҡ таба алмаҫһың. Хатта ҡояш та бында икенсерәк һымаҡ - һараныраҡ. Үҙе ана йылмайып тора, ә тамсы йылыһы тойолмай.
...Иғтибарымды башым осондағы зәңгәр төпһөҙлөктә талғын ғына әйләнгән ҡош йәлеп итә. Ирәндек бөркөтө икән. Уның тирәһендә, һәр ваҡыттағыса, бушалйыюҡҡа сарғалап ала ҡарға бутала. Ул ҡарға ҡорбанын йыҡҡан арыҫлан янында темеҫкенгән сүл бүреһе кеүек: үҙе ҡурҡаҡ, өркәк, үҙе биҙҙергес. Ләкин бөйөк ҡоштар батшаһы яғынан уға тамсы ла иғтибар тойолмай. Бөркөткә ҡарғаң бар ни, юҡ ни. Хәйер, шулай кәрәктер ҙә: батша һынлы батша тоҡомона ниндәйҙер бер йолҡош затҡа ваҡыт әрәм итеп тормаға! Бүтән мөһимерәк тә, ашығысыраҡ та, етдиерәк тә эштәре бөткәнме батшаның...
...Уйҙарымды ҡая таш аҫтынан ишетелеп ҡалған сәйер ҡыштырлау бүлдерҙе. Әлеге, ҡанға һеңешкән һунарсы алымы: үҙем дә һиҙмәҫтән, сүгә бирҙем дә, тауыш килгән яҡҡа ҡараш ташланым. Ҡараным һәм... башта аңлай алмай торҙом, унан шаҡҡаттым. Ҡатмаҫлыҡмы! Оҫта ҡул менән ҡупшы итеп әүәләнгән йәтеш кенә ҡаулан сүмәлә үҙенән-үҙе... тау түбәненә шыуыша! Был нимә? Әллә күҙемә күренәме? Юҡ, күренмәй икән, ҡаулан өйөмө ысынлап та китеп бара. Күҙәтә башланым. Теге сәйер сүмәлә ун-ун биш аҙымдар тирәһе бер шыуышып, бер туҡтала биреп барҙы ла, ахырҙа, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Оҙаҡ көттөрмәй, уның аҫтынан... Кем тиһегеҙ? Бәхәс ҡорам, тәбиғәтте үҙ итмәгән был һорауға бер ваҡытта ла дөрөҫ яуап бирә алмаясаҡ. Үҙем дә тәүҙә баҙап ҡалдым: һунарсымын, тип йөрөү менәнме... Сүмәлә аҫтынан ебәк йөнө ҡояшта йылҡылдап торған ғәләмәт һимеҙ бурһыҡ килеп сыҡты. Мин шунда ғына төшөнөп алдым: йүнсел кейектең ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеп йөрөгән көнө икән. Уның әлеге эшен һунарсылар үҙҙәренсә: "Бурһыҡ ҡаулан тарта", - тиҙәр. Ысынлап шулай ҙа баһаң! Бурһыҡ ҡаулан тарта башлаған икән, тимәк, һалҡындар яҡынлаша.
Бурһыҡтың әҙер сүмәләләрен күп күргәнем бар, ә бына шул ҡыу үлән өйөмөн нисек итеп, ни рәүешле өңөнә ташыуын әлегәсә күҙ алдына килтерә алмай инем. Баҡһаң, яп-ябай ғына икән дә! Ана, уңған хужа, сүмәлә аҫтына яртылаш сума бирҙе, уны алғы тәпәйҙәре менән ҡосоп алды ла, еңел генә, килбәтле генә итеп артҡа ҡарай һөйрәп алды ла китте. Һай, афарин! Шул килеш ул ҡарайып торған өң ауыҙына инеп юғалды. Ә ҡоро бесән өйөмө тыңлаусан ғына уның артынан эйәрҙе. Ғәжәп бит! Ҡапыл ҡарағанда, ысынлап та, йәнһеҙ сүмәлә үҙе китеп бара кеүек.
Байтаҡ ваҡыт йәйенке таш аҫтында юғалып торғандан һуң, "йүнсел" йәнә күренде. Әллә ҡасан әҙерләнеп, ярайһы ғына арауыҡта ятҡан икенсе сүмәләне баяғы ысул менән ҡарманы ла тағы өҫтөрәп алды ла китте. Шулай ҙа быныһын эскә индермәйенсә, өң алдында ҡалдырҙы. Тимәк, бурһыҡ уныһы менән, ҡышҡылыҡҡа ихласлап ятҡандан һуң, өң ауыҙын ҡаплап ҡуясаҡ. Быныһына ғына минең дә баш етте. Егәрле кейектең "өйө" йылы, түшәге йомшаҡ булырына шик юҡ. Үҙе хозур, үҙе йомарт йәй тураһында матур төштәр күрә-күрә йоҡла ла йоҡла аҡыллы баш. Беҙҙең яҡтарҙа ҡыш бауыры оҙон ул.

ҠОРҘАР ХӘЙЛӘ ҠОРА

Монолит тигән төшөнсәнең ни аңлатҡанын күптәр белмәйҙер әле. Эйе, үҙебеҙҙең телгә ауҙарғанда ул берҙәмлек һүҙенә яҡын тора һәм сәйәсәттән башҡа агрономик мәғәнәгә лә эйә. Ни өсөнмө? Сөнки тупраҡтың өҫкө ҡатламы, ужым культураларының ҡышҡы хәл-торошон, яҙҙы нисек ҡаршылауын белер өсөн мотлаҡ монолит алырға һәм билдәле бер шарттарҙа үҫтереп ҡарау кәрәк. Монолитҡа ҡарап ашлыҡтың киләһе уңышын күҙалларға була, яҙғы эштәргә, ғөмүмән, планға үҙгәрештәр индерелә. Монолит ала торған мәл - февраль урталары. Өф итеп кенә үҫтергән ужымдың һәләк булыу ихтималлығы ошо осорҙа ҡырҡа арта. Ни өсөн тигәндә, йоҡлап ялыҡҡан ужым инде уянырға әҙерләнә, ә һыйыр мөгөҙөн һындырырлыҡ һалҡындар әле үтмәгән. Сыуаҡ көн үҙәгендә шөйлә йылыта биреп ҡуйыуға ҡарамаҫтан, төндәрен һаман шаҡырайтып туңдыра. Ужым өсөн бына ошо иң ҡурҡынысы. Алдаҡсы йылы менән тиҫкәре һалҡындың уны харап итеүе бар. Әйткәндәй, миңә, монолит һылтауы менән һунарға йөрөйһөң дә ятаһың, тиеүселәр ҙә бар. Әйтһендәр әйҙә, минең өсөн барыбер: беренсеһе икенсеһенә ҡамасауламай. Көнсөлдәр һәр ваҡыт булған, барҙар һәм буласаҡ. Киң күңеллелек тигән илаһи тойғонан мәхрүм ителгәндәрҙе мин һәр саҡ йәлләйем. Улар Тәңре тарафынан йәберләнгән меҫкендәр...
Йәтеш кенә балтамды билгә ҡыҫтырҙым да, биштәремде артмаҡлаған көйө, тура тартып, ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан арыш баҫыуына юл тоттом. Ат менән йөрөгәндәй түгел, ҡар ифрат көслө. Ә балта нимәгәме? Уныһы туң ерҙе тумырыр өсөн. Яҙҙы тойған ихлас көн йылмайып-көлә генә, саңғылар еңел шыуа. Саңғысыға шунан башҡа ни кәрәк: йәнгә лә, тәнгә лә рәхәт. Ошондай мәлдәрҙә һин ерҙә йәшәп ятҡанлығыңа ысынлап ҡыуанаһың һәм йәшәгән һайын йәшәге килеп тора. Алаңғырт тау һыртына артылыу менән ҙур аҡланға килеп сыҡтым. Сыҡтым да һағайып ҡалдым. Бында, аҡландың бер кем теймәгән ҡалын һырынтыһы ҡосағында, ҡорҙар төн үткәргән. Ана, ҡар өҫтөндә өңөрәйешкән "оя ауыҙҙары" тап шул хаҡта һөйләй. Улар байтаҡ ҡына. Иртән осоп киткәндәрендә урман тауыҡтары һыҙылған ҡанат эҙҙәрен дә ҡалдырған. Һәр буш ояның төбөндә һарғылт "ҡарышлауыҡтар" өйөмө күренә. Уларға ҡарап ҡоштоң йәшен генә түгел, хатта енесен дә билдәләргә була. Әммә ләкин бының өсөн "юғары урман белеме" һәм ҙур ғәмәли оҫталыҡ кәрәк.
Күп тә барманым, ҡорҙар үҙҙәре лә күренде. Аулаҡ төпкөлдәрҙе төйәк итер ҡоштар, сағылда үҫкән яңғыҙ ялбыр ҡайынға ҡунып, туҡлыҡлы бөрө менән һыйлана ине. Ғәжәп, ни сәбәптәндер барыһы ла әлеге ҡарт ҡайынды һырып алған. Бәлки, уның бөрөләре эрерәктер ҙә, тәмлерәктер ҙә. Тәү ҡарашҡа ҡорҙар миңә бөтөнләй иғтибар итмәгән һымаҡ. Ләкин был тәү ҡарауға ғына шулай. Асылда, һәр ҡош күҙ асып йомған арала юҡ булырға әҙер, сәбәбе генә табылһын. Шуға күрә уларға тура бармайым, күҙ ҡыры менән генә ҡарай-ҡарай ситләтеп үтәм. Ҡаршыңдағы йәнлеккә тура ҡарама, тура яҡынлашма, киҫкен хәрәкәт яһама, алдан күренмә - бына һунарсының төп ҡанундары. Ошоларҙы белмәйһең икән - һин һунарсы түгел. Ошоларҙы яҡшы белеп, иҫендә тотҡандар ғына тәбиғәт һәм унда йәшәгәндәр менән дуҫлашып китә ала...
Ҡаралы-һороло ҡоштар көтөүе ҡунған ҡайынға боролоп күҙ һала-һала ары үттем. Аҡлан инде артта ҡалды. Ошо мәл көтмәгәндә ҡапыл ҡупҡан шау-шыуға һиҫкәнеп, әйләнеп ҡараным. Әле генә ағас башында ғәмһеҙ ултырған ҡорҙар юҡ ине. Шул арала ҡайҙа булдылар һуң? Әһә, ана, әйтерһең дә ниндәйҙер серле көс уларҙың барыһын бер юлы көрткә сумырға мәжбүр иткән. Бая ғына тип-тигеҙ һырынты өҫтө уларҙың эҙҙәре менән сыбарланған. Урыны-урыны менән хатта ҡар ҡыймылдап ҡуйғандай. Ғәжәпһенеп тирә-яғымды байҡайым. Ә-ә, бына эш нимәлә: һирәк сауҡалыҡ араһынан, ҡарға тейер-теймәҫ шыҡыйып, ҡара шәүлә үтте. Әлеге ялбыр ҡайынға етте лә ул, еңел генә кәйлегә биреп, аҫҡы ботаҡҡа ҡунды. Шәүлә тигәнем шул әҙере ҡор аулаусы ҡарсығаға әүерелде. Бына кем ҡорҙарҙың ҡотон алған һәм уларҙы йән аямай ҡар аҫтына ташланырға мәжбүр иткән. Мин, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайынса, туҡталып, күҙәтә башланым. Тәкәббер ҡарсыға, табышының күҙ алдында ғәйеп булыуынан ҡаушап ҡалғандай, бер аҙ ултырҙы ла, еңел генә осоп, ҡорҙар боҫҡан урынға төштө. Ул иғтибар менән ян-яғына ҡаранып ала, башын бер яҡҡа ҡыйшайта биреп, ниҙер тыңлай. Йыртҡыс ҡар аҫтындағы күмәк ҡыштырлауҙы асыҡ ишетә ине, буғай. Ҡорҙарҙың ҡар йырып хәрәкәт иткәнен асыҡ тоя, шулай ҙа ҡапыл ғына тотоп ала алмай. Хәленән килмәй. Ҡарсыға - ҡыр тауығы түгел. Ул туҙанға ла күмелеп ятмай, ҡарҙы ла йыра белмәй. Ҡарсығаның мөхите һауа һәм иркенлек. Был сая ҡош осҡанда ғына көслө. Үҙен-үҙе тота белмәгән тәжрибәһеҙ ҡорҙоң күтәрелеүе булыр, шунда уҡ йыртҡыс еменә әйләнәсәк. Ә былай, тәмле ит эргәлә генә, бөтөнләй йәнәшәлә, тик йәйәү көйө бер ни ҡылып булмай. Тауыҡ затынан булһа ла, ҡорҙар ҙа һуңғы аңғыра түгел, ҡан дошманың яныңда саҡта тын да алмайынса, тик кенә ятыуың хәйерле икәнен яҡшы аңлайҙар. Аңларһың да оҙағыраҡ йәшәгең килһә. Ә тәбиғәттә оҙағыраҡ йәшәгеһе килмәгән йән эйәһе бармы икән? Ана, ҡорҙар әллә ҡасан ябай ғына бер алымды үҙләштереп алғандар ҙа, хәҙер инде өҫтәренә барып баҫһаң да, ҡарсыға бында саҡта йәшеренгән урындарынан ҡыбырламаясаҡтар. Мине шуныһы ғәжәпләндерә: ҡарсығаның әле осоп китмәгәнлеген ҡар ҡатламы аша нисек белә улар?
Йылы ҡан көҫәгән ҡарсыға, килбәтһеҙ туйтанлап, улай-былай йөрөштөргәндән һуң, теләр-теләмәҫ кенә ҡабат ҡайынға күтәрелде. Уның бар ҡиәфәте ризаһыҙлыҡ белдерә ине. Ҡаурыйҙарын ҡабарта биргән йыртҡыс, моңайған һымаҡ, ағас ботағында ултырып ҡалды, мин ары ҡуҙғалдым. Минең эшем тулып ята.
Еңелдән булмаған йөгөмдө иңгә һалған көйө, тирләп-бешеп, кисләтеп кенә ҡайтып киләм. Таныш ҡайынға еттем. Ҡарсыға инде күренмәй, ә ҡорҙар, ғәжәп, һаман осоп китмәгәндәр. Ҡорҙар әле һаман ҡар аҫтында. Быныһын мин сумған соҡорсоҡтарының ситендә ҡанат эҙҙәре булмағанлыҡтан белә алдым. Ихтимал, улар ошо рәүешле таңға тиклем дә ятырҙар ине. Мин килеп сыҡмағанда.
Ҡыҙыҡ күреп, тура уларҙың өҫтәренә бара башланым. Ситке "ояға" биш-алты аҙым ҡалды тигәндә ҡар борхотоп тәүге ҡош күтәрелде. Ул сөм-ҡара әтәс ине. Үҙе ҡайҙалыр алға осоп барһа ла, ҡыҙыл ҡашы аҫтындағы йылтыр күҙе миңә төбәлгән. Ул ҡарашта мин бер аҙ ҡурҡыу ҙа, ҡыҙыҡһыныу ҙа күреп ҡалдым. Көтмәгәндә гөрһөлдәп китеүе, шулай ҙа, ярайһы ғына тертләтте. Тимәк, беҙ бер-беребеҙҙе ҡурҡытҡанбыҙ килеп сыға.
Артабан ике-өс аҙым яһаған һайын ҡорҙар берәмләп тә, ҡушарлап та, хатта өсәрләп, ҡар аҫтынан осоп сыға торҙо, һәр береһе бер яҡҡа китеп юғала торҙо. Башта һанап маташтым, ахырҙа, яңылыштым: шул ҡәҙәре күп ине улар. Эре ҡоштар күтәрелгән һайын арттарынан ойоҫҡоп ҡар туҙаны оса, ҡойонсоҡтар уйнап ҡала. Бына ҡорҙар, ниһайәт, осоп бөттөләр шикелле, урманда иҫ киткес тынлыҡ урынлашты. Мин әкренләп тау һыртына артылдым.
Бәй, әлеге ҡорҙарым, баяғы урындан алыҫ та түгел шундай уҡ ялбыр ҡайында ултыралар. Ян-яҡҡа туҙған ҡоштар шул арала нисек итеп ҡабат йыйыла һалып алғандар тиһең! Улар әүәлгесә миңә битараф һымаҡтар ине: тыныс ҡына бөрө сүпләштерәләр. Шулай ҙа әлеге битарафлыҡтың яһалма икәнен мин яҡшы беләм.
Ҡыҙыл ҡояш ырамлы аҙымдар менән байыуға яҡынлаша. Күренеп тора - төн һалҡын ғына булмаҡсы. Шуға күрә ҡорҙарға кискелеккә яҡшылап тамаҡ туйҙырыу кәрәк. Тамағың туҡ булғанда сасҡау һыуыҡтарың да ҡурҡыныс түгел. Өҫтәүенә, анауы ҡалынлыҡ ҡар-юрғаның барында. Ошоно ҡорҙар ҙа белмәй түгелдер. Юғиһә, анауы тиклем мөкиббән китеп сүпләнмәҫтәр ине.
Ҡайтып барышлай шуны уйлап ҡуйҙым: монолит тигән ят һүҙ, тимәк, бөтөнләй ят та түгел. Хатта ҡырағай ҡорҙар өсөн дә. Улар ҙа бит, ана, шул монолит-берҙәмлек арҡаһында ғәжәп ауыр ҡыштарҙы еңел үткәрә. Берҙәм булғанда һәр кем өсөн аслыҡтың да, дошмандың да ҡурҡынысы ҡырҡа кәмей. Берҙәмлектә - көс, берҙәмлектә - тереклек. Ҡайһылай хаҡ һүҙҙәр.
...Ә алып ҡайтҡан монолиттарым һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте. Ағымдағы йылда арышһыҙ ҡалмаҫбыҙ, тигән өмөттәмен.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.20 | Ҡаралған: 849

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru