«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БУЛДЫҠЛЫ, ЕГӘРЛЕНЕҢ ФЕКЕРЕ КИҢ, ТЕЛЕ ЛӘ БАЙ
+  - 


Сираттағы сәфәребеҙҙең маҡсаты - Балаҡатай районының Кәркәй ауылында күршелә генә йәшәгән ике улының ғаиләһенә таянып, ҡартынан ҡалған йортта бер үҙе йәшәп ятыусы, башҡорттарҙың, бигерәк тә балаҡатай ырыуы башҡорттарының кейеме тураһында мәғлүмәттәр, хәтирәләр һаҡлаусы Сания апай Усманова менән осрашыу ине.

Ҡулында - эш, телендә - һүҙ

90 йәшен ҡыуған ғәжәп йор телле, асыҡ зиһенле инәйҙең хәтеренең төҙөклөгө, элекке кәсептәрҙе бөгөнгөләй итеп һөйләп биреүе һоҡландырҙы. Оҙаҡ йылдар почтала эшләгән, әле лә башҡортса журнал-гәзиттәр уҡып, радио тапшырыуҙарын тыңлап йәшәгән кешенең теле диалект үҙенсәлектәрен дә юғалтмаған. Балаҡатай ырыуы башҡорттарының телендә һөйләшкән Сания инәйҙең телмәрен өйрәнеп, башҡорт теленең төньяҡ-көнсығыш һөйләше буйынса фәнни хеҙмәт яҙырға була. Тел ғалимы, башҡорт диалекттары һүҙлеген һәм картаһын төҙөгән фән докторы Нәжибә Мәҡсүтова тап ошо төбәктән күп һүҙ ынйыларын йыйып, әҙәби телде байытыу юлдарын күрһәтә. Сания инәй менән һөйләшкәндә "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген" төҙөүҙә ҡатнашҡан ғалимә Урия ханым Яруллинаның һүҙе иҫкә төшә: "Телде һаҡлаусылар - башҡорт ҡатындары, әммә уларҙың булдыҡлы, егәрле булғаны, етеш һәм бай йәшәгәне. Ярлы йә ялҡау кешенең теле лә ярлы, ашау-эсеүҙән ары китмәй, ә ҡулы эш белгән, күҙе эш күргән, теле эште һөйләгән кешенең фекере киң, донъяһы етеш, уның күңеле лә бай, теле лә тулы..."
Ғалимәнең фекерен раҫлаған кеүек, Сания инәй шулай тип һүҙ башлап, яйлап ҡына хәтер йомғағын һүтә бирҙе: "Һөнәрҙе күп белде беҙҙең башҡорт, һәләк кәсепсән булды, һәр бер эш-һөнәренә һүҙе-атамаһы бар. Әсәйем оҫта булды, үҙе әҙерләгән киндерҙе үҙе һуғып, кейем тегеп, беҙҙе кейендерҙе. Аяғыбыҙҙа әсәй әҙерләп-иләп-тегеп биргән аяҡ кейеме булды. Ифрат күп текте ул аяҡ кейемен, бөтә кеше белде уның оҫталығын..."

Аяҡ кейемдәре тураһында

Сания Хәсән ҡыҙы үҙе бала саҡта кейгән аяҡ кейемдәрен бөгөнгөләй асыҡ хәтерләй, уларҙың нисек эшләнешен бәйнә-бәйнә һөйләп китә: "Аяҡ кейеме - сабата. Шундай әйтем бар: "Майҙап ашаһаң, сабата ла тәмле". Сабатаны Фазыл бабай йүкә ҡабығынан үрҙе. Йәш йүкә ҡабығын һыҙырып, алып барып бирһәк, яңы сабаталы булабыҙ. Йүкә ҡабығын киптереп, он итеп тарттырһаң, ул ашарға ла яраҡлы була. Уҫаҡтың, уны ауһаҡ та тибеҙ, ҡабығын да ашаныҡ. Аслыҡ бөтәһен дә ашарға мәжбүр итте...
Ҡышҡы аяҡ кейемен мал тиреһен иләп, инәйем үҙе тегә ине. Беҙ ҙә ҡыҫылып-ярҙамлашып йөрөй торғайныҡ. Инәйем арыш онон ҡайнатып, тәүҙә әсетке эшләй. Һыйыр тиреһен һыҙырып, майынан таҙартып, йылы мунсала әсеткегә һалып ултыртып ҡуя ла, тиренең йөнө ҡойолоп бөткәнсе тота. Тал ҡабығын һыҙырып, балта менән төйә, шунан уны көнө буйы һары-көрән булып буяуы сыҡҡансы ҡаҙанда ҡайната, шул буяуға теге тирене һала - һыуынғас, ул күнгә әйләнә. Был тире-күндән аяҡ кейеме - сарыҡ, ҡата, тәпәш башмаҡ, бейек башмаҡ, ситек тегелә.
Йыл уратаһына кейгәнебеҙ тула ойоҡ булды. Уны нисек бәйләйҙәр? Һарыҡ йөнөн йыуан итеп иләйҙәр, сыраҡтан (ҡаты ағастан) дамбыр энә кеүек ырғаҡ эшләп алалар, шул ырғаҡ менән йыуылмаған йөндән быйма һымаҡ итеп оҙон ойоҡ бәйләйҙәр, шуны эҫе һыуҙа һабынлап ыуып-ыуып йыуалар. Аҙаҡ тандыр ғына мейестә киптереп алалар. Йөнө бешегә, ныҡ тартылып ултыра, шул тула ойоҡ була инде.
Ҡынжыраҡ, ҡынйыраҡ та тибеҙ, ул күндән тегелә. Оло малды һуйғас, уның тубыҡ өлөшө айырым тунап алына. Иң ҡаты ерен, йәғни тупсыуын тунап алалар. Уны йомшартырға кәрәкмәй, шуға әсеткегә түгел, ә тал ҡабығы буяуына һалалар. Әҙер булғас, күндән аяҡ кейеме тегелә. Табанда - тире, йөнөн тышынан ҡалдыралар, өҫкә - йөҙлөгөнә - күн ҡуялар. Аяҡ башына кейелә торған башмаҡ әҙер булғас, уға ялғап бышым тегәләр - ул ҡалын киндер туҡыманан ике ҡатлап тегелә, йөйө арт яҡта ҡала. Киндер бауҙы ишеп, өҫ яҡлап бышым эсенән үткәрәләр, шуны балтыр өҫтөнән тарттырып, бәйләп ҡуялар.
Сарыҡ та шулай эшләнә, тик уның табаны ла, йөҙлөгө лә күндән була.
Ҡатаның да йөҙлөгө лә, табаны ла күндән була. Ҡунысы бейек, күндән эшләнә. Ҡунысына бышым тегелә, өҫтәп тегеп ҡуйыла, бау менән бәйләнә. Табаны мул булһын өсөн бөрөп тегәләр.
Тәпәш башмаҡ, бейек башмаҡ - тоташ күндән була. Үксә түгел, әҙерәк кенә үксәлек ҡуялар.

Ҡатын-ҡыҙ кейеме

Һарыҡ йөнөнән һуғылған шәл ябыналар ине беҙҙең яҡта. Уны буямай торғайнылар.
Әҙрәс бишмәт - ҡатындарҙың ҡунаҡтарға барғанда ғына кейә торған махсус тектергән бишмәте, уның тышлығы бәрхәттән була, уҡа йә тәңкә баҫыла, эслеге һырыла.
Билле камзул - ул да бәрхәт тышлы, эслек ҡуялар. Түңәрәкләп икешәр ҡат уҡа тегәләр. Туҡыманы ыңғайына бесәләр, ыңғайына тегәләр. Рәтен белеп текһәң, тиҙ туҙмай.
Бишмәт - сатин, бәрхәт тауарға бер ҡат эслек ҡуйып, йөн һалып, һырып тегелә. Беҙ үҫкән саҡта юҡлыҡ булғас, мамыҡ ҡуйып, һырыған бишмәт кейҙек. Тамғалар бишмәттә лә була торғайны.
Сыба - йылы сәкмән (тәйһән, тәйән кейеүгә, йәғни көндәлек кейеүгә).
Түшелдерек бер ҡат ситса күлдәк өҫтөнән эстән кейелә.
Йәштәргә тәғәйенләнгәнен кәүҙәле алъяпҡыс тибеҙ. Кәүҙәле алъяпҡыстың арҡа - ябыҡ, түш - ябыҡ, бер яҡтан ҡултыҡ аҫына хәтле тегелә, икенсе яҡтан - элмәле яғында - дүрт һәҙәп ҡуйыла.

Ҡалпаҡтар

Ҡалпаҡ - ул ниндәй ҙә булһа биҙәк һалынған баш кейеме. Йәш ҡатындар, килендәр тик сикә-ҡалпаҡ кейә. Сикә-ҡалпаҡ тәпәш кенә - бер-ике иле киңлегендә, бер ярым сантиметр тирәһе, ул маңлайҙы ҡаплабыраҡ, алға төшөрөп кейелә, яулыҡ аҫтынан биҙәге генә күренеп тора. Тәңкәнән дә, уҡанан да, елбәҙәктән дә эшләйҙәр биҙәкте. Сикә-ҡалпаҡты тоҡон (ҡалын) еп менән елкә яғына тарттырып бәйләйҙәр, ҡуҙғалмай-нитмәй ныҡ тора, өҫтөнән яулыҡ ябыналар.
Тупый-ҡалпаҡ теүәтәй кеүек йоморо була, башҡа көпләнеп кенә тора, уны күпселеген ҡарсыҡтар кейә. Тупыйҙы төрлөсә һырыйҙар. Ҡамсат бүрек кеүек тә һырып кейәләр. Маңлайсаһына мәрйен-аҡыҡтар тегелә, шуға күрәме, ҡайсаҡ "аҡыҡ-ҡалпаҡ" тигән булып та ебәрәләр.
Ҡырпыулы бүрек - һарыҡ тиреһенән йоморо бүрек тегелә лә ҡырлатып аҡ тире - тар ғына аҡ ҡырпыу ҡуйыла, шуны ҡырпыулы бүрек, ти торғайнылар, һарыҡ йөнө эскә ҡарап тора, бүрек тышлы була, тышы - эшбиттан (йоҡа йөн туҡыма). Ир-ат шуны кейҙе. Салауат батырҙың йәшел ҡамсат бүрке лә ана шулай йәшел эшбит менән тышланған, ҡиммәтле шәшке тиреһе менән ҡырлатылған ҡамсат бүрек булған инде ул. Затлы тоҡом, старшина бит инде ул, байҙарса кейенгән...

Көмөштән беҙҙең муйса

Электән кейемгә тәңкә ҡайыу булған. Муйса бик күп булған беҙҙең яҡта. Ҡатындарҙың күкрәген-түшен ҡаплап торған түшелдеректең бәләкәйерәге - әмәйлек, ҙурырағы - муйса. Муйса шау тәңкәнән тора, өҫ яҡлап эре көмөш тәңкәләр - һумлыҡтар тегелә, уларҙы аҫтан-өҫтән уратып, вағыраҡ тәңкәләр теҙелә. Эреһе лә, вағы ла теҙеп тегелә, тура ла, ҡыйшыҡ та китә. Свердлау, Рәүҙә (Ревда) зауыттарында эшләгән ир-аттың ҡатындары көмөш тәңкәле муйса кейгән. Беҙҙең яҡтарҙа муйсаларҙы совет заманында мәжбүри йыйып алғандар, трактор һатып алырға кәрәк, тип әйттеләр, тигән була торғайнылар. Музейҙарҙан килеп тә байтаҡ әйберҙе йыйып алып киткәндәр. Шау көмөш тәңкә юҡ бит ул хәҙер. Бөгөн тәңкә зырғып (кире ҡаҡлығып) тора, тишеп булмай.
Йәш килендәр сикә-ҡалпаҡ кейә, өҫтөнә яулыҡ йәки ҡушъяулыҡ ябына, сәсте үрә, толомона сулпы таға. Түшенә муйса кейә. Шунан һағылдырыҡ таға, ҡалпаҡ кейә, ҡушъяулыҡ ябына. Һағылдырыҡ эйәген уратып тартылып тора, ыҫпаяҡай була - элмәйеп, муйын-фәләне күренмәй. Һағылдырыҡ килен булып төшкәндә үк кейелә. Бер йола бар: яңы төшкән киленде шау боронғоса кейендереп, бесән саптырғандар, ураҡҡа төшөргәндәр, оло мейес алдында ҡоймаҡ ҡойҙорғандар - тире тамһын да тиҙерәк ерекһен, тигәндәр. Насар аҡыл түгел бит? "Килен кеше - ким кеше, алабайға тиң кеше," тиһәләр ҙә, килендең ҡиәфәте бик күркәм булған. Артында сулпыһы сылтырап йөрөгән, сулпыһы булмаһа, сылтырап торһон өсөн бауҙың буйына өс ҡат итеп тәңкә тегеп алыр булған.
Оло әбейҙәр ҙә муйса кейә, тик тәңкә урынына таҫма тегә - рәт-рәт ҡатлап таҫма йөрөтә, еңелгә килә, тәңкә сылтырауы нимәгә ул әбей кешегә, һөйәктәре шылтырамаһа ла бик арыу.
Уҡа элек төрлө һәм күп булды, уны тубалсылар (ҡырҡтартмасылар) таратты, һатты, әйбергә алмашты. Ҡалпаҡ эшләмәгә төрлө нәмә алдыҡ тубалсынан. Ҡалпаҡтың маңлай тәңгәлен биҙәмәгә кәрәкле ҡый-ҡыуатты ла уларҙан ала инек.

Өрфиә - сүкелгән ҡалай тәңкә.

Ҡытай - ялтыр ваҡ мәрйен, ул бик күп булды. Балдаҡ тигәне - уртаһы тишек түңәрәк ялтыр тәңкә ине. Уҡа - алтынлы-көмөшлө төрлө яҫылыҡтағы таҫма. Елбәҙәк - төрлө төҫтә емелдәп торған йылтыр йоҡа таҫма. Һырға - көмөш тәңкәләрҙе сүкеп-ялғап эшләнгән биҙәүес, һирәк булды, ҡиммәтле бүләк булып йөрөнө, муйсаға тегеп ҡуйылды, ҡолаҡҡа таҡмаға тип эшләнгәне лә бар ине.

Ҡайыу оҫталары

Ҡайылған кейемдәрҙе беҙ белгәндән кейәләр балаҡатай ырыуы ҡатындары. Мәликә, Сабира инәй кеүек ҡайыусы оҫталар бөтә ауыл ҡатындарын ҡайып кейендерҙе.
Өй эсе ҡаралтылары араһында ла ҡайылған нәмәләр күп булды. Буй ҡорма, ҡорғанаҡ та тиҙәр, мейес башынан, ишек-тәҙрә баштарынан уратып ҡорола. Өй һәләк йәмле була. Ҡашыяҡты шаршау менән бүлеп ҡуялар. Ҡайны өйөндә шаршау менән йәш киленгә бер мөйөштө бүләләр. Элек шаршауһыҙ кейәүгә барыу - ғәрлектең дә ғәрлеге ине, ләкин ауыр замандарҙа уныһы ла онотолдо. Шулай ҙа, һүҙгә ҡалмайым тигәне, кешенән алып тороп булһа ла ҡыҙын кейәү йортона шаршау менән оҙата ине.

Һуғылған таҫтамал

Инәйем һәләк күп һуҡты таҫтамалын да, шаршауын да. Киндерҙән, етендән һуҡҡан таҫтамал һәләк матур була. Таҫтамал һуҡҡандағы эш төрҙәрен епте оҙатыу, күтәртеү, сүпләү, бер биҙәктең яртыһынан йәнәшәлә икенсе биҙәк һалыныуын түгеү, көрөҫтән алыу, ҡылыстан алыу тиҙәр. Тал ботағын шымартып, шәбе яһала. Бер урынға тартылған-оҙатылған ептәрҙең араһына шәбене тығып, епте аралап-күтәртеп бараһың. Был бик ваҡ эш. Күҙ кәрәк, иҫ кәрәк, елкә кәрәк, тигәндәй. Таҫтамал һуғыуҙың әрәсәһе (мәне, мәшәҡәте) етерлек...

Туй хәстәрҙәре

Суптарлы ыштан - киндерҙән ҡыҫҡа балаҡлы эске ыштан кейеү егеткә һуғыла. Туйға килешкән саҡта уҡ ҡыҙҙың бирнәһендәге кейәүгә тип әҙерләгән ошо әйберҙе күрһәтәләр. Йәнәһе, энә-еп тота белмәһәң, ҡара уны, ҡыҙый...
Морондоҡ инәй, морондоҡ атай. Килен төшөргән ҡәйнә, алдан әйтеп, буласаҡ киленгә морондоҡ инәй-атай билдәләп ҡуя. Кейәүҙең ҡыҙ туғандары киленгә морондоҡ инәй була алмай, бары тик ир туғандары яғынан ғына морондоҡ инәй-атай - ире менән ҡатыны бергә була ала. Килен уларға тәғәйенләп бүләк әҙерләй - морондоҡ инәйгә алъяпҡыс ҡайып килтерә, морондоҡ атайға ҡайыулы таҫтамал бирә. Морондоҡ инәй менән атай был бүләктәрҙе бик ҙур хөрмәт белдереп ҡабул итә. Кейәүҙең ата-инәһе менән килендең морондоҡ инәһе-атаһы бер-береһенә "уртаҡ" тип өндәшә башлай. Морондоҡ инәй киленде ҡаршылап, бал ҡаптыра, май ҡаптыра, кейеҙгә баҫтыра. Аҙаҡтан да уны ул-был менән таныштырып, өйрәтеп, сер бүлешеп, ғүмер буйы ҡурсып тора торған бер яҡын кешегә әүерелә.
Киленде һыу башлатыу - оло йола. Уны ла морондоҡ инәй хәстәрләй - силәген-көйәнтәһен әҙерләй, килендең бүләктәрен барлап ҡуя. Морондоҡ атай ҙа киленгә, йәш ғаиләгә ярҙамға, кәңәшкә гел генә әҙер тора.

Элдекте беҙ белдек...

"Элдек" - килен бүләктәре араһындағы матур бүләк, ул төрлө йөн ептәрҙән үреп-ишеп, остарына суҡ ҡуйып, бала-сағаға, йәштәргә таратырға ҡырҡ-илле дана элдек эшләнә. Һикһән-туҡһанға еткерә әкрәбәһе күп булғаны. Күрше-күлән тиҙ генә йыйылышып эшләп бирә уны, ҡайсаҡ таҫтамалын, алъяпҡыстарын да ҡайыша. Йәш ғаилә бәхетле йәшәһен тип теләп үрелә элдек. Элек уны эшләүгә кизе йәки етен еп тотона торғайныҡ.
Киленде һыу башлатыуға алып киткәндә морондоҡ инәй элдекте шунда ҡатнашыусыларға тарата. Кейәү егете ҡыйыҡ башына менеп тә йыйылған халыҡ өҫтөнә элдек ырғыта. Бала-саға уларҙы ярышып йыйып ала. Һәләк күңелле була. Беҙҙә элдекһеҙ туй үтмәй. Иң көтөп алынған күренеш, иң матур иҫтәлекле бүләк - элдек. "Кем туйында булдығыҙ, элдектәре ҡандай матур", тип кинәнешеп ҡарайҙар туйҙан ҡайтҡас. Уны тәҙрә башына, көҙгөгә элеп ҡуябыҙ...

Килен күреү - йәшәмәгә йүн биреү

Морондоҡ инәй менән морондоҡ атай күрнис (күренеш) ваҡытында ла иң төп башлаусы, ойоштороусы, килендең бирнәһен күрһәтеп, уға ярҙам итеүсе, бүләктәрен таратыусы, төшкән йортонда урынлаштырыусы була. Ауыл халҡы, күрше-тирә, кейәүҙең туғандары килен күрергә, бирнәһен ҡарарға, күрнис алырға тип килә. Килен бүләге - ҡыҙҙарға ҡайыулы алъяпҡыстар, малайҙарға ҡайыулы ҡулъяулыҡтар инде.
Килендең күлдәктәрен дә ҡарайҙар, тегелешен тикшерәләр, сағыштыралар, өйрәнәләр.
Кейәү ҡыҙҙы оҙатып алып ҡайтырға барған саҡта тышы ҡайылған кейәү мендәрен эләктереп, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып сыға ҡайны-ҡәйнә өйөнән. Уны еңгәйҙәр шаяртып-көлөп кейәүгә тапшыралар.

Шулай итеп...
Был яҙмала Сания инәй Усманова һөйләгәндәрҙе мөмкин хәтле үҙгәртмәй һаҡларға тырыштым - тере телдең көсө, дәрте, телмәр ағышы ла һиҙелер, тип өмөтләндем... Оло Эйек йылғаһы буйында "ынтымат кеше" тигән һүҙ бар: ул хәстәрле, маҡсатына ынтылышлы, йыйнаҡ, аккурат, тигәнде аңлата. Ысынлап та, ҡомартҡыны таныған, һаҡлаған, уның асылын, дәрәжәһен, әһәмиәтен аңлаған, әләф-тәләф итмәгән, кәрәк урыны-ваҡытында йәтешле ҡуллана белгән ынтымат кешеләр халыҡ араһында айырылып тора. Сания инәй ҙә шундайҙарҙың береһе. Хоҙай уға сәләмәтлек бирһен.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.20 | Ҡаралған: 491

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru