«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЕҘМӘТ ҠАҺАРМАНЛЫҒЫ ҠАЛАҺЫ
+  - 


Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исеме бирелде. Был яңылыҡ һеҙҙә ниндәй хәтирәләр һәм тәьҫораттар тыуҙырҙы?

Азамат АҠЪЮЛОВ, тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты: Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Рәсәйҙең төп терәк төбәктәренең береһе булараҡ, шулай уҡ географик яҡтан уңайлылығы менән Башҡортостан илдең ышаныслы тылына әйләнә. Шуның өсөн дә республикаға Гитлер баҫҡынсыларына ҡаршы ике фронтта - яу ҡырында һәм тылда көрәш алып барырға тура килә. Баш ҡалабыҙ Өфө был йылдарҙа тотош Көньяҡ Уралда иң ҙур индустриаль үҙәккә әүерелә. Илдең көнбайыш тарафтарынан беҙгә көнө-төнө завод-фабрикалар ҡорамалдары, станоктар тейәлгән оҙон-оҙон составтар ағыла: оккупацияла ҡалыу хәүефе тыуған ҡалаларҙан, шулай уҡ Мәскәүҙән, Ленинградтан стратегик әһәмиәткә эйә завод-фабрикалар, ғилми учреждениелар, һуңыраҡ хәрби госпиталдәр эвакуациялана. Өфөлә ошоға тиклем булмаған химия, туҡыу, электр энергияһы кеүек йүнәлештәге сәнәғәт тармаҡтары барлыҡҡа килә. 1941-1942 йылдарҙа ғына ла 50-гә яҡын сәнәғәт предприятиеһын үҙ ҡанаты аҫтына һыйындыра баш ҡалабыҙ. Улар менән бергә үҙ предприятиеларын оҙатып килгән һәм ошонда эштәрен дауам итәсәк белгестәр, хеҙмәткәрҙәр, эшселәр һаны 100 меңдән ашып китә. Был заводтар һәр ҡайһыһы үҙ йүнәлеше буйынса Өфөлә электән эшләп килгән ошондай уҡ предприятиеларға берләшеп, ҡайһылары үҙаллы рәүештә эштәрен дауам итәләр. Мәҫәлән, Өфө паровоздар ремонтлау заводы Запорожье, Станиславский, Гомель ҡалаларынан килгән ошондай уҡ заводтар иҫәбенә киңәйтелә, ҡеүәте арта. Өфө моторҙар эшләү заводы иһә Рыбинскиҙан эвакуацияланған ҡорамалдар иҫәбенә ҙурайтыла. 1941 йылдың ноябрендә үк Өфөлә өр-яңы предприятие - "Уфимкабель" эш башлай, ул Одесса, Киев, Мәскәү заводтары нигеҙендә төҙөлә. Өфө кондитер фабрикаһы иһә витамин заводы тип үҙгәртелә. Һөҙөмтәлә сәнәғәт продукцияһы етештереү күләме биш тапҡырға арта һәм улар бөтәһе лә етештереү ҡеүәттәрен фронт ихтыяжын тәьмин итеүгә йүнәлтә. Мәҫәлән, туҡыу комбинаты хәрби кейем тегә башлай, паровоз ремонтлау заводы боеприпастар етештерә. Өфө нефть эшкәртеү заводы коллективы был йылдарҙа ысын мәғәнәһендә хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә: нефть быраулау һәм эшкәртеү буйынса "Икенсе Баку" өлгөһөнә өлгәшә. Өфө халҡы көнө-төнө хеҙмәт вахтаһында тороуға ҡарамаҫтан, хәрби техника өсөн 3 миллиондан ашыу үҙ аҡсаһын Оборона фондына йыйып тапшыра. Был аҡсаға "Башҡортостан истребителе", "Башҡортостан нефтсеһе" самолеттары, шулай уҡ "Башҡортостан пионеры", "Башҡортостан элемтәсеһе" тип исемләп танктар колоннаһы, "Салауат Юлаев", "Александр Невский", "Полководец Суворов" бронепоездары төҙөп, фронтҡа оҙатыла.
Өфө госпиталдәре лә тиҫтәләрсә меңләгән яралыларҙы аяҡҡа баҫтырып, дөйөм көрәшкә үҙ өлөштәрен индерә. Әйткәндәй, был эшкә иммунопрепараттар етештереүсе Өфө ғилми-тикшеренеү институты булышлыҡ итә. Унда яралыларҙы гангренанан ҡотҡарып алып ҡалыу әмәле табыла: институтта бының өсөн махсус сыворотка етештерелә башлай. Мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар ҙа һуғышсыларҙың һәм тылдағы халыҡтың рухын күтәреүгә, уларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүгә һәм еңеүгә ышаныс тыуҙырыуға ҙур көс һала. Ышаныслы тыл Еңеүҙе яҡынайта.
Фашист менән йөҙгә-йөҙ алышҡан, емереклектәрҙән Феникс ҡош кеүек ҡайтанан ҡалҡып сыҡҡан Герой ҡалаларыбыҙ булған кеүек, тиңһеҙ хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән ҡалалар ҙа юғары баһаға һәм ихтирам билдәһенә күптән лайыҡ ине, әлбиттә. Бик дөрөҫ ҡарар тип уйлайым һәм баш ҡалабыҙҙың ошо исем бирелгән ҡалалар иҫәбендә булыуына сикһеҙ шатмын, тик шуныһы ғына күңелде ҡыра: беҙгә Еңеү көнөн яулашҡан, һуғыштан һуң да нисәмә йылдар гөрләп эшләп торған завод-фабрикаларыбыҙ шауы ғына тынып ҡалды, күптәре көрсөккә төшөп, бөтөнләйгә ябылып бөттө, ә беҙ бөгөн Ҡытай продукцияһы менән мөрхәтһенергә мәжбүрбеҙ. Хеҙмәт ҡаһарманлығы тарихта ғына тороп ҡала күрмәһен, тип борсолам...

Рәшит ШӘКҮР, телсе ғалим, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы: Был исем бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөнөң Еңеүгә индергән өлөшөн иҫәпкә алыу нигеҙендә бирелгәндер. Был йәһәттән Өфө ошо исемде алған ҡалалар араһында иң алдынғы урында тора. Сөнки баш ҡалабыҙ һуғыш ауырлыҡтарын күтәреү йәһәтенән ҙур өлгө күрһәткән. Башҡортостандан һуғышҡа 700 мең кеше киткән, уларҙың күбеһе Өфө ҡалаһынан юлға сыҡҡан. Ҡалабыҙҙың Дим тимер юл станцияһынан данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яуға юлланған. Дәһшәтле һуғыштан, ҡан ҡойоштан 100 меңдән ашыу эвакуацияланған кешене асыҡ йөҙ менән ҡаршы алған баш ҡалабыҙ халҡы. Күптәр телгә алғанса, бында Украинаның фәндәр академияһы, Рәсәйҙең төрлө завод-фабрикалары күсерелгән һәм тырыш яҡташтарыбыҙ ярҙамында металлургия, химия, производство яңы һулыш алып, ошонда нигеҙләнеп эшләп киткән. Уларҙың ҡайһы берҙәре бөгөн дә данлыҡлы хеҙмәт юлын дауам итә, алдынғылыҡты бирмәй. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы булараҡ та, мин дә уға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән исем бирелһен өсөн ҡултамғамды ҡуйҙым.
Өфө ҡалаһы тарихы менән дә данлыҡлы. Беренсенән, ул Рәсәйҙең иң боронғо ҡалаларының береһе. Әгәр ул датаны рәсми рәүештә байрам иткән булһаҡ, ҡалабыҙҙың 1500-1600 йыллығын билдәләр инек бөгөн. Башҡорт Өфөһөнөң йәше шулай иҫәпләнә. Урыҫ ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалыныуына ла байтаҡ бит хәҙер, яңы Өфө тарихы ла борондан - 1586 йылдан башлана. Бөгөн бына шундай күпте күргән, күпте кисергән ҡалабыҙ ҙур мәҙәниәт, әҙәбиәт, фән үҙәге, көслө республиканың баш ҡалаһы булып танылған. Өфө тәбиғәте, халыҡтың уңайлыҡтарын күҙаллап заманса төҙөкләндерелә барыуы менән дә ошо исемгә лайыҡлы. Бында әле лә меңдәргә терәк-таяныс булған, илдең тылын һаҡлаған кешеләрҙең вариҫтары, алсаҡ йөҙлө, эшсән, мәҙәниәтте яратҡан, тыныс тормошта оптимист халыҡ йәшәй. Улар бөгөнгө Өфөнөң йөҙөн билдәләй, минең күҙ алдымда ғына ла баш ҡалабыҙ нисек үҙгәрҙе, ысын башҡорт ҡалаһы булараҡ формалашты - әҙәбиәтебеҙ, сәнғәтебеҙ ижад ителә ошонда. Өфө милли булмышын йылдан-йыл юғарыраҡ күтәрә. Бынан бер нисә йыл элек СССР республикаларының етәкселәре баш ҡалабыҙға килгәндә Үзбәкстандың элекке президенты Ислам Кәримов әйткән һүҙҙәр иҫтә ҡалған: "Комфортлы температура бында", - тигәйне ул. "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Өфөбөҙҙә артабан да халҡыбыҙ өсөн уңайлы ошо мөхит һаҡланһын.

Нурия Ирсаева, РСФСР һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы: Өфөбөҙгә бирелгән шундай данлыҡлы ғорур атама бөтә ҡалаларға ла тәтемәй бит ул. Был хәбәрҙе ишетеү ҡыуанысымды генерал-майор Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелгәндәгенә тиңләргә була, оҙаҡ көткән лайыҡлы баһалар икеһе лә. Ғорурландыра, сөнки Өфө менән бергә беҙҙе - уның халҡын да, күтәрҙеләр. Баш ҡалабыҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында афәттән күпме баланы йолоп алып ҡалған, барлыҡ эвакуацияланыусыларҙы һәр кем үҙ өйөнә индереп, үҙ ҡурсауына алған. Ә инде Еңеү өсөн хатта 10 йәшлек малай-ҡыҙҙары ла эшкә сыҡҡан.
Өфөлә урынлашҡан беҙҙең М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы ла һуғыш йылдарында ҡаһарман хеҙмәт юлын үткән тип әйтергә була. Сөнки өлкән коллегаларыбыҙ ошо ауыр заманда илен яҡлап йәнен аямай алышҡандарға тыуған яҡтарынан сәләм еткереп, яңы еңеүҙәргә рухландырып, күңелдәрендә яҡты киләсәккә өмөт уятып, туптар шартлауынан, пуляларҙан ҡурҡмай, фронттың алғы һыҙығында концерттар ҡуйған. Театрыбыҙҙың фронт бригадаһында Зәйтүнә Бикбулатова, Рәғиҙә Янбулатова, Арыҫлан Мөбәрәков, Вәли Ғәлимовтар һәм башҡалар эшләгән ул йылдарҙа. Уларҙың сығыштарына шаһит булған ветерандар: "Эй бирелеп ҡараныҡ, актрисалар үҙҙәре лә илай-илай сығыш яһанылар, фронт яҡын булһа ла, һис ҡурҡыуҙарын һиҙҙермәйҙәр ине", - тип, шундай йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала торғайнылар.
Күңелемә Өфөнөң һәр осоро ла ҡәҙерле, яҡын. Бында мин 10-сы синыфты тамамлауға театр факультеты асылды, унда уҡып бөтөүгә, өр-яңы театр төҙөлдө. Мин шундай матур осорға, театрҙың үҫеш мәленә тап килдем. Зәйтүнә Бикбулатова, Хөсәйен Ҡудашев, Риф Ғирфанов, Роза Кәримова, Илшат Йомағоловтар араһына кереп, шәп коллективта эш башланым. Өфөнөң мәҙәни донъяһына шулай инеп киттем, бөгөн мин яратҡан тамашасыларым өсөн һаман да ижад итеүемә ҡыуанып йәшәйем. Ҡайҙарҙа ғына гастролдәрҙә булманыҡ, әммә баш ҡала тамашасыһы күңелгә яҡыныраҡ, улар беҙҙе бөтөнләй башҡаса ҡабул итә төҫлө. Шуға ла ошо Өфөнән, бала саҡтан "Их, шунда эшләйһе ине!" тип хыялланған Башҡорт академия драма театрын ташлап, бер ҡайҙа ла китмәнем. Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһының бөтә эшсәндәре лә тап бына шундайҙыр, үҙ эшенә, һөнәренә, ҡалаһына, иленә тоғро хеҙмәт иткән халыҡтыр, тип ышанам.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА,
Сәриә ҒАРИПОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.20 | Ҡаралған: 398

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru