«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЙҘӘ ЭШЛӘҮГӘ КҮСЕП, ЙӘНЛЕ АРАЛАШЫУҘАН ЯҘАЙЫҠМЫ?
+  - 


Һуңғы осор Рәсәй Дәүләт Думаһында бер килке йәнләнеү, уяныу билдәләре барлыҡҡа килгәндәй. Дөрөҫ, ҡыбырлай башлауҙарҙың үҙ сәбәптәре булыуы ла ихтимал. Думаға сираттағы һайлауҙар яҡынлашыуы, мәҫәлән. Шуға ла фракцияларҙың халыҡ алдында күренеп ҡалыу теләге аңлашыла. Ошоға тиклем ҡайһы партияның ниндәй проекттар һәм тәҡдимдәр менән сығыш яһауына туҡталып тормайыҡ инде, бының менән уларҙың пиар акцияларына мәрәй өҫтәмәйек. Ни тиһәң дә, бында күберәк коронавирус һабаҡтары үҙен белдерәлер. Бер ямандың бер яҡшыһы тигәндәй, күп кенә һабаҡтар күндерҙе был сир тормош ағышына. Айырыуса ошо ябай халыҡ тормошонан шыпа алыҫлаша төшкән элиталы чиновник ҡатламдары ла хатта "түбәндәге"ләргә яҡыная, улар хәленә инә барғандай тойола башланы. Закондарға һәм кодекстарға йышайып киткән төҙәтеүҙәр ҙә, асылда, ана шул яңы шарттарҙы, йәғни коронавирус эҙемтәләренән сығып яһалған һығымталарҙы кәүҙәләндерә бит.

Мәҫәлән, "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе депутаттары һәм сенаторҙары Дәүләт Думаһына сираттағы шундай төҙәтеүҙәрҙең береһен РФ Хеҙмәт кодексына индерергә тәҡдим итте, ул дистанцион һәм өйҙән эшләү нормаларын көйләү мәсьәләһен күтәрә. Мәғлүм булыуынса, бындай эш төрөнөң коронавирус арҡаһында үҙҡурсаланыу маҡсатында аралыҡтан һәм өйҙә ултырып эшләү тәжрибәһе икәнен күптәребеҙ ғәмәлдә үҙ иңендә татып белде һәм мәшғүллектең был ысулы отошлораҡ тип иҫәпләүселәр ҙә барлыҡҡа килде. Беренсенән, эшкә барып-ҡайтыуҙың ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәр өсөн бик күп ваҡытты алыуы бер кемгә лә сер түгел. Ҡала урамдарындағы ҙур-ҙур тығындар һәм эшкә алыҫлыҡ арҡаһында йәмәғәт транспортында ла, шәхси автомобилдә лә әллә күпме ваҡыт сарыф ителә бит. Ҡайһы бер мегаполистарҙа тығындар хатта саҡрымдарға һуҙыла. Икенсенән, юл сығымдары. Мәҫәлән, йәмәғәт транспортында иртәле-кисле 25-30-ар һумдан, өҫтәүенә бер автобустан икенсеһенә күсеп ултырыу, такси хеҙмәте менән файҙаланыу, эштә туҡланыу өсөн тотонолған айлыҡ сығымдарҙы ла иҫәпләһәң, 10 меңдән ашып китеүе лә бар. Был кем өсөндөр ҙур аҡса ла түгелдер, бәлки, ләкин ябай хеҙмәт кешеһенең хәләл көсөн түгеп тапҡан 100 тәңкәһе лә - аҡса. Дистанцион эш өлкәһендә күҙаллана башлаған статистика мәғлүмәттәре лә ошо эш төрө файҙаһына һөйләй. Мәҫәлән, һорау алыуҙар үткәрелгән бер компания хеҙмәткәрҙәренең 70 проценты өйҙә эшләргә теләүе хаҡында белдерә. Ә инде был өлкәлә аҙмы-күпме эш тәжрибәһе булған респонденттар өйҙә эшләүҙең шундай өҫтөнлөгөн күрһәтә: иң тәүҙә эш ваҡытын үҙеңә уңайлы булғансы бүлеү (70 процент). Был, күрәһең, иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем тигән сикләүҙән (йәғни "от и до" сигенән) азат булып, үҙеңә ҡасан уңайлы (таң менән тороп, төндә, кис һ.б.) - шул ваҡытта ултырып эшләй алыу мөмкинлеген күҙҙә тота. Ә һөҙөмтә барыбер буласаҡ, сөнки хеҙмәткәр бының өсөн яуаплылыҡ ала һәм унан эш көтәләр икәнен аңлай. Ысынлап та, "от и до" ситлегендә эшләүҙең күптәр өсөн яфаланыу икәне ҡайһы саҡ аңлап та етелмәй, күрәһең, шуға күрә лә эш ваҡыты көсөргәнешенән нисек кенә арынырға тырышмай хеҙмәткәрҙәр: эштән бүленеп кофе, сәй эсеүҙәр, тәмәке көйрәтеүҙәр, интернетта ултырыу йә телефондан шәхси аралашыу, дауахана йә магазинға сығып килеү, һ.б.
Өйҙә эшләү тәжрибәһе булған бер төркөмдән һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, улар теләһә ниндәй ҡала йәки хатта башҡа илдән тороп эшләү мөмкинлеген ҙур өҫтөнлөк иҫәпләй. Ундайҙар 50 процент булһа, 48 процент кеше юлға сарыф ителгән ваҡыт һәм аҡса экономиялауҙы хуплай. Ҡайһы бер өлгөрҙәр иһә - улар 30 проценттан ашыу - бер юлы бер нисә урында эшләү мөмкинлеген күрә. Аулаҡлап эшләүгә форсат 22 процент хеҙмәткәрҙе ҡыуандырһа, 6-8 процент кеше дресс-код кәрәк булмауына һәм эште уҡыу менән бергә алып барыу мөмкинлегенә һөйөнә. Әлбиттә, дистанцион эш формаһының хеҙмәткәрҙәр өсөн генә түгел, эш биреүсе өсөн дә уңайлы яҡтары бар. Мәҫәлән, ҙур офис бинаһын ҡуртымға алыу кәрәклегенән ҡотолоу, хеҙмәткәрҙәрҙе төрлө төбәк һәм райондарҙан йәлеп итә алыу мөмкинлеге, өйҙә эшләүселәргә социаль пакет ( юл хаҡын, медицина страховкаһын түләү, корпоративтар һ.б. өсөн түләүҙәр) пунктының төшөп ҡалыуы компанияға байтаҡ аҡсаны янда ҡалдырырға ярҙам итәсәк...
Ә шулай ҙа, һәр бер яңылыҡ кеүек үк, был эш рәүешенең дә етешһеҙлектәре бар. Шуларҙың иң тәүгеһе - кешенең йәнле аралашыуҙан мәхрүм булыуы, хеҙмәттәштәренән айырылып, коллектив тормоштан "төшөп" ҡалыуы. Әлбиттә, бөгөн элекке кеүек берҙәм, бер-береһенә иғтибарлы, ярҙамсыл коллектив тураһында һүҙ алып барыуы ауыр, был айырыуса совет осоро йылдарында эш тәжрибәһе булғандарға бик асыҡ күренә. Шулай ҙа бергә эшләгән хеҙмәттәштәрҙе уртаҡ маҡсат, ынтылыштар, яҡшы һөҙөмтә өсөн дөйөм тырышлыҡ, үҙ-ара сәм, көнәркәшлек тойғолары, һис шикһеҙ, берләштереп тора барыбер. Йәш хеҙмәткәрҙәр өйҙә эшләүҙе аралашыуҙан мәхрүм булыу тип тә ҡабул итмәүе бар, сөнки улар былай ҙа көнө-төнө гаджеттары, смартфондары донъяһына сумып, виртуаль аралашыуҙы үҙ итте бит инде күптән.
Ә шулай ҙа коллектив - бөгөнгө көндә лә үҙенең тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмай һәм юғалтмаясаҡ мөһим фактор ул. Өйҙә ултырыуҙан баҫылып, үҙеңде донъянан артта ҡалғандай хис итеп, аралашыу нескәлектәрен юғалтып, "мүкләнеп" китеүең дә бар, әлбиттә. Йәнле аралашып, күҙмә-күҙ ҡарашып аңлашып эшләүгә етәме! Бына һиңә өйҙә ултырып эшләү... Тәүҙә генә шулай сей елкәгә тейер эш тәртиптәренән, сикләүҙәр һәм даими рәүештә йәнде иҙгән контроль аҫтында булыуҙан азатлыҡ тойғоһо тантана итһә лә, аҙаҡҡа табан яҡшымы-яманмы - коллективыңа тартылыу, эш урыныңды юҡһыныу барлыҡҡа килә башлағандай. Унан һуң бит эш барышында килеп тыуған теге йәки был мәсьәлә, аңлашылмаған һорауҙар буйынса етәксең, хеҙмәттәштәрең менән кәңәшләшеп алыу, эш һөҙөмтәләрең буйынса уларҙың фекерен ишетеү, етәксе күрһәтмәләренә ярашлы эшеңә төҙәтмәләр индереү, етешһеҙлектәрен ваҡытында күреп алыу мөмкинлегенән яҙыу - ҡыҫҡаһы, коллективлыҡ тойғоһон юғалтыу, унан алыҫлашыу кеүек факторҙы өйҙә эшләүҙең минусы итеп күрһәтеүселәр 52 процент тәшкил итә. Тейешле контролдең булмауы сәбәпле, хеҙмәт дисциплинаһының боҙолоуы 49 процент респондентты борсой. Бер яҡтан, бында бәхәс тыуҙырған моменттар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, әгәр өйҙә ултырып эшләүсе үҙ бурысы, эш урыны өсөн борсола, уны юғалтыу мөмкинлегенән хәүефләнә икән, йә булмаһа, ул үҙ тәртибе өсөн яуап тота белерҙәй намыҫлы, эшсән кеше икән, ул күрәләтә үҙ-үҙен батырырға тырышмаҫ та һуң? Бында иң мөһиме - һөҙөмтә. Ҡасан, нисек, ҡайҙа эшләйһең - уныһы икенсел, ә иң тәүҙә эш һөҙөмтәһенең сифатлы булыуы, ваҡытында башҡарылыуы.
Өйҙә эшләү, тигәндән, ул хеҙмәткәргә ниндәйҙер үҙ иреклек, ни теләй, шуның менән көн үткәреүгә форсат тыуыу тигән һүҙ түгел. Дистанцион эш тураһында закон проектында өйҙә эшләүселәр өсөн эш ваҡыты һәм ял нормалары ҡарала. Был эш рәүеше әлегә өс төргә бүленә: даими дистанцион эш - эш биреүсе менән эшсе йә хеҙмәткәр араһында хеҙмәт килешеүе нигеҙендә; ваҡытлы дистанцион эш - килеп тыуған ниндәйҙер хәл-ваҡиға (әлегеләй пандемия, тәбиғи йә техноген фажиғә, производство һәләкәте һ.б.) арҡаһында өйҙә эшләүгә күсеү; ҡатнаш эш төрө - эшсе йә хеҙмәткәргә өйҙә лә, эш тәртибе менән бәйле хеҙмәт урынына ла килеп эшләү мөмкинлеге.
Шул уңайҙан күптәрҙең дистанцион эште фрилансер менән бутауын әйтеп китергә кәрәктер. Әгәр даими эш биреүсең булмаһа, был эш төрөн үҙ итеүсе ирекле хеҙмәткәр, йәғни ул фрилансер тип атала һәм бындай төшөнсә закон нигеҙҙәрендә юҡ. Хеҙмәт кодексына төҙәтеүҙәрҙә шуныһы ла айырым-асыҡ әйтелә: хеҙмәткәр йә эшсе дистанцион эшкә уның ризалығы менән генә ебәрелергә мөмкин. Ғәмәлдән күренеүенсә, элек был эш рәүеше менән һирәгерәк шөғөлләнгән булһалар ҙа, коронавирус башланғас, уға йәмғиәттә ҡараш үҙгәрҙе: миллионлаған кеше дистанцион эшкә күсте һәм эшен һин дә мин дауам итә алды. Уның киләсәгенә бынан алдараҡ та өмөт бағлай ине хөкүмәт: "Берҙәм Рәсәй " етәксеһе булараҡ та элекке премьер Д.Медведев заман технологиялары үҫешен иҫәпкә алып, мәшғүллек өлкәһенә яңыса ҡараш булдырыу идеяһын ҡуҙғата биреп киткәйне. Һөҙөмтәлә РФ Хеҙмәт кодексына төҙәтеүҙәр проекты эшләнде. Уны әҙерләүҙә Дәүләт Думаһы рәйесе В.Володин, депутаттар С.Неверов, А.Исаев, М.Тарасенко, федерация Советы етәксеһе В.Матвиенко һәм бер нисә сенатор ҡатнашты. Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар берлеге бындай эш алымын прогрессив аҙым тип атаны. Уныһын киләсәк күрһәтер, бары тик был рәүешкә күсеү сәбәптәре генә әлегеләй ҡырғын йә һәләкәт була күрмәһен. Эш кешеһе өсөн уңайлы шарттар булдырыу, ҙур ҡалаларҙа эшкә йөрөү ауырлыҡтарынан арыныу кеүек мәсьәләләр генә төп маҡсат булып ҡалһын ине. Тағы ла: аралыҡта эшләүгә күсеү кешеләрҙе ҡайтанан өйҙәренә ултыртып, араларҙы алыҫайтмаһын, бәғерҙәрҙе тутландырып, күңелдәрҙе һыуындырмаһын берүк - аралашыу әмәлдәренән яҙмайыҡ, йәмәғәт.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.20 | Ҡаралған: 410

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru